es
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

Ir al canal en Telegram
613
Suscriptores
+124 horas
Sin datos7 días
-930 días
Archivo de publicaciones
Уңышлы эш аҙнаһы теләйбеҙ! 🥰

❓Ә һеҙ ниндәй йәнһүрәтте иң беренсе күрһәтер инегеҙ? Яҙығыҙ 😉 Әйҙәгеҙ, үҙебеҙгә оҡшаған, матур, мәғәнәле йәнһүрәттәрҙе һанайыҡ әле.

Оло юғалтыу... РСФСР-ҙың, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фидан Сафа улы Ғафаров баҡыйлыҡҡа күскән. Бөгөнгә тик
Оло юғалтыу... РСФСР-ҙың, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фидан Сафа улы Ғафаров баҡыйлыҡҡа күскән. Бөгөнгә тиклем М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә матур образдар тыуҙырып, нисәмә быуын тамамашасыны моңло тауышы менән һөйөндөрөп ижад итеп йәшәне ул. Фидан Ғафаровтың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

📌 Иғтибар! Тиҙҙән май байрамдары етә, күптәр тәбиғәт ҡосағына ял итергә сығыр.
Ошондай ожмахтай хозур тәбиғәтебеҙҙе аңһыҙ рәүештә ҡыйламаһаҡ ине!
🔻Ҡырға сыҡҡанда үҙегеҙ менән мотлаҡ сүп-сар өсөн тоҡтар, бирсәткәләр алып сығығыҙ. 🔻Үҙегеҙҙең артығыҙҙан ҡый ҡалдырмағыҙ һәм, мөмкинлек булһа, башҡаларҙың да артынан таҙартып китергә тырышығыҙ.
Талантлы Асҡаровтар ғаиләһе төшөрөп һалған ошо видео уйланырға мәжбүр итер, тип ышанабыҙ.
Әйҙәгеҙ, тирә-яғыбыҙға һаҡсыл ҡарашта булайыҡ! 📍Ейәнсура районындағы юл буйында.

📌 Өфө районы Алексеевка ауылы мәҙәниәт йортоноң «Йәшмәләр» башҡорт халыҡ фольклор ансамбле Санкт-Петербург ҡалаһында Эрмитаж алдында Милли кейем көнө уңайынан яҙҙырған видео был. 💯Әйткәндәй, унда коллектив “Арт вызов" халыҡ-ара сәнғәт һәм ижад конкурсында 1-се урын яулап ҡайтҡан. Ә 26 апрелдә Илеш районында үткән "Ауаз" фестивалендә 3-сө урынға лайыҡ булғандар. Видео ансамбль етәксеһе Рита Камалованан.

"HAZINA" менән бергә рухығыҙҙы байытып ҡайтығыҙ ❤️‍🔥
"HAZINA" менән бергә рухығыҙҙы байытып ҡайтығыҙ ❤️‍🔥

📌 Башҡортостан Республикаһының Хореографтар берлеген булдырыу буйынса кәңәшмә үткән. Унда республиканың алдынғы бейеү коллек
📌 Башҡортостан Республикаһының Хореографтар берлеген булдырыу буйынса кәңәшмә үткән. Унда республиканың алдынғы бейеү коллективтары етәкселәре ҡатнашҡан. ✅ Берлек профессиональ хореографтарҙы, балетмейстерҙарҙы һәм бейеү сәнғәте эшмәкәрҙәрен тәжрибә уртаҡлашыу, ижади проекттарҙы тормошҡа ашырыу, башҡорт бейеү сәнғәтен Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдә танытыу маҡсатында берләштереүҙең күҙ уңында тота. 💯Хореографтар берлеге рәйесе итеп бер тауыштан Ф. Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле директоры Нәзир Байегетов һайланған. Берлектең советын БР-ҙың халыҡ артисы Әлфиә Тимерғәзиева етәкләйәсәк. Советҡа шулай уҡ Рим Әбделмәнов, Аревик Гугасян, Рим Асҡаров һәм Азат Нәбиуллин ингән.

Еләк сәскә атҡан!
Стәрлетамаҡ театры артисы Физәлиә Рәхимова баҡсаһында ер еләге сәскә атҡан, тип хәбәр итә. Быйылғы йыл ғәжәйеп инде ул🙀

Хәйерле йәкшәмбе иртәһе! ☀️ Ирәндек итәгендә утлап йөрөгән йылҡыға һоҡланып, хозурланып алыуҙан башлайыҡ әле көнөбөҙҙө. 🥰 Фо
+4
Хәйерле йәкшәмбе иртәһе! ☀️
Ирәндек итәгендә утлап йөрөгән йылҡыға һоҡланып, хозурланып алыуҙан башлайыҡ әле көнөбөҙҙө. 🥰 Фотолар авторы - Фәрит Нәбиуллин, Баймаҡ районы.

