БСТ | Яңылыҡтар
Open in Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Show more1 979
Subscribers
-124 hours
-57 days
-1530 days
Posts Archive
1 979
Иглин районы Республика көнөн тантаналы саралар шәлкеме менән ҡаршы алды
Иртәнге сәғәттәрҙән үк район үҙәгендәге майҙанда тәүге көҙгө йәрминкәләр асылды. Халыҡка йәшелсә, күпләп ит һәм бал тәҡдим ителде. Район хакимиәте залында «Изгелек ҡылабыҙ» ирекмәндәр үҙәге ағзаларына «Махсус хәрби операцияға булышлыҡ итеү өсөн» миҙалдары тапшырылды.
1 979
Республика көнө алдынан Мәсетле районы ла 95 йыллыҡ юбилейын билдәләне
Йылдам үҫешкән заманса төбәктең байрам тантанаһы хаҡында киләһе сюжетта.
1 979
Хәйбулла районы үҙәгендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәйкәл асылды
Унда хәрби хәрәкәттәр ветерандары, яу яланында һәләк булған геройҙарҙың туғандары һәм йәш быуын вәкилдәре саҡырылды. Скульптура композицияһы яугирҙарҙың ҡаһарманлығы тураһында һөйләй. Ошо уҡ урында аллея төҙөлгән һәм хәрби техника ҡуйылған. Был һәйкәл-беҙҙең уртаҡ хәтер һәм киләсәк быуындарға васыят, тине үҙ сығышында район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.
1 979
Өфөлә Республика көнөнә арналған ауыл хужалығы йәрминкәләре үтте
Өфөнөң төп сауҙа майҙансыҡтарында Республика көнөнә арналған традицион ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторолдо. Байрам көндәрендә төбәк халҡы урында етештерелгән аҙыҡ-түлек, фермер хужалыҡтары тәҡдим иткән тауарҙарҙы ташлама менән һатып ала алды.
1 979
Шаран районында көнбағыштан мул уңыш йыйыла
Көнбағыш мул уңыш менән ҡыуандыра. Шаран районы аграрийҙары әйтеүенсә, майлы культура уңышы гектарына 20 центнер тура килә. Крәҫтиән-фермер хужалыҡтарының береһендә 2 мең гектар майҙандан ярауай культуралар, рапс йыйып алынған. Етен менән көнбағыш баҫыуында әле эш дауам итә.
1 979
«Йәшел Башҡортостан» акцияһы буйынса 7 йылда меңдән ашыу тематик аллея барлыҡҡа килгән
2019 йылдан республикабыҙ ҡала-райондарында 183 мең төп ҙур ағас, 1 миллион 700 мең үҫенте һәм ҡыуаҡ ултыртылған. Был турала социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров яҙҙы. «Йәшел Башҡортостан» акцияһы йылына ике тапҡыр үткәрелә. Быйыл көҙ генә акцияға 37 меңгә яҡын кеше ҡушылды.
1 979
«Мега» сауҙа һәм күңел асыу үҙәгендә «Да дому. Белорус етене» магазины асылды
Уның эшмәкәрлегенә старт биреү сараһында Башҡортостан бышлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. «Да дому» магазины бары тик белорус етештереүселәренең продукцияһын-түшәктәр, өй кейеме, һауыт-һаба һәм йортта уңайлы атмосфера булдырыу өсөн тауарҙарҙы үҙ эсенә ала.
1 979
Белорет районында ҡар яуыуы һәм боҙлауыҡ арҡаһында 13 километрлыҡ тығындар барлыҡҡа килде
Бөгөн Белорет районында ҡар яуыуы һәм боҙлауыҡ арҡаһында 13 километрлыҡ тығындар барлыҡҡа килде. Махсус хеҙмәттәр юлдағыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында иртәнге сәғәт 7-нән Өфө-Инйәр-Белорет трассаһы буйлап хәрәкәтте туҡтатты. Күҙәтеү барышында Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары туңған водителгә ярҙам күрһәткән.
