БСТ | Яңылыҡтар
前往频道在 Telegram
2 026
订阅者
-124 小时
-27 天
-630 天
帖子存档
2 026
Радий Хәбиров Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы
Бөгөн полиция хеҙмәткәрҙәре ҡатмарлы һәм яуаплы мәсьәләләрҙе хәл итә. Йәмәғәт тәртибен һаҡлай, енәйәттәрҙе асыҡлай һәм иҫкәртә, терроризм, экстремизм, наркотиктар таралыуына ҡаршы көрәш алып бара. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы йыл башынан алып 17 меңдән ашыу енәйәт, шул иҫәптән дүрт меңдән ашыу ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәтте асыҡлаған. Һөнәри байрам уңайынан республика етәкселеге, шәхси состав һәм ветерандар ҡатнашлығында тантаналы сара үтте.
2 026
Радий Хәбиров муниципалитеттарҙы таҙалыҡ һәм тәртипкә саҡырҙы
Таҙалыҡ һәм тәртип-төп талап. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарын биләмәләрҙе тәртиптә тоторға, ҡышҡы көндәрҙе юғары әҙерлек менән ҡаршы алырға саҡырҙы. Аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төбәк башлығы үҙ эшенә яуапһыҙ ҡараған район етәкселәрен тәнҡитләп, тикшереүҙе көсәйтергә ҡушты. Ултырышта Башҡортостан башлығы менән 11 ноябрҙә Тура линияны ойоштороу, төбәктә Бөтә Рәсәй креатив индустриялар мәктәбе съезын үткәреү һәм башҡа көнүҙәк һорауҙар ҡаралды.
2 026
Баймаҡ районында йәштәрҙе хәрби хеҙмәткә оҙатыу тантанаһы үтте
Ватан алдында бурысын намыҫ менән үтәргә. Зәкәриә Аҡназаров исемендәге Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө үтте. Быйылғы көҙгө саҡырылышта уҡыу йортон тамамлаусы ете егет Рәсәй Ҡораллы көстәрен тулыландырасаҡ. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
2 026
Әлшәй районы Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһенә әйләнде
Урында билдәле республика проектының сираттағы күсмә сараһы үтте. Йола буйынса сара ҡунаҡтары табип, психолог, иҡтисадсы һәм стилист кәңәштәрен алды. Шулай уҡ Раевка ҡасабаһына тиклем күсмә стоматология комплексы менән фельдшер-акушерлыҡ пункты ла барып етте.
2 026
Салауат Юлаев һәйкәленең өс өлөшө лә реставрация урынына килтерелде
Реконструкцияға тулыһынса әҙер. Салауат Юлаев һәйкәленең өс өлөшө лә реставрация урынына килтерелде. Композицияның һуңғы элементы, ат фигураһының аҫҡы өлөшө уҙған аҙнала постаменттан алынды. Эш ваҡытында унда шешә һәм тарихи хат табылды. Әйткәндәй, хат авторҙарының береһе менән беҙ бәйләнешкә сыҡтыҡ. Милли геройыбыҙ үҙенең тимер атында тағы ҡасан Ағиҙел йылғаһы ярына күтәрелер? Уға тиклем монументаль ҡоролманы реставрациялау буйынса ниндәй эштәр башҡарыласаҡ.
2 026
Башҡортостан ҡала һәм райондарында хужаһыҙ эттәрҙе аулау өсөн сығымдар арта
Киләһе йылда муниципалитеттарға 60 миллион 700 мең һум бүленә. Был - быйыл ҡаралған аҡсанан 10 процентҡа күберәк, тип хәбәр итәләр Финанс министрлығынан. Бер йылда 12 меңдән ашыу эт һәм 3 мең бесәйҙе аулап алыу, уларға стерилизация эшләү һәм чип беркетеү планлаштырыла. Аҡсаның ҙур өлөшө Өфө һәм Стәрлетамаҡҡа бүленә.
