611
Subscribers
No data24 hours
No data7 days
-230 days
Posts Archive
📌 Әбйәлил республикабыҙҙың иң матур райондарының береһе. Халҡы уңған, шуға тормоштары етеш һәм мул, тип уларҙы маҡтарға ла яратабыҙ.
Салауат ятҡылығында геология разведка эштәре башланыуға бәйле ваҡиғаларҙы ситтән бер аҙ күҙәткәндән һуң, әбйәлилдәрҙең егәрлелегенә, етеш тормошона һәм әлеге ваҡиғаларға ҡарата анализ эшләп ҡарарға нийәт иттек.
«Беҙ шул Магнит иҫәбенә йәшәйбеҙ инде». Әбйәлилдәр йыш ҡына шулай ти. Сөнки район ир-егеттәренең күбеһе Әбйәлилдән 30-40 саҡырым алыҫлыҡта урынлашҡан ГОРОДта, атап әйткәндә, Рәсәйҙәге һәм БДБ илдәре араһындағы иң ҡеүәтле предприятие - Магнитогорск металлургия комбинатында эшләй. Хеҙмәт шарттары ябай түгел - ҡатмарлы, предприятиенан экологик зарар ҙа юҡ түгел – бар. Әммә Магнит халҡы кеүек әбйәлилдәр ҙә был һорауҙарға күҙ йома, сөнки – эш урындары бар - хеҙмәт хаҡы юғары! Ир-егеттәр сәләмәтлек өсөн зарарлы тип һис кенә лә ошо эштәренән баш тартырға ашыҡмай – уның ҡарауы донъялары бөтөн, төҙөк, ғаиләләре ҡәнәғәт. Әбйәлил ҡатын-ҡыҙҙарының да күбеһе тап ошо комбинат иҫәбенә табыш-килем ала – улар ҡаланың төрлө ойошма, үҙәктәрендә эшләйҙәр.
▶️Ә бит бөгөн ярты миллион халҡы булған ҡала буш урында барлыҡҡа килмәгән. Тап 1930 йылда Магнит тауы итәгендә комбинат төҙөлөү арҡаһында ғына Әбйәлилдәрҙең үҙ ГОРОДы бар һәм был ҡала тап ошо комбинат иҫәбенә генә Көньяҡ Уралдағы иң ҙур мәҙәни-эшлекле үҙәктәрҙең береһе булып иҫәпләнә. (Ошо урында БСК, Шахтау, Стәрлетамаҡ ҡалаһы кеүек үк тип сағыштырғы килә). Баймаҡ, Бөрйән халҡынан айырмалы Әбйәлил ауылдарында йәшәүселәрҙең ит, һөт, май, йомортҡаһын алып барып һатыр урын да булып тора ГОРОД. Шулай итеп, йәшәйеш үҙе дәлилләй – хеҙмәт урындары, кешеләргә эшләр өсөн предприятиелар булған урындарҙа тормош йәнле.
▶️ Әммә иғтибарҙы тағы бер мөһим әйбергә йүнәлтәйек - Әбйәлилдәрҙең күбеһе төп налог - килем һалымын күрше төбәктә түләй. Булған аҡсаларын да ана шул ГОРОДҡа барып бөтөрөп ҡайта. Ә бына социаль мәсьәләләрҙең сиселешен – урындағы власть вәкилдәренән һәм Башҡортостан етәкселегенән таптыра. Балаларға йәсле- баҡсалар, йәштәргә бөтә инфраструктураһы булған ерҙәр кәрәк. Бөгөн ауыл клубтарын йүнәтеү проблемаһын, юлдар һәм күперҙәр ремонтлау, күп ҡатлы йорттарҙың инженер селтәрҙәрен алыштырыу, урындағы ҡаҙанлыҡтарҙы яңыртыу һәм башҡа бик күп һорауҙар күтәрә.