1 979
2019 йылдан алып Башҡортостанда һәр өсөнсө фельдшер-акушерлыҡ пункты яңыртылған
Төбәктә һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең беренсел звеноһын нығытыуға, ауыл медицинаһын үҫтереүгә иғтибар юғары. Республика фаптар иҫәбе буйынса ла ил кимәлендә алдынғы урынды биләй. Был аҙнала сафҡа индерелгән модулле медицина пункттарында БЮТ ижади төркөмө лә булды.
1 979
Радий Хәбиров Өфөләге Ильич скверы һәм мозаикалы фонтан реконструкцияһы менән танышты
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфөләге Ильич скверы һәм мозаикалы фонтан реконструкцияһы менән танышты. 1975 йылда төҙөлгән фонтан совет модернизмы стилендә ҡоролған. Ул 2000 йылда ябылып, сирек быуат эшләмәй. Реконструкция барышында уның тарихи йөҙө тулыһынса тергеҙелә, яҡтыртыу-музыкаль шоу ойоштороу мөмкинлеге булдырыла. Урындағы халыҡ Калинин районына булған иғтибар өсөн рәхмәт белдерҙе.
1 979
Өфөлә Ҡурай көнө уңайынан ҙур концерт үтте
Ҡурай көнөндә Башҡортостан Ҡурайсылар союзы ағзалары 13 кешегә артты. Республика башлығы Радий Хәбиров указына ярашлы быйылдан рәсми билдәләнгән дата уңайынан республикала бик күп мәҙәни саралар ойошторолдо. Өфөлә милли уйын ҡоралына бәйле үткән семинар, беренсе күргәҙмә шуларҙың береһе. Әһәмиәтле көндә Башҡортостан дәүләт ҡурайсылар ансамбле ҙур концерт программаһы менән сығыш яһаны.
1 979
Ейәнсура районы 95 йыллығын яңы проекттар һәм фольклор байрам менән ҡаршыланы
Ейәнсура районы ойошторолоуға 95 йыл. Юбилей уңайынан төбәктә бер нисә объект сафҡа инде. Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Башҡорт-гимназия интернаты янында ГТО нормаларын тапшырыу, «Айыҡ ауыл» конкурсы еңеүселәре Кинйәбулатта балалар өсөн ял майҙансыҡтары асылды. ЗАГС эргәһендә «Ғашиҡтар йөрәге» объекты барлыҡҡа килде. Тарихи дата айҡанлы районда байрам саралары-«Йырлы бишегем-Ейәнсура» фольклор байрамы үтте. Район мәҙәниәт йортонда хеҙмәт алдынғылары бүләкләнде, фойела бай йөкмәткеле күргәҙмә әҙерләнгәйне. Тулыраҡ киләһе репортажда.
1 979
Радий Хәбиров «Көслөләр һайлауы» Бөтә Рәсәй конференцияһында ҡатнашты
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Берҙәм Рәсәй партияһының «Көслөләр һайлауы» федераль проектының Бөтә Рәсәй конференцияһында ҡатнашты.
Көрәш спортын үҫтереү, илһөйәр йәштәр тәрбиәләү һәм илдең кадрҙар резервын булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған проект өс федерацияны-дзюдо, самбо һәм спорт көрәшен берләштерә.
1 979
Өфөлә Шайморатов класстары уҡыусылары тоғролоҡҡа ант бирҙе
Тыуған еребеҙҙең тоғро улы һәм ҡыҙы булырға, төплө белем алырға, илебеҙгә намыҫлы хеҙмәт итергә ант итәм! Шайморатов класында уҡыусылар тантаналы шарттарҙа тоғролоҡҡа ант бирҙе. Баш ҡаланың Совет майҙанына республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан алты йөҙгә яҡын бала йыйылды. Радий Хәбиров буласаҡ Ватан һаҡсыларын шайморатовсыларға бағышланы. Республика көнөнә арналған тантаналы саранан репортаж.
