ru
Feedback

Не попадитесь на канал ботавода! Telemetrio находит и помечает такие каналы 👉 Хотите видеть метку — оформите подписку

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Открыть в Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Больше
1 953
Подписчики
Нет данных24 часа
-47 дней
-1230 дней
Архив постов
Өфөлә медиа һәм пиар өлкәһендә эшләүселәр өсөн уҡыуҙар үтте Башҡортсотандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм ведомстовның йәштәр советы тарафынан ойошторолған «Медиа мәктәп» 70 ҡатнашыусыны берләштерҙе. Ике көнлөк уҡыуҙарҙа эксперттар ҡыҙыҡлы текстар яҙыу, матбуғат саралары өсөн релиз төҙөү, сығыш яһау, видео төшөрөү, мотнажлау һәм нейроселтәр серҙәре менән бүлеште.
15 нояб. 2025, 14:31

Башҡортостанда Руденконың 140 йыллығына арналған халыҡ-ара конференцияға йомғаҡ яһалды Шишмә районында бөгөн өс көн дауамында барған Археология һәм тарих буйынса Халыҡ-ара ғилми конференцияға йомғаҡ яһалды. Донъя ғалимдарын берләштергән форум был юлы этнограф Сергей Руденконың 140 йыллығына һәм уның башҡорттар тураһында яҙған фундаменталь хеҙмәтенең бер быуатлыҡ юбилейына арналды.
15 нояб. 2025, 14:21

Әбйәлил районында ат-спорт клубында шөғөләнеүсе балалар уҡ атырға өйрәнә башланы «Башҡорт аты» Халыҡ-ара фестивалендә призлы урындар яулаған һыбайлылар Әлшәй районында үткән ярыштарҙа ла яҡшы күрһәткестәргә ирешкән. «Юрға» ат спорты клубында балалар һыбай йөрөргә һәм уҡ атырға бушлай өйрәнә.
15 нояб. 2025, 14:11

«Ватандаш» журналы Һаҙый Арыҫланов исемендәге конкурста беренсе урын яуланы «Ватандаш» журналы фронтовик журналист Һаҙый Арыҫланов исемендәге республика конкурсында уңыш ҡаҙанды. Абруйлы конкурс еңеүселәре исеменә 40-лаған журналист дәғүә иткәйне. Жюри ағзалары тәү сиратта Һаҙый Арыҫлановтың ижады һәм тормош юлы, Бөйөк Ватан һуғышы һәм махсус хәрби операция геройҙарына арналған материалдарҙы юғары баһалаған.
15 нояб. 2025, 14:03

Баймаҡта махсус хәрби операция биләмәһе өсөн маскировка селтәрҙәрен үреү буйынса күләмле эштәр дауам итә Баймаҡта махсус хәрби операция биләмәһе өсөн маскировка селтәрҙәрен үреү буйынса күләмле эштәр дауам итә. Тулыра беҙҙең ижади төркөм әҙерләгән яҙмала.
15 нояб. 2025, 13:51

Донбассҡа алғы һыҙыҡтағы Башҡортостан яугирҙарына 165-се гуманитар ылау оҙатылды Махcус хәрби операцияла ҡатнашыусы хәрбиҙәргә тәғәйенләнгән кәрәк-яраҡтар, төҙөлөш матералдары 11 фураға тейәлгән. Изге сәфәргә юлланыусыларҙы республика Башлығы Радий Хәбиров исеменән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов тәбриәкләне,водителдәргә ҡуйылған бурыслы яуаллылыҡ менән башҡарып сығыуҙарын теләне.
15 нояб. 2025, 13:40

«112-ашығыс ярҙам» ҡушымтаһы менән 6 мең ярымдан ашыу кеше ҡуллана 2023 йылда уйлап сығарылған мобиль ҡушымта аша янғын һүндереүселәрҙе, полиция, ашығыс медицина ярҙамын, газ һәм «антитеррор» хеҙмәтттәрен саҡыртырға була. Ул айырыуса телмәре боҙололған һәм ишетеү һәләтен юғалтҡан граждандар өсөн уңайлы. Шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенән репортаж.
15 нояб. 2025, 13:31

5 йәшлек Солтанморат Башҡортостан Башлығына тура эфирҙа башҡортса йәнһүрәттәр һораны Республика Башлығының Башҡортостан халҡы менән тура бәйләнештәге диалогы быйыл да йәнле барҙы.Төбәк етәксеһенә хатта Өфөлә йәшәгән кескәй тамашасы ла һорау бирҙе. 5 йәшлек Солтанморат Ғиззәтуллин башҡортса йәнһүрәттәрҙе күберәк ҡарарға теләк белдерҙе. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
15 нояб. 2025, 13:21

Башҡортостан айтишниктары Өфөгә «Торатау» конгресс холына йыйылды Бында мәғүмәт технологиялары үҫеше һәм проблемалары буйынса түңәрәк өҫтәл үтте. Сара Бөтә Рәсәй айти конференцияһы сиктәрендә ойошторлған. Һөйләшеүҙә Республика Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы, юғары һәм урта һөнәри белем биреү йорттары вәкилдәре, айти белгестәр ҡатнаша. Һүҙ яңы проекттар, дәүләт ярҙамы, хәүефһеҙлек саралары тураһында бара.
15 нояб. 2025, 13:09

