es
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Ir al canal en Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Mostrar más
2 022
Suscriptores
Sin datos24 horas
-37 días
-830 días
Archivo de publicaciones
“Өфө” футбол клубы 5 уйынсы менән килешеүҙе оҙайтты Яңы контракт буйынса, ҡапҡасы Алексей Чернов, һаҡсылар Александр Перченок
“Өфө” футбол клубы 5 уйынсы менән килешеүҙе оҙайтты Яңы контракт буйынса, ҡапҡасы Алексей Чернов, һаҡсылар Александр Перченок һәм Денис Кутин, ярым һаҡсылар Константин Троянов менән Шамил Исаев Өфөлә ҡала. Баш ҡала клубы бөгөн Кисловодскиға миҙгелгә әҙерлек күнекмәләренә юлланды. 1-се лигала даими беренселек 19 июлдә старт ала.

Быйыл Башҡортостан юғары уҡыу йорттарында 14 меңгә яҡын бюджет урыны билдәләнгән Быйыл Башҡортостан юғары уҡыу йорттарында 14 меңгә яҡын бюджет урыны билдәләнгән. Барлыҡ университеттарҙа ла ҡабул итеү буйынса контроль һандар, ҡағиҙәләр, өҫтәмә имтихандар билдәләнгән. Документтарҙы 20 июндән тапшырырға мөмкин. Абитуриенттар өсөн ҡыҙыу осор тураһында киләһе яҙма

Өфөгә Волга буйы федераль округының туған тел һәм әҙәбиәт буйынса йәш уҡытыусылары йыйылды Өфөгә Волга буйы федераль округының туған тел һәм әҙәбиәт буйынса йәш уҡытыусылары йыйылды. Форумда туған телде һаҡлау, уны киләсәк быуындарға тапшырыу юлдары, полилингваль мәктәптәрҙең роле һәм башҡа мөһим мәсьәләләр ҡаралды. Уҡытыусылар тәжрибә уртаҡлашты, яңы алымдар тураһында фекер алышты һәм киләсәккә пландар ҡорҙо.

Азат Бадранов журналистарға юғары дәүләт наградаларын тапшырҙы «Башинформ» агентлығында бар ғүмерен Башҡортостан матбуғатын, телевидениены, радионы үҫтереүгә арнаған хеҙмәт алдынғыларын бүләкләү тантанаһы үтте. Республиканың юғары дүәләт наградаларын Башҡортостан башлығы Хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Азат Бадранов тапшырҙы.

Башҡортостан Парламенты йомғаҡлау ултырышында 70-тән ашыу мәсьәлә ҡараясаҡ Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың яҙғы сессиялағы һуңғы пленар ултырышы 24 июндә, шишәмбе көн үтә. Был турала бөгөн Президиум ултырышында Парламент рәйесе Константин Толкачев белдерҙе. Йомғаҡлау ултырышы 2024 йылда Башҡортостанда ауыл хужалығын үҫтереү, продукция етештереү, аҙыҡ-түлек баҙарын көйләү тураһындағы докладты тыңлауҙан башлана. Ҡануни документтарға килгәндә, көн тәртибенә 70-тән ашыу пункт индерелгән, уларҙың күбеһе республика закон проекттары менән бәйле.

Иртәгә Санкт-Петербургта Халыҡ-ара иҡтисади форум эш башлай Иртәгә Санкт-Петербургта Халыҡ-ара иҡтисади форум эш башлай. Күләмле сарала Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнаша. Петербург форумы барышында унда ҡатнашыусыларға республиканың иҡтисади мөмкинлектәре менән танышытрған стенд та тәҡдим ителәсәк. Халыҡ-ара форумды беҙҙең ижади төркөм күҙәтеп барасаҡ.

Башҡортостан предприятиелары импортты алыштырыуға 118 миллион һум йәлеп итте Производствоны үҫтереүгә һәйбәт инвестициялар. Республиканың 4 предприятиеһы Рәсәй сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы конкурсы һөҙөмтәләре буйынса импортты алыштырыуға 118 миллион һум аҡса йәлеп иткән. Был турала социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан башлығы хәбәр итте.

Сибайҙа армрестлинг буйынса оҫталыҡ дәресе үтте Сибайҙа махсус хәрби операция ветераны Сергей Ипатов ойошторған армрестлинг буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Төрлө быуын вәкилдәрен осраштырған турнир рухи һәм физик ныҡлыҡты һынау урынына әүерелде. Ярышта йәштәр менән бер рәттән махсус хәрби операция яугирҙары һәм ветерандары ла ҡатнашты.

Ишембайҙа «Ижади экспресс» проекты старт алды Ишембай районында балаларҙың йәйге ялын ойоштороуға, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға йүнәлтелгән «Ижади экспресс» проекты старт алды. Тәүге күләмле сара Петровское ауылы мәҙәниәт йортонда үтте.

Салауат Юлаевҡа арнап: Опера һәм балет театрында милли батырға арналған концерт Батыр мин һәм йырсы. Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында милли геройыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 271 йыл тулыуға арналған тамаша үтте. Концерт программаһы бай йөкмәткеле итеп әҙерләнгән. Тамаша барышында Салауат Юлаевтың шиғырҙары, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар яңғыраны. Сәхнә оҫталары шулай уҡ мәшһүр композиторҙар Заһир Исмәғилев, Хөсәйен Әхмәтов, Абрар Ғабдрахмановтың милли батырыбыҙға арнап яҙған әҫәрҙәрен башҡарҙы.

