es
Feedback

¡No caigas en manos de tramposos! Telemetrio encuentra y marca estos canales 👉 Si quieres ver la etiqueta, suscríbete

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Ir al canal en Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Mostrar más
1 953
Suscriptores
Sin datos24 horas
-47 días
-1230 días
Archivo de publicaciones
Республикала быйыл никахҡа инеүселәр 3 процентҡа артҡан, айырылышыуҙар 28 процентҡа кәмегән Башҡортостан ЗАГС бүлектәре статистикаһына ҡарағанда, өйләнешеүселәрҙең уртаса йәше 33-35. Загс бүлектәре киләһе йыл никахлашырға теләгәндәрҙән ғаризалар ҡабул итә башлаған.
18 oct 2025, 13:46

Республикала «Башҡортостан үҙебеҙҙекеләр өсөн бәйләй һәм тегә» хәрәкәте әүҙем эш алып бара Республика тегенселәре лә хәрби рельстарҙа. «Башҡортостан үҙебеҙҙекеләр өсөн бәйләй һәм тегә».ирекмәндәр хәрәкәтенә Салауат, Нефтекама һәм Өфө ҡалалары, Нуриман һәм Өфө райондары вәкилдәре ҡушылған. 3 йыл эсендә генә Өфөлә урынлашҡан 5 теген цехынан алғы һыҙыҡҡа 120 меңдән ашыу экипровка һәм амуниция кәрэк - яраҡтары әҙерләп оҙатылған.
18 oct 2025, 13:32

Салауатта яуҙаштар бер йылдан һуң осрашты «Вирус» уның ғүмерен ҡотҡарған. Салауат ҡалаһында «Мосолман» ҡушаматлы яугир үҙен ҡотҡарған фельдшер «Вирус» ҡушаматлы Азамат Муллашев менән осрашты. Эвакуация ваҡытында уларға дрондар һөжүм итә. Фельдшер үҙ кәүҙәһе менән яралы һалдатты ҡаплай. Унан һуң төрлө госпиталдәргә эләгеп, бәйләнеш өҙөлә. Теүәл бер йылдан һуң яуҙаштар йәнә осрашты.
18 oct 2025, 13:16

Радий Хәбиров шартлау булған «Авангард» предприятиеһын барып күрҙе Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы заводта ғәҙәттән тыш хәл кисә кис теркәлде. Көслө шартлау һөҙөмтәһендә бер нисә хеҙмәткәр емереклектәр аҫтында ҡалды. Ҡыҙғанысҡа өс кеше һәләк булған, тағы бишеһе дауаханала. Предприятиела әле лә ҡотҡарыусылар һәм башҡа яуаплы хеҙмәттәр эшләй.
18 oct 2025, 12:59

Өфө клиникаларының береһендә өҙөлгән ҡолаҡты кире урынына тегеү буйынса уникаль операция яһалды Өфө клиникаларының береһендә өҙөлгән ҡолаҡты кире урынына тегеү буйынса уникаль операция яһалды. Миәкә районында йәшәүсе пациент аттан ҡолап төшөп ҡолағы өҙөлгәндән һуң ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Алтын ҡуллы хирург ағзаны 16 сәғәттән һуң кире урынына теккән. Был - хирургияла уникаль осраҡ.
17 oct 2025, 15:11

«Сәләмәтлек поездары» пациенттарҙы тулы тормошҡа ҡайтара «Сәләмәтлек поездары» пациенттарҙы тулы тормошҡа ҡайтара. Быйыл ул етенсе тапҡыр уҙҙы һәм республиканың бөтә райондарын да солғап алды. Күсмә медицина бригадалары ике мең ярымдан ашыу ауылда булып, халыҡты ҡабул иткән.
17 oct 2025, 14:56

Алдағы ял көндәрендә һауа торошонда әллә ни үҙгәрештәр көтөлмәй Башгидрометеорология үҙәге мәғлүмәтенә ярашлы, алдағы ял көндәрендә һауа торошонда әллә ни үҙгәрештәр көтөлмәй. Иртәгә көн болотло буласаҡ. Бер аҙ ямғыр, айырым райондарҙа ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы ихтимал. Һауа температураһы төндә урыны менән нолдән 7 градусҡа тиклем түбәнәйә, көндөҙ 7-10 градус тирәһе йылы күрһәтә.
17 oct 2025, 14:46

Өфөлә үлемесле аварияға осраған йөк машинаһы водителе 15 декабргә тиклем ҡулға алынды Ул ике кешенең үлеменә килтергән юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙа ғәйепләнә. Октябрь районы судына ул 21-се ҡала клиник дауаханаһынан тура килтерелде. Тәфтиш комитеты мәғлүмәттәре буйынса, 27 йәшлек водитель Үзбәкстандан килгән булған. Ул рулгә рөхсәт документһыҙ ултырған, өҫтәүенә законһыҙ рәүештә эшләгән
17 oct 2025, 14:36

Башҡортостан илдең социаль-демографик үҫеш «локомотивтары» категорияһына инде Башҡортостан илдең социаль-демографик үҫеш «локомотивтары» категорияһына инде. Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы финанс университет белгестәре бер нисә төп күрһәткес буйынса 85 субъектты анализлап, илдең социаль картаһын тәҡдим итте. Ул торлаҡ менән тәьминәтте, мәшғүллек кимәлен, эш хаҡы һәм башҡа демографик параметрҙарҙы үҙ эсенә ала.
17 oct 2025, 14:26

Быйыл Башҡортостанда етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеүгә 2 миллиард 800 миллион һум аҡса бүленгән Быйыл Башҡортостанда етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеүгә 2 миллиард 800 миллион һум аҡса бүленгән. Фатирҙар йәки уларҙы һатып алыу өсөн сертификаттар менән йыл аҙағына тиклем 750 кеше тәьмин ителәсәк.
17 oct 2025, 14:11

