en
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

Open in Telegram
618
Subscribers
No data24 hours
No data7 days
-230 days
Posts Archive
Яңылыҡтар таҫмағыҙға бер йәм өҫтәп ебәрәйек әле 🐥🐥🐥 🐤 Ҡаҙ һәм өйрәк - бәпкә 🐤 Тауыҡ - себеш 🐤 Ҡыр ҡоштары - бала 🐤 Бөркөт һәм шоңҡар кеүектәр - иң көслөһө - балапан Видео: Альбина Байгилдина - Ауыл хужабикәһе.

🔔 Кисә Башҡортостандың 17,6 мең 11-се класс уҡыусыһы һәм 54 меңдән ашыу 9-сы класс уҡыусыһы өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғыраны. Быйыл республика уҡыусылары йәмғиәтте өйрәнеү, информатика һәм физика фәндәре буйынса БДИ тапшырыуға өҫтөнлөк бирә. 9-сы класс уҡыусылары дүртенсе йыл рәттән төп дәүләт имтиханын информатика буйынса тапшырыуҙы хуп күрә - уҡыусыларҙың 55,5 проценты. Унан ҡала география һәм йәмғиәтте өйрәнеү. Берҙәм дәүләт имтихандары быйыл 1 июндән башлана. Йәштәргә уңыштар теләйбеҙ! 🙏 Видео: Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатынлагы байрам сараһынан күренештәр.

🕌 Бөгөн бөтә донъяла мосолмандар Аллаһы Тәғәләгә доғалар ҡыла - Ҡорбан ғәйетен ололап ҡаршылай. Өфөләге "Ләлә-Тюльпан" мәсетендә ғәйет вәғәзен Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин һөйләне һәм был бөтә илгә тура тапшырыуҙа күрһәтелде. Ғәйет сараларында, һәр ваҡыттағыса, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Ул халыҡты Ҡорбан байрамы уңайынан ҡотланы. Һәр йортҡа һәм илебеҙгә тыныслыҡ теләне. Башҡорт донъяһы МАХ-та

Байрам менән, дин ҡәрҙәштәр!
Байрам менән, дин ҡәрҙәштәр!

Әсәйҙәр янда булғанда шулай иркәләнәһең ул🥰Әйткәндәй, сәсегеҙҙе нисәнән үреү оҡшай? Әллә ҡыҫҡа итеп ҡырҡтырып алдығыҙмы? Видео: Гөлназ һылыуҙан. Башҡорт донъяһы МАХ-та

Башҡорт халыҡ мәҡәле, тип өҫтәйек. Башҡа ни әйтерһең, афарин, йәштәр! 💝 Видео: Нәркәс Хәмитова һәм Ғайсар Мөхәмәтйәнов.

Төркөмдәшебеҙ ебәргән һүрәттәрҙә - ҡәҙерле һәйкәл тарихы.
+5
Төркөмдәшебеҙ ебәргән һүрәттәрҙә - ҡәҙерле һәйкәл тарихы.

📌 Бөгөн композитор, пианиносы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, БР-ҙың халыҡ артисы, РФ-ның һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, РСФСР Композиторҙар союзының Д. Шостакович исемендәге премияһы, БР-ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ләйлә Заһир ҡыҙы ИСМӘҒИЛЕВА үҙенең күркәм ғүмер байрамын - 80 йәшен билдәләй. 🔥 Ул күренекле башҡорт композиторы Заһир Исмәғилевтың ҡыҙы. 🔹 1965—1968 йылдарҙа Ҡаҙан консерваторияһы ҡарамағындағы махсус музыка мәктәбендә уҡыған. Артабан 1968—1970 йылдарҙа Мәскәү консерваторияһында белем ала, 1972 йылда Гнесиндар исемендәге Дәүләт музыка колледжын тамамлай. 🔹 1972 йылдан алып Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыта, 1979 йылдан әлеге ваҡытҡаса шул уҡ институттың (хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты) композиция кафедраһына етәкселек итә. 🔹 2013 йылдан алып Башҡортостан композиторҙар союзы рәйесе. 🔹 Ләйлә Заһир ҡыҙы — «Хужа Насретдин» (1998), «Арҡайым» (2005) һәм «Роза Альгамбры» (2012) балеттарының авторы. 🔹 «Роза Альгамбры» балеты Испаниянан килгән заказ буйынса яҙыла һәм Торревьеха ҡалаһында Сәнғәт үҙәгенең камера залында промоверсияһының презентацияһы була. 🔹 Ләйлә Исмәғилеваның әҫәрҙәре билдәле ватан дирижерҙары Ф. Мансуров, Н. Рахлин, В. Синайский етәкселегендәге оркестрҙар тарафынан Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында һәм сит илдәрҙә (Германия, Бөйөк Британия, Венгрия, Болгария, Польша, Румыния) даими башҡарыла. Ҡотлайбыҙ! 👏

Аҡ юл, балалар! 🥰 Бөгөн мәктәпте тамамлаған барлыҡ балаларға һәм уларҙың ата-әсәләренә иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Сәләмәт булығыҙ, хыялдарығыҙ һәм маҡсаттарығыҙ тормошҡа ашһын! Видеола: Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында "Һуңғы ҡыңғырау" тантанаһы башланып тора.

