ch
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

前往频道在 Telegram
612
订阅者
无数据24 小时
-47
-730
帖子存档
📌Башҡортостандың Стәрлебаш ауылында Бөйөк Ватан һуғышында тыл эшсәндәренә арналған "41-ҙең арбалы ҡатындары" тип аталған һәй
+7
📌Башҡортостандың Стәрлебаш ауылында Бөйөк Ватан һуғышында тыл эшсәндәренә арналған "41-ҙең арбалы ҡатындары" тип аталған һәйкәлде асыу тантанаһы үткән. 🔷Һәйкәл фронтҡа юлланған ирҙәрен күреп һәм ашатып ҡалыр өсөн Стәрлебаш ауылынан Раевка станцияһына тиклем 70 саҡрым арба һөйрәп барған ҡатын-ҡыҙҙарға арналған. 🔷Бына ул ҡатындарҙың исемдәре: Зифа Әхмәтова, Әсмә Ғәлиева, Менәүәрә Искәндәрова, Сәрүәр Фәйзуллина, Миңлеямал улы Мөнирҙе ҡулына алған, Райхан Йосопова.

Йәшәйһе бар, һаҡла үҙеңде...
Видео: Наҙгөл Ҡасимова Мостай Кәрим шиғырын уҡый.

СӘЛӘМ Иртән кемдер битемдән һыйпай - Күҙемде асһам ҡояшты күрәм, Тағы бер көн тыуған икән: Сәләмемде уға бирәм. Тышҡа сыҡһам яғымлы ел Сәстәремдән һыйпап үтә, Күңелемә хистәр тула- Ел дә минән сәләм көтә. Бала саҡтай яланаяҡ Үлән буйлап мин йүгерәм, Рәхмәт әйтеп сафлығына Ысыҡҡа ла сәләм бирәм. Сәләмләйем сәскәләрҙе, Бар йыһанды сәләмләйем, Йөрәгемдән урғылып сыҡҡан Хистәремде йәлләмәйем! Әнүзә ГӘРӘЕВА. Видео: Миләүшә Хәйбуллина.

"Кис етте, ҡайтышабыҙ",
- ти видео авторы Альбина Хөсәйенова. ❓Ә һеҙ ялды нисек үткәрәһегеҙ?

🔷Ағас эшен яратыусылар бармы арабыҙҙа? Интернет киңлектәрендә бик ыҡсым ғына һәм тәпәш, китап йә гәзит-журнал һалып ҡуйырға яйлы өҫтәл эшләргә өйрәтеүҙәрен күреп, һеҙҙең менән дә бүлешмәксе булдыҡ.
Комментарийҙарҙа үҙегеҙ осталаган әйберҙәрҙең фото-видеоһы менән дә бүлешергә мөмкинһегеҙ.
 Күрәйек әле беҙ ҙә, баһалайыҡ һәм хатта һатып алайыҡ 😉

Башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың тыуған көнөндә үткән саралар тураһында Вәлитов-TV-ның сираттағы сығарылышында. https://vkvideo.ru/video-229671171_456239022

“Ашъяулыҡтай ғына бер урында  Еркәүектәр үҫкән ерегеп.  Тыуған ерем! Һин янымда һымаҡ  Ҡояш кеүек ҡалдың күренеп…” Миңлегөл ХИСАМОВА. 

📌Ислам Төхвәтуллин баш ҡала йәштәренең башҡорт телен белеү кимәлен тикшереүҙе дауам итә. Был юлы ябай һүҙҙәрҙе рус теленә тәржемә итеп ҡарағандар. Видео: Башфонд.

Хәйерле иртә, ауыл! ☀️ Шәп кәйеф теләйбеҙ!

📌Ялдарҙа ғаилә менән "Салауат ере"нә сәйәхәт ҡылырға мөмкин. Алина Сәлимованың бик матур видеоһын ҡарап, ниәт итерһегеҙ, бәлки.😉

Әле генә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында AY YOLA төркөмө сығыш яһаны. Эшлекле сараға йыйылған бар халыҡ ҡыҙыҡһынып тыңланы.

Шүлгәнташ мәмерйәһен яңғыратып "Урал бәйете" башҡорт халыҡ йырын йырлаған 🔥 Видео: Алиса Йомағәлиева.