Башҡортостан авария хәлендәге йорттарҙан күсереү программаһы буйынса өҫтәмә федераль ярҙам ала Авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса программаның яңы этабына Башҡортостан федераль бюджеттан ярты миллиард һумдан ашыу аҡса аласаҡ. Киләһе йыл аҙағына тиклем 10 муниципалитетта 396 кеше күсереләсәк.
17 oct 2025, 13:56

Стәрлетамаҡтағы «Авангард» предприятиеһы цехтарының береһендә шартлау булған Бөгөн Стәрлетамаҡтағы «Авангард» предприятиеһы цехтарының береһендә шартлау булған. Ваҡиғаның сәбәптәре асыҡлана. Цех бинаһы етди зыян күрә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итеүенсә, завод хеҙмәткәрҙәре эвакуацияланған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, зыян күреүселәр бар, уларға тейешле ярҙам күрһәтелә. Урында бөтә оператив хеҙмәттәр, хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре эшләй.
17 oct 2025, 13:40

Хәйбулла районында Ғәйнетдин Моталовтың исеме мәңгеләштерелде Хәйбулла районында күренекле башҡорт режиссеры, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәйнетдин Моталовтың исеме мәңгеләштерелде. Шәхестең барельефы буласаҡ дирижёр белем алған Бүребай мәктәбе бинаһына ҡуйылды.
17 oct 2025, 06:46

Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» трагедияһы йәнә сәхнәлә Башҡорт театрында йәнә ай тотолдо. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 106-сы ижад миҙгелен Мостай Кәримдең трагедияһы менән асты. Классик әҫәрҙе был юлы сәхнәгә режиссёр, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат Абушахманов сығарҙы.
17 oct 2025, 06:35

Республикала водителдәр автомобилдәрен ҡышҡы миҙгелгә әҙерләй башланы Алдағы көндәрҙә синоптиктар һауа температураһының түбәнәйеүен фаразлай. Ә республиканың ҡайһы бер райондарында бөгөн төндә үк термометр бағанаһы нулдән түбән төшәсәк. Автомобиль хужалары йәйге тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыһына алмаштыра башланы. Тәгәрмәс ҡорау үҙәктәрендә клиенттар ағымы артыуы күҙәтелә. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
17 oct 2025, 06:25

Баймаҡ районы Мерәҫ ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың йорттарына махсус яҙыуҙар эленде Батырҙар хөрмәтенә. Баймаҡ районы Мерәҫ ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың йорттарына махсус яҙыуҙар эленде. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
17 oct 2025, 06:12

Өфөлә хәрби хеҙмәткә һайлап алыуҙы «берҙәм тәҙрә» ысулы буйынса үткәрәләр Республикала хәрби хеҙмәткә контракт буйынса ҡабул итеү дауам итә. Өфөләге «Защитник» үҙәгендә банк хеҙмәткәрҙәре финанс буйынса аңлатыу эштәре алып бара, табиптар тикшереүҙәр үткәрә, ә инструкторҙар хәрби әҙерлек уҙғара. Хәрби хеҙмәткә һайлап алыныу процедураларын берҙәм тәҙрә ысулы буйынса бер көн эсендә тулыһынса үтергә була. Белгестәр социаль гарантиялар тураһында аңлатма бирә. Ошонда уҡ суд приставтарына мөрәжәғәт итеп, бурыстарҙы ҡаплатыу буйынса консультация алырға мөмкин. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә илленән ашыу ярҙам сараһы ҡаралған. Шул иҫәпкә контракт төҙөүселәргә түләүҙәр ҙә инә.
17 oct 2025, 06:02

Өфөнөң оператив хеҙмәттәре һыуға батып барыусыларҙы ҡотҡарҙы Күнекмә сценарийы буйынса юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә 2 машина зыян күрә: береһе яна, икенсеһе һыуға төшә. Тәҙрә аша сығып осҡан водителде ағым алып китә, ә пассажир салон эсендә ҡыҫылып ҡала. Шуға ла оператив хеҙмәттәргә тиҙ арала зыян күреүселәрҙе табыу, беренсе ярҙам күрһәтеү һәм янғынды һүндереү бурысы ҡуйылды.
17 oct 2025, 05:51

Өфөлә йәшәгән ишле ғаилә Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы Андрющенколар “Йыл ғаиләһе” тип иғлан ителде. Уларҙы Федерация Со
Өфөлә йәшәгән ишле ғаилә Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы Андрющенколар “Йыл ғаиләһе” тип иғлан ителде. Уларҙы Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова тәбрикләне. Тантаналы сара Мәскәүҙә “Рәсәй” милли үҙәгендә үтте. “Андрющенколар һәм уларҙың балалары ҙур, татыу, ижади һәм интернациональ ғаиләнең иң яҡшы өлгөһө”, - тине сенатор. Ғаилә башлығы Ярослав махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итә. Ул десант-штурм полкы яугиры.
17 oct 2025, 05:43

Архангел-Красноусол юлы ремонтлана "Тормош өсөн инфраструктура" милли проекты буйынса эштәр Ғафури районында алып барыла. Еҙе
Архангел-Красноусол юлы ремонтлана "Тормош өсөн инфраструктура" милли проекты буйынса эштәр Ғафури районында алып барыла. Еҙем-Ҡаран ауылы янында 5 километр тәртипкә килтерелә. Архангел-Красноусол юлынан ике район халҡы күпләп йөрөй. Бынан тыш туристар килә. Еҙем йылғаһы буйынса ял итеүселәр күп, - тип хәбәр итәләр Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан.
17 oct 2025, 01:13