2 026
Алдағы яңы йыл каникулы Рәсәйҙә иң оҙайлыһы буласаҡ
Дәүләт Думаһының Хеҙмәт һәм социаль сәйәсәт буйынса комитетынан ошо турала хәбәр итәләр. Ял 12 көн дауам итә. 31 декабрҙә башлана һәм 11 ғинуарға тиклем һуҙыла. Йылдың һуңғы эш аҙнаһы ике генә көн була.
2 026
Ҡыш бабай поезы Башҡортостанда ике урында туҡталыш яһай
Поезд 19 ноябрҙә Владивостоктан ил буйлап сәйәхәткә сыға. Байрамса биҙәлгән күсмә резиденция 20 мең километрҙан ашыу юл үтергә тейеш. Поезд 70 ҡалаһы аша уҙып китә,14 декабрҙә Өфөлә, 15-ендә Стәрлетамаҡта туҡталыш яһай. “Ҡыш бабай поезы туҡтаған һәр ҡаланың вокзалында артистар һәм аниматорҙар ҡатнашлығында ҡышҡы әкиәт мөхитенә сумырға мөмкинлек биргән күңелле байрам программаһы көтә”, - тип белдерәләр Рәсәй тимер юлының матбуғат хеҙмәтенән.
2 026
Башҡортостандан Азалия Әминева - бокс буйынса Европа чемпионы
Октябрьский ҡыҙы Ереванда үткән Европа беренселегендә алтын миҙал яуланы. Яҡташыбыҙ 19-22 йәшлек үҫмерҙәр араһында турнир финалында Латвиянан Екатерина Сорокинаны еңде. Азалия Әминева шулай уҡ ике тапҡыр Рәсәй чемпионы.
2 026
Илдең иң көслө кешеләре Өфөгә йыйылды
Баш ҡалала «Урал батыр» халыҡ-ара көслөләр турниры үтте. Ленин майҙанында Рәсәйҙең, Белоруссияның һәм Ҡаҙағстандың 12 иң көслө атлеты ярышты. Улар өсөн стандарт булмаған күнегеүҙәр әҙерләнгән. Халыҡ-ара сара Эльбрус Ниғмәтуллин башланғысы менән ойошторолдо.
2 026
Баймаҡ районында данлы игенсе Риза Яхин иҫтәлегенә музей асылды
Данлы игенсе хәтере мәңгелек. Баймаҡ районында Зекериә Аҡназаров исемендәге Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Урғаҙы филиалында Социалистик Хеҙмәт Геройы Риза Яхин иҫтәлегенә музей асылды, хәтер кисәһе үтте.
2 026
Башҡортостан таможняһы Шишмә районы ирекмәндәре менән бергә фронтҡа гуманитар йөк йыя
Фронтҡа пилотһыҙ осоу аппараттары комплекттары, рациялар, окоп шәмдәре, йылы ойоҡбаш, маскирвка селтәрҙәре оҙатыла. Башҡортостан таможняһы хеҙмәткәрҙәре өсөн алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ылау йыйыу бик яуаплы эш. Улар хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең заявкалары буйынса эшләйҙәр, һәм йыл башынан алып ярты миллион һумдан ашыу суммаға 15 партия гуманитар йөк оҙатҡандар.
2 026
Башҡортостан каратэсылары «Столыпин кубогы»нда лайыҡлы һөҙөмтә күрһәтте
Республикның каратэ федерацияһы ветерандары Һарытауҙа «Столыпин кубогы» халыҡ-ара турнирында яҡшы һөҙөмтәләр менән сығыш яһаны. Халыҡ-ара турнирҙа Башҡортостан вәкилдәре тәжрибәле көрәшселәр араһында лайыҡлы сығыш яһаны, 35 йәштән өлкән спортсылар өсөн категорияларҙа юғары оҫталыҡ кимәлен күрһәтте.
2 026
Башҡортостанда Спорт ветерандары көнө тантаналы рәүештә билдәләнде
Бөгөн Рәсәйҙә Спорт ветерандары көнө билдәләнә. Был байрам спорт йүнәлешендә 15 йылдан ашыу эшләп юғары һөнәри ҡаҙаныштарға ирешкән ветерандарҙы тәбрикләү маҡсатында ойошторола. Байрам уңайынан Өфөлә «Родина» кинотеатрында республика спорты үҫешенә күп көс һалған шәхестәр, тренерҙар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре йыйылды.
