ar
Feedback

لا تقع ضحية للمخادعين! تيليمتريو يكتشف ويُميّز هذه القنوات 👉 إذا كنت تريد رؤية العلامة، اشترك

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

الذهاب إلى القناة على Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

إظهار المزيد
1 953
المشتركون
لا توجد بيانات24 ساعات
-47 أيام
-1230 أيام
أرشيف المشاركات
Радий Хәбиров Салауатта махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашты Салауатҡа эш сәфәре барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашты. Бөтә хәрбиҙәрҙең дә ҡаһарманлығы ил президенты Указы менән Батырлыҡ ордены менән билдәләнгән.
15 أكتوبر 2025, 13:51

Башҡортостан башлығы Салауат ҡалаһында яңы сәнәғәт объекттары төҙөлөшөн ҡараны Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Салауат ҡалаһында тормошҡа ашырылған күләмле инвестиция проекттары менән танышты. Битум предприятиеһы резервуар паркын киңәйтһә, «Алға» айырым иҡтисади биләмәһендә резидент тарафынан яңы производство төҙөлөшө алып барыла. Шулай уҡ төбәк етәксеһе ҡала эшҡыуарҙары менән осрашты, федераль конкурс буйынса төҙөкләндереү эштәре алып барылған йәмәғәт биләмәһен ҡараны.
15 أكتوبر 2025, 13:36

Өфөлә Салауат Итбаевтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе үтте Ваҡытында ул Башҡорт дәүләт филармонияһының художество етәксеһе була, 200-ҙән ашыу театрлаштырылған концерт программалары ҡуя. Салауат Мостафа улы эстрада артисынан күп яҡлы профессиональ белемгә эйә булған киң ҡарашлы, үҙенсәлекле, танылған режиссерға тиклем юл үтә.
15 أكتوبر 2025, 06:44

Башҡортостанда йәйге һауыҡтырыу кампанияһына йомғаҡ яһалды Өс ай дауамында республиканың Йәмәғәт палатаһы ағзалары балалар ялын ойоштороусы 55 учреждениела булып, тикшереүҙәр үткәрә. Мәғариф буйынса комиссия рәйесе Марина Таран мониторинг йомғаҡтарын тәҡдим итте.
15 أكتوبر 2025, 06:33

Өфөлә ун автомобиль ҡатнашлығындағы аварияла ике кешенең ғүмере өҙөлдө Дәүләт автоинпекцияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, Новожженов урамы менән Өфө шоссеһы киҫелешендә «Шакман» йөк автомобиленең тормоздары тотмай, юғары тиҙлектә 11 автомобилде бәрҙерә. Һөҙөмтәлә еңел автомобилдә ултырған ике кешенең ғүмере өҙөлә. Йәрәхәтләнеүселәр буйынса мәғлүмәт тупалана. Юл-транспорт ваҡиғаһы урынында ҡотҡарыусылар, медицина хеҙмәткәрҙәре һәм тәфтишселәр эшләй.
15 أكتوبر 2025, 06:22

Башҡортостан предприятиеларында хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу буйынса эш дауам итә Программала ҡатнашҡан компанияларҙың береһе төтөн торбалары производствоһын яңыртыуға 100 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы алған. Яңы станоктар етештереү ҡеүәтен арттырырға булышлыҡ итәсәк. Уңышлы башланғыс тураһында киләһе сюжетта.
15 أكتوبر 2025, 06:11

Өфөлә гармун һәм баяндарға арналған музей булдырыласаҡ Башҡортостанда беренсе гармун музейы асылыуы ихтимал. Өфөлә музыка ҡоралдарын ремонтлаусы ойошма яҡын арала һирәк осраған гармун, баян, аккордеондан торған экспозиция булдырырға ниәтләй. Бөгөн уның тиҫтәләп төрө йыйылған.
14 أكتوبر 2025, 14:46

Өфө баҡсасылары алманан бизнес ойоштора Алманы серетеп түкмәҫкә, ә аҡса итергә. Өфөләге «Йәйғор» баҡсасылар ширҡәтендә йәшәүселәр быйылғы мул уңыштан килем аласаҡ. Башҡорт дәүләт агарар университеты менән берлектәге проект агростартап конкурсында ҡатнашмаҡсы.
14 أكتوبر 2025, 14:32

Әбйәлил районы үҙәгендә Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовҡа бюст асылды Һәйкәл булып ҡалҡты тыуған ерендә. Әбйәлил районы үҙәгендә Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовҡа бюст асылды. Уны скульпторҙар Хәлит Ғәлиуллин һәм Рафаэль Зиннуров эшләгән. Тантанала район етәкселеге, яугирҙың яҡындары һәм яҡташтары ҡатнашты.
14 أكتوبر 2025, 14:16

Радий Хәбиров «Транспорт сәғәте»ндә юлдарҙы яңыртыу мәсьәләһен тикшерҙе Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сираттағы «Транспорт сәғәте»н үткәрҙе. Унда төбәктең юл селтәрен яңыртыу мәсьәләләре тикшерелде. Быйыл төбәктә дөйөм оҙонлоғо 150 километр тәшкил иткән 56 төбәк һәм муниципаль-ара трасса участкаһы ремонтланған. Юл-ремонт миҙгеле аҙағына тиклем «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты буйынса тағы ла 350 километр юлды тәртипкә килтереү күҙаллана.
14 أكتوبر 2025, 13:59

