fa
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

رفتن به کانال در Telegram
617
مشترکین
-224 ساعت
-27 روز
-430 روز
آرشیو پست ها
ҠАШМАУ Ҡатын-ҡыҙға биҙәнергә кем һуң ҡушмай?! Башҡайыма кейәм әле затлы ҡашмау! Ебәк епкә теҙгән һымаҡ сын мәрйенде, Тапҡыр,
ҠАШМАУ Ҡатын-ҡыҙға биҙәнергә кем һуң ҡушмай?! Башҡайыма кейәм әле затлы ҡашмау! Ебәк епкә теҙгән һымаҡ сын мәрйенде, Тапҡыр, зирәк һүҙ биҙәһен телмәремде. Мәлен белеп, тәмен тойоп һөйләмәһәм, Телкәйемә ҡайҙан ҡунһын моңло аһәң! Сылтыраған сулпыларҙай сың-сың ғына, Башҡорт ҡыҙы өндәшәлер тын-тын ғына. Ҡашмауымдың арҡа тотҡан арҡалығы - Ҡойроғонда сағылалыр бар ҡылығым! Килен булып төшкән ерҙең мин олоно, Шәжәрәнең башлай алһам ҙур, оҙонон. Зат-ырыуҙың бәҫен һаҡлап, булмаҫ артыҡ Ҡашмауымдың ҡойроғона теҙәм аҡыҡ. Фирүзә лә яҡут таштар, йә зөбәржәт Ян-яғынан биҙәр уны, һай, булыр шәп! Игәү менән тишеп ҡуям ҡортбаш төбөн, Йыймаһын ул был донъяның ҡыйын-сүбен. Үҙ-үҙенә ала ҡалһа ят ҡарашты, Таҙартһын да яҡтыртһын ул бар тарафты. Тарих һөйләр көмбәҙле лә тәңкәләре, Ҡот, бәрәкәт бөркөп тора тамғалары. Арҡамды төҙ тотамын да, Атлайым мин, Эй ҡашмауым, күңелемде паклайһың һин! Тамара ИСКӘНДӘРИӘ. 🌸Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеме көнө менән! Беҙ МАХ-та

💯 "Ағас күрке - япраҡ, әҙәм күрке - сепрәк",
- тиелә башҡорт халыҡ мәҡәлендә. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ уңайлы һәм күркәм кейемдәрҙе бынан күп йылдар элек үк уйлап тапҡан һәм кейгән. Беҙгә ошо төрлөлөктө һәм зауыҡты һаҡлап ҡалырға, йәш быуынға тапшырырға ғына ҡала. 📍 Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров указына ярашлы йылына ике тапҡыр үткәрелгән Милли кейем көнө ошо бурысты атҡарыуға булышлыҡ иткән сараларҙың береһе. Ул беҙгә милли кейемдәребеҙҙе һандыҡ төбөнән алып, урамға кейеп сығырға, бар донъяға ошо матурлыҡты күрһәтергә этәрҙе. Тәүҙә һәр кем өйөндә кейеп ҡарап, фото-видеоға төшөрөп, флешмобтарҙа ҡатнашыуҙан башланған эш, бөгөн ҙур байрамға әүерелде.
🔥 Башҡорт милли кейемен кейеп йөрөү - модалы. Бына шулай.
Байрам менән! ❤️ Видео: Миләүшә Хәйбуллина. Беҙҙең менән ҡалығыҙ МАХ

📌 Башҡорт аттары хеҙмәткә юлланған. Донецк Халыҡ Республикаһына Өфөнән 10 ат ебәрелгән. Уларҙы Башҡортостан яугирҙары һорап
+4
📌 Башҡорт аттары хеҙмәткә юлланған. Донецк Халыҡ Республикаһына Өфөнән 10 ат ебәрелгән. Уларҙы Башҡортостан яугирҙары һорап алған.
"Сыҙамлы, эшкә түҙемле атҡайҙар территорияны патрулләргә ярҙам итәсәк. Был яуаплы һәм еңел булмаған эшкә" Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк бүлексәһе, Баймаҡ, Иглин, Миәкә райондары хакимиәттәре "Башҡорт аты" башҡорт тоҡомло аттарҙы өйрәнеү буйынса ғилми-тикшеренеү институты менән берлектә иң көслө аттарҙы һайлап алды. Һәр береһенең бөтә кәрәк-ярағы бар. Башҡорт аты һәр ваҡыт яҡташтарыбыҙға ышаныслы яуҙаш булған. Әле лә шулай булып ҡала. Хәйерле юл!"
- тип яҙған был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров. Яугирҙарға ышаныслы терәк, күңел йыуанысы булһын был аттар һәм хеҙмәттәрен еңеләйтһен 🙏 Беҙҙең менән ҡалығыҙ МАХ

