618
Subscribers
No data24 hours
No data7 days
-230 days
Posts Archive
📌 "Музыка өсөн кәртәләр юҡ", - ти AY YOLA солисы Ринат Рамаҙанов.
Ул креатив индустрияларҙы үҫтереүгә арналған сарала сығыш яһаған: Анита Цой менән танышҡан һәм үлән ҡурай эшләп, "Урал" башҡорт халыҡ көйөн уйнап күрһәтеп, ҡурайҙы Анитаға бүләк иткән.
💯 "Ҡурай моңо уның күңеленә шул тиклем тәьҫир итте, хатта ул бүләкте корея халҡы йолаһы буйынса - ергә тиклем баш эйеп ҡабул итте. Был күңелгә үтеп инерлек һәм символик мәл булды.
Беҙ урындағы музыканы үҫтереү һәм мәҙәни мираҫты һаҡлау темаһына сығыш яһаныҡ. Бер мәл Анита Корея телендә йыр башҡарырға булды, ә мин башҡорт ҡурайында ҡушылып уйнаным. Иҫ киткес гармониялы килеп сыҡты.
Ошондай ваҡытта аңлайһың: музыканың тел йәһәтенән кәртәләре юҡ. Ул уртаҡ тел табырға ярҙам итеп, мәҙәниәттәрҙе, халыҡтарҙы һәм кешеләрҙе берләштерә",
- тип яҙған Ринат Рамаҙанов.
Башҡорт донъяһы МАХ-та
Иҫән булһын, татыу булһын
Атайҙар һәм әсәйҙәр,
Бәхетле булып үҫһендәр
Ерҙә бөтә бәпәйҙәр🌺
Фото: Ҡунысбаевтар ғаиләһе.
📌 Салауат Юлаев һәйкәлен лабораторияла тикшереү һөҙөмтәләре менән таныштырҙылар.
Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау буйынса Күҙәтеү советы ағзалары, реставрация эштәрен алып барған белгестәр һәм Башҡортостан мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлау идаралығы етәкселеге ҡатнашлығында кәңәшмә уҙҙы.
🔹 Көнүҙәктә - һәйкәл материалының составын тикшергән лаборатория йомғаҡтарын тыңлау һәм фекер алышыу булды.
🔹 Мельников исемендәге Иретмәләр һәм металдар үҙәк ғилми-тикшеренеү институты белгестәре тикшеренеү үткәреү өсөн һәйкәлдең күҙгә ташланып бармаған һәм йоғонтоға бирешмәгән урындарынан ҙур булмаған 4 киҫәк алған. Был киҫәктәргә тейешле һәр төрлө анализ яһалған.
Анализ һөҙөмтәләре яҙылған документты бөгөн Рәсәй художество академияһы фондының реставрация буйынса директоры Анна Пышта уҡып ишеттерҙе һәм аңлатмалар бирҙе. Баҡтиһәң, һәйкәл эшләнгән суйын материал бер ҡасан да бронзаланмаған булып сыҡҡан.
💯 "Беҙҙең лаборатория анализдар үткәреп, ҙур яуаплылыҡ менән һеҙгә хәбәр итәбеҙ: суйынға бронза яғылмаған. Бронза тик автор ниәтендә генә ҡалған, тарихи документтарҙа ғына һаҡланған. Был һәйкәл эшкәртелмәгән",
- тине Анна Сергеевна.
🔹 Шулай уҡ тикшеренеү барышында суйындың составы ла аныҡ билдәләнгән: ҡатышмалар күп һәм ҡайһы берҙәре норманан артыҡ. Былар барыһы ла белгестәрҙе хәүефләндерә, сөнки суйын һәйкәл тағы ла берәй тиҫтә йыл булһа ла торһон өсөн уның 80-гә яҡын процентын яңыртырға кәрәк буласаҡ.
📍 Ошоға бәйле кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Сосланбәк Тавасиев эшләгән суйын һәйкәлде төҙөкләндерергә һәм ябыҡ көмбәҙ аҫтына ҡуйырға, ә Ағиҙелдең бейек ярына, ҡасандыр автор үҙе ниәтләгәнсә, төп нөсхәне теп-теүәл ҡабатлаған бронза һәйкәл урынлаштырырға, тигән фекерҙәрен белдерҙе.
🔹 Кәңәшмәлә ҡатнашҡан Рәсәй художество академияһы президенты Василий Церетели ҙа ошо фекерҙе хупланы.
