БСТ | Яңылыҡтар
Kanalga Telegram’da o‘tish
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Ko'proq ko'rsatish2 023
Obunachilar
Ma'lumot yo'q24 soatlar
-47 kunlar
-730 kunlar
Postlar arxiv
2 023
Иглин ирекмәндәре яугирға маскировка селтәре тапшырҙы
Яраланыу сәбәпле отпускыла булған «Буба» ҡушаматлы яугир Иглинда район етәксеһе һәм «Бөтәһе лә Еңеү өсөн»ирекмәндәр штабы ағзалары менән осрашты. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
2 023
Урал аръяғы яугирҙарға сираттағы гуманитар ярҙам оҙата
Башҡортостандың Урал аръяғы халҡы махсус хәрби операция биләмәһендә булған яугирҙарға һәр яҡлап ярҙам күрһәтеүен дауам итә. Сираттағы гуманитар ылау эшҡыуарҙар, шулай уҡ Баймаҡ, Сибай ҡалаларында һәм башҡа муниципалитеттарҙа йәшәүселәрҙең ҡатнашлығы менән йыйылды. Ярҙам яугирҙарҙың заявкалары буйынса ойошторолдо. Ирекмәндәр бер һорауҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырмаған.
2 023
Медицина йыһаздары һәм табиптарҙың әҙерлеге – йәш ғүмерҙәр өсөн көрәш нигеҙе
Башҡортостанда сабыйҙар үлеме күрһәткесе кәмей. Быға медицина мөмкинлектәрен һөҙөмтәле файҙаланыу, шул иҫәптән табип ярҙамы күрһәтеүҙе һанлаштырыу һәм республикала ҡабул ителгән башҡа саралар комплексы ярҙам итә. Әле табиптар йөклөлөк ваҡытында осраған иң ҡатмарлы патологияларҙы еңеп сыға, етлекмәй тыуған сабыйҙарҙы тәрбиәләй. Теманың дауамы киләһе яҙмала.
2 023
Башҡортостан аграрийҙары ураҡ алды семинарында осрашты
Ялан батырҙары Өфө районына «Баҫыу көнө»нә йыйылды. Урып-йыйыу эштәренә старт биргән республика семинары быйыл Башҡорт дәүләт аграр университетының уҡыу-ғилми үҙәге ҡарамағындағы тәжрибә баҫыуында үтә. Күләмле форумда ауыл хужалығын үҫтереү буйынса фәнни асыштар, заманса техника, яңы сорттар, минераль ашламалар менән танышырға мөмкин. Ер хужаларын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Республика етәксеһе аграрийҙарға уңыштар теләне, хеҙмәт алдынғыларын бүләкләне.
2 023
Рәсәй банкының директорҙар советы ҡарары менән төп ставка 18 процентҡа тиклем кәметелде
Бөгөн Рәсәй банкының директорҙар советы ҡарары менән төп ставка 18 процентҡа тиклем кәметелде. Аналитиктар фаразлағанса, ул бер юлы 2 процент пунктына түбәнәйҙе. Үҙәк банк инфляцияның әкренәйеүе, ихтыяждың һүрелеүе һәм хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлектең кәмеүе фонында ошондай ҡарар ҡабул итте.
2 023
Өс йәшкә тиклемге балалар өсөн һөт продукттары: ярҙамды мең ярымдан ашыу ғаилә ала
Йыл башынан «Һөт кухняһы» продукцияһы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы өс йәшкә тиклемге балалар тәрбиәләгән ғаиләләргә бушлай таратыла. Әлеге ваҡытта бындай мөмкинлек менән мең ярымға яҡын кеше файҙалана. Учалы районында мәҫәлән, бөгөн һөт продукциялары менән 11 ғаилә тәьмин ителә.