📌Башҡортса яңы фильм әҙер!
"Атайсал" фильмы әҙер һәм уны беренсе булып Мәскәүҙә күрһәтәсәктәр.
Кинотаҫма Халыҡ-ара Мәскәү фестивале сиктәрендә тәҡдим ителә. Ул кесе Ватанға арналған иң яҡшы 6 фильм араһына ингән. 📍 18 апрель сәғәт 18:30 - Москино "Поклонка" кинотеатры: Еңеү майҙаны, 3 - "Еңеү паркы" метро туҡталышы. 📍 19 апрель сәғәт 19:00 "КАРО 11 Октябрь" кинотеатры, 4-се зал: Яңы Арбат урамы, 25 - "Смоленская" метро туҡталышы. "Атайсал" фильмын "Башфильм" коммерция булмаған ойошма Ә. Абдразаҡов исемендәге "Башҡортостан" киностудияһы менән берлектә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Гранттары фонды аҡсаһына төшөргән. Ҡуйыусы режиссер һәм идея авторы Рөстәм Шәйхетдинов, сценарий авторы - Шәүрә Шәкүрова. Беҙ МАХ-та

📌В. Ғ. Сәхәүетдинов исемендәге 21-се дауаханала музей асылды. Уның төп күргәҙмәләре дауахана тарихына һәм билдәле ғалим, хир
+1
📌В. Ғ. Сәхәүетдинов исемендәге 21-се дауаханала музей асылды.
Уның төп күргәҙмәләре дауахана тарихына һәм билдәле ғалим, хирург Венер Сәхәүетдиновҡа арналған.
🔹 Венер Ғәзиз улы 1982-1989 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтын етәкләй. Ул - медицина фәндәре докторы, Рәсәй Федерацияһының һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, СССР-ҙың уйлап табыусыһы, Рәсәй һаулыҡ һаҡлау отличнигы. 🔹 Республикала микрохирургия һәм колопроктологияға нигеҙ һалыусы, уның асыштары республика, Рәсәй, Италия, Польша, Германия, Австрия, Нидерландтар, Бөйөк Британия, Финляндия, АҠШ-та үткән форумдарҙа танылыу таба һәм хирургия ярҙамында һауыҡтырыу һөҙөмтәләрен яҡшыртырға, операция һөҙөмтәһендә алған травманы кәметергә ярҙам итә. 🔹 Ғалим 400-ҙән ашыу хеҙмәт авторы, шуларҙың 150-һе үҙәк һәм сит ил баҫмаларында донъя күргән, 10 монографияһы, 21 уйлап табылған нәмә һәм 60-тан ашыу камиллаштырыу буйынса тәҡдим авторы. Ул етәкселек иткән йылдарҙа көслө хирургия мәктәбе барлыҡҡа килә. 🔹 Сәхәүетдинов башланғысында Башҡортостанда санитар авиация һәм вуз уҡытыусылары ҡатнашлығында күсмә медицина күҙәтеүе үҫешә. Бына шундай арҙаҡлы башҡорт улына арналған музей асылыуы - һөнәри күсәгилешлек һәм Ватан медицинаһы традицияларына ҡарата ихтирам сағылышы.
"Был күргәҙмә атаҡлы табип һәм ғалим тураһында хәтерҙе һаҡлар, медиктарҙы һәм йәштәребеҙҙе табип бурысына тоғро булырға, фәнни эҙләнеүҙәргә һәм даими үҫешкә илһамландырыр, тип ышанам",
- тине БДМУ ректоры Валентин Павлов. Беҙ МАХ-та

📌 Р. Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институтының Археология һәм этнография музейында яңы күргәҙмә асылған. 💯 "Ба
+3
📌 Р. Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институтының Археология һәм этнография музейында яңы күргәҙмә асылған. 💯 "Башҡорт еләне: традициялар, образдар, мәғәнәләр" тип аталған күргәҙмә Башҡортостан халыҡтарының милли кейеме көнөнә һәм музейҙың 50 йыллығына арналған. Музейҙа тәүге тапҡыр башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейеме еләндән торған ҙур экспозиция эшләй. Бында Археология һәм этнография музейы менән Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт гимназия-интернатының тарихи-крайҙы өйрәнеү музейында һаҡланған ҡомартҡылар ҡуйылған. 🔹 Бигерәк тә 2024 йылда этнографтар тарафынан Ейәнсура районында табылған елән ҡыҙыҡлы, тип хәбәр итә ойоштороусылар. 📍 Күргәҙмә 2026 йылдың 1 октябренә тиклем эшләйәсәк.
Мотлаҡ барып күрегеҙ 🔥
Беҙҙең менән ҡалығыҙ МАХ