📌"Башҡортостан геройҙары"ның да "уҡыу йылы" йомғаҡлауға табан бара. Проектта ҡатнашыусылар йәнә "Патриот" паркына йыйылды - бында 4-се, йомғаҡлау модуле старт алды. Был юлы ир-егеттәр заман идара итеү технологияларын өйрәнә. Улар яһалма зиһен менән эшләргә, уны социаль өлкәлә, иҡтисадта, торлаҡ-коммуналь хужалыҡта ҡулланырға өйрәнә. 💯 "Алда - сығарылыш эштәрен һәм проекттарын яҡлау. Ә һуңынан проектта ҡатнашыусыларҙы һөнәр алмаштырыу тураһында дипломдары менән идара итеүсе командабыҙҙа көтәбеҙ. Уларҙың баһалап бөткөһөҙ тәжрибәһе, илһөйәрлеге, бурысҡа һәм Ватанға тоғролоҡтары республикаға бик кәрәк", - тип яҙҙы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.

Хәйерле көн🪽 Бөгөн Рәсәй эшҡыуарлығы көнө. Ошо уңайҙан Әбйәлил районында төҙөлгән һәм әле лә үҫешен дауам иткән бер парк тур
Хәйерле көн🪽 Бөгөн Рәсәй эшҡыуарлығы көнө. Ошо уңайҙан Әбйәлил районында төҙөлгән һәм әле лә үҫешен дауам иткән бер парк тураһында яҙып үтмәксебеҙ. Ул да булһа - "Урал батыр" паркы. Бында башҡорт халыҡ эпосы, гүйә, йәнләнә. Тәбиғәт һәм кешенең уй-хыялы ҡушылып, мөғжизә тыуҙыра. Паркты Шәғәлиндар ғаиләһе булдырған. 📍 Әбйәлил районы, Асҡар ауылы, Р. Дәүләтов урамы, 59а Фото: интернеттан.

📌 "Бөрө яры" сауҙагәрҙәр биләмәһен тергеҙеү фестивале үтә. 7 июндә Бөрө ҡалаһында Ағиҙелдең һул яҡ ярында сәғәт иртәнге 11-ҙ
+1
📌 "Бөрө яры" сауҙагәрҙәр биләмәһен тергеҙеү фестивале үтә. 7 июндә Бөрө ҡалаһында Ағиҙелдең һул яҡ ярында сәғәт иртәнге 11-ҙән кискә тиклем сағыу сара ойошторола. Бында балалар байрамы, эко-фест, ҡул эштәре оҫталары йәрминкәһе, ижади оҫталыҡ дәрестәре, спорт саралары һәм башҡа бик ҡыҙыҡлы әүҙемлектәр була. Сара Бөрө, Өфө һәм Ижау ҡалаларынан килгән артистар ҡатнашлығындағы концерт менән тамамланасаҡ 🔥 📍 5 июндән йылға буйлап "Арыҫлан Мөбәрәков" теплоходында үтергә, фестиваль көнөндә Шәмсетдин күле тирәләй велосипедта йөрөргә, Самохин шарлауығын һәм Кощеевтар усадьбаһын барып күрергә була. 💯 Фестивалгә инеү бушлай.

❗ Башҡортостанға файҙалы белгес бул! Республиканан ситтә белем алғанда ла тыуған яҡтар менән бәйләнештәр өҙөлмәҫкә тейеш. Был
❗ Башҡортостанға файҙалы белгес бул! Республиканан ситтә белем алғанда ла тыуған яҡтар менән бәйләнештәр өҙөлмәҫкә тейеш. Был маҡсатта Башҡортостан етәкселеге системалы эшен дауам итә: Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллек нигеҙендә беҙҙең йәштәр өсөн Кадрҙар стажировкаһы үҙәге асылған. Бында Мәскәү һәм Санкт-Петербург вуздарында уҡыған, йәки илебеҙҙең башҡа төбәктәрендәге юғары уҡыу йорттарында белем алған Башҡортостан студенттары мөрәжәғәт итә ала. 💯 "1-2-се курста уҡығандарға йәйге һәм ҡышҡы каникулдар осоронда танышыу стажировкаһы үтергә тәҡдим итәбеҙ. Өлкәнерәктәргә производство практикаһы ойошторабыҙ. Йыл йомғаҡтары буйынса 100-ҙән ашыу йәш кеше килер, тип көтәбеҙ. Улар араһында кемдәрелер эшкә ҡалырға ла хәл итер. Шат буласаҡбыҙ", - тип яҙған сәхифәһендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров. 📍 Ғаризаны ошонда тапшырырға була: forms.yandex.ru/u/69d4f3c3...