2 023
Салауат Юлаев һәйкәлен яңыртыу эштәре Өфөнөң махсуслаштырылған цехында башҡарыла
Был турала телеграм-каналда Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы етәксеһе Салауат Ҡолбахтин хәбәр итә. “Иғтибар иткән булһағыҙ, социаль селтәрҙә, төрлө майҙансыҡтарҙа Сосланбәк Тавасиевтың иҫке фотолары баҫылып сыҡты, унда күренеүенсә, һәйкәл цех шарттарында ҡойолған, уны йыйыу эштәре лә цехта башҡарылған, һуңынан Өфөгә килтерелгән”, – тип яҙған Салауат Ҡолбахтин. 30 июндән Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙан ике йылға ябылды. Ошо ваҡыт арауығында Салауат Юлаев һәйкәле реставрациялана.
2 023
«Башҡортостан» милли паркында айыуҙар видеотоҙаҡҡа эләккән
Кадрҙа балаларын эйәрткән айыуҙың урманда йөрөүен күрергә мөмкин. Бәләкәй тайыштабандар ағасҡа ышҡылған арала, инәләре тирә-яҡты күҙәтеп тора. Милли парк белгестәре аңлатыуынса, бер йәшкә тиклем айыу балаһы тик инәһе менән генә йөрөй. Ул балаларын аҙыҡ табырға өйрәтә, йыртҡыстарҙан, шул иҫәптән ата айыуҙарҙан һаҡлай.
2 023
Хәйбулла районында Металлургтар көнө билдәләнде
Хәйбулла районында Металлургтар көнө билдәләнде. Аҡъяр ауылы паркында ветерандар һәм тармаҡ хеҙмәткәрҙәре, уларҙың ғаилә ағзалары, урындағы халыҡ һәм ҡунаҡтар йыйылды. Байрамды ойоштороусылар төрлө конкурс программалары, ғаилә спорт ярыштары әҙерләгән. Күрше майҙансыҡта иң йәш ҡунаҡтар өсөн дә күңелле байрам ойошторолдо.
2 023
Өфөлә хәрби уҡыу үҙәгендә белем алған ҡыҙҙар хәрби ант бирҙе
Хәрби кейем, ҡулда ҡорал, ә сәстәргә аҡ бант үрелгән. Өфө фән һәм технологиялар университетының хәрби уҡыу үҙәгендә белем алған биш ҡыҙ бөгөн ант бирҙе. Бер төркөмдә белем алған егеттәр әлеге ваҡытта хәрби йыйын үткән урында ант бирһә, ҡыҙҙар өсөн был тантана юғары уҡыу йорто алдындағы майҙанда үтте.
2 023
Өфөнөң Мәжит Ғафури урамында өлөшләтә юл ябыла
Бөгөн төнгө сәғәт 12-нән 27 июль көндөҙгө 2-гә тиклем Свердлов һәм Коммунистик урамдары араһындағы участкала транспорт хәрәкәте сикләнә. Әлеге ваҡытта баш ҡала үҙәгендә трамвайҙар йөрөмәй. Ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтар йылылыҡ магистрален реконструкциялау менән бәйле. Шулай уҡ был ваҡытҡа 234-се һәм 432-се автобустарҙың хәрәкәт схемаһы үҙгәрә.
2 023
Александр Бабаков һәм Константин Толкачев Өфөлә осрашты
Дәүләт Думаһы рәйесе урынбаҫары Александр Бабаков Өфөгә эш сәфәре барышында Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев менән осрашты. Яҡтар федераль йыйылыштың түбәнге палатаһының төбәк парламенты менән берлектә эш итеү мәсьәләләрен тикшерҙе. Александр Бабаков депутаттарҙың төҙөлөш, транспорт һәм энергетика өлкәһендәге башланғыстары тураһында һөйләне.
2 023
Киләһе йылға эш һәм ял көндәре календары проекты әҙерләнде
Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Ватанды һаҡлаусылар көнө һәм 8 Март уңайынан ҡыҫҡа эш аҙналары көтөлә. Май байрамдарында ил халҡы өсәр көн эшләмәй. 1 майҙан 3-өнә, 9 майҙан 11-енә тиклем ял ҡаралған. Яңы йыл каникулдары 31 декабрҙән 11 ғинуарға тиклем дауам итә. Яңы йыл каникулдары 31 декабрҙән 11 ғинуарға тиклем була.
