en
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Open in Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Show more
2 022
Subscribers
No data24 hours
-37 days
-830 days
Posts Archive
Дрон-камикадзеларға ҡаршы — мотоуҡсыларҙың яңы күнекмәләре Дрон-камикадзе - махсус хәрби операцияның ҡурҡыныс ҡоралы. Уның төп маҡсаты - Рәсәй армияһының тере көстәрен һәм хәрби техникаһын юҡ итеү. Шуға күрә ватандаштарыбыҙҙың был ҡоралға ҡаршы эш итә белеүе бик мөһим. 428-се мотоуҡсылар полкының шәхси составы пилотһыҙ осоу аппараттарын ваҡытында асыҡлау һәм уларға ҡаршы саралар күреү алымдарын камилаштара.

Тәүлек әйләнәһенә ҡотҡарыу: балалар санитар авиацияһы 10 йыллыҡҡа аяҡ баҫа Киләһе йыл Республика балалар клиник дауаханаһының балалар санитар авиацияһы бүлексәһе 10 йыллығын ҡаршылай. Юл-транспорт ваҡиғаһы булһынмы, янғын осраҡтарымы - Өфө табиптары республиканың төрлө район-ҡалаларына юлланып, кескәй ғүмерҙәрҙе ҡотҡара. Йыл һайын мең ярамдан ашыу саҡырыу эшкәртелә.

Радий Хәбиров Николай Красниковтың туғандары һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Николай Красниковтың туғандары һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты. Легендар мотоуҙышсы бөгөн төндә юл-транспорт ваҡиғаһында вафат булды.

Радий Хәбиров «Евразия йөрәгенә сәйәхәт» Халыҡ-ара экспедицияһында ҡатнашыусылар менән осрашты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Евразия йөрәгенә сәйәхәт» Халыҡ-ара экспедицияһында ҡатнашыусылар менән осрашып, маршруттың республика аша һалыныуына рәхмәтен белдерҙе. Гуманитар-эшлекле башланғыс 6 июндә Мәскәүҙә старт алғайны, экспедиция Үҙәк Азия менән Рәсәйҙең утыҙҙан ашыу ҡалаһы аша үтә.

Муниципаль инвестиция стандарттарын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәләре иғлан ителде Беренсе вице-премьер-Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция
Муниципаль инвестиция стандарттарын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәләре иғлан ителде Беренсе вице-премьер-Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдереүенсә, ҡалалар араһында иң яҡшыһы тип Нефтекама танылған. Шулай уҡ Салауат һәм Өфө билдәләнгән. Райондар араһында Благовещен, Мәләүез һәм Бөрө аталған. Рөстәм Моратов белдереүенсә, 2018 йылдан Республика кимәлендә 172 инвестиция сәғәте уҙғарылған. Ошондай эш район һәм ҡалаларҙа ла алып барыла.

Башҡортостан күмәк халыҡ ҡатнашлығында саралар уҙғарыу өсөн федераль аҡса ала 44 миллион һум ҡаралған. Был сумма "Туризм һәм
Башҡортостан күмәк халыҡ ҡатнашлығында саралар уҙғарыу өсөн федераль аҡса ала 44 миллион һум ҡаралған. Был сумма "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ" милли проектына ярашлы бүленә. - Республика бөтә илдән туристар йәлеп итерлек мауыҡтырғыс һәм иҫтә ҡалырлыҡ саралар уҙғарыу өсөн яңы мөмкинлек ала, тип хәбәр итәләр Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан. Милли проект буйынса Башҡортостанда "Салауат йыйыны", Сәләмәтлек һәм туризм, Күсмә мәҙәниәттәр, Ҡунаҡсыллыҡ, "Терра ҡыш" фестивалдәре уҙғарыла.