Башҡортостанда йыл башынан миллион ярым турист ял иткән Йыл башынан Башҡортостанда миллион ярым кеше ял иткән. Туристар ағымы буйынса республика Волга буйы федераль округында өсөнсө, ә Рәсәй кимәлендә-17 урында. Шифаханалағы ялға ихтыяж буйынса ла ул ил кимәлендә алдынғы биш төбәк исемлегендә. Был турала төбәк башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән оператив кәңәшмәлә билдәләнде. Көн тәртибенә шулай уҡ йәмәғәт биләмәләрен, юлдарҙы төҙөкләндереү мәсьәләләре лә сығарылды.
14 أكتوبر 2025, 13:46

Башҡортостанда ФСИН етәксеһе итеп Сергей Кудрявцев тәғәйенләнде Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе вазифаһы Сергей Кудрявцевҡа йөкмәтелде. Был туралағы указға Рәсәй президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған. Бөгөн төбәк башлығы Радий Хәбировты ведомствоның яңы етәксеһе менән таныштырҙылар.
14 أكتوبر 2025, 13:31

Ағиҙелдә һыу аҫты һунарсылары йәйге миҙгелде япты Ағиҙел ҡалаһында Башҡортостандың һыу аҫты спорты федерацияһы йәйге миҙгелде япты. Тантанала республиканан һәм күрше төбәктәрҙән һыу аҫты һунарсылары ҡатнашты. Иң тәжрибәле балыҡсы Наил Аҡһаҡал ауырлығы 7 килограмға еткән һыла тотоуға иреште.
14 أكتوبر 2025, 06:20

Шаран районында тынғы белмәҫ шағирә Зинфира Зәйҙуллинаның яңы китабы донъя күрҙе Матурлыҡҡа ынтылам. Шаран районында йәшәп ижад иткән шағирә Зинфира Зәйҙуллинаның яңы китабы шулай тип атала. Баҫманың исем туйы шағирә йәшәгән Күгәрсенбүләк ауылында үтте. Кисәлә шағирә һүҙҙәренә йырҙар яңғыраны, нәфис һүҙ оҫталары уның шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, өлкән йәштә лә арымай-талмай ижад иткән авторға ауылдаштары рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
14 أكتوبر 2025, 06:11

Өфөлә Светлана Хәмиҙуллина иҫтәлегенә беренсе Халыҡ-ара пианистар конкурсы асылды Федор Шаляпин исемендәге концерт залында алты көн дауамында барасаҡ мәҙәни сарала республика район-ҡалаларынан тыш, илдең төрлө төбәктәренән килгән пианистар ҡатнаша. Ошонда уҡ баһалама ағзалары оҫталыҡ дәрестәре лә бирәсәк. Унда алдынғы музыканттарҙың башҡарыу алымын, тәжрибәһен өйрәнергә мөмкин.
14 أكتوبر 2025, 06:04

Өфөлә тыл ветераны Мәрзүнә Сөнәғәтуллина 95 йәшлек юбилейын билдәләне Өфөлә йәшәүсе тыл һәм хеҙмәт ветераны Мәрзүнә Сөнәғәтуллина 6 октябрҙә 95 йыллыҡ ғүмер байрамын ҡаршыланы. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тылдағы фиҙаҡәр хеҙмәте менән Еңеүҙе яҡынайтҡан ветеран Рәсәй Президенты Владимир Путиндан, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтан ҡотлауҙар һәм иҫтәлекле бүләктәр ҡабул итте.
14 أكتوبر 2025, 05:51

Өфөлә «Йөрәк ҡаны менән» тип аталған халыҡ-ара әҙәбиәт күргәҙмәһе асылды Унда Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған белорус шағирҙарының ижад емештәре урын алған. Рәсәйҙең 18 төбәген үҙ эсенә алған экспозицияла Беларусь әҙәбиәте тарихы дәүләт музейы вәкилдәре ҡатнашты.
14 أكتوبر 2025, 05:41

Баш ҡалала Рәсәйҙең сит ил студенттары ассоциацияһының ун өсөнсө съезы үтте Евразия ғилми-мәғариф үҙәгенең Вуз-ара студенттар кампусында ойошторолған форумда донъяның 50-нән ашыу иленән 250 сит ил студенты ҡатнашты. Ике көн дауамында барған сарала улар илдең башҡарма власть органдары вәкилдәре менән асыҡ диалог форматында лекциялар тыңланы.
14 أكتوبر 2025, 05:34

Башҡортостанда йәйәүлеләр ҡатнашлығында авариялар артҡан Башҡортостандың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов көҙгө юлда айырыуса һаҡ булырға саҡырҙы. Сөнки ямғыр яуған ҡараңғы ваҡытта күреү мөмкинлеге кәмей. Был үҙ сиратында йыш ҡына йәйәүлеләр ҡатнашлығында үлемесле юл-транспорт ваҡиғалары артыуына килтерә.
14 أكتوبر 2025, 05:20

Бүздәк районы үҙәгендә яңы парк асылды Йәмәғәт биләмәһендә асфальт түшәлгән, йәйәүлеләр зонаһы, баскетбол, волейбол һәм футбо
Бүздәк районы үҙәгендә яңы парк асылды Йәмәғәт биләмәһендә асфальт түшәлгән, йәйәүлеләр зонаһы, баскетбол, волейбол һәм футбол майҙансыҡтары йыһазландырылған, яҡтыртҡыстар, эскәмйәләр һәм урналар ҡуйылған. Балалар өсөн шыумалы тау һәм бәүелсәктәр менән уйын зонаһы бар. “Йәшел Башҡортостан” экологик акцияһы барышында ҡарағай һәм миләш үҫентеләре ултыртылған. Эштәр “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты буйынса башҡарылған.
14 أكتوبر 2025, 03:29