▶️Тап халыҡты хеҙмәт урындары менән тәьмин итеү, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн урындағы ҡаҙнаны тулыландырыу маҡсатында республикала инвестиция проекттарына һуңғы йылдарҙа ҙур иғтибар бүленә. Республика буйынса төрлө йүнәлештәге предприятиелар күпләп асыла.
Проекттар, мәғлүм, заман талаптарына ярашлы әҙерләнә. Шул уҡ 20-се быуат башындағынан айырмалы бөгөн экологик талаптар беренсе урында тора.
📍Салауат ятҡылығында геологоразведка эштәре алып барыу өсөн бирелгән лицензия – айырым кешеләр өсөн сираттағы сәйәси уйын икәнен инҡар итмәйек. (Ошо урында республика етәкселегенә йәнә ташланмаҫ элек, разведка эштәренә лицензияның республика тарафынан түгел, ә федераль үҙәктән бирелеүен айырым һыҙыҡ аҫтына алам).
💯Әбйәлил халҡына, ығы-зығыны туҡтатып, яңы предприятие етәкселегенә мөһим социаль бурыстар йөкмәтеү урынлы булмаҫмы икән? Мәҫәлән, урындағы халыҡты барыбер эшкә алмаясаҡтар тигән имеш-мимешкә ышанғансы, шул ойошма иҫәбенә сығарылыш уҡыусыларына илдең алдынғы вуздарында, махсус колледждарҙа йүнәлтмәле уҡытыу ойоштороу темаһын күтәреү, әле белем алып йөрөгән Әбйәлил студенттарынан кадрҙар резервын раҫлатыу. Бик тә бик булмаһа, Магнит менән Әбйәлил районы араһына иҫкергәндән һүтеп алынған стеланы булһа ла ҡуйҙыртыр инегеҙ. Уйлап ҡараһаң, әле райондың шул стеланы яңыртырлыҡ та аҡсаһы юҡ түгелме?
▶️Себер нимәһе менән ымһындыра – оло сәнәғәт предприятиелары һәм унда юғрары хеҙмәт хаҡы тәҡдим ителгән эш урындары булыуы менән. Тап шуға ла Урал аръяғы ир-егеттәренең күбеһе ғаиләләрен ташлап ситтә ғүмер уҙҙыра, балалар атай тәрбиәһе күрмәй үҫә. Ә һөрән һалырға яратыусылар – республикала эш урындары юҡ – шуға ирҙәр вахтаға китергә мәжбүр тип тип яр һала. Һәр яңылыҡты кире күренеш итеп ҡабул итеүселәр иһә үҙебеҙҙә яңы предприятиелар асылылыу темаһын бысраҡ сәйәсәткә әйләндерә һала.
Тыуған ауылына изге эш эшләгән, яҡташтарына ярҙам иткән һәм барлыҡ башланғыстарҙы күтәрмәләп торған, әүҙем гражданлыҡ позицияһы булған Башҡортостан халҡы был видеола."Атайсал - кесе Ватан" проекты сиктәрендә Өфөлә үткән "Ватан көсө - сила Отечества" республика форумынан күренештәр.
+4
📌Бөгөн “Атайсал – кесе Ватан” проекты сиктәрендә “Торатау” конгрес-холында “Ватан көсө – сила Отечества” республика форумы уҙҙы. Ул дүртенсе тапҡыр ойошторолдо.
✅7,5 меңдән ашыу ҡатнашыусы, 1,75 миллиард һумдан ашыу аҡсаға тормошҡа ашырылған 31 мең проект.
✅ 950 төҙөкләндерелгән балалар һәм спорт майҙансығы, 500-ҙән ашыу төҙөлгән һәм ремонтланған Хоҙай йорттары, меңләгән шишмә, зыярат, һәйкәл, обелиск тәртипкә килтерелгән.