Республикала 11 урман янғыны булған 3 апрелдән 16 июнгә тиклем 26 гектарҙан ашыу майҙанға зыян килгән, тип хәбәр итәләр Урман
Республикала 11 урман янғыны булған 3 апрелдән 16 июнгә тиклем 26 гектарҙан ашыу майҙанға зыян килгән, тип хәбәр итәләр Урман хужалығы министрлығынан. Һуңғы тәүлектә урмандарҙа ут сыҡмаған. Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән урмансылыҡтарында биләмәләргә инеү буйынса сикләү 6 июлгә тиклем оҙайтылды.

Башҡортостан Ҡытайға ағас материалдарын һатыуҙы арттырҙы Быйыл 15 мең кубик метрҙан ашыу ОСП һәм ДСП оҙатылған. Уҙған йылда б
Башҡортостан Ҡытайға ағас материалдарын һатыуҙы арттырҙы Быйыл 15 мең кубик метрҙан ашыу ОСП һәм ДСП оҙатылған. Уҙған йылда был һан күпкә аҙ булған. Экспортланған тауар тикшерелгән, ул Пекин билдәләгән талаптарға яуап бирә. Башҡортостанда федераль проект ғәмәлгә ашырыла. Уға ярашлы, 2030 йылға тиклем экспортты арттырыу маҡсаты ҡуйыла.

Салауат районында шағир-импровизатор Салауат Юлаевтың 271 йыллығы билдәләнде Салауат районында шағир-импровизатор Салауат Юлаевтың 271 йыллығы билдәләнде. Милли батырҙың тыуған көнө республика фольклор байрамы булараҡ ойошторолдо. Шулай уҡ мәҙәни сара уңайынан Салауат районы һәм Силәбе өлкәһе сигендә һәйкәл дә асылды.

«Башҡортостан геройҙары»: Милли китапханала илһөйәрлек сәғәте үтте Башҡортостан геройҙары. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Башҡорт кооператив техникумы студенттары ҡатнашлығында уҙған илһөйәрлек сәғәте шулай тип аталды. Сара барышында егет-ҡыҙҙарға ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев тураһында документаль фильм күрһәтелде.

Өфө - Инйәр - Белорет трассаһында километрҙарға һуҙылған автомобиль тығындары барлыҡҡа килде Өфө - Инйәр - Белорет трассаһында километрҙарға һуҙылған автомобиль тығындары барлыҡҡа килде. Юл ваҡиғаһы Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Шәрәй ауылы янындағы Ағиҙел йылғаһы аша күперҙә теркәлгән. Әле ҡоролмала ремонт эштәре бара. Транспорт хәрәкәте бер һыҙаттан ғына ебәрелә. Бөгөн иһә ике яҡтан килеүселәр өсөн дә йәшел ут янып, водителдәр күперҙә осраша. Күрәһең, береһе лә артҡа бирергә теләмәгән. Ул арала һәр ҡаршы яҡтың да артынан километрҙарға һуҙылған тығын йыйылған.

Башҡортостанда юл хәрәкәтен күҙәтеү камералары артыр тип көтөлә Рәсәйҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла юл хәрәкәтен күҙәтеү камералары артыр тип көтөлә. Яңы ҡорамалдар ярамаған ерҙә автомобиль ҡалдырыу, урамда сүп-сар ташлау һәм хатта рөхсәтһеҙ сауҙа итеү кеүек хоҡуҡ боҙоуҙарҙы ла теркәйәсәк. Дәүләт автоинспекцияһынан белдереүҙәренсә, былтыр камераларға заказдар ике ярым тапҡырға артҡан. Контракттарҙың дөйөм хаҡы 1 миллиард ярым һумға еткән. Тиҙҙән страховка барлығын тикшереүсе камералар ҙа һынау үтеп ҡулланышҡа индереләсәк.

Республиканың көнъяҡ-көнсығыш райондарында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе иғлан ителде Шулай уҡ йәшенләп ҡойма ямғыр, боҙборсаҡ яуыуы, елдең тиҙлеге секундына 20 метрға тиклем етеүе күҙаллана. Янғын сыҡҡан осраҡта Урман хужалығы министрлығының төбәк диспетчер үҙәгенә шылтыратыу һорала. Йәки 112 һандары буйынса ҡотҡарыусыларға шылтыратырға мөмкин. Телефон һандарын экранда күрәһегеҙ.

