en
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Open in Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Show more
1 980
Subscribers
No data24 hours
-27 days
-1330 days
Posts Archive
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш ойошторола Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш ойошторола. Әле уның төп майҙансығы-республика менән идара итеү үҙәгендә әүҙем әҙерлек бара, ҡорамалдар тикшерелә, ҡала-райондар менән бәйләнеш урынлаштырыла. Тура эфирҙа журналистар эшләйәсәк, ә халыҡ төбәк етәксеһенә үҙ һорауҙарын бирәсәк.

Иглин ауылында Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары мемориалы яңыртылды Исемлектә Эске эштәр халыҡ комиссариатының Иглин районы бүлеге оперуполномоченныйы Тихон Пухов менән Иглин ауыл советы рәйесе Василий Желателев та бар. Улар һуғыш осоронда эш иткән Вайдер террористик бандаһына ҡаршы тиңһеҙ алышта һәләк булған. Яңыртылған һәйкәлде асыу сараһында полиция ветерандары һәм әлеге хеҙмәткәрҙәр менән бер рәттән кадеттар ҙа ҡатнашты.

Башҡортостанда мәктәп туҡланыуы мәсьәләһе тикшерелде Башҡортостан Хөкүмәтендә муниципалитеттар башлыҡтары етәкселегендә үткән кәңәшмәлә мәктәп туҡланыуы мәсьәләләре тикшерелде. Ултырышта билдәләнеүенсә, төбәктең социаль туҡланыу идаралығы дөйөм белем биреү учреждениеларына барып мониторинг уҙғарыуҙы дауам итә.

Радий Хәбиров мөмкинлеге сикләнгән кешеләр өсөн өҫтәмә эш урындары булдырырға ҡушты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров мөмкинлектәре скиләнгән граждандарҙы эшкә урынлаштырыу мәсьәләләрен хәл итеү бурысы ҡуйҙы. Дөйөм Рәсәй күрһәткестәре буйынса был йүнәлештә беҙҙең күрһәткестәр башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда түбәнерәк, шуға ла эште әүҙемләштереү мөһим. Төбәктә йәшәгән эшкә һәләтле 95 мең инвалидтың 25 меңе генә хеҙмәт урыны менән тәьмин ителгән, тине төбәк етәксеһе.

Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарын биләмәләрҙе тәртиптә тоторға саҡырҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарын биләмәләрҙе тәртиптә тоторға, ҡышҡы көндәрҙе юғары әҙерлек менән ҡаршы алырға саҡырҙы. Аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төбәк башлығы үҙ эшенә һүлпән ҡараған райондарҙы тәнҡитләп, тикшереүҙе көсәйтеүҙе талап итте.

Радий Хәбиров бөгөн халыҡ һорауҙарына яуап бирә Халыҡтың һорауҙарына республика Башлығы БСТ, «Россия 24», «Башкортостан 24», «Вся Уфа», «Салям», UTV телеканалдарында, социаль селтәрҙәрҙә, шулай уҡ «Юлдаш» радиоһында тура эфирҙа яуап бирә. Текст менән һорауҙар тура эфир барышында ла ҡабул ителә. Республика етәксеһенә бер нисә ысул менән һорау бирергә мөмкин: Башҡортостан Башлығы сайтындағы махсус бүлектә: vopros.glavarb.ru МАХ милли мессенджерында чат-бот аша: https://max.ru/glavarb_pl_bot «Телеграм»да чат-бот аша: https://t.me/glavarb_pl_bot «Бәйләнештә» чат-бот аша: https://vk.com/write-233419586 «Класташтар» селтәрендә чат-бот аша: https://ok.ru/group/70000042373707/messages «Дәүләт хеҙмәттәре. Бергә хәл итәбеҙ сервисында: https://pos.gosuslugi.ru/lkp/direct-line/10441/ Тура бәйләнеш киске сәғәт етелә башлана.

Билән ауылында «Айыҡ ауыл» конкурсы призына төҙөлгән объекттар асылды 2025 йылдың май айында Өфө ҡалаһында «Айыҡ ауыл» республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Финалға сыҡҡан 12 ауыл араһында «Эре тораҡ пункттары» номинацияһында Балаҡатай районының Билән ауылы 1-се урын яулап, 6 миллион һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде. Ошо көндәрҙә районда приз аҡсаһына булдырылған обьекттар ҡулланыуға тапшырылды.

