en
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

Open in Telegram
613
Subscribers
No data24 hours
No data7 days
-930 days
Posts Archive
📌"Турахан" визит-үҙәгендә Ҡарғатуй үткән. Ҡарға бутҡаһын ашарға ғәм халыҡ йыйылған, 800 кешегә етерлек бутҡа бешерелгән. Бай
+8
📌"Турахан" визит-үҙәгендә Ҡарғатуй үткән.
Ҡарға бутҡаһын ашарға ғәм халыҡ йыйылған, 800 кешегә етерлек бутҡа бешерелгән.
 Байрамда уйындар, йыр-бейеүһеҙ ҙә булмай. 🔥 Иң ҡыҙыҡлыһы - боронғо самауырҙар конкурсы булған. Унда 1905-1907 йылда сығарылған самауыр еңеүсе тип табылған, хужаларына иҫтәлекле бүләктәр тапшырылған. Күсмә халыҡтарҙың Евразия музейы үткәргән был байрам Рәсәйҙә халыҡтар берҙәмлеге йылына һәм Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған. Ойоштороусылар Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһына, ЯСЙ "Туҡланыу үҙәге"нә, "Ағинәй" ойошмаһына һәм Мең ырыуы вәкилдәренә рәхмәттәрен белдергән. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro

Яна йөрәк ❤️‍🔥 "пожарник кәрәк" - тиер инеләр элек 🤭 ZaGa - Заһир Ғәлиәкбәров атлы йәш йырсы тиҙҙән яңы йыр көтөгөҙ, тигән. Нисек?

📌 Беҙҙең ҡыҙ - "Рәсәйҙең йәш һылыуҡайы" Нефтекама ҡалаһынан 6 йәшлек Әминә Мостаева Мәскәүҙә үткән "Рәсәйҙең йәш һылыуҡайы"
+1
📌 Беҙҙең ҡыҙ - "Рәсәйҙең йәш һылыуҡайы" Нефтекама ҡалаһынан 6 йәшлек Әминә Мостаева Мәскәүҙә үткән "Рәсәйҙең йәш һылыуҡайы" конкурсында Гран-при яулаған. Конкурста ҡыҙ стилләштерелгән башҡорт костюмында, ҡупшы күлдәктә һәм "Дингеҙ бризы" стилендә сыҡҡан. Был ҡыҙыҡайҙың икенсе ҙур еңеүе икән. Быға тиклем ул "Мисс Ҡаҙан - 2026" конкурсының Гран-приһына лайыҡ булған. Kidsstar модель мәктәбендә бер йыл шөғөлләнә.

Хәйерле көн! ☀️
Малдар көтөүгә сыҡтымы?
Видео: Рәсимә Хөсәйенова.

📌 Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған күргәҙмә асылған. М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы үҙенсәлекле
📌 Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған күргәҙмә асылған. М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы үҙенсәлекле күргәҙмәгә саҡыра. Ул Рәсәй һәм Башҡортостан рәссамдарының музейҙа һаҡланған 151 әҫәренән тора. 🔹 Күргәҙмәлә XX быуат башынан XIX быуаттың 20-се йылдарына тиклем ижад ителгән әйберҙәр ҡуйылған. Был ғаилә ҡиммәттәренең үҙгәрештәрен дә күрергә ярҙам итә. 🔹 Бында картиналар ғына түгел, фарфорҙан, кейеҙҙән һәм башҡа материалдан эшләнгән әйберҙәр ҙә бар. 🔹 Мәскәү һәм Өфө рәссамдары менән бер рәттән Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Ишембай, Бәләбәй оҫталарының эштәре күрһәтелгән.
Айырыуса Силәбе өлкәһе Ҡыҙыл ауылынан алып киленгән ҡомартҡылар ҡыҙыҡлы.
Күргәҙмә музейҙың яңы бинаһының икенсе ҡатында өс залда ҡуйылған. 📍 Уны 24 майға тиклем барып күрергә мөмкин. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro

📌Еңеүгә арналған шахмат ярышы "Берҙәм Рәсәй" штабында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 йыллығына арналған шахмат ярышы үткән
+5
📌Еңеүгә арналған шахмат ярышы "Берҙәм Рәсәй" штабында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 йыллығына арналған шахмат ярышы үткән. "Ватанды һаҡлаусылар" фонды ойоштороу эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан һәм республиканың төрлө райондарынан махсус хәрби операция ветерандарын көс һынашырға саҡырған.
💯 "Яу ҡырынан ҡайтҡан яугирҙар өсөн был шахмат хәрәкәтенә ҡушылып китеү һәм иптәштәре менән күрешеү өсөн бик яҡшы сәбәп",
- ти фонд етәксеһе, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина.