Йәштәребеҙ - шәп, шөкөр.
Шулай тибеҙ, ошо арала көндәр йылынғас, Салауат Юлаев майҙанында йыйылып, йырлап, бейеп, аралашып матур итеп ваҡыт уҙғарған йәштәребеҙгә һоҡланыуыбыҙҙы йәшермәй. Киләсәгебеҙ аҡыллы, айыҡ, белемле һәм алдынғы ҡарашлы йәштәр ҡулында!

"Йәшәһен башҡорт теле!"
- бына шулай ти урмансылар. 🔷Бөгөн Өфө лимонарийында БР Урман хужалығы министрлығы хеҙмәткәрҙәре, Өфө урман техник техникумы уҡытыусылары һәм студенттары, лимонарий хеҙмәткәрҙәре Башҡорт теленән диктант яҙыу халыҡ-ара акцияһына ихлас ҡушылды. 🔻
"Ҡапыл ғына ойошоп, быйыл үҙебеҙҙең лимонарийҙы ла башҡорт телендә диктант яҙырға булдыҡ. Беҙҙә 27 хеҙмәткәр эшләй, бөгөн 7-һе яҙҙы. Инде йыл һайын да үткәрербеҙ",
- ти Өфө лимонарийы етәксеһе Фәриҙә Садиҡова. 🔹Быйылғы текст темалары Ватанды һаҡлаусыларға, Бөйөк Ватан һуғышында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, тыныслыҡ һәм берҙәмлеккә арналғайны. 🔹Яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманованың ижадынан өҙөктө" Йәшлек" гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков уҡып ишеттерҙе. 🔻Әйткәндәй, иң йәш ҡатнашыусыны эҙләйҙәр ине. Бында Диана исемле ике йәшлек ҡыҙыҡай әсәһенең Диктант яҙыуын: "Атай тип яҙ, әсәй тип яҙ", - тиеп күтәрмәләй-күтәрмәләй ултырҙы. Үҙе лә белгәненсә сыймаҡланы.

Баш ҡалала хуш еҫле муйыл сәскә атҡан! 🥰
+3
Баш ҡалала хуш еҫле муйыл сәскә атҡан! 🥰

Тиҙҙән оҙайлы ялдар, атай йортона ҡайтаһығыҙмы?
Видео: bash.vib

📌 Башҡорт теленән диктант яҙыу сараһы үтә бөгөн. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров сәхифәһендә был акцияға әүҙ
+4
📌 Башҡорт теленән диктант яҙыу сараһы үтә бөгөн. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров сәхифәһендә был акцияға әүҙем ҡушылырға саҡырған.
"Туған телебеҙҙе пропагандалауға үҙ өлөшөгөҙҙө индереп, уға ихтирам һәм һөйөүегеҙҙе күрһәтеп, халыҡсан акцияға ҡушылығыҙ, дуҫтар. Туған тел һәм берҙәмлек байрамы менән!"
- тип яҙған Радий Фәрит улы. ✅ Әйткәндәй, акция сәғәт 11-ҙә башлана.

Башҡортостан! Тамсы нурыңа ғына Тиңләй алһам ине йырымды. Һинең кеүек, йомарт бүлһәм ине Башҡаларға йөрәк йылымды. Рауил БИКБ
+5
Башҡортостан! Тамсы нурыңа ғына Тиңләй алһам ине йырымды. Һинең кеүек, йомарт бүлһәм ине Башҡаларға йөрәк йылымды. Рауил БИКБАЕВ. Фото: Ангелина Сөнәғәтуллина.

Хәйерле көн! ☀️ Видео: salo_watt

Осрашҡанға тиклем!
тибеҙ, сөнки башҡорт теленән диктант яҙыуҙан ятып ҡалмаҫһығыҙ инде? 😊

💯Популяр йырсы Irdan ауылдан видео менән бүлешкән.
"Ошо моңдо ишетһәм, гел ауыл иҫкә төшә",-
тигән ул һәм улы тәүге тапҡыр мотоциклда йөрөнө, тип хәбәр иткән. 🔻Әйткәндәй, һеҙҙең яҡта һыйырҙарға нисек инәү һалалар? Бында ана, күккә буяғандар😊

"Тирмә - киләсәккә ишек"
тип аталған күргәҙмә асылды бөгөн Өфөләге "Торатау" конгресс-холында. 🟡Уның авторы - боронғо башҡорт тирмәләрен эшләүсе оҫта Ғәлинур Зарипов.
Оҫта тирмәләрен имәндән эшләй. Серемәй, ныҡлы була ти.
🔶Был матурлыҡты 2025 йылдың 10-сы майына тиклем барып күрергә мөмкин. 💯Бөгөн, 24 апрелдә, күргәҙмәгә инеү бушлай. 🟡Башҡа көндәрҙә түләүле буласаҡ. Хаҡы - 300 һум. 🟡Алдан яҙылырға кәрәк: +7 (961) 046-23-56

"Халыҡтар араһында дуҫлыҡ беҙҙән башлана",
- тип яҙған ҡыҙҙар. Видео: Динара Кашаева.