uk
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Відкрити в Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Показати більше
2 023
Підписники
Немає даних24 години
-47 днів
-730 день
Архів дописів
Иглин ирекмәндәре яугирға маскировка селтәре тапшырҙы Яраланыу сәбәпле отпускыла булған «Буба» ҡушаматлы яугир Иглинда район етәксеһе һәм «Бөтәһе лә Еңеү өсөн»ирекмәндәр штабы ағзалары менән осрашты. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Урал аръяғы яугирҙарға сираттағы гуманитар ярҙам оҙата Башҡортостандың Урал аръяғы халҡы махсус хәрби операция биләмәһендә булған яугирҙарға һәр яҡлап ярҙам күрһәтеүен дауам итә. Сираттағы гуманитар ылау эшҡыуарҙар, шулай уҡ Баймаҡ, Сибай ҡалаларында һәм башҡа муниципалитеттарҙа йәшәүселәрҙең ҡатнашлығы менән йыйылды. Ярҙам яугирҙарҙың заявкалары буйынса ойошторолдо. Ирекмәндәр бер һорауҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырмаған.

Медицина йыһаздары һәм табиптарҙың әҙерлеге – йәш ғүмерҙәр өсөн көрәш нигеҙе Башҡортостанда сабыйҙар үлеме күрһәткесе кәмей. Быға медицина мөмкинлектәрен һөҙөмтәле файҙаланыу, шул иҫәптән табип ярҙамы күрһәтеүҙе һанлаштырыу һәм республикала ҡабул ителгән башҡа саралар комплексы ярҙам итә. Әле табиптар йөклөлөк ваҡытында осраған иң ҡатмарлы патологияларҙы еңеп сыға, етлекмәй тыуған сабыйҙарҙы тәрбиәләй. Теманың дауамы киләһе яҙмала.

Башҡортостан аграрийҙары ураҡ алды семинарында осрашты Ялан батырҙары Өфө районына «Баҫыу көнө»нә йыйылды. Урып-йыйыу эштәренә старт биргән республика семинары быйыл Башҡорт дәүләт аграр университетының уҡыу-ғилми үҙәге ҡарамағындағы тәжрибә баҫыуында үтә. Күләмле форумда ауыл хужалығын үҫтереү буйынса фәнни асыштар, заманса техника, яңы сорттар, минераль ашламалар менән танышырға мөмкин. Ер хужаларын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Республика етәксеһе аграрийҙарға уңыштар теләне, хеҙмәт алдынғыларын бүләкләне.

Рәсәй банкының директорҙар советы ҡарары менән төп ставка 18 процентҡа тиклем кәметелде Бөгөн Рәсәй банкының директорҙар советы ҡарары менән төп ставка 18 процентҡа тиклем кәметелде. Аналитиктар фаразлағанса, ул бер юлы 2 процент пунктына түбәнәйҙе. Үҙәк банк инфляцияның әкренәйеүе, ихтыяждың һүрелеүе һәм хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлектең кәмеүе фонында ошондай ҡарар ҡабул итте.

Өс йәшкә тиклемге балалар өсөн һөт продукттары: ярҙамды мең ярымдан ашыу ғаилә ала Йыл башынан «Һөт кухняһы» продукцияһы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы өс йәшкә тиклемге балалар тәрбиәләгән ғаиләләргә бушлай таратыла. Әлеге ваҡытта бындай мөмкинлек менән мең ярымға яҡын кеше файҙалана. Учалы районында мәҫәлән, бөгөн һөт продукциялары менән 11 ғаилә тәьмин ителә.

