БСТ | Яңылыҡтар
رفتن به کانال در Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
نمایش بیشتر2 025
مشترکین
-124 ساعت
-37 روز
-430 روز
آرشیو پست ها
2 025
2019 йылдан алып Башҡортостанда һәр өсөнсө фельдшер-акушерлыҡ пункты яңыртылған
Төбәктә һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең беренсел звеноһын нығытыуға, ауыл медицинаһын үҫтереүгә иғтибар юғары. Республика фаптар иҫәбе буйынса ла ил кимәлендә алдынғы урынды биләй. Был аҙнала сафҡа индерелгән модулле медицина пункттарында БЮТ ижади төркөмө лә булды.
2 025
Радий Хәбиров Өфөләге Ильич скверы һәм мозаикалы фонтан реконструкцияһы менән танышты
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфөләге Ильич скверы һәм мозаикалы фонтан реконструкцияһы менән танышты. 1975 йылда төҙөлгән фонтан совет модернизмы стилендә ҡоролған. Ул 2000 йылда ябылып, сирек быуат эшләмәй. Реконструкция барышында уның тарихи йөҙө тулыһынса тергеҙелә, яҡтыртыу-музыкаль шоу ойоштороу мөмкинлеге булдырыла. Урындағы халыҡ Калинин районына булған иғтибар өсөн рәхмәт белдерҙе.
2 025
Өфөлә Ҡурай көнө уңайынан ҙур концерт үтте
Ҡурай көнөндә Башҡортостан Ҡурайсылар союзы ағзалары 13 кешегә артты. Республика башлығы Радий Хәбиров указына ярашлы быйылдан рәсми билдәләнгән дата уңайынан республикала бик күп мәҙәни саралар ойошторолдо. Өфөлә милли уйын ҡоралына бәйле үткән семинар, беренсе күргәҙмә шуларҙың береһе. Әһәмиәтле көндә Башҡортостан дәүләт ҡурайсылар ансамбле ҙур концерт программаһы менән сығыш яһаны.
2 025
Ейәнсура районы 95 йыллығын яңы проекттар һәм фольклор байрам менән ҡаршыланы
Ейәнсура районы ойошторолоуға 95 йыл. Юбилей уңайынан төбәктә бер нисә объект сафҡа инде. Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Башҡорт-гимназия интернаты янында ГТО нормаларын тапшырыу, «Айыҡ ауыл» конкурсы еңеүселәре Кинйәбулатта балалар өсөн ял майҙансыҡтары асылды. ЗАГС эргәһендә «Ғашиҡтар йөрәге» объекты барлыҡҡа килде. Тарихи дата айҡанлы районда байрам саралары-«Йырлы бишегем-Ейәнсура» фольклор байрамы үтте. Район мәҙәниәт йортонда хеҙмәт алдынғылары бүләкләнде, фойела бай йөкмәткеле күргәҙмә әҙерләнгәйне. Тулыраҡ киләһе репортажда.
2 025
Радий Хәбиров «Көслөләр һайлауы» Бөтә Рәсәй конференцияһында ҡатнашты
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Берҙәм Рәсәй партияһының «Көслөләр һайлауы» федераль проектының Бөтә Рәсәй конференцияһында ҡатнашты.
Көрәш спортын үҫтереү, илһөйәр йәштәр тәрбиәләү һәм илдең кадрҙар резервын булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған проект өс федерацияны-дзюдо, самбо һәм спорт көрәшен берләштерә.
2 025
Өфөлә Шайморатов класстары уҡыусылары тоғролоҡҡа ант бирҙе
Тыуған еребеҙҙең тоғро улы һәм ҡыҙы булырға, төплө белем алырға, илебеҙгә намыҫлы хеҙмәт итергә ант итәм! Шайморатов класында уҡыусылар тантаналы шарттарҙа тоғролоҡҡа ант бирҙе. Баш ҡаланың Совет майҙанына республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан алты йөҙгә яҡын бала йыйылды. Радий Хәбиров буласаҡ Ватан һаҡсыларын шайморатовсыларға бағышланы. Республика көнөнә арналған тантаналы саранан репортаж.