💯 "Дөйөм алғанда бронзанан автор күсермәһен эшләү һәм шуны ҡуйыу дөрөҫ буласаҡ. Ә Тавасиевтың уникаль ижад емешен музейға ҡуйып, халыҡ килеп күрә алырлыҡ, тәбиғәт шарттарынан һаҡлаулыраҡ яһарға була.
Тәү сиратта бында формалар, теүәл күсермәләр алынасаҡ һәм шул формалар Санкт-Петербургтағы суйын Салауат Юлаев ҡойолған "Монументскульптура" заводына алып барыласаҡ. Шунда ул бронзанан ҡойоласаҡ - шул уҡ урында, шул уҡ заводта, шул уҡ мейестәрҙә",
- тине Василий Церетели.
🔹 Күҙәтеү советы ағзаһы, тарихсы, БР Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Рәмил Рәхимов Салауат Юлаев һәйкәлен һаҡлауҙың мөһимлеген тағы бер ҡат һыҙыҡ өҫтөнә алды.
"Салауат Юлаев - ул беҙҙең өсөн ҡәҙерле образ һәм дәүләт символы",
тип белдерҙе ул һәм Бөйөк Ватан һуғышында ла, бөгөн МХО-ла ла Салауат исеме яугирҙарҙы илебеҙҙе һаҡларға әйҙәүен әйтте.
☝️ Уның фекеренсә, бронзанан яңыртылған һәйкәл Ағиҙел ярына ҡуйылырға тейеш һәм ул теүәл күсермәһе булырға, Салауат образын артабан да һынландырып тороға тейеш.
☝️ Ә Сосланбәк Тавасиев эшләгән суйын һәйкәлде "автор ҡулы"н һаҡлау өсөн киләсәк быуындарға музей комплексында ҡалдырырға кәрәк.
📍 Әлегә Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау буйынса Күҙәтеү советы ағзалары "Салауат Юлаев һәйкәле" федераль әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объектын һаҡлау буйынса эштәрҙе атҡарғанда 1947 йылдың авгусынан Башҡорт АССР-ы министрҙары ҡарары проектына ярашлы, Өфө ҡалаһында, 1943 йылдың 18 июленән Башҡорт АССР-ы Халыҡ комиссарҙары советының №591 ҡарарында күрһәтелгән урында, 1946 йылдың 3 авгусында СССР Министрҙар советы ҡарамағындағы Сәнғәт мәсьәләләре буйынса комитет раҫлаған скульптор С.Д. Тавасиев проекты буйынса һәйкәлде бронзала тергеҙеү вариантын ҡарарға тәҡдим итергә, тигән ҡарар ҡабул итте.
📌 "Китап байрамы"нда башҡорт тирмәләрендә халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадына арналған матур сығыштар ойошторола.
🔥 Бөгөн баш ҡалаға Дәүләкән районынан ҡунаҡтар килгән. Улар ошо төбәктә тыуған башҡорт халыҡ йырҙары һәм эпостарын һөйләп күрһәтте, үҙҙәренең ижады менән таныштырҙы.
🔹 Дәүләкән ҡалаһының 5-се гимназияһында физика уҡытыусыһы булып эшләгән Гөлөзә Әхмәҙиева башҡорт халыҡ йырҙарынан өҙөктәр башҡарҙы, "Заятүләк менән Һыуһылыу" башҡорт халыҡ эпосының ҡыҫҡа йөкмәткеһе менән таныштырҙы.
Ижад өсөн кәртәләр юҡ: башҡортса сығыштарҙы телде аңламаған кешеләр ҙә ихлас тыңланы, аҙаҡтан ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе.
❓ Ә һеҙ барҙығыҙмы әле?
📌 AY YOLA Белорет районында сығыш яһаясаҡ.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров указына ярашлы быйыл беренсе тапҡыр билдәләнгән "Урал батыр" эпосы көнөнә (8 июнь) арнап, Белорет районында 7 июндә байрам сараһы ойоштороласаҡ. Саралар сәғәт көндөҙгө 12-лә башлана.
🔥 Бында бар донъяға билдәле AY YOLA төркөмө сығыш яһаясаҡ.
📍 Белорет районының Үрге Әүжән менән Исмаҡай ауылдары араһында
Башҡорт донъяһы МАХ-та
📌"Китап байрамы"нда "Урал батыр" эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең төбәк-ара конкурсында Гран-при яулаусыны тәбрикләнеләр.
