БСТ | Яңылыҡтар
Open in Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Show more1 970
Subscribers
No data24 hours
-77 days
-1930 days
Posts Archive
1 970
Өфөнөң «Торатау» конгресс холында Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы ултырыш үтте
Өфөнөң «Торатау» конгресс холында Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы ултырыш үтте. Аҡ халатлыларҙы һөнәри байрамдары менән Башҡортостан башлығы тәбрикләне. Радий Хәбиров халыҡ сәләмәтлеге һағында тороусыларға фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн рәхмәт белдереп дәүләт наградалары тапшырҙы. Шулай уҡ Башҡортостан медицина учреждениеларна 31 автмобиль асҡысы тапшырылды. Транспорт саралары «Медицинаның беренсел звеноһын яңыртыу» милли проекты буйынса алынған.
1 970
Ағиҙел ҡалаһында һыу аҫты һунары фестивале үтте
Ағиҙел ҡалаһында һыу аҫты һунары фестивале үтте. Ике көн дауам иткән сарала илдең 12 төбәгенән 35 команда, йәғни 105 һунарсы ҡатнашты. Ярыш Ағиҙел йылғаһы акваторияһында уҙғарылды. Беренсе урынды Ҡазандан килгән команды алды, коллектив 50 кг ауырлыҡтағы йәйен тотто.
1 970
Баш ҡалала 20 йәшкәсә егет-ҡыҙҙар араһында пляж волейболы буйынса республика беренселеге үтте
Баш ҡалала 20 йәшкәсә егет-ҡыҙҙар араһында пляж волейболы буйынса республика беренселеге үтте. Ярышта Өфөнән, Ауырғазы һәм Иглин райондарынан 12 команда ҡатнашты. Уйындар икегә ике форматында үтте, еңеүсе өсөнсө партия һөҙөмтәләре буйынса билдәләнде. Иң көслө команда Волга буйы федераль округы беренселегендә Башҡортостан данын яҡлай. Быға тиклем 15, 17 һәм 19 йәшкә тиклемге спортсылар араһында ошондай уҡ ярыштар уҙғарылғайны.
1 970
Йылайыр районының Матрай ауылы мәктәбенә 100 йыл
18 июнгә сюжет. Матрай мәктәбенә -100 йыл. Йылайыр районының Матрай ауылы мәктәбенә 100 йыл. Белем усағын төрлө йылдарҙа тамамлаусылар ошо көндәрҙә туған мәктәбен бер быуатлыҡ юбилейы менән ҡотларға йыйылды.
1 970
Республикала йылҡысылар форумы уҙғарыла
Ул 21 июндә Өфө районында була. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығынан ошо турала белдерәләр. Сара барышында тармаҡты үҫтереү, дәүләт ярҙамы, тоҡомдо камиллаштырыу мәсьәләлре ҡарала. Шулай уҡ йылҡысылыҡ өлкәһенә кадрҙар әҙерләү темаһы күтәрелә. Форумда Рәсәй төбәктәре һәм Ҡаҙағстандан билдәле ғалимдар, фермер хужалығы етәкселәре ҡатнаша.
1 970
Константин Толкачев медицина хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрам менән тәбрикләне
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Медицина хеҙмәткәрҙәрен һөнәри көнө байрамы менән тәбрикләне. Ул республика халҡы исеменән табиптарға, шәфҡәт туташтарына, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләгән барлыҡ хеҙмәткәрҙәргә изге эш һәм һөнәргә тоғролоҡ өсөн рәхмәт белдерҙе. Байрам уңайынан һөнәр алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырылды.
1 970
Мариуполь тергеҙелә: Башҡортостан төҙөүселәре ҡалаға яңы һулыш өрә
Көл-күмерҙән тергеҙелгән ҡала. Мариуполь бөгөн ҙур төҙөлөш майҙанын хәтерләтә. Аҙау диңгеҙе ярындағы ҡала 2022 йылдың февралендә тамуҡҡа әйләнә. Ул ваҡытта Украин артиллерияһы урамдарҙы аяуһыҙ утҡа тота, йорттар емерелә, меңәрләгән кеше подвалдарға йәшеренә. Рәсәйгә ҡушылғандан һуң ғына бында яңы тормош башлана. Илдең төрлө субъекттары, шул иҫәптән Башҡортостан төҙөүселәре Мариуполде тергеҙергә тотона.
1 970
Башҡортостан колледждарында 24 мең бюджет урыны була
Был турала мәғариф министры урынбаҫары Светлана Антипина белдерҙе. Быйыл уҡыу йорттарында тағы ике мең бюджет урыны өҫтәлә. Бының өсөн ҡаҙнанан 170 миллион һум тотонола. 1 мең ярым урын машина төҙөү предприятиелары өсөн кадрҙар әҙерләүгә тәғәйенләнә.
1 970
Өфөлә 19 йәшлек студент ҡыҙ тракторсы булып эшләй
Эдиля Мирғаязова баш ҡаланың Октябрь районында Төҙөкләндереү хеҙмәтенә урынлашҡан. Хакимиәт башлығы Антон Тарасов белдереүенсә, ҡыҙ МТЗ тракторын йөрөтә. Ул йәйге каникулда үҙен һынап ҡарарға, эшкә өйрәнергә ҡарар иткән. "Эдиля бөтә районға берҙән-бер тракторсы ҡыҙ. Эшкә тырыш булыуын күрһәтте. Беҙҙә тәжрибә туплар, оҫталығын арттырырына ышанам", - тигән Антон Тарасов.