2 025
Радий Хәбиров Өфөнөң транспорт инфраструктураһы идаралығына яңы троллейбус асҡыстарын тапшырҙы
Рәсәй-Белоруссия сәнәғәт кооперацияһы һөҙөмтәһе. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң транспорт инфраструктураһы идаралығына яңы троллейбус асҡыстарын тапшырҙы. Экологик яҡтан иң таҙа машиналар ҡала электр транспортын үҫтереү программаһы буйынса һатып алынған. «Горожанин» троллейбусының төп үҙенсәлектәренең береһе-өҫтәмә аккумулятор ярҙамында 30 километрға тиклем автономлы хәрәкәт итеү мөмкинлеге.
2 025
Өфөлә тарихи йөҙөн һаҡлаған Ағиҙел күпере асылды
Тарихи йөҙөн һаҡлаған яңыртылған күпер. Республика көнөндә өс йыл дауамында алып барылған ремонт эштәренән һуң, транспорт хәрәкәте ебәрелде. Объектты белгестәр элекке стиленә ҡарап төҙөкләндерергә тырышҡан. Уны асыу тантанаһында республика башлығы ла ҡатнашты.
2 025
Радий Хәбиров Башҡоростан халҡын Республика көнө менән ҡотланы
- Беҙҙең Башҡортостан - ул күп милләтле тарих, үҙенсәлекле мәҙәниәт, уникаль тәбиғәт. Көслө сәнәғәт һәм ауыл хужалығы. Фән һәм инновациялар. Алға ынтылыш. Әммә төп байлығыбыҙ - ул бында йәшәүсе кешеләр. Ҡаһарман геройҙар, хеҙмәтсәндәр, һәләтле артистар, шағирҙар, рәссамдар, спортсылар, ғалимдар. Республиканың бөтә халҡының - уңыштар, сәләмәтлек, имеменлек һәм ҡаҙаныштар теләйем, - тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.
2 025
Аҙна аҙағына көндәрҙең ҡапыл һыуытыуы фаразлана
Башҡортостан гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, шәмбе һәм йәкшәмбе урыны менән ямғыр һәм ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы ихтимал. 13 октябрҙә иртәле-кисле юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы, таулы, көнсығыш райондарҙа ваҡытлыса ҡар ятыуы мөмкин.
2 025
Башҡортостандың хеҙмәт алдынғылары баш ҡала сәхнәһендә бүләкләнде
Уңышты йыйып бөткәс тә баш ҡалаға лайыҡлы бүләк артынан. Ҡырҡ йыл буйы механизатор булып эшләгән Станислав Ғөбәев бер төркөм хеҙмәт алдынғылары менән бер рәттән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡулынан награда алды. Тотош ғүмеремде тиерлек ауылда, трактор рулендә уҙғарғас баш ҡалаға килеп Республика көнөнә арналған тантаналарҙа ҡатнашыу ҙур һынау булды, ти Станислав. Үҙенең көндәлек эшендә хеҙмәт ҡаһарманлығы күрһәткән, үҙ һөнәрендә, төбәк үҫешендә локомотив булған шәхестәрҙе тәбрикләү тантанаһынан репортаж.
2 025
Радий Хәбиров Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Григорий Гуров менән осрашты
Яҡтар йәштәр сәйәсәтен үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе. Башҡортостан был өлкәлә интенсив һәм һөҙөмтәле эш алып бара. Республика йәштәр һаны буйынса Волга буйы федераль округында беренсе һәм Рәсәйҙә етенсе урынды биләй, тине Радий Хәбиров. Республика етәксеһе шулай уҡ тәрбиә һәм мәғрифәтселек эшен ойоштороу кәрәклегенә иғтибар итте.