Башҡортостанда студент отрядтары һаны 12 меңгә тиклем артасаҡ Республика етәкселеге киләһе йылдан студенттар отрядтары ағзаларын 12 меңгә тиклем еткереү бурысын ҡуйҙы. Был турала күптән түгел Өфөлә үткән Башҡортостан студенттар отрядының 11-се слетында әйтелде. Республикала иң әүҙем отрядтарға тапшырыу өсөн Башҡортостан Башлығының күсмә байрағы ла булдырылды.

Яман шеште еңеү тарихы: Гөлсинә Мөхәмәтйәрова яңы тормош башлаған Үҙендә яман шеште еңеүгә көс тапҡан. Өфөлә йәшәүсе Гөлсинә Мөхәмәтйәрованың тарихы мөғжизәле һауығыу тураһында. Ҡатындың һауығып аяҡҡа баҫыуы табиптарҙың, сирленең үҙенең һәм туғандарының ныҡышмалы көрәш йылдары һөҙөмтәһе. Пациенттың яман шеште еңеү осрағы берҙән-бер миҫал түгел. Республиканың Йәмәғәт палатаһында ошо темаға фекер алышыу ойошторолдо. Онкологияны еңеп сығыусылар һәм уларға ярҙам ҡулы һуҙыусылар хаҡында киләһе яҙмала.

Радий Хәбиров Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы Бөгөн полиция хеҙмәткәрҙәре ҡатмарлы һәм яуаплы мәсьәләләрҙе хәл итә. Йәмәғәт тәртибен һаҡлай, енәйәттәрҙе асыҡлай һәм иҫкәртә, терроризм, экстремизм, наркотиктар таралыуына ҡаршы көрәш алып бара. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы йыл башынан алып 17 меңдән ашыу енәйәт, шул иҫәптән дүрт меңдән ашыу ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәтте асыҡлаған. Һөнәри байрам уңайынан республика етәкселеге, шәхси состав һәм ветерандар ҡатнашлығында тантаналы сара үтте.

Радий Хәбиров муниципалитеттарҙы таҙалыҡ һәм тәртипкә саҡырҙы Таҙалыҡ һәм тәртип-төп талап. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарын биләмәләрҙе тәртиптә тоторға, ҡышҡы көндәрҙе юғары әҙерлек менән ҡаршы алырға саҡырҙы. Аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төбәк башлығы үҙ эшенә яуапһыҙ ҡараған район етәкселәрен тәнҡитләп, тикшереүҙе көсәйтергә ҡушты. Ултырышта Башҡортостан башлығы менән 11 ноябрҙә Тура линияны ойоштороу, төбәктә Бөтә Рәсәй креатив индустриялар мәктәбе съезын үткәреү һәм башҡа көнүҙәк һорауҙар ҡаралды.

Баймаҡ районында йәштәрҙе хәрби хеҙмәткә оҙатыу тантанаһы үтте Ватан алдында бурысын намыҫ менән үтәргә. Зәкәриә Аҡназаров исемендәге Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө үтте. Быйылғы көҙгө саҡырылышта уҡыу йортон тамамлаусы ете егет Рәсәй Ҡораллы көстәрен тулыландырасаҡ. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Әлшәй районы Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһенә әйләнде Урында билдәле республика проектының сираттағы күсмә сараһы үтте. Йола буйынса сара ҡунаҡтары табип, психолог, иҡтисадсы һәм стилист кәңәштәрен алды. Шулай уҡ Раевка ҡасабаһына тиклем күсмә стоматология комплексы менән фельдшер-акушерлыҡ пункты ла барып етте.

Салауат Юлаев һәйкәленең өс өлөшө лә реставрация урынына килтерелде Реконструкцияға тулыһынса әҙер. Салауат Юлаев һәйкәленең өс өлөшө лә реставрация урынына килтерелде. Композицияның һуңғы элементы, ат фигураһының аҫҡы өлөшө уҙған аҙнала постаменттан алынды. Эш ваҡытында унда шешә һәм тарихи хат табылды. Әйткәндәй, хат авторҙарының береһе менән беҙ бәйләнешкә сыҡтыҡ. Милли геройыбыҙ үҙенең тимер атында тағы ҡасан Ағиҙел йылғаһы ярына күтәрелер? Уға тиклем монументаль ҡоролманы реставрациялау буйынса ниндәй эштәр башҡарыласаҡ.