🔥 Китап йәрминкәһенең беренсе көнө үтеп тә китте. Ул халыҡтар дуҫлығы, әҙәбиәттәр төрлөлөгө, халыҡтарҙың ауыҙ-тел ижады күплелегенә ҡарамаҫтан, рухи ҡиммәттәрҙең уртаҡ булыуына арналды.
📚 Бында Рәсәйҙән генә түгел, Беларусь Республикаһынан һәм хатта Ирандан нәшриәтселәр килгән.
📚 Күргәҙмәләрҙә үҙебеҙҙең республикала йәшәгән төрлө милләт вәкилдәренең мәҙәниәте сағылыш тапҡан.
📚 Башҡорт тирмәләре теҙелеп киткән һәм һәр береһендә - ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, уйындар һәм, әлбиттә, китаптар.
📚 Ҡул эштәре оҫталарының ниндәй генә әйбере юҡ - талантлы, фантазиялы кешеләребеҙ күп.
📍 "Китап байрамы"ның икенсе көнө Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арнала. Ғаиләгеҙ менән барығыҙ 😉
Тулыраҡ: "Башҡорт донъяһы" төркөмөнөң видеоһын ҡарағыҙ.
Күперле шарлауығы менән бергә уянығыҙ! 😻
🔹 Күперле шарлауығының дөйөм бейеклеге 100 метрға етә, ә иң оҙон урыны - 15 метр.
🔹 Шарлауыҡҡа яҡын урында карст күпере - һыу йыуыу һөҙөмтәһендә тороп ҡалған 20 метр бейеклектәге ҡыуышлы бар.
📍 Башҡортостан, Мәләүез районы, "Башҡортостан" милли паркы биләмәһе
Видео: Вәсил Һөйәрембәтов.
Башҡорт донъяһы МАХ-та
📌 Китап байрамы" Халыҡ-ара китап йәрминкәһенә Сергей Безруков килде.
Бөгөн Өфөлә "Китап байрамы" Халыҡ-ара китап йәрминкәһе асылды. Дүртенсе тапҡыр ойошторолған сара 30 майға тиклем дауам итәсәк.
🔥 Быйыл китап йәрминкәһенә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Сергей Безруков килде. Ул Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Владимир Мединский һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән бергә балалар бейеү ансамблдәре әҙерләгән сығыштарҙы ихлас ҡараны.
💯 "Биш йәшлек улым уҡырға өйрәнде, атай кеше өсөн был ҙур шатлыҡ. Балаларҙы китапҡа ылыҡтырыуығыҙ бик хуп",
- тине Сергей Безруков.
🔥 Ә бына Владимир Мединский беҙҙең төркөмдәштәргә яҡшы таныш Баязит Тайыповты маҡтаны:
"Ике телдә (башҡортса һәм русса) шул тиклем яҡшы һөйләшкән бала уҡый ҙа беләлер, иманым камил",
- тине ул.
Китап байрамынан сағыу күренештәр менән тағы ла бүлешербеҙ әле.
💯 Шулай ҙа ҡырҡ тапҡыр ишеткәнсе, үҙең барып күреү яҡшыраҡ! Мотлаҡ барығыҙ, бик күп ҡыҙыҡлы китаптар бар - ҡарағыҙ, һатып алығыҙ. 👍
📌 Башҡорт йыр сәнғәте йондоҙҙарын тәрбиәләгән уҡытыусы бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне.
Кисә, 27 майҙа, вокал буйынса педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, профессор, РСФСР‑ҙың һәм Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, СССР юғары мәктәбе отличнигы, 2‑се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры, Өфө ҡалаһының почётлы гражданы Миләүшә МОРТАЗИНАҒА 100 йәш тулды.
🎉 Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров сәхифәһендә #ЖЗЛ_Башкортостан рубрикаһында юбиляр тураһында һөйләп, ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.