“Былар барыһы ла беҙҙең “Атайсал” проекты тураһында әйтелгән, ул Башҡортостандың вайымлы халҡын һәм ситтә йәшәгән яҡташтарҙы берләштерҙе. “Атайсал” милли һәм дини сығышлы түгел. Ул - тыуған республикаңа, бында йәшәгән кешеләргә ҡарата эскерһеҙ һөйөү. Ә һуңғы йылдарҙа тағы ла ҡулдарына ҡорал алып Ватаныбыҙҙы махсус хәрби операцияла яҡлаған ир-егеттәребеҙгә ярҙам күрһәтеүҙең бер көслө ысулы”,- тип яҙған Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Йәшлек бит ул - йүгәнһеҙ ат,
Алдын бирмәй ҙә ҡуя.
Шул дәүер була бер ҡабат,
Китһә, килмәй ҙә ҡуя.
Ҡартлыҡ - ҡарт ат, туйҙа елмәй,
Елһә - үтмәй ҙә ҡуя.
Ҡартлыҡ һинән һорап килмәй,
Килһә - китмәй ҙә ҡуя.
Мәүлит ЯМАЛЕТДИН.
Видео: ishkinina.
📌Башҡортостандан егете - ММА буйынса Рәсәй чемпионы!
Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районынан 17 йәшлек Илнар Садиҡов ҡатнаш алыштар буйынса Рәсәй чемпионатында Чечня көрәшсеһен еңеп, алтын миҙал яулаған.
Афарин!🌹
"Бер аҙым алға баҫам да,
Әйләнәм мин артыма.
Ҡайҙа баҫҡандар икән тип,
Күҙ һаламын халҡыма"
Мәжит ҒАФУРИ.
Видео: Илгиз Сәғәҙиев улы Ибраһим менән. Өфө ҡалаһы.
Изге йома мөбәрәк булһын! ☀️📍 Бөрйән районы, Инсебикә ташынан асылған күренеш. Фото: Андрей Татарченков.
📌 Башҡортостан Республикаһының Ҡурайсылар дәүләт ансамбле гастролдәрен дауам итә.
✅ 19 май - Күмертау,
✅20 май - Салауат,
✅21 май - Стәрлебаш,
✅22 май - Мәләүез ҡалаһында.
📌 Өфөлә "Айыҡ ауыл" республика конкурсы еңеүселәрен тәбрикләнеләр.
💯Бына ул, иң айыҡ ауылдар:
🔥«Эре тораҡ пункттар» номинацияһында:
I урын – Балаҡатай районы, Билән ауылы;
II урын – Ауырғазы районы, Исмәғил ауылы;
III урын – Ҡариҙел районы, Абыҙ ауылы.
🔥«Ҙур тораҡ пункттар» номинацияһында:
I урын – Әбйәлил районы, Ҡаҙмаш ауылы;
II урын – Күгәрсен районы, Тәүәкән ауылы;
III урын – Бөрйән районы, Ырғыҙлы ауылы.
🔥«Урта тораҡ пункттар» номинацияһында:
I урын – Асҡын районы, Әмир ауылы;
II урын – Благовар районы, Яныш ауылы;
III урын – Стәрлетамаҡ районы, Айыусы ауылы.
🔥«Бәләкәй тораҡ пункттар» номинацияһында:
I урын – Ейәнсура районы, Кинйәбулат ауылы;
II урын – Борай районы, Алтайыу ауылы;
III урын – Туймазы районы, Бәйрәкәтүбә ауылы.
Барыһын да ҡотлайбыҙ! 🌹🎬Видео: "Йәшлек" гәзитенән. 📍 Конкурста I урын алған Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылы вәкилдәре йыр-бейеү менән килгән.
📌 "Башҡортостан геройҙары" программаһының төп этабына 150 кеше үткән.
✅ Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм ветерандар араһындағы республика кадрҙар программаһының онлайн танышыуҙар өлөшө тамамланған.
21 майҙа Евразия ФББҮ-ның Вуз-ара кампусында үтәсәк киләһе һайлап алыу этабына 150-гә яҡын кеше саҡырылған.
💯Уның һөҙөмтәләре буйынса 70 финалсы билдәләнә һәм квалификацияларын алмаштырып, остаздары менән эш башлай аласаҡ.