2 026
Өфөлә Эльвира Ғәйфуллинаның юбилей бенефисы үтте
Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Эльвира Ғәйфуллинаның 75 йәшлек юбилей бенефисы үтте. Эльвира Хәйретдин ҡыҙы опера сәнғәтен күтәреүгә һәм уның үҫешенә тос өлөш индергән шәхестәрҙең береһе. 1980 йылдан Башҡорт хор йәмғиәтенең өлкән хорына етәкселек итә, шул уҡ ваҡытта уҡытыусылыҡ эшмәкәрлеген дә алып бара. 4 тиҫтә йылдан ашыу ул Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында эшләй, хор дирижерлығы кафедраһы мөдире вазифаһын биләй. Эльвира Ғәйфуллина 55 сығарылыш уҡыусылары араһында ете аспирант тәрбиәләүгә лә өлгәшкән. Уларҙың күбеһе донъя кимәлендә танылыу алған.
2 026
Милли китапханада халыҡ шағиры Рауил Шаммасҡа арналған хәтер кисәһе үтте
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Шаммастың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған хәтер һәм ижад кисәһе үтте.
Рауил Шаммас әҙәбиәт һөйөүселәргә үҙенең тыуған илгә, тормошҡа һөйөү менән һуғарылған шиғырҙары аша ғына түгел, тәржемәләре, журналист яҙмалары буйынса ла яҡшы таныш. Ул киң ҡырлы, тынғыһыҙ ижадсы, ике тиҫтәнән ашыу китап авторы.
2 026
Өфөлә йәшәүсе Лилия Евдокоимова ихатаһында үҫкән шыршыны Ленин районына тапшырҙы
Тыуып үҫкән ҡалаға бүләк. Өфөлә йәшәүсе Лилия Евдокоимова ихатаһында үҫкән шыршыны Ленин районына тапшырҙы. Ылыҫлы ағасты ҡатындың өләсәһе 5 тиҫтә йыл самаһы элек ултыртҡан булған. Мәңге йәшел һылыуҡайҙың бейеклеге 22 метрға етә, ә олононоң диаметры метрҙан күберәк. Йылдан-йыл ҡартая барған ағас урындағы халыҡта хәүеф тыуҙыра, сөнки уның көслө ел ваҡытында ҡолау ихтималлы арта.
2 026
«Башҡортостан геойҙары» төбәк иҡтисадын һәм ресурстар менән идара итергә өйрәнә
Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн кадрҙар программаһының икенсе белем биреү модуле дауам итә. Проекттың беренсе этабы «Патриот» паркында үтте. Унда ҡатнашыусылар лекциялар тыңланы, тренингтар үтте һәм эксперттар менән осрашты. Хәҙер иһә парта артында алынған белем ғәмәлдә һынап ҡарала.
2 026
Өфө хужожество-сәнәғәт колледжында мөмкинлектәре сикләнгән студенттар маляр һөнәрен үҙләштерә ала
Былтыр колледж «Профессионалитет» федераль программаһы буйынса еңеүгә өлгәшкән. Һөҙөмтәлә уҡыу йортоның 70 миллион һумға матди-техник базаһы яңыртыла. Республика ҡаҙнаһынан бүленгән 50 миллион һумға капиталь ремонт яһала. «Профессионалитет» федераль проекты республикала 2022 йылда старт алды.
2 026
Стәрлетамаҡтағы фиброцемент заводына 300 миллион һумлыҡ инвестиция йүнәлтелә
Төбәк предприятиеларына Сәнәғәтте үҫтереү фондынан 60 миллиард һумға яҡын инвестиция бүленгән. Уларҙың 300 миллион һумы Стәрлетамаҡтағы фиброцемент заводына йүнәлтелгән. Был аҡсаға ҡорамалдар һатып алына, предприятиела өҫтәмә технологик линия йыйыла. Модернизациялау һөҙөмтәһендә төҙөлөш материалдарын етештереү яҡынса ике тапҡырға артасаҡ.
现已上线!2025 年 Telegram 研究 — 年度关键洞察 