2 023
Башҡортостанда Тәфтишселәр көнө уңайынан тантаналы сара үтте
Бөгөн тәфтишселәр һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан Өфөнөң «Торатау» конгрес холында тантаналы ултырыш үтте. Башҡортостан буйныса тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәрен Республика башлығы Радий Хәбиров, төрлө министрлыҡ-ведомство етәкселәре тәбрикләне.
2 023
Алһыу Минәзова Мәскәү өлкәһендә алтын миҙал яулаған
Ул Көслөләр Кубогында ҡатнашҡан. Республика Спорт министрлығы Алһыуҙы сираттағы еңеүе менән ҡотлаған. Ярыштар ишеү слаломы буйынса Рәсәй беренселеге барышында уҙған.
2 023
Өфө сәнғәт институтында «Оскар һәм Алһыу ханым» спектакле сәхнәләштерелде
Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында Эрик-Эмманюэль Шмитт әҫәре буйынса ҡуйылған «Оскар һәм Алһыу ханым» спектакленең премьераһы үтте.
Ижад юлына баҫҡан буласаҡ сәхнә оҫталары был әҫәрҙе юҡҡа ғына һайламаған. Ул кешенең рух көсө, һынауҙар, ауырлыҡтар алдында һынмау, юғалып ҡалмау тураһында.
2 023
Башҡортостан Мосолмандары диниә назараты «Онлайн-мәғариф» яңы проекты өҫтөндә эш башланы
Башҡортостан Мосолмандары диниә назараты «Онлайн-мәғариф» тип исемләнгән яңы проект өҫтөндә эш башланы. Диниә назаратының рәсми сайты һәм мобиль ҡушымтаһында тормошҡа ашырылған яңылыҡ менән һәр кем файҙалана ала. Проект Ислам тәғлимәттәре буйынса халыҡҡа төплө белем биреүгә йүнәлтелгән.
2 023
Өфөлә йәш табиптарҙың стратегик сессияһы үтте
Өфөлә йәш табиптарҙың стратегик сессияһы үтте. Төрлө дауаханаларҙан йыйылған белгестәр ауыл медицинаһы, диспансеризация, ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм медицина коммуникациялары буйынса белемдәрен күрһәтте. Йәш кадрҙар тәҡдим ителгән йүнәлештәрҙең һәр береһе буйынса төп проблемаларҙы билдәләргә, ә һуңынан һаулыҡ һаҡлау системаһын камиллаштырыу буйынса үҙ проекттарын әҙерләргә тейеш була.
2 023
Совет районында газ мәсьәләһе киҫкенләште
Зәңгәр яғыулыҡһыҙ. Өфөнөң Комсомол урамы, 35 адресы буйынса йәшәүселәр газһыҙ ҡалыуға зарлана. Өҫтәүенә йылы һыу селтәрендә лә ике аҙна самаһы планлы ремонт эштәре башҡарыласаҡ. Совет районында йәшәүселәрҙең газ тәьминәте тирәләй күтәргән мәсьәләһен беҙҙең ижади төркөм дә өйрәнде.
2 023
Стәрлетамаҡта «Мәктәп системаһын модернизациялау» программаһына ярашлы 5 белем усағы яңырыу кисергән
Башҡортостанда мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау йылдам бара, ҡайһы бер уҡыу йорттары эштәрҙе графиктан алда тамамлай. Стәрлетамаҡта «Мәктәп системаһын модернизациялау» программаһына ярашлы 5 белем усағы яңырыу кисергән. Уларҙы төҙөкләндереү өсөн һәр береһенә 120 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Был федераль, республика һәм ҡала бюджетынан бүленгән сумма.
Endi mavjud! Telegram Tadqiqoti 2025 — yilning asosiy insaytlari 