Салауат Юлаев һәйкәлен яңыртыу эштәре Өфөнөң махсуслаштырылған цехында башҡарыла Был турала телеграм-каналда Мәҙәни мираҫ объ
Салауат Юлаев һәйкәлен яңыртыу эштәре Өфөнөң махсуслаштырылған цехында башҡарыла Был турала телеграм-каналда Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы етәксеһе Салауат Ҡолбахтин хәбәр итә. “Иғтибар иткән булһағыҙ, социаль селтәрҙә, төрлө майҙансыҡтарҙа Сосланбәк Тавасиевтың иҫке фотолары баҫылып сыҡты, унда күренеүенсә, һәйкәл цех шарттарында ҡойолған, уны йыйыу эштәре лә цехта башҡарылған, һуңынан Өфөгә килтерелгән”, – тип яҙған Салауат Ҡолбахтин. 30 июндән Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙан ике йылға ябылды. Ошо ваҡыт арауығында Салауат Юлаев һәйкәле реставрациялана.

«Башҡортостан» милли паркында айыуҙар видеотоҙаҡҡа эләккән Кадрҙа балаларын эйәрткән айыуҙың урманда йөрөүен күрергә мөмкин. Бәләкәй тайыштабандар ағасҡа ышҡылған арала, инәләре тирә-яҡты күҙәтеп тора. Милли парк белгестәре аңлатыуынса, бер йәшкә тиклем айыу балаһы тик инәһе менән генә йөрөй. Ул балаларын аҙыҡ табырға өйрәтә, йыртҡыстарҙан, шул иҫәптән ата айыуҙарҙан һаҡлай.

Хәйбулла районында Металлургтар көнө билдәләнде Хәйбулла районында Металлургтар көнө билдәләнде. Аҡъяр ауылы паркында ветерандар һәм тармаҡ хеҙмәткәрҙәре, уларҙың ғаилә ағзалары, урындағы халыҡ һәм ҡунаҡтар йыйылды. Байрамды ойоштороусылар төрлө конкурс программалары, ғаилә спорт ярыштары әҙерләгән. Күрше майҙансыҡта иң йәш ҡунаҡтар өсөн дә күңелле байрам ойошторолдо.

Өфөлә хәрби уҡыу үҙәгендә белем алған ҡыҙҙар хәрби ант бирҙе Хәрби кейем, ҡулда ҡорал, ә сәстәргә аҡ бант үрелгән. Өфө фән һәм технологиялар университетының хәрби уҡыу үҙәгендә белем алған биш ҡыҙ бөгөн ант бирҙе. Бер төркөмдә белем алған егеттәр әлеге ваҡытта хәрби йыйын үткән урында ант бирһә, ҡыҙҙар өсөн был тантана юғары уҡыу йорто алдындағы майҙанда үтте.

Өфөнөң Мәжит Ғафури урамында өлөшләтә юл ябыла Бөгөн төнгө сәғәт 12-нән 27 июль көндөҙгө 2-гә тиклем Свердлов һәм Коммунистик урамдары араһындағы участкала транспорт хәрәкәте сикләнә. Әлеге ваҡытта баш ҡала үҙәгендә трамвайҙар йөрөмәй. Ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтар йылылыҡ магистрален реконструкциялау менән бәйле. Шулай уҡ был ваҡытҡа 234-се һәм 432-се автобустарҙың хәрәкәт схемаһы үҙгәрә.

Александр Бабаков һәм Константин Толкачев Өфөлә осрашты Дәүләт Думаһы рәйесе урынбаҫары Александр Бабаков Өфөгә эш сәфәре барышында Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев менән осрашты. Яҡтар федераль йыйылыштың түбәнге палатаһының төбәк парламенты менән берлектә эш итеү мәсьәләләрен тикшерҙе. Александр Бабаков депутаттарҙың төҙөлөш, транспорт һәм энергетика өлкәһендәге башланғыстары тураһында һөйләне.

Киләһе йылға эш һәм ял көндәре календары проекты әҙерләнде Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Ватанды
Киләһе йылға эш һәм ял көндәре календары проекты әҙерләнде Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Ватанды һаҡлаусылар көнө һәм 8 Март уңайынан ҡыҫҡа эш аҙналары көтөлә. Май байрамдарында ил халҡы өсәр көн эшләмәй. 1 майҙан 3-өнә, 9 майҙан 11-енә тиклем ял ҡаралған. Яңы йыл каникулдары 31 декабрҙән 11 ғинуарға тиклем дауам итә. Яңы йыл каникулдары 31 декабрҙән 11 ғинуарға тиклем була.