Азамат Заһитуллин ағас һауыт-һаба эшләргә өйрәтә. Оҫта заманса эш ҡоралдары менән еңел генә итеп эшләп ҡуйған кеүек күренә. ❓Ә бына борон нисек булған? Был турала этнограф Светлана Шитованың китабында шулай яҙыла: 🔹Төҙ,тарбаҡланып үҫмәгән ағас табып ҡырҡып, ботаҡтарын сабып таҙартҡандар. 🔹Шунан алып ҡайтып кәрәкле ваҡыт тотҡандан һуң кәртәлә йәки оҫтахана алдында ҡабығынәрсегәндәр. 🔹Материалдың сифатына, бүрәнәнең ҡалынлығына һәм кәрәкле һауыттың киңлегенә ҡарап олонон әҙерләмәләр өсөн бысып, ныҡлап киптергәндәр. 🔸Ҙур көбөләр өсөн ағастың тамырына яҡын өлөшөн ҡулланғандар. 🔸Оҫта эште еңеләйтер өсөн ҡаты үҙәген яндырған. 🔸Тышҡы яғын йышҡы (юнғы) менән таҙартҡан. ▪️Һауыттың эсен аталғы, бөрөз, бағау, ҡасау кеүек эш ҡоралдары ярҙамында соҡоған. ▪️Үҙағасты эш ҡоралына сүкеш менән һуғып, буй-буй тапсыҡтар рәүешендә берәмләп айырып алғандар. ▪️Шунан һауыттың ситтәре эстән йомро йышҡы йәки ҡырғыс менән ҡырып таҙартылған. ▪️Аҙаҡ әҙер цилиндрҙы бешекләп, имән йәки сағандан түңәрәк төп индереп ҡуйғандар. ✅Ҡайһы бер көбөләрҙең ағас йәки туҙҙан ҡапҡасы булған. ✅ Май һәм ҡымыҙ көбөләренең бешкәктәре лә эшләнгән; уларҙы ҡайһы берҙә нәҙек олонло ағастың тамырын бөтөн көйөнсә ҡалдырып юнып эшләгәндәр. 🔷 Көбөләрҙең күбеһе тура, бер аҙ ҡыяраҡ ситле булған; аҫҡы диаметры өҫкөһөнән бер ни тиклем оҙонораҡ эшләнгән. 🔷Тик һитә балы йәки ҡымыҙ менән һыйлауға тәғәйенлнгән һауыттар ғына йомрораҡ итеп эшләнгән. Уларҙың ҡырҙары ҡабарынҡыраҡ, ә ҡапҡастары ауыр булған.

🎶Яңы йыр. Baby Ti. "Тала-тала"🔥

Изге йома мөбәрәк булһын! 🥰 📍 Сусаҡтау. Әлшәй районы. Фото: Михаил Матвеев.
+5
Изге йома мөбәрәк булһын! 🥰 📍 Сусаҡтау. Әлшәй районы. Фото: Михаил Матвеев.

🎭М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында бөгөн һәр заман кешеһен уйландырыр, күңеленә ғәм һалыр, аңын уятыр һәм асылына саҡырыр спектаклдең премьераһы булды.
Кемдәр күрмәй ҡалған, мотлаҡ сентябрҙә, яңы театрҙың яңы ижад миҙгеле асылыу менән барып ҡарарға кәңәш итәбеҙ. 👍
Ә инде яңы спектаклдең авторҙарына артабан да ижади үрҙәр теләйбеҙ!❤️
Премьера менән ҡотлайбыҙ!

📌 Беренсе тапҡыр үткәрелгән "Урал батыр уҡыуҙары" ғилми-ғәмәли ҡорҙоң материалдары йыйынтығы донъя күргән. 🪽2024 йылдың дек
📌 Беренсе тапҡыр үткәрелгән "Урал батыр уҡыуҙары" ғилми-ғәмәли ҡорҙоң материалдары йыйынтығы донъя күргән. 🪽2024 йылдың декабрендә, Мөхәмәтша Буранғолов эпосты яҙып алыуға 115 йыл тулырҙан алдараҡ БР Милли музейында "Урал батыр" эпосына арналған ҡор ойошторолғайны. Унда ғалимдар, тикшеренеүселәр, рәссамдар һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре йыйылды. Бына шул кәңәшмәгә йомғаҡ яһап, йыйынтыҡ сыҡҡан. 🪽Йыйынтыҡта башҡорт халыҡ эпосын мәңгеләштереү һәм популяр яһауға арналған мәҡәләләр баҫылған. 🪽Йыйынтыҡтың данаһы аҙ, әммә һәр уның электрон вариантын да уҡый ала.

