613
Subscribers
No data24 hours
No data7 days
-630 days
Posts Archive
Хәйерле көн, барығыҙға ла! 🥰
🔰Бөгөн бөтә донъя халыҡ һаны (Всемирный день народонаселения) икән.
▪️Уны 1987 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы булдырған.
▪️Тап 38 йыл элек Ерҙәге халыҡ һаны 5 миллиардҡа еткән.
▪️Көн һайын донъяла халыҡ һаны 83 миллион кешегә артып тора икән.
Ошо 8 миллиард кеше араһында башҡорт халҡының да ишәйеп йәшәүен теләйбеҙ!
🔥Ауҙарыш башҡорт халыҡ уйынында актер Шәһит Хамматов үҙ көсөн һынап ҡараған.
Ауҙарыш - ир-егеттәрҙең көсөн, таһыллығын, һыбай йөрөү оҫталығын һынап ҡарау өсөн ойошторолған боронғо уйын.
Егеттәр, был видео һеҙҙең өсөн!Ҡарағыҙ, күпме һылыу башҡорт ҡыҙҙары бер урынға йыйылған: күҙләп, һайлап, кәләш итеп алаһы ғына ҡалған😉 Видео кисә төшөрөлгән, йәштәр Өфөлә сираттағы "Самауырлы ритайым"да күңелле генә ваҡыт үткәргән 🔥
📌Тарих тураһында әңгәмәне дауам итәбеҙ, дуҫтар!
Ҙур территория биләп йәшәгән башҡорт халҡының Урал тауҙарының ҡаҙылма байлыҡтарын яҡшы белеүе һәм үҙҙәре эшкәртеүе тураһында булыр был юлы ҡыҫҡа клип.💯Тарих фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Нәзир Мырҙабай улы Ҡолбахтин ошо темаға докторлыҡ диссертацияһы яҡлаған.
Башҡорт туйы ❤️
Был видеола йәш киленгә һыу юлын күрһәтеү, кәләште ҡайны-ҡәйнә йортона индергәндә яҫтыҡҡа баҫтырыу, йәштәргә бал һәм май ҡаптырып теләк әйтеү, килен-кейәү һөйөү йолаларын күреп ҡалабыҙ.
Матур ғаилә ҡорған йәштәребеҙгә һаулыҡ, ишле һәм татыу ғаилә теләйбеҙ! 🥰❓Ә һеҙ тағы ниндәй туй йолаларын беләһегеҙ? Видео: Нил Баймырҙин.
+2
Эх, еләге!🍓
Ейәнсура районының еләкле йәйе был😍
Фотола Кинйәбулат ауылының уңғаны Гөлсиә Баһауетдинова тип хәбәр итә "Ейәнсура тормошо" төркөмө.
Йылмайып алайыҡ әле 🤭
Картуф күмеп бөттөгөҙмө, ярҙамсылар килдеме?Видео: Нияз Абдуллин.
📌
"Башҡорт ялҡау, ер һөрөргә, иген игергә яратмаған",- академиктар Урал аръяғы башҡорттары тураһында шулай яҙа. Был мәсьәләне тарих фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Нәзир Мырҙабай улы Ҡолбахтин ентекле өйрәнгән. Ғилми эҙләнеүҙәренең һөҙөмтәләре булып мәҡәләләре сыҡҡан. 💯
"Башҡорт егәрле булған", тигән фекерҙе киңерәк таратырға һәм ишеттерергә кәрәк",- ти ул.
САЛАУАТ
Иҫтәремдән һис тә сыҡҡаны юҡ,
Күңелемдә минең, аңымда.
Йөрәгемде сардар итеп, хисем
Ғәскәр итеп туплай ҡанымды.
Әйләнәм дә киләм Салауатҡа,
Ылыҡтыра мине азатлыҡ.
Батырҙары булған илемдең, тип
Әйтеүҙәре әллә ғазапмы?
Һығындыра яҡты тәүәккәллек,
Көрәш сәме һуҙа фарманын.
Ауазыңды эҙләп, батыр, илдең
Ҡай еренә генә барманым.
Салауат, тип йырлы исемеңде
Доға итеп алам телемә.
Тәсбих әйтәһеңдер кеүек һаман,
Именлектәр теләп илеңә.
Таңдарым да минең - Салауат ул,
Ай-йондоҙло төнөм - Салауат.
Төштәремдең изге яугиры ла,
Яҡты көнөм, өнөм - Салауат!
Салауат, тип йырҙар башлайым да,
Салауат, тип сығам көрәшкә.
Салауат, тип маҡсаттарға менәм,
Ауыҙлыҡлап алып һәр эште.
Иҫтәремдән һис тә сыҡҡаны юҡ,
Яҡты доғам минең - Салауат!
Һиңә ғашиҡ заман ҡыҙҙарынан
Батырҙарҙың ожмах туйҙарына,
Рухи ғәскәреңдең уйҙарына
Барып етһә ине был аят:
Салауат!
Лариса АБДУЛЛИНА.