Күҙҙәрегеҙҙе ял иттерегеҙ😍 📍 Башҡортостан Видео: Илгизә.

📌Мәләүездә "Герой партаһы" асылған. Мәләүездең В.И. Синицын исемендәге 1-се гимназияһында махсус хәрби операцияла батырҙарса
+4
📌Мәләүездә "Герой партаһы" асылған. Мәләүездең В.И. Синицын исемендәге 1-се гимназияһында махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған яугир Фәйрүс Ғафаров иҫтәлегенә "Герой партаһы" булдырылған. ⭐ Фәйрүс Фәнис улын оҙаҡ йылдар ошо гимназияла йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләгән уҡытыусы, Мәләүез районы ДОСААФ-ы етәксеһе тип беләләр. Ул тормош иптәше менән бер ул һәм ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән атай, өс ейән һәм ике ейәнсәргә олатай булып өлгөргән. Олпат йәшенә ҡарамайса 2023 йылда МХО-ға үҙ теләге менән юллана. Луганск ерендә хәрби бурыс үтәгәндә һәләк була. 💯 "Тантаналы сарала герой менән бергә эшләгән педагогтар, ҡатыны һәм балалары, йәмәғәт ойошмалары етәкселәре ҡатнашты. Һәр осор үҙ геройҙарын тыуҙыра. Беҙҙең бурыс - улар хаҡында иҫтә тотоу һәм балаларға ошо хәтерҙе тапшырыу", - тип яҙған Мәләүез районы хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин.

📌 Салауат ҡалаһында "Күстәнәсле ритайым" үткән. Сара бына икенсе тапҡыр ҡаланың Батыр аллеяһында ойошторола - былтыр тәүге ритайым барыһының да күңеленә хуш килгәс, матур ғәҙәтте дауам итергә була салауаттар. Байрамды «Аҡбуҙат» йәмәғәт ойошмаһы, Салауат башҡорт дәүләт драма театры, «Самрау» халыҡ бейеүҙәре мәктәбе ойошторған. 💯 "Сараны үткәреү урын итеп Салауат Юлаев бульвары һайланыуы юҡҡа ғына түгел. Бында батыр рухы, илһөйәрлек һәм туған телгә һөйөү бергә ҡушылған. Салауат - халҡыбыҙҙың ҡурҡыу белмәҫ улы, үҙ еренең патриоты, сәсәнлеге менән дан алған шәхес. Уның исеме башҡорттоң күңеленә, аңына ғына түгел, ә йөрәгенә, ҡанына һеңгән. Был матур кисәлә милләттәштәребеҙ үҙҙәренең милли батырына, туған теленә булған изге хистәрен, берҙәмлеген һәм ойошҡанлығын күрһәтте. Батыр аманатын йөрәгендә һаҡлаған, үҙен Салауат вариҫы тип һанаған рухлы халҡыбыҙ ысын мәғәнәһендә ғорурлыҡ уятты!" - тип яҙғандар ҡаланың "Салауат" гәзитенең рәсми төркөмөндә. Видео: "Салауат" гәзите.

Һабанайҙың һуңғы аҙнаһы ла килеп етте бит, иптәштәр. 📍 Бер аҙнаға бик күп мөһим ваҡиғаларҙы һыйҙырған ул: 🔹 25 май - "Ҡышҡы
Һабанайҙың һуңғы аҙнаһы ла килеп етте бит, иптәштәр. 📍 Бер аҙнаға бик күп мөһим ваҡиғаларҙы һыйҙырған ул: 🔹 25 май - "Ҡышҡы романс" фестиваленең гала-концерты, инеү бушлай. 🔹 25 майҙан 29-на тиклем - Эшҡыуарлыҡ аҙналығы 🔹 27 май - Ҡорбан байрам. Төп саралар Өфөләге "Ләлә-Тюльпан" мәсетендә ойошторола. Сәғәт иртәнге 9-ҙа ғәйет вәғәзе башлана. 🔹 27 майҙан 1 июнгә тиклем - "Ҙур балалар фестивале ҡайтауазы" фестивале үтә һәм Сергей Безруков килә. 🔹 28 май - "Китап байрамы" Халыҡ-ара китап йәрминкәһе асыла. Ул 30 майға тиклем дауам итә. 🔹 30-31 майҙа - "1000 велосипедсы" һәм башҡа велоуҙыштар үтә. Бына шулай күңелле һәм ҡыҙыу аҙна көтә беҙҙе. Уңыштар теләйбеҙ! 🥰

Талантлы йәштәребеҙҙән музыкаль сәләм 🥰 Видео: Нургизә Раева.

Һамарға барып ҡайтайыҡ әле! Һүрәттәр: төркөмдәшебеҙҙән.
+4
Һамарға барып ҡайтайыҡ әле! Һүрәттәр: төркөмдәшебеҙҙән.