🔹 Миләүшә Ғәли ҡыҙы Башҡорт АССР-ның Өфө кантоны Баҡай ауылында тыуған, был хәҙерге Кушнаренко ауылы. Үҙенең бала сағы һәм тыуған ауылы тураһында ул былай ти:
💯 "Ауыр аслыҡ йылдарына тура килгән бала сағыма ҡарамаҫтан, һөйөү тойоп үҫтем. Минең Кесе Ватаным — Кушнаренко районының Баҡай ауылы. Әнүәр ағайым әйтмешләй, "Баҡай — буйға һуҙылған ауыл, бер осонда — башҡорттар, икенсеһендә татарҙар йәшәй. Беҙ башҡорт өлөшөндә йәшәнек, башҡорттарбыҙ". Ә мин кем Башҡортостанда тыуған, барыһын да башҡорт тип иҫәпләйем, тик беҙ өс телдә — русса, башҡортса һәм татарса һөйләшәбеҙ. Архивтан нәҫел-нәсәбем тураһында мәғлүмәт һорағас, хатта бығаса татар тип иҫәпләнгән атайым яҡлап та бар туғандарыбыҙ башҡорт икәнлеге асыҡланды".
Миләүшә Мортазинаның уҡыусылары араһында халыҡ һөйөүен яулаған һәм бар донъяға билдәле йырсылар: Илдар и Асҡар Абдразаҡовтар, Радик Гәрәев, Салауат Асҡаров, Илфаҡ Смаҡов, Сажиҙә Ғәлимова, Нажия Аллаярова, Иҙрис Ғәзиев, Рәил Көсөков, Хәмит Ишбулдин, Флүрә Ноғоманова, Вәхит Хызыров, Әлфиә Кәримова, Владимир Копытов, Әлим Ҡәйүмов, Диләрә Иҙрисова һәм башҡалар.
Ҡотлайбыҙ! 👏
📌 "Китап байрамы" башлана
Бөгөн Өфөлә һәм республиканың төрлө район-ҡалаларында "Китап байрамы" Халыҡ-ара китап йәрминкәһе асыла.
Баш ҡалала үтәсәк "Китап байрамы" тураһында тулыраҡ ошонда белергә була.
📌 2000 йыллыҡ ҡылыс табылған
Башҡортостандың Үрге Ҡыйғы ауылында боронғо ҡомартҡы табылған - төҙөүсе Илнур Ғилметдинов эштән ҡайтып барышлай һерәйеп торған тимер күреп ҡала һәм тартып сығара.
🔹 89,5 см оҙонлоҡтағы был нефрит менән биҙәлгән ҡылыс Башҡортостанға Ҡытайҙан килеп эләккән, ти ғалимдар.
🔹 Ул беҙҙең эраның 1-2 быуаттарында эшләнгән.
🔹 Бындай ҡылыстар беҙҙә быға тиклем дә табылған булған - был дүртенсеһе.
Ҡылыс тау итәгендә табылған, яҡында бүтән төрлө ҡомартҡылар юҡ һәм шуға ошо урында күсмә халыҡтар өсөн һуғыш аллаһына табыныу урыны булғандыр, тип фаразларға була.
💯 "Был ҡылыс Хань осорона ҡарай. Ҡытайҙың яңырыу дәүерендә ҡоралдарҙы яңыртыу башлана. Быға тиклем ҡыҫҡа бронза ҡылыстар булһа, аҙаҡ оҙон тимер ҡылыстар эшләй башлайҙар. Табылған урыны ла ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Күсмә халыҡтарҙың табыныу йолаһы булған. Ҡылысты ағасҡа ҡаҙап, яндырғандар. Был ҡылыс та бер аҙ бөгөлгән, фаразға тап килә. Әммә был йола нимә өсөн атҡарылғаны билдәһеҙ, яҙма мәғлүмәт ҡалмаған",
- тине Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының археологик тикшеренеүҙәр бүлеге мөдире Владимир Овсянников.
📍 Был бик һирәк осрай торған ҡомартҡыны БР Милли музейында көҙгә ҡарай күреп буласаҡ: ғалимдар тикшеренеүҙәр һәм реставрация эшен тамамлағас, күргәҙмәгә ҡуйыласаҡ.
Май. Яйыҡ (Урал) буйҙарында аҡ томан. Уңышлы көн һеҙгә 🌥️
📍 Учалы районы
Фото: Игорь.
Башҡорт сатрашы ошолай була алыр ине 🔥
Дизайнер Ғəзиз Əбделмəнов "Урал батыр" эпосы геройҙарын ҡулланып, сатраш уйынына һындарҙы яһалма зиһен ярҙамында эшләп ҡараған. Шәп бит?
Башҡорт донъяһы МАХ-та
Available now! Telegram Research 2025 — the year's key insights 