📍Шундай ҡыҙыҡлы факттар килтерелә:
🔹Ҡатнашыусыларҙың 95% - Башҡортостандан
🔹Уртаса йәштәре - 41
🔹Араларында - 3 ҡатын-ҡыҙ
"Башҡортостан геройҙары" проекты республикала Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән бойомға ашырыла, "Геройҙар ваҡыты" федераль программаһы үрнәгендә.
Йәш саҡ - дәртле саҡ.🔥
Кисәге ямғыр, йәшенгә ҡарамай Өфө йәштәре "Самауырлы ритайым" миҙгелен асып ҡайтҡан.
Видео: @bishbarmak_music
Күҙ - күңел көҙгөһө 😍
Хәйерле көн, кесе йома уңышлы үтһен!Фото: Алһыу Сөләймәнова.
РУВИКИ башҡорт телендә мәҡәләләр конкурсы ru.ruwiki.ru/wiki/Проек... иғлан итә. Маҡсат - РУВИКИның башҡорт бүлеген киңәйтеү, телде һаҡлау һәм үҫтереүгә мөһим өлөш индереү. Фән, тарих, әҙәбиәт, технологиялар - төрлө темаларға мәҡәләләр яҙығыҙ, белемегеҙ менән уртаҡлашығыҙ, бүләктәр отоғоҙ.
Конкурс 16 июнгә тиклем уҙа. Һәр яҙылған мәҡәлә өсөн ҡатнашыусы бер балл ала. Иң күп баллдар йыйған өс ҡатнашыусыны ноутбук, телефон, смарт-сәғәт кеүек бүләктәр көтә. Приздар алыу өсөн минимум 10 балл йыйырға кәрәк.
Конкурста ҡатнашыу өсөн нимә эшләргә?
▫️Конкурста теркәлеү формаһын тултырығыҙ: ru.ruwiki.ru/wiki/Проек...
▫️Башҡорт телендә 2000 символлы текст яҙығыҙ.
▫️Мәҡәлә РУВИКИ стандарттарына тап килергә тейеш: ru.ruwiki.ru/wiki/Рувик...
▫️Мәҡәләне конкурс таблицаһына индерегеҙ: ru.ruwiki.ru/wiki/Проек...
▫️Күберәк балл йыйыу өсөн тағы ла мәҡәләләр яҙығыҙ, уларҙың һаны сикләнмәгән.
▫️Һөҙөмтәләрҙе көтөгөҙ.
Һөҙөмтәләр 23 июндә иғлан ителәсәк. Конкурс ҡағиҙәләренең тулы йыйылмаһы: ru.ruwiki.ru/wiki/Проек...
Сығанаҡ: Башфонд.
📌 Башҡортостанда "Урал батыр" эпосы көнө буласаҡ!
Уны июнь айында билдәләү ҡарар ителеүен Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров кисәге Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының Бөтә Рәсәй съезында белдергән.
Сирень сәскәһе дүрт сатлы,
Бишлеһе - һирәгерәк.
Кемгә дүртлеһе етәлер,
Миңә бишлеһе кәрәк.
Биш сатлыһын бәхет, тиҙәр...
Бәхетем булмаҫ микән?
Бәхет эҙләп сыҡтым әле...
Юлдарым уңмаҫ микән?
Күңел эҙләй бишлеләрҙе...
Булырға тейеш бит ул!
Табалмайса йә һәләк бул,
Йә табып өҙөп ҡотол!
Өҙөп ал да сәйнә лә йот,
Бәхетем шул, тип уйла.
Бәхетте ниҙән юраһаң,
Бәхет ул шунан була.
Әнғәм АТНАБАЕВ.
💝Өфөлә сирендәр сәскә ата. Бәхетте әллә ҡайҙан эҙләмәгеҙ, һәр тыуған көнгә ҡыуанығыҙ һәм аяҙ күк йөҙөнөң, миҙгелендә сирень еҫенең ҡәҙерен белегеҙ!