Башҡорт милли биҙәүестәрен таҡҡан ҡыҙҙар🔥 Видео: Диана Шаһапова.

"Ялсыҡайға аҡҡоштар ҡайтты",
- тип хәбәр итә Көйөргәҙе районының "Юшатыр" гәзите. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro

Бөтә донъя Ҡояш көнө менән, төркөмдәштәр! ☀️ Тормошоғоҙҙо нурға күмгән ҡояшлы көндәр күберәк булһын, тип теләйбеҙ 🥰 📍 Мәләү
+1
Бөтә донъя Ҡояш көнө менән, төркөмдәштәр! ☀️ Тормошоғоҙҙо нурға күмгән ҡояшлы көндәр күберәк булһын, тип теләйбеҙ 🥰 📍 Мәләүез районы урмандарында ҡорҙар. Фото: Рәмил Хәмитов.

📌Тере этнография: музей үҙе килгән Халыҡтың тарихын экранда ғына күрһәтеп булмаған осраҡта нисек һөйләргә һәм аңлатырға? Уны
+4
📌Тере этнография: музей үҙе килгән
Халыҡтың тарихын экранда ғына күрһәтеп булмаған осраҡта нисек һөйләргә һәм аңлатырға?
Уны ҡул менән тотоп ҡарау мөмкинлеген бирергә кәрәк. 30 апрелдә БР Милли музейы хеҙмәткәрҙәре Өфө хосписында үҙенсәлекле сара ойошторған. Был лекция йәки экскурсия ла түгел. Өлкәндәр башҡорт милли кейемдәренең үҙенсәлеген, тарихын ҡул менән тотоп ҡарап өйрәнгән. Этнографтар уларға бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр ҙә еткергән: кейемгә ҡарап, кешенең ҡайһы ырыуҙан, ниндәй төбәктән булыуын да айырып булған. ⚡БР Милли музейы хәрәкәт мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн киләсәктә бындай күсмә этнография күргәҙмәләрен дауам итергә ниәтләй.
Музей - ул быяла аҫтындағы күргәҙмә генә түгел, ә йәнле һәм шәфҡәтле сара ла.

Зәйнетдиновтарҙың ғаилә ансамбле 🔥 Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro

Тик ултырмайбыҙ, телде сарлайбыҙ😉 Видео: Регина һылыуҙан.

⭐2 май - совет ғәскәрҙәре фашистик Германияның баш ҡалаһын - Берлинды алған көн. 🔥 Бөгөн беҙ ил именлеге, донъя тыныслығы өс
2 май - совет ғәскәрҙәре фашистик Германияның баш ҡалаһын - Берлинды алған көн. 🔥 Бөгөн беҙ ил именлеге, донъя тыныслығы өсөн йәнен аямай көрәшкән яҡташтарыбыҙҙы, батыр ата-олатайҙарыбыҙҙың ҡаһарманлығын иҫкә алабыҙ.
Берлинды һәм Рейхстагты штурмлауҙа ҡатнашҡан бихисап яҡташ яугирҙарыбыҙ араһында төрлө милләт вәкилдәре булған.
🔹 Сығышы менән Баймаҡ районынан булған һәм 301-се уҡсылар дивизияһының 1050-се полкы менән командалыҡ иткән, Гестапо һәм Берлин Авиация министрлығын алыуҙа ҡатнашҡан яугирыбыҙ Исхаҡ Ғүмәровтың исеме яҡшы таныш. Ул 1945 йылдың 2 майында сәғәт иртәнге 4-тә Империя канцелярияһы һәм Гитлерҙың бункеры баҫып алынды, тип хәбәр итә. 🔹 Республикабыҙҙың Мишкә районы Янағош ауылынан Ғәзи Заһитов тәүгеләрҙән булып Рейхстаг башына Ҡыҙыл байраҡ ҡаҙай. Ул милләте менән татар була. 🔹 Тағы ла бер шундай уҡ еңеүсе яҡташыбыҙ - Ҡалтасы районы Яңы Килбаҡты ауылынан мари кешеһе Байдемир Япаров. Ул 30 майҙа 4 кешенән торған төркөм менән Еңеү әләмен беркетә.
Тыуған ил һәм аяҙ күк йөҙө өсөн көрәшкән, Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтҡан барлыҡ батырҙарыбыҙға мәңгелек дан! 🔥

Һиллек...😻 Хәйерле көн ☀️ 📍 Асҡын районы Солтанбәк ауылы Видео:Ләйсән Суфиянова. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro

📌 Салауат Юлаев һәйкәленең торошо бик насар, тип әйткәйнеләр инде. Күҙәтеү советы ағзалары быны үҙ күҙҙәре менән барып күргән - сираттағы кәңәшмә Өфөләге цехта үткән. 📍 Улар күргән һәм ишеткәндәрҙе ошо видеола ҡарарға була: https://vkvideo.ru/video-229671171_456239066

Таныштарығыҙҙы башҡортса ҡотлағыҙ😉 Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы һәм "Башҡортостан бөгөн" каналы проекттарының береһе был. Фонд етәксеһе Гөлназ Йосопова ярҙам итә.

