ar
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

الذهاب إلى القناة على Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

إظهار المزيد
1 979
المشتركون
-124 ساعات
-57 أيام
-1530 أيام
أرشيف المشاركات
Дәүләт Йыйылышында тел сәйәсәте буйынса түңәрәк өҫтәл үтте Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа «Башҡортостанда тел сәйәсәте өлкәһендә ҡануниәтте үтәү торошо» темаһына түңәрәк өҫтәл үтте. Йыйылышта Республика Хөкүмәте ҡарамағындағы телдәр буйынса комиссия эше ҡаралды.

Өфө районының Урыҫ-Юрмаш ауылында янғында зыян күргән ғаиләгә ярҙам кәрәк 4 октябрь төнгө сәғәт 11-ҙән һуң Вера Хрычева менән Виталий Григорьевтың ғаиләһенең өйөндә янғын сыға. Ут Совет урамындағы бер ҡатлы ике фатирлы ағас йортто ялмап ала. Уны ғаилә башлығы үҙаллы һүндереп ҡарай, әммә үҙе төрлө тән йәрәхәттәре ала. Бәхеткә, бер кем дә зыян күрмәй, әммә Матвей, Мирон һәм Макар исемле өс ул үҫтергән ғаилә торлаҡһыҙ ҡалған.

Республика район-ҡалаларында санитар оборонаға әҙерлек буйынса махсус уҡыуҙар үтә Саралар Башҡорт дәүләт медицина университетының тактик медицина уҡыу үҙәге етәксеһе, «Башҡортостан геройҙары» программаһы ҡатнашыусыһы Алина Маннапова ҡатнашлығында ойошторолған.

Баймаҡтың «көмөш» ирекмәндәре 95-се маскировка селтәрен үрҙе Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға райондан даими ярҙам оҙатыла, бөтә кәрәк-яраҡтар тиҙ арала йыйып алына. Баймаҡ ирекмәндәре райондың 95 йыллығына 95-се маскировка селтәрен үрҙе. Күптән түгел яңыртылған бинала хәҙер эш өсөн бар уңайлыҡтар булдырылған, кәрәкле тауарҙар ҙа ваҡытында алына.

Республикала «Үҙебеҙҙең яңы мөмкинлектәр» төбәк программаһы тормошҡа ашырыла Проект махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм үҙ эшен асыу һәм алып барыу, шулай уҡ эшҡыуарлыҡ өлкәһендә белем алыу менән ҡыҙыҡһынған ғаилә ағзаларына ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Программаны «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы менән берлектә төбәктең бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү фонды, милли мониторинг һәм аналитика үҙәге әҙерләгән.

Радий Хәбировтың Тажикстанға эш сәфәренең икенсе көнө тамамланды Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың Тажикстанға эш сәфәренең икенсе көнө тамамланды. Төбәк етәкскһе бер нисә эшлекле осрашыу үткәрҙе, шулай уҡ сәнәғәт һәм социаль объекттар менән танышты. Тәүҙә Радий Хәбиров Тажикстандың сәнәғәт һәм яңы технологиялар министры Шерали Кәбир менән осрашты. Яҡтар ике яҡлы хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереү юлдарын барланы. Әңгәмә барышында Башҡортостана етәксеһе Тажикстандың беҙҙең республика менән хеҙмәттәшлекте нығытыуға ынтылышын юғары баһаланы.

Өфөлә «Alter еgo» театр студияһы яңы тамашаға әҙерләнә Өфөлә, Бәҙәр Йосопова исемендәге Актерҙар йорто бинаһында «Alter еgo» театр студияһы эшләй. Тиҙҙән тамашалар актерҙар йортоноң камера сәхнәһендә күрһәтеләсәк. Актер һөнәрен үҙ итеүсе йәштәр репетицияларҙың береһен дә ҡалдырмай. Ҡыҙыҡлы образдар аша улар хис-тойғоларын еткерә, остаздарынан сәхнә пластикаһына өйрәнә.

Мәскәүҙә Республика көнөнә арналған байрам концерты үтте Кесе ватанға һөйөү менән. Мәскәүҙә Республика көнөнә арналған байрам концерты үтте. Сараға йыйылыусыларҙы Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Ринат Фәйзуллин сәләмләне. Ул залда төрлө быуын кешеләре булыуын, уларҙы кесе ватанға һөйөү берләштереүен билдәләне.

Өфөлә «Остаздарҙың лайыҡлы хеҙмәте өсөн» конкурсы еңеүселәре бүләкләнде Өфөлә юғары социаль һөҙөмтәлелеккә һәм партнерлыҡты үҫтереүгә арналған Бөтә Рәсәй конкурсы остаздарын һәм еңеүселәрен бүләкләнеләр. Улар профсоюздар, эш биреүселәр һәм хөкүмәт вәкилдәре ҡатнашлығында ойошторолған киңәйтелгән ултырышта тәбрикләнде.

Иглин районында авария эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса уҡыуҙар үтте Юл фажиғәләрен иҫкәртеп. Иглин районында авария-ҡотҡарыу хеҙмәте тарафынан юл-транспорт ваҡиғаһы эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса күрһәтмә уҡыуҙар ойошторолдо. Сценарийға ярашлы, ҡотҡарыусылар аварияға тарыған автомобилдән аяғын һындырған водителде сығарып, уға беренсе медицина ярҙамы күрһәтте һәм артабан ашығыс медицина ярҙамы бригадаһына тапшырҙы.