Томан бер мәл таралыр 🏔️
Хәйерле көн ☀️ 📍 Торатау, Ишембай районы. Видео: toratau_horses. Беҙҙең менән ҡалығыҙ МАХ

📌 Бына шундай бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәт менән уртаҡлашҡан төркөмдәштәр. Беҙ МАХ-та
+5
📌 Бына шундай бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәт менән уртаҡлашҡан төркөмдәштәр. Беҙ МАХ-та

📌 Башҡорт халҡының милли уйын ҡоралы - ҡурайҙы ҡаҙаҡ дуҫтарыбыҙға бүләк иткәндәр. Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы, билдәле ҡурайсы Арыҫлан Оморҙаҡов Ҡаҙағстандағы гастролдәр мәлендә ҡурайҙы сәхнәлә уйып, уйнап, бүләк итеп ҡалдырған.
💯 Ул сәхнәлә уйып, эшләп алған ҡурайҙа ҡазаҡтарҙың "Әсә тураһында йыр"ын башҡарып, барыһын да таң ҡалдырған.
Башҡортостан дәүләт филармонияһы коллективы "Һауа һәм ер һулышы" концерты менән гастролдәрҙә булған. Ҡурайсы Ғ. Жубанова исемендәге Аҡтүбә филармонияһы оркестрына үлән ҡурай бүләк иткән 🔥 Видео: Роза Заһиҙуллина.

📌Дыуан районында "Сыңрау торна" башҡорт фольклорының III төбәк фестиваль-конкурсы үткән. Быйыл сара Башҡортостанда Ҙур һәм т
+8
📌Дыуан районында "Сыңрау торна" башҡорт фольклорының III төбәк фестиваль-конкурсы үткән.
Быйыл сара Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған.
Унда Балаҡатай, Салуат, Дыуан райондары һәм Сибай ҡалаһы оҫталарының ҡул эштәренән сағыу күргәҙмә ойошторолған. Шулай уҡ баһалама ағзалары һәм коллектив етәкселәре фекер алышҡан, фольклор коллективтары сығыштар яһаған. 📍 Фестиваль-конкурста Дыуан, Мәсетле, Салауат, Иглин, Балаҡатай райондары һәм Сибай ҡалаһынан 7 фольклор коллективы көс һынашҡан. 🔥 Еңеүселәр: 🏆 Гран-при - Балаҡатай районы Билән ауылы Мәҙәниәт йортоноң "Серҙәш" фольклор ансамбле; 🥇 1 урын – Дыуан районы Арый ауылы Мәҙәниәт йортоноң "Әхирәттәр" башҡорт халыҡ фольклор коллективы; 🥈 2 урын - Сибай ҡалаһының "Тиңдәш" балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр клубтары берләшмәһенең "Алтын" фольклор ансамбле менән Салауат районы Лағыр ауылы Мәҙәниәт йортоноң "Мираҫ" халыҡ фольклор ансамбле; 🥉 3 урын - Мәсетле районы Мәҙәниәт һарайының "Ауылым биҙәктәре" фольклор коллективы, Иглин районының Меңйетәр ауылы Мәҙәниәт йортоноң "Меңлеләр" башҡорт фольклор коллективы, Дыуан районы Мәҙәни-күңел асыу үҙәгенең "Әйлеләр" башҡорт халыҡ фольклор ансамбле. Сараны Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Дыуан районы хакимиәте һәм мәҙәниәт бүлеге ойошторған.

📌 Егеттәребеҙгә - лайыҡлы награда. Кисә Рәсәй армияһының Үҙәк йортонда РФ Оборона министрлығының мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһен
+1
📌 Егеттәребеҙгә - лайыҡлы награда.
Кисә Рәсәй армияһының Үҙәк йортонда РФ Оборона министрлығының мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә премиялары тапшырылған.
"Музыкаль сәнғәт" номинацияһында премия Ленинград хәрби округы йыр һәм бейеү ансамбленең 1-се фронт ижади бригадаһына тапшырылған. Уның составында хеҙмәт итеүсе яҡташтарыбыҙ, Сибай концерт-театр берекмәһе артистары Фларид Бирғәлин һәм Әлфир Заманов та бүләкләнгән. Ҡотлайбыҙ! 👏 Беҙ МАХ-та