📌Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров республика халҡын Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән ҡотланы. Республика етәксеһе
📌Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров республика халҡын Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән ҡотланы. Республика етәксеһе "Өфө - хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" стелаһына сәскәләр һалды һәм барыһын да байрам менән тәбрикләне. Тәүҙә ул Рәсәй Президенты Владимир Путин указы менән Өфө һәм Ишембай ҡалаларына лайыҡлы рәүештә "Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" исеме бирелеүе, бының иңдәренә ил хәстәрен алған быуынға ихтирам сағылышы булыуын билдәләп үтте. Бөгөн дә был ҡалалар әүҙем үҫешә, быуындар бәйләнеше дауам итә.
💯 "Республика, илебеҙ кеүек үк, еңел булмаған осорҙа йәшәй. Белеүегеҙсә, Президентыбыҙ яңыраҡ был осорҙо Рәсәй тарихында һынылышлы мәл, тип атаны. Был ысынлап та шулай. Һәм был һынылышты республика, халҡыбыҙ бөтә быуындар ғорурланырлыҡ намыҫ менән үтә. Яугирҙарыбыҙҙы бөтә кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеү, улар имен-һау әйләнеп ҡайтһын өсөн барыһын да эшләйбеҙ. "Барыһы ла Еңеү өсөн", тип йәшәйбеҙ. Бөтәгеҙҙе лә Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән ҡотлайым. Бөгөн беҙ тормош бара, үҫеш бар, көсөбөҙ бар, иңебеҙгә ятҡан барлыҡ һынауҙарҙы лайыҡлы үтәсәкбеҙ, тигән ҡыуаныслы тойғо менән уяндыҡ",
- тине Радий Хәбиров.

📌 Белоретта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә тыныс, тулы тормошҡа яраҡлашырға ярҙам итеү үҙәг
+6
📌 Белоретта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә тыныс, тулы тормошҡа яраҡлашырға ярҙам итеү үҙәге асылған. "Урал" гәзите хәбәр итеүенсә, ярҙам үҙәге "бер тәҙрә" принцибы буйынса эшләйәсәк. Бында психологик, юридик, социаль-көнкүреш, эшкә урынлашыу һәм белем алыу йәһәтенән ярҙам алырға, медицина реабилитацияһы үтеп буласаҡ.
💯 "Булған мөмкинлектәрҙе иҫәпкә алып, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн үҙ йортобоҙҙо булдырыу өсөн бина һайлап, ремонт эштәре башланыҡ. Үҙәк яугирҙарыбыҙ, уларҙың яҡындары йыйыла торған урын буласаҡ. Бында музей ҙа эшләйәсәк. Махсус хәрби операцияға киткәндәрҙең, тылда ярҙам иткәндәрҙең бөтә мәғлүмәттәрен йыясаҡбыҙ. Беҙгә тарихты, белореттарҙың тылда башҡарған хеҙмәт батырлыҡтарын мәңгеләштереү бурысы ҡуйылған. Үҙәк оҙаҡ йылдар эшләйәсәк һәм бынан беҙҙең бөтә һалдаттарға һәм барыбыҙға ла ҙур файҙа буласаҡ",
- ти Белорет районы хакимиәте башлығы Азат Хәкимов.

📌"Беҙҙекеләр йәнә беренсе!" - тип һөйөнсөләгән Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм жу
+2
📌"Беҙҙекеләр йәнә беренсе!"
- тип һөйөнсөләгән Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина. Ул етәкләгән факультет студенттары йәнә Төрки телдәре һәм әҙәбиәте буйынса Таулы Алтайҙа ойошторолған Бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңеүсе булған.
💯 "Бишенсе йыл рәттән Өфө фән һәм технологиялар университеты командаһына етеүсе юҡ. Афарин, йәштәр, һынатманығыҙ! Команда беренселегенән тыш, һәр студентыбыҙ тел һәм әҙәбиәт буйынса күрһәткән тәрән белеме өсөн махсус Диплом һәм Маҡтау ҡағыҙына ла лайыҡ булды. Көслө уҡытыусылар көслө студенттар әҙерләй... Коллегаларыма ҙур рәхмәт",
- тип яҙған сәхифәһендә Гөлфирә Риф ҡыҙы. Ҡотлайбыҙ! 👏

Ниндәй йыр, танынығыҙмы? 🥰 Видео: Арыҫлан Оморҙаҡов.