Өфөлә ашығыс ярҙам машинаһы ҡатнашлығындағы аварияны прокуратура тикшерә Прокуратура Өфөлә ашығыс ярҙам машинаһы ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаһын тикшереүҙе контролгә алды. Авария кисә Сипайлово биҫтәһенең Маршал Жуков урамында теркәлде. Интернетҡа һалынған видеояҙманан күренеүенсә, махсус сигнал менән ҡаршы һыҙаттан барған медиктар бригадаһы «Фольксваген Поло» һәм «Лада Гранта» менән бәрелешә.

Интернет аша башҡарылған енәйәттәр Башҡортостанда 15 меңдән ашҡан Йыл башынан Башҡортостанда мәғлүмәт-коммуникация технологиялары ҡулланып башҡарылған енәйәт осраҡтары 15 меңдән ашҡан. Дөйөм зыян күләме-2 миллиард һумдан күберәк. Мутлашыусылар төрлө алымдар ҡулланып урлашыуға бара. Әйтәйек, кешеләрҙең «Дәүләт хеҙмәттәре»ндәге учет яҙмаларына инеп, шәхси мәғлүмәттәр ярҙамында кредит рәсмиләштереүгә бәйле осраҡтар артып, 25-кә еткән.

Башҡортостан йәштәре социаль үҫеш һәм мөмкинлектәр тураһында фекер алышты Башҡортостандың йәш депутаттар советы ағзалары мәғариф учреждениелары, йәмәғәт ойошмалары һәм халыҡ һайланыусылары менән берлектә түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашып, йәштәр алдында ҡуйылған заман саҡырыуҙары тураһында фекер алышты.

Өфөлә алғы һыҙыҡҡа гуманитар ярҙам туплауҙа ҡатнашыусыларҙы бүләкләү тантанаһы үтте Тылдағы фиҙәҡәр хеҙмәткә-лайыҡлы баһа. Өфөлә алғы һыҙыҡҡа гуманитар ярҙам туплауҙа ҡатнашыусыларҙы бүләкләү тантанаһы үтте. «Берҙәм Рәсәй» партияһының йәмәғәт ярҙамы штабында Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев депутаттарға, төрлө предприятие етәкселәренә, эшҡыуарҙарға һәм ирекмәндәргә Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Һәр ҡайһыһы махсус хәрби операция яугирҙарына, Белгород һәм Курск өлкәләренә гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙемлек күрһәткән.

Башҡортостан башлығы Тажикстандың сәнәғәт һәм яңы технологиялар министры Шерали Кәбир менән осрашты Яҡтар ике яҡлы хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереңү юлдарын барланы. Әңгәмә барышында Башҡортостана етәксеһе Тажикстандың беҙҙең республика менән хеҙмәттәшлекте нығытыуға ынтылышын юғары баһаланы. Радий Хәбиров республиканың Дүшәнбелә Башҡортостандың үҫеш корпорацияһы вәкиллеген асырға әҙер булыуын белдереҙе. Үҙ сиратында Шерали Кәбир илдең Рәсәй эшҡыуарҙары һәм инвесторҙары өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға әҙер булыуын билдәләп үтте.

Ҡалтасы районы коллективы Мәскәүҙә сығыш яһарға әҙерләнә «Холмичи» ҡалаҡсылар ансамблен республикала ғына түгел, унан ситтә лә йыш алҡышлайҙар. Йәш таланттар репертуарында халыҡ композицияларын ла, заманса көйҙәр ҙә бар. Ижади коллектив концерттарҙан тыш, төбәк һәм Бөтә Рәсәй конкурстарында ҡатнашып, призлы урындар яулай.

Республикала быйыл 10 мең кешегә талпан ҡаҙалыу осрағы теркәлгән Был үткән йыл менән сағыштырғанда, бер нисә меңгә күберәк. Башҡортостандың Гигиена һәм эпидемиология үҙәге лабораторияһына тапшырылған бөжәктәрҙе тикшереү һөҙөмтәһендә талпан барелеозы 17, талпан энцефалиты бер процент тәшкил итә. Көҙҙөң икенсе айы башланып торғанда ла талпан тешләүҙән мөрәжәғәт итеүселәр бар.

Матбуғат йорто алдында гәзит-журналдарға яҙылыу байрамы ойошторолдо 11 октябргә тиклем республикала ваҡытлы матбуғат баҫмаларына ташламалы хаҡҡа яҙылырға мөмкин. Ошо уңайҙан Матбуғат йорто алдындағы майҙанда «Гәзит-журналдарға яҙылыу көнө» үтте. Уҡыусылар араһында квитанциялар буйынса бүләктәр уйнатылды, концерт ҡуйылды.

Өфө ҡалаһында ҡышҡы миҙгелгә әҙерлек әүҙем бара Урамдарҙы ҡарҙан таҙартыусы махсус техниканың төҙөклөгөн комиссия вәкилдәре тикшерә. Хеҙмәткәрҙәр йыл һайын ошо ваҡытҡа транспорт төрҙәрен ентекләп ремонтларға тырыша. Тәүгеләрҙән булып Ленин районы предприятиеһы юлдарҙы тәртиптә тотоуға әҙер булыуҙарын күрһәтте. Улар ҡом һибеү, грейдер, ҡар тейәү һәм ташыу өсөн тәғәйенләнгән техникаларҙы тәҡдим итте.

«Тормош өсөн инфраструктура» проекты буйынса республикала күперҙәр яңыртыла Быйыл Башҡортостанда «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты буйынса төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге 10 күпер норматив хәлгә килтерелә. Уларҙың күбеһе туристик объекттарға алып барған юлда, терәк юл селтәренә ингән трассаларҙа урынлашҡан.