1 970
“Өфө” футбол клубы 5 уйынсы менән килешеүҙе оҙайтты
Яңы контракт буйынса, ҡапҡасы Алексей Чернов, һаҡсылар Александр Перченок һәм Денис Кутин, ярым һаҡсылар Константин Троянов менән Шамил Исаев Өфөлә ҡала. Баш ҡала клубы бөгөн Кисловодскиға миҙгелгә әҙерлек күнекмәләренә юлланды. 1-се лигала даими беренселек 19 июлдә старт ала.
1 970
Быйыл Башҡортостан юғары уҡыу йорттарында 14 меңгә яҡын бюджет урыны билдәләнгән
Быйыл Башҡортостан юғары уҡыу йорттарында 14 меңгә яҡын бюджет урыны билдәләнгән. Барлыҡ университеттарҙа ла ҡабул итеү буйынса контроль һандар, ҡағиҙәләр, өҫтәмә имтихандар билдәләнгән. Документтарҙы 20 июндән тапшырырға мөмкин. Абитуриенттар өсөн ҡыҙыу осор тураһында киләһе яҙма
1 970
Өфөгә Волга буйы федераль округының туған тел һәм әҙәбиәт буйынса йәш уҡытыусылары йыйылды
Өфөгә Волга буйы федераль округының туған тел һәм әҙәбиәт буйынса йәш уҡытыусылары йыйылды. Форумда туған телде һаҡлау, уны киләсәк быуындарға тапшырыу юлдары, полилингваль мәктәптәрҙең роле һәм башҡа мөһим мәсьәләләр ҡаралды. Уҡытыусылар тәжрибә уртаҡлашты, яңы алымдар тураһында фекер алышты һәм киләсәккә пландар ҡорҙо.
1 970
Азат Бадранов журналистарға юғары дәүләт наградаларын тапшырҙы
«Башинформ» агентлығында бар ғүмерен Башҡортостан матбуғатын, телевидениены, радионы үҫтереүгә арнаған хеҙмәт алдынғыларын бүләкләү тантанаһы үтте. Республиканың юғары дүәләт наградаларын Башҡортостан башлығы Хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Азат Бадранов тапшырҙы.
1 970
Башҡортостан Парламенты йомғаҡлау ултырышында 70-тән ашыу мәсьәлә ҡараясаҡ
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың яҙғы сессиялағы һуңғы пленар ултырышы 24 июндә, шишәмбе көн үтә. Был турала бөгөн Президиум ултырышында Парламент рәйесе Константин Толкачев белдерҙе.
Йомғаҡлау ултырышы 2024 йылда Башҡортостанда ауыл хужалығын үҫтереү, продукция етештереү, аҙыҡ-түлек баҙарын көйләү тураһындағы докладты тыңлауҙан башлана. Ҡануни документтарға килгәндә, көн тәртибенә 70-тән ашыу пункт индерелгән, уларҙың күбеһе республика закон проекттары менән бәйле.
1 970
Иртәгә Санкт-Петербургта Халыҡ-ара иҡтисади форум эш башлай
Иртәгә Санкт-Петербургта Халыҡ-ара иҡтисади форум эш башлай. Күләмле сарала Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнаша. Петербург форумы барышында унда ҡатнашыусыларға республиканың иҡтисади мөмкинлектәре менән танышытрған стенд та тәҡдим ителәсәк. Халыҡ-ара форумды беҙҙең ижади төркөм күҙәтеп барасаҡ.
1 970
Башҡортостан предприятиелары импортты алыштырыуға 118 миллион һум йәлеп итте
Производствоны үҫтереүгә һәйбәт инвестициялар. Республиканың 4 предприятиеһы Рәсәй сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы конкурсы һөҙөмтәләре буйынса импортты алыштырыуға 118 миллион һум аҡса йәлеп иткән. Был турала социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан башлығы хәбәр итте.
1 970
Сибайҙа армрестлинг буйынса оҫталыҡ дәресе үтте
Сибайҙа махсус хәрби операция ветераны Сергей Ипатов ойошторған армрестлинг буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Төрлө быуын вәкилдәрен осраштырған турнир рухи һәм физик ныҡлыҡты һынау урынына әүерелде. Ярышта йәштәр менән бер рәттән махсус хәрби операция яугирҙары һәм ветерандары ла ҡатнашты.
1 970
Ишембайҙа «Ижади экспресс» проекты старт алды
Ишембай районында балаларҙың йәйге ялын ойоштороуға, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға йүнәлтелгән «Ижади экспресс» проекты старт алды. Тәүге күләмле сара Петровское ауылы мәҙәниәт йортонда үтте.
1 970
Салауат Юлаевҡа арнап: Опера һәм балет театрында милли батырға арналған концерт
Батыр мин һәм йырсы. Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында милли геройыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 271 йыл тулыуға арналған тамаша үтте.
Концерт программаһы бай йөкмәткеле итеп әҙерләнгән. Тамаша барышында Салауат Юлаевтың шиғырҙары, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар яңғыраны. Сәхнә оҫталары шулай уҡ мәшһүр композиторҙар Заһир Исмәғилев, Хөсәйен Әхмәтов, Абрар Ғабдрахмановтың милли батырыбыҙға арнап яҙған әҫәрҙәрен башҡарҙы.
1 970
Өфөлә шәхси мобиль саралар менән ҡулланыу ҡағиҙәләре үтәлеше буйынса профилактик рейд уҙғарылды
Төп маҡсат - яуаплылыҡты арттырып, юлда аварияларҙы кәметеү. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторҙары ҡағиҙә боҙоусылар менән әңгәмә уҙғарып, иҫкәртеү яһаны. Йыл башынан ғына республикала электр самокаттар ҡатнашлығында 32 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, 33 кеше йәрәхәтләнгән, бер кешенең ғүмере өҙөлгән. Шәхси мобиль саралар аварияларға булышлыҡ иткән сәбәптәр күп, әммә уларҙың күбеһе юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәмәүгә бәйле, тип билдәләй Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре.