Сибайҙан Зарина Исламова Японияла тай боксы буйынса халыҡ-ара турнирҙа еңеү яуланы Башҡорт ҡыҙы социаль селтәрҙә алыштың һөҙөмтәле кадрҙары менән уртаҡлашты. Рингта Зарина Камбоджа спортсыһы менән осраша. Икенсе раундта яҡташыбыҙ, алышты ваҡытынан алда тамамлап, дәғүәсеһен нокаутҡа ебәрә. Ҡыҙ үҙенең башҡорт булыуын йәшермәй. Был юлы ла ул рингҡа өләсәһе бәйләгән селтәрҙә һәм башҡорт бүрегендә сыҡты.
14 нояб. 2025, 14:41

Архангел районы Мағаш ауылында часовня асылды Шишмә эргәһендә бәләкәй сиркәү. Архангел районы Мағаш ауылында часовня асылды. Дөйөм көс менән төҙөлгән объектты изгеләндереү сараһы хаҡында репортаж.
14 нояб. 2025, 14:31

Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында «Өлкән улым» спектакленең премьераһы үтте Илшат Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында «Өлкән улым» спектакленең премьераһы үтте. Александр Вампилов пьесаһы буйынса режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев ҡуйған спекталкь тәү ҡарашҡа ябай, шул уҡ ваҡытта ни тиклем тамашасыға яҡын булыуын күрһәтә. Спектаклдәге ваҡиғалар 90-сы йылдарҙа бара.
14 нояб. 2025, 14:06

Республикала «Изге яҙылыу» акцияһы дауам итә Хәйриә проектына 2023 йыл «Китап байрам» фестивалендә Радий Хәбиров менән Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Владимир Мединский старт биргәйне. Акция барышында теләгән һәр кем мохтаждар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары, мөмкинлектәре сикләнгәндәр исемендә матбуғатҡа яҙыла ала.
14 нояб. 2025, 13:56

Өфөләге «Йондоҙ» белем биреү үҙәгендә «Файҙалы йома» акцияһы үтте Сарала баш ҡала мәктәптәре уҡыусыларына төрлө ведомство вәкилдәре, рестораторҙар дөрөҫ туҡланыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарҙы. Белгестәр яһалма ҡатнашмалар һәм уның организмға йоғонтоһо тураһында һөйләне. Ашнаҡсылар тәбиғи ризыҡты бешереү рецепттарын күрһәтте.
14 нояб. 2025, 13:46

Башҡортостанда диабет осраҡтары арта: белгестәр сирҙең йәшәреүен билдәләй Бөгөн-Бөтә донъя диабетҡа ҡаршы көрәш көнө. Рәсәйҙә йыл һайын ойошторолған махсус аҙналыҡ «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә үткәрелә. Уның барышында диабетты иҫкәртеү һәм дауалау, дөрөҫ туҡланыу, физик әүҙемлек мәсьәләләре яҡтыртыла. Республикала шәкәр сире менән йыл һайын ун меңләп ауырыу теркәлә. Белгестәр сирҙең йәшәреүен билдәләй. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
14 нояб. 2025, 13:35

Өфөлә мохтаждар өсөн приют асылды Бында ауыр тормош хәлендә ҡалыусылар ваҡытлыса йәшәргә урынлаша ала. Бының өсөн ике ҡатлы йорттарҙа бөтә шарттар булдырылған. Душ, бөҙрәхана, кер йыуыу бүләмәләре һәм ашхана бар. Бынан тыш, үҙәктә йәшәмәгән кешегә лә мохтажлыҡ кисергән осраҡта йылы аш тәҡдим ителә. Бер үк ваҡытта учреждениела 60 кеше йәшәй ала. Уларҙың тәүгеләре уңайлыҡтарҙы баһалап өлгөргән дә инде.
14 нояб. 2025, 13:21

Республикала аномаль йылы һауа торошо көтөлә Башгидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, иртәгә республикала аномаль йылы һауа торошо көтөлә. Температура норманан 6-8 градусҡа юғарыраҡ була. Синоптиктар күҙаллауынса температура Өфө-Дим аэрология станцияһында бынан 15 йыл элек теркәлгән рекордты уҙыр тип күҙаллана.
14 нояб. 2025, 13:05

Башҡортостандан әрме хеҙмәтенә тәүге эшелон ҡуҙғалды Республика хәрби комиссариатында һалдаттарҙы оҙатыу тантанаһы үтте. 160 егет Байкал аръяғында ҡоро ер ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итәсәк. Быйыл көҙ 3 мең ярым егет Ватан һағына алына. Яҙғы саҡырылыш менән бергә дөйөм алғанда 9 меңдән ашыу тирәһе кеше һалдат шинеле кейәсәк. Көҙгө саҡырылыш 1 октябрҙән 31 декабргәсә дауам итә.
14 нояб. 2025, 12:51

Андрей Каприн Өфө табиптары менән бергә ҡатмарлы операция үткәрҙе Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш онкологы Андрей Каприн Өфө табиптары менән бергә ҡатмарлы операция үткәрҙе. Медиктар төркөмө пациенттың быуын төбөнән яман шеш күҙәнәктәрен таҙартып ҡырҡылған урында пластика операцияһын яһаны. Башҡортостанда ойошторолған «Онкопатруль» проекты сиктәрендә яман шешкә ҡаршы көрәштә күп яҡлы эш алып барыла. Проект һөҙөмтәләре менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров танышты. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
14 нояб. 2025, 12:36

Өфөлә археология һәм тарих буйынса Халыҡ-ара ғилми конференция эш башланы Был юлы форум этнограф Сергей Руденконың 140 йыллығына һәм уның башҡорттар тураһында яҙған фундаменталь хеҙмәтенең бер быуатлыҡ юбилейына арналды. Конференция Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән тыш, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Беларусь, Германия, Ҡытай һәм Иран ғалимдары ҡатнашлығында үтә.
14 нояб. 2025, 07:21