1 979
Радий Хәбиров Өфөнөң транспорт инфраструктураһы идаралығына яңы троллейбус асҡыстарын тапшырҙы
Рәсәй-Белоруссия сәнәғәт кооперацияһы һөҙөмтәһе. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң транспорт инфраструктураһы идаралығына яңы троллейбус асҡыстарын тапшырҙы. Экологик яҡтан иң таҙа машиналар ҡала электр транспортын үҫтереү программаһы буйынса һатып алынған. «Горожанин» троллейбусының төп үҙенсәлектәренең береһе-өҫтәмә аккумулятор ярҙамында 30 километрға тиклем автономлы хәрәкәт итеү мөмкинлеге.
1 979
Өфөлә тарихи йөҙөн һаҡлаған Ағиҙел күпере асылды
Тарихи йөҙөн һаҡлаған яңыртылған күпер. Республика көнөндә өс йыл дауамында алып барылған ремонт эштәренән һуң, транспорт хәрәкәте ебәрелде. Объектты белгестәр элекке стиленә ҡарап төҙөкләндерергә тырышҡан. Уны асыу тантанаһында республика башлығы ла ҡатнашты.
1 979
Радий Хәбиров Башҡоростан халҡын Республика көнө менән ҡотланы
- Беҙҙең Башҡортостан - ул күп милләтле тарих, үҙенсәлекле мәҙәниәт, уникаль тәбиғәт. Көслө сәнәғәт һәм ауыл хужалығы. Фән һәм инновациялар. Алға ынтылыш. Әммә төп байлығыбыҙ - ул бында йәшәүсе кешеләр. Ҡаһарман геройҙар, хеҙмәтсәндәр, һәләтле артистар, шағирҙар, рәссамдар, спортсылар, ғалимдар. Республиканың бөтә халҡының - уңыштар, сәләмәтлек, имеменлек һәм ҡаҙаныштар теләйем, - тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.
1 979
Аҙна аҙағына көндәрҙең ҡапыл һыуытыуы фаразлана
Башҡортостан гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, шәмбе һәм йәкшәмбе урыны менән ямғыр һәм ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы ихтимал. 13 октябрҙә иртәле-кисле юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы, таулы, көнсығыш райондарҙа ваҡытлыса ҡар ятыуы мөмкин.
1 979
Башҡортостандың хеҙмәт алдынғылары баш ҡала сәхнәһендә бүләкләнде
Уңышты йыйып бөткәс тә баш ҡалаға лайыҡлы бүләк артынан. Ҡырҡ йыл буйы механизатор булып эшләгән Станислав Ғөбәев бер төркөм хеҙмәт алдынғылары менән бер рәттән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡулынан награда алды. Тотош ғүмеремде тиерлек ауылда, трактор рулендә уҙғарғас баш ҡалаға килеп Республика көнөнә арналған тантаналарҙа ҡатнашыу ҙур һынау булды, ти Станислав. Үҙенең көндәлек эшендә хеҙмәт ҡаһарманлығы күрһәткән, үҙ һөнәрендә, төбәк үҫешендә локомотив булған шәхестәрҙе тәбрикләү тантанаһынан репортаж.
1 979
Радий Хәбиров Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Григорий Гуров менән осрашты
Яҡтар йәштәр сәйәсәтен үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе. Башҡортостан был өлкәлә интенсив һәм һөҙөмтәле эш алып бара. Республика йәштәр һаны буйынса Волга буйы федераль округында беренсе һәм Рәсәйҙә етенсе урынды биләй, тине Радий Хәбиров. Республика етәксеһе шулай уҡ тәрбиә һәм мәғрифәтселек эшен ойоштороу кәрәклегенә иғтибар итте.