Башҡортостан ҡала һәм райондарында хужаһыҙ эттәрҙе аулау өсөн сығымдар арта Киләһе йылда муниципалитеттарға 60 миллион 700 ме
Башҡортостан ҡала һәм райондарында хужаһыҙ эттәрҙе аулау өсөн сығымдар арта Киләһе йылда муниципалитеттарға 60 миллион 700 мең һум бүленә. Был - быйыл ҡаралған аҡсанан 10 процентҡа күберәк, тип хәбәр итәләр Финанс министрлығынан. Бер йылда 12 меңдән ашыу эт һәм 3 мең бесәйҙе аулап алыу, уларға стерилизация эшләү һәм чип беркетеү планлаштырыла. Аҡсаның ҙур өлөшө Өфө һәм Стәрлетамаҡҡа бүленә.

Алдағы яңы йыл каникулы Рәсәйҙә иң оҙайлыһы буласаҡ Дәүләт Думаһының Хеҙмәт һәм социаль сәйәсәт буйынса комитетынан ошо турал
Алдағы яңы йыл каникулы Рәсәйҙә иң оҙайлыһы буласаҡ Дәүләт Думаһының Хеҙмәт һәм социаль сәйәсәт буйынса комитетынан ошо турала хәбәр итәләр. Ял 12 көн дауам итә. 31 декабрҙә башлана һәм 11 ғинуарға тиклем һуҙыла. Йылдың һуңғы эш аҙнаһы ике генә көн була.

Ҡыш бабай поезы Башҡортостанда ике урында туҡталыш яһай Поезд 19 ноябрҙә Владивостоктан ил буйлап сәйәхәткә сыға. Байрамса би
Ҡыш бабай поезы Башҡортостанда ике урында туҡталыш яһай Поезд 19 ноябрҙә Владивостоктан ил буйлап сәйәхәткә сыға. Байрамса биҙәлгән күсмә резиденция 20 мең километрҙан ашыу юл үтергә тейеш. Поезд 70 ҡалаһы аша уҙып китә,14 декабрҙә Өфөлә, 15-ендә Стәрлетамаҡта туҡталыш яһай. “Ҡыш бабай поезы туҡтаған һәр ҡаланың вокзалында артистар һәм аниматорҙар ҡатнашлығында ҡышҡы әкиәт мөхитенә сумырға мөмкинлек биргән күңелле байрам программаһы көтә”, - тип белдерәләр Рәсәй тимер юлының матбуғат хеҙмәтенән.

Башҡортостандан Азалия Әминева - бокс буйынса Европа чемпионы Октябрьский ҡыҙы Ереванда үткән Европа беренселегендә алтын миҙ
Башҡортостандан Азалия Әминева - бокс буйынса Европа чемпионы Октябрьский ҡыҙы Ереванда үткән Европа беренселегендә алтын миҙал яуланы. Яҡташыбыҙ 19-22 йәшлек үҫмерҙәр араһында турнир финалында Латвиянан Екатерина Сорокинаны еңде. Азалия Әминева шулай уҡ ике тапҡыр Рәсәй чемпионы.

Илдең иң көслө кешеләре Өфөгә йыйылды Баш ҡалала «Урал батыр» халыҡ-ара көслөләр турниры үтте. Ленин майҙанында Рәсәйҙең, Белоруссияның һәм Ҡаҙағстандың 12 иң көслө атлеты ярышты. Улар өсөн стандарт булмаған күнегеүҙәр әҙерләнгән. Халыҡ-ара сара Эльбрус Ниғмәтуллин башланғысы менән ойошторолдо.

Баймаҡ районында данлы игенсе Риза Яхин иҫтәлегенә музей асылды Данлы игенсе хәтере мәңгелек. Баймаҡ районында Зекериә Аҡназаров исемендәге Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Урғаҙы филиалында Социалистик Хеҙмәт Геройы Риза Яхин иҫтәлегенә музей асылды, хәтер кисәһе үтте.