📌 Өпәйлеләр мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлайҙар Ошо көндәрҙә Силәбе өлкәһенең Үрге Өпәйле ҡалаһында Башҡорт мәҙәниәте көнө тигән бик са
+2
📌 Өпәйлеләр мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлайҙар Ошо көндәрҙә Силәбе өлкәһенең Үрге Өпәйле ҡалаһында Башҡорт мәҙәниәте көнө тигән бик сағыу һәм мөһим байрам ойошторолған. Сараға Сосновка, Ҡоншаҡ, Арғаяш райондарынан, Наҙы-Петровск ҡалаһынан һәм Башҡортостандан ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар килгән. 🔹 Тәү сиратта ҡатнашыусылар Үрге Өпәйле ҡала хакимиәтенең Милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыу хеҙмәте етәксеһе Елена Большакова менән Силәбе өлкәһендә башҡорт мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләрен тикшергән. 🔹 Шунан инде тамбурлы сигеү, сулпы эшләү, ағастан уйынсыҡтар юныу һәм башҡа кәсептәр буйынса оҫталыҡ серҙәренә төшөнгәндәр. Ҡала мәҙәниәт һарайы коллективтары ҡатнашлығындағы сағыу концерт ҡуйылған. Унда төбәктең милли йөҙөн, йолаларын һәм рухын Фәнүзә Зарипова етәкселегендәге «Ләйсән» халыҡ башҡорт ансамбле еткергән. Байрам Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналған.

📌 Бөгөн Экологик белем көнө икән. Хозур тәбиғәтебеҙҙе һаҡлау - һәр беребеҙҙең ҡулында. 💯 Яуаплылыҡты тойоп йәшәйек һәм тирә
📌 Бөгөн Экологик белем көнө икән. Хозур тәбиғәтебеҙҙе һаҡлау - һәр беребеҙҙең ҡулында.
💯 Яуаплылыҡты тойоп йәшәйек һәм тирә-яғыбыҙҙы таҙа тотайыҡ.
🔹 Полиэтилен һәм пластик тарҡалып бөткәнсе 500-700 йыл үтеүе ихтимал булыуын белә инегеҙме? 🔹 Ә бына быяла химик элементтарға тарҡалмай, ул ҡырылып, йышылып бөтһә лә, 1 миллион йылғаса ятыуы бар. 🔹 Батарейка составындағы ауыр металдар бик зыянлы. Бармаҡ буйлыҡ 1 батарейка 20 квадрат метр ҙурлыҡтағы ерҙе һәм 400 литрға тиклем һыуҙы ағыулай ала. 📍 Фото: Учалы районы, Өргөн күле - 1965 йылдан алып тәбиғәт ҡомартҡыһы.

📌М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры «Кеше булып ҡалырға» спектакленең премьераһы менән гастролдәргә сыға. Сю
📌М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры «Кеше булып ҡалырға» спектакленең премьераһы менән гастролдәргә сыға. Сюжет үҙәгендә — Бөйөк Ватан һуғышы тураһында фильмға кастинг. Махсус хәрби операциянан ҡайтҡан яугир яҙмышы аша мәңгелек темалар асыла: илһөйәрлек, яуаплылыҡ һәм кеше тормошоноң иң ауыр мәлдәрендә яһаған һайлау. Спектаклдең режиссёры — Хөрмәтулла Үтәшев, проекттың художество етәксеһе — Айрат Абушахманов. 📍 Көтөгөҙ: 🔹 15 апрелдә Салауат 🔹 21 апрелдә Дәүләкән 🔹 23 апрелдә Стәрлетамаҡ 🔹 28 апрелдә Асҡар 🔹 29 апрелдә Баймаҡ 🔹 30 апрелдә Сибай 🎟️ БИЛЕТТАР: ufa.kassy.ru/events/tea...
Өр-яңы спектаклде беренселәрҙән булып ҡарағыҙ! 🔥

Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеме көнөнә әҙерһегеҙме?Быйыл байрам 17 апрелгә тура килә. Ул Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров указына ярашлы йылына ике тапҡыр - апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләнә. Видео: Ынйы Мансурова. Беҙҙең менән ҡалығыҙ МАХ