2 025
Өфөлә тәүге профессиональ падел-турнирға старт бирелде
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән Рәсәй спорт министрының беренсе урынбаҫары Одес Байсолтанов республикала падел-спорт буйынса беренсе профессиональ турнирға старт бирҙе. Өфөлә яңы спорт төрө менән шөғөлләнеү өсөн клуб асылды. Шулай уҡ Өфөлә төҙөләсәк Өҫтәл теннисы үҙәгенә нигеҙ ташы һалынды.
2 025
Башҡортостанда спорт майҙансыҡтары асыуға старт бирелде
Башҡортостан спорттың күп төрҙәре буйынса илдең терәк төбәге иҫәпләнә. Республика 199 миҙал яулаған 76 Олимпия, паралимпия һәм сурдлимпия уйындары чемпионы һәм призеры менән ғорурлана. Был турала Радий Хәбиров Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы Физик культура һәм спортты үҫтереү мәсьәләләре буйынса совет ултырышында белдерҙе. Төбәк етәксеһе шулай уҡ видеобәйләнеш аша район-ҡалаларҙа 13 спорт майҙансығын асыуға старт бирҙе.
2 025
Башҡортостанда Республика көнө тантаналы рәүештә билдәләнде
11 октябрҙә Башҡортостандың төп дәүләт байрамы-Республика көнө билдәләнә. Төбәк башлығы Радий Хәбиров тарихи датаға арналған тантаналы йыйылышта ҡатнашып, республикала йәшәүселәрҙе байрам менән тәбрикләне. Сәхнәлә хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары тәбрикләнде.
2 025
Федоровка районының Бала Сытырман урта дөйөм белем биреү мәктәбе 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне
Сағыу гөлләмәләр, уҡытыусыға сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәре. Федоровка районының Бала Сытырман урта дөйөм белем биреү мәктәбе 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Тантаналы сара белем усағын төрлө йылдарҙа тамамлаусылар һәм педагогтарҙы осраштырҙы.
2 025
Өфөлә бер юлы ике ижади коллектив тамашасыға яңы йырҙарын тәҡдим итте
Республика көнө уңайынан «Хазина» этно-проекты менән «Тауыштар» вокал проекты композицияларының исем туйы үтте.
2 025
Республика көнө алдынан яҙыусылар менән журналистар осрашты
«Берҙәмлектә-көс» тип исемләнгән түңәрәк өҫтәл артындағы һөйләшеү яңыртылған Башҡортостан яҙыусылар союзы бинаһында үтте. Осрашыуҙа яҙыусылар, республиканың төп баҫмаларының баш мөхәррирҙәре, журналистар сығыш яһаны.
2 025
Махсус хәрби операция биләмәһе яугирҙары ҡурайҙы ташламай
Башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы уларға рухи көс бирә, яу ҡырында ла илһамландыра. Сихри моң-ул тыуған ергә, ата-бабалар тарихына тоташтырыусы бер сылбыр. Ҡулына ҡорал алған һалдаттар араһында ла ҡурайсылар бар. Шуларҙың береһе «Сәләх» ҡушаматлы яугир. Ул, ара-тирә тынлыҡ урынлашҡан мәлдәрҙә, ҡурайҙа уйнап, иптәштәренең күңелен күтәрә, тыуған яҡҡа һағышты баҫа. Ҡурай моңо яугирҙарға көс һәм дәрт өҫтәй, рухын нығыта.
2 025
Өфөлә ҡурайға арналған тәүге ҙур күргәҙмә эшен башланы
Башҡортостандың Милли музейында «Ҡурай-башҡорт халҡының йәне» тип исемләнгән беренсе күләмле күргәҙмә асылды. 8 тематик зонаға бүленгән экспонаттар араһында сәхнә костюмдары, һирәк осраған китаптар, нота баҫмаларын һәм архив фотоһүрәттәрҙе күрергә мөмкин.
اکنون در دسترس! پژوهش تلگرام ۲۰۲۵ — مهمترین بینشهای سال 