Өфөлә шәхси мобиль саралар менән ҡулланыу ҡағиҙәләре үтәлеше буйынса профилактик рейд уҙғарылды Төп маҡсат - яуаплылыҡты арттырып, юлда аварияларҙы кәметеү. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторҙары ҡағиҙә боҙоусылар менән әңгәмә уҙғарып, иҫкәртеү яһаны. Йыл башынан ғына республикала электр самокаттар ҡатнашлығында 32 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, 33 кеше йәрәхәтләнгән, бер кешенең ғүмере өҙөлгән. Шәхси мобиль саралар аварияларға булышлыҡ иткән сәбәптәр күп, әммә уларҙың күбеһе юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәмәүгә бәйле, тип билдәләй Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре.

Ауырғазы районы Иҫке Ибрай ауылында күп йыллыҡ һыу мәсьәләһе хәл ителмәй ҡала Алтындан да ҡиммәт һыу. Ауырғазы районының Иҫке Ибрай ауылы халҡы нисәмә йыл инде һыуһыҙ интегә. Һыу үҙәкләштерелгән, әммә крандан бер тамсы ла аҡмай. Яуаплы хеҙмәттәр мәсьәләгә бармаҡ аша ҡарай. 21-се быуатта һыуға сарсаған халыҡ менән БЮТ хәбәрселәре осрашты.

Өфөлә «Башҡортостан геройҙары» проектының ярым финалистары өсөн уҡыуҙар башланды Өфөлә «Башҡортостан геройҙары» проектының ярым финалистары өсөн уҡыуҙар башланды. «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы 66 яугир йыйылған. Араларында ветерандар ҙа, отпускҡа ҡайтҡан яҡташтарыбыҙ ҙа бар. Уҡыу барышында яугирҙар өсөн тәжрибәле сәйәсмәндәрҙән интерактив лекциялар һәм тренингтар ҡаралған, хәрбиҙәр шулай уҡ үҙҙәренә оҡшаған йүнәлеште һайлай аласаҡ.

Өфөлә «Онкоурология аҙналығы» Халыҡ-ара форумы үтә Өфөлә «Онкоурология аҙналығы» Халыҡ-ара форумы үтә. Унда Рәсәй төбәктәре һәм сит илдәрҙән медицина өлкәһе белгестәре ҡатанаша, улар көнүҙәк тема буйынса вуз-ара студенттар кампусында фекер алыша,тәжрибә уртаҡлаша. Осрашыуҙа яман шеш менән көрәштә иң яҡшы клиник практикалар, фундаменталь һәм өҫтөнлөклө ҡулланма тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре ҡаралды.

Йыл башынан ғына Өфөлә 200 йүкә ағасы ултыртылға Йыл башынан ғына Өфөлә 200 йүкә ағасы ултыртылған. Баш ҡаланы йәшелләндереү мәсьәләләре «Йәмәғәт биләмәләре сәғәте» форматында үткән кәңәшмәлә өйрәнелде. Радий Хәбиров сираттағы тематик ултырыш уҙғарҙы.

Башҡортостанда беренсел медицина звеноһына биш миллиард һум йүнәлтелә Быйыл Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһына ярҙамға биш миллиард һум самаһы аҡса йүнәлтелә. Был хаҡта бөгөн Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған республика хөкүмәте кәңәшмәһендә хәбәр ителде. Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ махсус хәрби операция яугирҙарына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына өҫтәмә ярҙам саралары ҡаралды. Әлегә тиклем 40-лап ярҙам пункты булһа, хәҙер уларҙың иҫәбе 54-кә етә.

Фёдоровка районындағы һабантуй Махсус хәрби операция ҡаһармандарына арналды Күпселек райондарҙа быйылғы һабантуйҙар республикала иғлан ителгән Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылы һәм Рәсәй кимәлендә билдәләнгән Ватанды һаҡлаусылар йылына арнап уҙғарыла.

Салауат Юлаевтың тыуған көнө уңайынан әҙәби-музыкаль кисә ойошторолдо Салауаттың рухы - мәңгелек. Бөйөк шәхес, милли герой Салауат Юлаевтың тыуған көнө уңайынан әҙәби-музыкаль кисә ойошторолдо. Унда төрлө быуын шағирҙар, яҙыусылар үҙ әҫәрҙәрен уҡыны, сәнғәт әһелдәре сығыш яһаны. Сара йыл һайын уҙғарыла. Быйыл ул беренсе тапҡыр Яҙыусылар йортонда үтте.

Салауат Юлаевтың тыуған көнөнә бәйле уның һәйкәленә сәскә һалынды Бөгөн милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған көнөнә бәйле уның һәйкәленә сәскә һалынды. Тантанала мәҙәниәт министрлығы, Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтай ағзалары, депутаттар һәм йәмәғәт вәкилдәре ҡатнашты. Салауат Юлаев һәйкәле халыҡты берләштергән ғәҙеллек символы булып тора.

Мәккәлә хаж ҡылыусыларҙың бер төркөмө Башҡортостанға әйләнеп ҡайтты «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды тарафынан ойошторолған сәфәрҙә хәрби бәрелештәр ветерандары һәм махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарының ғаилә ағзалары ҡатнашҡайны. Изге ғәмәлде Башҡортостандан 30 кеше үтәне. Шулай уҡ Ырымбур өлкәһендә йәшәгән 10 милләттәшебеҙ ҙә имтихан һөҙөмтәләре буйынса уҡыуҙарҙы уңышлы үтеп, хаж ҡылды.