📌"Тарих навигаторы" - Башҡортостан юлдаш телевидениеһында бик мөһим проект башланған. Тарихыбыҙға арналған ул һәм бик ҡыҙыҡл
📌"Тарих навигаторы" - Башҡортостан юлдаш телевидениеһында бик мөһим проект башланған. Тарихыбыҙға арналған ул һәм бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр, беҙ белмәгән факттарҙы яҡтырта. Проектты ғалим һәм хәрби тарихсы, тарих фәндәре кандидаты, Хәрби фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе, Өфө фән һәм технологиялар университетының Тарих һәм дәүләт идараһы институтының кафедра мөдире, Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Рәмил РӘХИМОВ алып бара. 📍 Тапшырыу һәр шәмбе сәғәт төшкө беренсе яртыла БСТ каналында күрһәтелә. Тәүге сығарылышта башҡорттарҙың хәрби музыкаһы һәм оркестры тураһында белә алаһығыҙ👍 Беҙ МАХ-та:

📌 "Мәскәү һылыуҡайы"н һайлайҙар. Тиҙҙән, 18 апрелдә, илдең баш ҡалаһында "Мәскәүҙең башҡорт һылыуҡайы - 2026" конкурсының финалы үтә🔥 Сара "Братеево" мәҙәни үҙәгендә ойошторола. Унда конкурстың һайлап алыу турҙарын үтеп, финалға еткән 7 ҡыҙ башҡорт мәҙәниәтен, һәләттәрен һәм тыуған еренән ситтә йәшәгән замандаш башҡорт ҡыҙының образын күрһәтәсәк. 🔹 Был - Башҡортостандан ситтә лә башҡорт мәҙәниәте һәм теле йәшәүен һәм үҫешеүен сағылдырған проект.
Кемдәр Мәскәүҙә, сағыу саранан ятып ҡалмағыҙ!
📍 Мәскәү, "Братеево" МҮ 18 апрель. Ҡунаҡтарҙы 16:30-ҙа көтәләр. Беҙ МАХ-та

📌 Геология музейы йәнә ишектәрен асты. Өфө ҡалаһы тарихы музейы филиалы булған Геология музейы төҙөкләндерелгән һәм күргәҙмә
+4
📌 Геология музейы йәнә ишектәрен асты. Өфө ҡалаһы тарихы музейы филиалы булған Геология музейы төҙөкләндерелгән һәм күргәҙмәләрен яңыртҡандан һуң асылды. 💯 Был музей Башҡортостанда электән эшләп килгән учреждениеларҙың береһе - 1934 йылда Көньяҡ Урал геология идаралығы ҡарамағында булдырылған һәм геологоразведка техникумы бинаһында урынлашҡан. Уның бай коллекцияһын республика геологтары, ер төпкөлдәрен тикшереүселәр йыйған.
🔥 Музейҙа 5 меңдән ашыу минерал үрнәге тупланған. Унда нефть сәнәғәте нисек барлыҡҡа килеүе, файҙалы ҡаҙылма байлыҡтарҙы сығарыу һәм уларҙан нимә эшләнеүе асыҡ күрһәтелгән.
Яңырған музейҙы асыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Урал Килсенбаев, Өфө ҡалаһы тарихы музейы директоры Тимур Ильясов, юғары уҡыу йорттары етәкселәре, геологтар ҡатнашҡан. Музей һәм вуздар араһында килешеүҙәр төҙөлгән. 📍 Әйткәндәй, хәҙер "Торатау" геопаркына экскурсия Геология музейынан башланасаҡ. Беҙҙең менән ҡалығыҙ МАХ

УМЫРЗАЯ Теткеләнеп бөткән күңелгенәм – Ҡарҙы тишеп сыҡҡан умырзая... Йәнкәйҙәрең иҙелеп бөткән хәлдә, Ерҙә ҡояш булып йәшәп ҡ
+2
УМЫРЗАЯ Теткеләнеп бөткән күңелгенәм – Ҡарҙы тишеп сыҡҡан умырзая... Йәнкәйҙәрең иҙелеп бөткән хәлдә, Ерҙә ҡояш булып йәшәп ҡара!.. Ерҙә ҡояш булып йәшәп ҡара Өшәгән дә түгел, туңған килеш! Умырзая хәлен минән һора: «Мин йәшәргә, йылмайырға тейеш!» Ҡарҙы тишеп сыҡҡан умырзая – Йәнең азатлығы өсөн көрәш. Хәлгенәмде умырзая аңлар: Йөрәгемде йырт та - ҡояш өләш... Йөрәгемде йырт та - ҡояш өләш... Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА. Фото: Елена Перминова. 📍 Белорет районында умырзаялар сәскә атҡан.

Эх, уйнауҙары, бер төшөп бейергә 🔥 Видео: Нурсолтан Зарипов.