📌Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан стенды - иң сағыуҙарҙың береһе. Ул 390 квадрат метр майҙанда урынлашҡан.  🔷Күргәҙмә композицияһы Евразия ғилми-белем биреү үҙәге каспусы тирәләй төҙөлгән, һөйләшеүҙәр зонаһы Көрәш һарайы һәм БСК заводы рәүешендә эшләнгән.  🧸Беҙҙең видеола күрһәтелгән гигант айыу - Башҡортостан белгестәре эшләгән “Өң” (“Берлога”) Милли киберфизика платформаһының топ геройы. Был умартасы айыу 6,5 метр оҙонлоҡта.  📍 Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы (ПМЭФ), ғәҙәттәгесә, глобаль иҡтисад тураһында фекер алышыу һәм тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығына әүерелә.  🔷Быйыл Башҡортостан 100 миллиард һумға яҡын 30-лап килешеү төҙөр, тип көтөлә. Сөнки алдағы йылдарҙа ошонда төҙөлгән килешеүҙәр һөҙөмтәһендә бөгөн республикала инвестицион проекттар бик уңышлы тормошҡа ашырылып килә. 
“Бөгөн һәм иртәгә бик күп инвесторҙар менән осрашабыҙ. Был алдыбыҙға ҡуйған иң төп маҡсаттарҙың береһе. Республика өсөн мөһим бер нисә килешеү төҙөрбөҙ. Әлегә теүәл хаҡын әйтә алмайым, әммә һүҙ бер нисә тиҫтә миллиард һум тураһында бара. Ә иртәгә инвестклиматтың милли рейтингы һөҙөмтәләрен беләсәкбеҙ, был беҙгә дөрөҫ юҫыҡта эшләйбеҙме-юҡмы икәнде аңларға ярҙам итәсәк”,
- тип яҙҙы сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.  📍Әйткәндәй, ПМЭФ-2024 сиктәрендә ауыл хужалығы, яһалма интеллектты үҫтереү, цифралы һәм ЕSG-трансформация, инновациялар, мәғариф, спорт һ.б. өлкәләрҙә 20-нән ашыу килешеү төҙөлгәйне. 

📌 Билеттар БАР!
Бөгөн М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында "Аҡбуҙат" башҡорт халыҡ эпосы буйынса ижад ителгән спектаклдең премьераһы үтә.
✅ Фэнтези тамашаға (йәш сикләүе 12+) билеттар бар, ваҡытығыҙ булһа, мотлаҡ барып ҡарағыҙ! ⏰Спектакль 1 сәғәт тә 30 минут дауам итә, антракт юҡ, рус теленә синхрон тәржемә бар. 📝"Аҡбуҙат" башҡорт халыҡ эпосынан таянып, пьесаны БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре 🔹Илсур Ҡаҙаҡбаев менән Салауат Юлаев исемендәге БР Дәүләт премияһы лауреаты, драматург 🔹Зөһрә Бураҡаева ижад иткән. 🔷 Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев, 🔹ҡуйыусы рәссамы Ләйсән Хөсәйенова, 🔹композитор Магуля Мезинова, 🔹хореограф – Роберт Амиров, 🔹яҡтылыҡ буйынса рәссам - Денис Черепанов, 🔹режиссер ярҙамсыһы - БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Хәлимә Юлмөхәмәтова. Спектаклдә БР-ҙың атҡаҙанған артисы Рәмзил Сәлмәнов, Байегет Мөхәрләмов, Динислам Сафин/Вадим Ҡылысов, Лилиә Исҡужина, Рушанна Бабич, Нәркәс Ҡалмырҙина, Шәһит Хамматов, Салауат Юлдашбаев, Әбйәлил Үтәбаев, Венер Сөнәғәтов, Вадим Хәйруллин уйнай. 📍 Бөгөн сәғәт 19.00-дә башлана.
Барығыҙ һәм мөғжизәле донъяны күреп, хайран ҡалып ҡайтығыҙ! 🔥

Һомғол буйлы, ҡара сәсле Беҙҙең Башҡорт ҡыҙҙары. Йөҙҙәренән нурҙар балҡый, Өтөп ала күҙҙәре. Мәүлиҙә ҠАШҠАРОВА. Видео: Гөлсөм Хөсәйенова.