+5
Хәйерле көн ☀️
Заятүләк менән Һыуһылыуҙың төбәгендә булғанығыҙ бармы? 🌊
Юҡ икән, мотлаҡ барып күрегеҙ.
📍 Был Башҡортостандағы иң ҙур күл - Асылыкүл.
Ул Дәүләкән районында урынлашҡан.
📌Бөгөн Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә икән.
Барлыҡ ғаиләләргә бәхет, татыулыҡ, милләтебеҙҙең ныҡлы терәге булып, рухлы һәм тәүфиҡлы балалар үҫтереүҙәрен теләйбеҙ! ❤️ ✅ Видеола Ф. Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүсеһе, Баймаҡ ҡыҙы Миләүшә Хәйбуллинаның матур ғаиләһе.
❓Башҡортостан һәм башҡорттарҙың тарихы яугирлыҡ һәм ил һаҡлауға ғына бәйлеме?
Төркөмдәштәр, Башҡортостан һәм башҡорттар тарихына ҡағылышлы видеолар серияһын башларға булдыҡ.💯Һеҙҙең иғтибарға тарих фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Нәзир Мырҙабай улы Ҡолбахтин һөйләгәндәрҙе тәҡдим итәбеҙ. 📍 Көн һайын ошо ваҡытта яңы видео һалып торасаҡбыҙ, күрмәй ҡалмағыҙ!
Тайфун Ҡоролтаевич Учалы районында үткән "Олотау йыйыны"нда булған икән.
Ҡарағыҙ, нисек күңелле үткән!🔥⚽Сара Рәсәйҙең спорт мастеры Ғәлин Ғайсар Хәлидәр улы иҫтәлегенә бағышлап 7-се тапҡыр ойошторола. ⚽Быйыл унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, Ҡаҙағстан һәм Белоруссия футбол һөйөүселәре йыйылған. ⚽ 48 ир-егеттәр командаһы араһында: 🥇Беренсе урын - Ырымбур өлкәһенең "Домбаровский" командаһы 🥈Икенсе урын - Силәбе өлкәһенең "Ишалино" командаһы 🥉Өсөнсө урын - Башҡортостандан "Северный" командаһы (әбйәлилдәр) 🔥Чемпиондарға башҡорт тоҡомло ат һәм 300 мең һум аҡсалата бүләк биргәндәр. ⚽12 ҡатын-ҡыҙҙар командаһы араһында: 🥇Беренсе урын - Силәбе өлкәһенең "Көньяҡ Урал" командаһы 🥈Икенсе урын - Башҡортостандан "Мамочки ФК Уфа" 🥉Өсөнсө урын - Башҡортостандан "Элита" (учалылар) алған. 🔥Чемпиондарға һыйыр һәм 100 мең һум аҡсалата бүләк тапшырылған.
Юлда булғандарға - хәйерле юлдар, эштә - уңышлы көн, ялда - күңелле минуттар, һәр кемгә - һаулыҡ, бәхет һәм ҡыуаныстар теләйбеҙ! 🥰
Видео: Салауат Юнысов.
📍 Белорет районы.
📌 Башҡортостандағы иң матур 7 урын "Гуляй смело" төркөмө күҙлегенән:
🔹Еләкташ (Малиновая гора)
🔹Айғыр
🔹Ҡыҙыл шишмә
🔹Атыш шарлауығы
🔹Уҡлы ҡая
🔹Ҡыраҡа һырты
🔹Сыбарҡая (Айские притёсы)
Ялдарҙа ғаилә менән сәйәхәт ҡылырлыҡ тағы ниндәй урындар бар? Яҙығыҙ 😉
📌Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында капиталь ремонт бара. Был турала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова яҙып сыҡты.
💯Август уртаһына белем усағының уҡыу корпусында капиталь ремонт тамамланырға тейеш, ти.
Эштәр "Йәштәр һәм балалар" милли проекты менән "БР мәғарифының ктэп системаһын модернизациялау" төбәк проекттары сиктәрендә атҡарыла.
Эльвира Айытҡолова Башҡортостан мәғариф министры урынбаҫары Филүс Миназов менән бергә эш барышын барып күргән.
"Уҡыу корпусының фасады яңыртылып ҡына ҡалмай, ә тәү сиратта йылытыла. Ашханала ла яңыртып ҡороу башланған, иҙән плиткаһы алмаштырылған, пластик тәҙрәләр ҡуйылған, яңы өҫтәлдәр һәм ултырғыстар ҡуйыласаҡ. Уҡыусылар һәм уҡытыусыларға кәрәкле ҡорамалдар һатып алына, шул иҫәптән интерактив таҡталар. Йәшәйеш хәүефһеҙлеге һәм Ватанды һаҡлау ҡағиҙәләре, хеҙмәт дәрестәре кабинеттарына кәрәкле әйберҙәр һәм күрһәтмә әсбаптар менән йыһазландырыла. Тағы ла 1 сентябрҙә гимназия уҡыусылары интернат һәм мәктәп биналарына яңы асфальт буйлап барасаҡ. Территорияны тәртипкә килтереү эштәре августан башланасаҡ",- тип яҙған Эльвира Ринат ҡыҙы.