Башҡортостанда Тәфтишселәр көнө уңайынан тантаналы сара үтте Бөгөн тәфтишселәр һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан Өфөнөң «Торатау» конгрес холында тантаналы ултырыш үтте. Башҡортостан буйныса тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәрен Республика башлығы Радий Хәбиров, төрлө министрлыҡ-ведомство етәкселәре тәбрикләне.

Алһыу Минәзова Мәскәү өлкәһендә алтын миҙал яулаған Ул Көслөләр Кубогында ҡатнашҡан. Республика Спорт министрлығы Алһыуҙы сир
Алһыу Минәзова Мәскәү өлкәһендә алтын миҙал яулаған Ул Көслөләр Кубогында ҡатнашҡан. Республика Спорт министрлығы Алһыуҙы сираттағы еңеүе менән ҡотлаған. Ярыштар ишеү слаломы буйынса Рәсәй беренселеге барышында уҙған.

Өфө сәнғәт институтында «Оскар һәм Алһыу ханым» спектакле сәхнәләштерелде Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында Эрик-Эмманюэль Шмитт әҫәре буйынса ҡуйылған «Оскар һәм Алһыу ханым» спектакленең премьераһы үтте. Ижад юлына баҫҡан буласаҡ сәхнә оҫталары был әҫәрҙе юҡҡа ғына һайламаған. Ул кешенең рух көсө, һынауҙар, ауырлыҡтар алдында һынмау, юғалып ҡалмау тураһында.

Башҡортостан Мосолмандары диниә назараты «Онлайн-мәғариф» яңы проекты өҫтөндә эш башланы Башҡортостан Мосолмандары диниә назараты «Онлайн-мәғариф» тип исемләнгән яңы проект өҫтөндә эш башланы. Диниә назаратының рәсми сайты һәм мобиль ҡушымтаһында тормошҡа ашырылған яңылыҡ менән һәр кем файҙалана ала. Проект Ислам тәғлимәттәре буйынса халыҡҡа төплө белем биреүгә йүнәлтелгән.

Өфөлә йәш табиптарҙың стратегик сессияһы үтте Өфөлә йәш табиптарҙың стратегик сессияһы үтте. Төрлө дауаханаларҙан йыйылған белгестәр ауыл медицинаһы, диспансеризация, ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм медицина коммуникациялары буйынса белемдәрен күрһәтте. Йәш кадрҙар тәҡдим ителгән йүнәлештәрҙең һәр береһе буйынса төп проблемаларҙы билдәләргә, ә һуңынан һаулыҡ һаҡлау системаһын камиллаштырыу буйынса үҙ проекттарын әҙерләргә тейеш була.

Совет районында газ мәсьәләһе киҫкенләште Зәңгәр яғыулыҡһыҙ. Өфөнөң Комсомол урамы, 35 адресы буйынса йәшәүселәр газһыҙ ҡалыуға зарлана. Өҫтәүенә йылы һыу селтәрендә лә ике аҙна самаһы планлы ремонт эштәре башҡарыласаҡ. Совет районында йәшәүселәрҙең газ тәьминәте тирәләй күтәргән мәсьәләһен беҙҙең ижади төркөм дә өйрәнде.

Стәрлетамаҡта «Мәктәп системаһын модернизациялау» программаһына ярашлы 5 белем усағы яңырыу кисергән Башҡортостанда мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау йылдам бара, ҡайһы бер уҡыу йорттары эштәрҙе графиктан алда тамамлай. Стәрлетамаҡта «Мәктәп системаһын модернизациялау» программаһына ярашлы 5 белем усағы яңырыу кисергән. Уларҙы төҙөкләндереү өсөн һәр береһенә 120 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Был федераль, республика һәм ҡала бюджетынан бүленгән сумма.