Бүздәк районында ауыл хужалығы колледжында капиталь ремонт 2027 йылда башланасаҡ. Бүздәк районында ауыл хужалығы колледжында капиталь ремонт 2027 йылда башланасаҡ. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров уҡыу йорто коллективы менән осрашыуҙа хәбәр итте. Төбәк етәксеһе Бүздәк районына эш сәфәрендә техник киндер етештереү заводы һәм Бүздәк консерва комбинаты эшмәкәрлеге менән танышты . Радий Хәбиров һабантуй майҙанында аграрийҙарҙы тәбрикләп дәүләт наградалары тапшырҙы .

Шаранда һабантуй гөрләне: хеҙмәт, спорт, мәҙәниәт байрамы Республика райондарында һабантуйҙар дауам итә. Был аҙнала ул 20-гә яҡын муниципаль берәмектә үтте. Шаран районында уҙған хеҙмәт байрамы ла милли уйындарға, спорт ярыштарына, йыр-моңға бай булды.

Өфө үҙенең тыуған көнөндә Бөтә донъя кәсепселәр ҡалаһы статусына лайыҡ булды Өфө үҙенең тыуған көнөндә Бөтә донъя кәсепселәр ҡалаһы статусына лайыҡ булды. Был туралағы сертификатты гастрономия фестивалендә Халыҡ-ара кәсепселәр советы президенты Саад аль Каддуми тапшырҙы. Сарала Республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Өфөлә Башҡортостандағы тәүге никах үҙәге ишектәрен асты Өфөлә Башҡортостандағы тәүге никах үҙәге ишектәрен асты. Ул төҙөкләндерелеп былтыр сафҡа ингән Һыу башняһы майҙанында урынлашҡан. Никах үҙәге баш ҡаланың иң матур нөктәләренең береһен, Ағиҙел йылғаһының бейек, текә ярын биҙәй. Бында йәш ғаиләләргә иҫтәлеккә фотоға төшөргә була. Икенсенән, никах уҡыу тантанаһы стилләштерелгән тирмәлә үтә.

«Башҡортостан» полкы 3D-принтерҙа хәрби ҡорамалдар эшләй Лаборатор шарттарҙа дошманды ҡыйратырға мөмкинме? «Башҡортостан» полкының Ғәзи Заһитов исемендәге штурмлау отряды еңеүҙе яу яланында ғына сүкемәй. Ватан һаҡсылары 3 D-принтерҙа дрондан снарядтар һәм гранаталар ырғытыу ҡулайламалары баҫтыра, шартлатҡыс материалдар етештерә.

«Башҡортостан» полкы 3D-принтерҙа хәрби ҡорамалдар эшләй Лаборатор шарттарҙа дошманды ҡыйратырға мөмкинме? «Башҡортостан» полкының Ғәзи Заһитов исемендәге штурмлау отряды еңеүҙе яу яланында ғына сүкемәй. Ватан һаҡсылары 3 D-принтерҙа дрондан снарядтар һәм гранаталар ырғытыу ҡулайламалары баҫтыра, шартлатҡыс материалдар етештерә.

Иглин ауылының 7-се мәктәбендә «Йондоҙҡай» көндөҙгө һауыҡтырыу лагеры эшләй башланы Иглин ауылының 7-се мәктәбендә быйыл тәүге тапҡыр «Йондоҙҡай» көндөҙгө һауыҡтырыу лагеры эшләй башланы. «Беренселәр» сменаһы үҙенә 130 әүҙем һәм күп балалы ғаиләләрҙә үҫкән уҡыусыларҙы йыйҙы. Балаларҙың ялы файҙалы һәм күңелле үтһен өсөн бар шарттар ҙа булдырылған: төрлө түңәрәктәр, уйындар, спорт һәм мәҙәни саралар, көнөнә ике тапҡыр туҡланыу ойошторолған.

БСТ | Яңылыҡтар - Statistics & analytics of Telegram channel @bashbst