ch
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

前往频道在 Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

显示更多
2 025
订阅者
-124 小时
-37
-430
帖子存档
Башҡортостанда 12 күпер «Тормош өсөн инфраструктура» проекты буйынса төҙөкләндерелә «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты буйынса республикала төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге 12 күпер норматив хәлгә килтерелә. Уларҙың күбеһе туристик объекттарға алып барған юлда, терәк юл селтәренә ингән трассаларҙа урынлашҡан. Был турала бөгөн Башҡортостандың юл Транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова хәбәр итте.

Радий Хәбиров Тажикстанда ике баланы ҡотҡарған студенттың ғаиләһе менән осрашты Тажикстанда Радий Хәбиров Ағиҙелдә бата башлаған ике баланың ғүмерен ҡотҡарған студенттың ата-әсәһе Парвина һәм Саидакбар Каландаровтар менән осрашты. Республика башлығы әйтеүенсә, Хаджимурод үҙ ғүмерен аямай кеше ҡотҡарған ысын герой. Башҡорт дәүләт аграр университетының беренсе курсында белем алған студент 2020 йылда йылғала бата башлаған ике баланың ғүмерен ҡотҡара, әммә үҙе һыуҙан сыға алмай.

Радий Хәбиров Тажикстандың мәҙәни объекттары менән танышты Дүшәнбелә ул «Кохи Наурыз» һарайын һәм республиканың милли музейын барып күрҙе. «Кохи Наурыз» һарайы Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһындағы һигеҙ заман мөғжизәһенең береһе һанала. 2014 йылда асылған комплекс 40 мең квадрат метр майҙанды биләй һәм Тажикстандың иң популяр ял урыны. Милли архитектураны сағылдырған залдар мозаика, төҫлө быяла, ағас, таш, көҙгөләр менән биҙәлгән.

Радий Хәбиров Тажикстан хөкүмәте ҡарамағындағы дәүләт матди резервтары буйынса агентлыҡ директоры менән осрашты Радий Хәбиров Тажикстан хөкүмәте ҡарамағындағы дәүләт матди резервтары буйынса агентлыҡ директоры Нурмахмад Ахмадзода менән осрашты. Яҡтар ике республика араһында иҡтисади хеҙмәттәшлекте нығытыу мәсьәләләре тураһында фекер алышты. Уртаҡ проекттарҙан Рәсәй-Тажикстан индустриаль технопаркына айырыуса иғтибар бүленде.

Фотола: юлдаштар Ш.Хоҙайбирҙинға Матбуғат йорто алдындаҡуйылған һәйкәл янында
Фотола: юлдаштар Ш.Хоҙайбирҙинға Матбуғат йорто алдындаҡуйылған һәйкәл янында

Фотола: юлдаштарШ.Хоҙайбирҙингә Матбуғат йорто алдында ҡуйылған һәйкәл янында
Фотола: юлдаштарШ.Хоҙайбирҙингә Матбуғат йорто алдында ҡуйылған һәйкәл янында

Башҡортотсанда дини символдар закон менән яҡлана Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа ошо турала закон проекты әҙерләнгән. Мәҙәни йәки
Башҡортотсанда дини символдар закон менән яҡлана Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа ошо турала закон проекты әҙерләнгән. Мәҙәни йәки дини мираҫ объекттары айырылғыһыҙ өлөшө булған һүрәттәрҙе һәм символдарҙы бөтөрөү, юйыу тыйыласаҡ. Ҡайһы бер осраҡтарҙа фотоһүрәттәрҙән дини символдарҙы юйыу күренештәре булды.

Башҡортостан шыршылары Рәсәй төбәкәтренә оҙатылды Ауыл хужалығын күҙәтеү идаралығанан хәбәр итеүҙәренсә, Шаран районынан Липе
Башҡортостан шыршылары Рәсәй төбәкәтренә оҙатылды Ауыл хужалығын күҙәтеү идаралығанан хәбәр итеүҙәренсә, Шаран районынан Липецк, Ростов, Тамбов өлкәләренә, Перь крайы һәм Ҡырым республикаһына 2 мең ярым яңы йыл ағасы экспортланған. Шыршылар фитосанитар талаптарға тикшерелгән, етешһеҙлектәр асыҡланмаған.

Башҡортостан фильмдары Адыгея халҡына күрһәтелде Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Майкоп ҡалаһында ойошторолған кин
Башҡортостан фильмдары Адыгея халҡына күрһәтелде Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Майкоп ҡалаһында ойошторолған кино фестивале барышында халыҡ-ара конкурс еңеүселәре билдәләнде. Ижади бәйгелә Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр берлеге илдәренән, Төркиәнән һәм Рәсәй төбәктәренән 300-ҙән ашыу картина ҡатнашты. Режиссер Руслан Юлтаев “Бетеү” фильмы өсөн диплом менән бүләкләнде. Рәссам Рима Шәрәфетдинованың “Һуңғы киносеанс” йәнһүрәте иң яҡшы анимацион фильм исеменә лайыҡ булды.

Көйөргәҙе районында Кинйә Арыҫланов иҫтәлегенә арналған уҡтан атыу буйынса турнир үтте Өсөнсө йыл рәттән ойошторолған ярыш 50-гә яҡын ҡатнашыусыны берләштерҙе. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Өфөлә өлкән йәштәгеләр өсөн «Көмөш старт» программаһы башланды Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә бер ҡасан да һуң түгел. Быны «Көмөш старт» федераль программаһында ҡатнашыусылар иҫбатлай. Өфөлә «Эффектив һәм конкурентлы иҡтисад» милли проекты буйынса тормошҡа ашырылған проект нигеҙендә уҡыуҙар башланды.

Ауыл хужалығы һөнәрҙәре агродиктант яҙып популярлаштырыла «Берҙәм Рәсәйҙең» йәмәғәт ярҙамы штабында почетлы ҡунаҡтар ауыл хужалығы техникаһы күргәҙмәһен ҡарап,беренсе Бөтә Рәсәй «Аграр диктанты»нда ҡатнашты. Башҡортостанда агродиктант 8 октябрҙән 12-нә 350-нән ашыу диктант яҙыу пунктында уҙғарыласаҡ.

Дәүләт Йыйылышында тел сәйәсәте буйынса түңәрәк өҫтәл үтте Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа «Башҡортостанда тел сәйәсәте өлкәһендә ҡануниәтте үтәү торошо» темаһына түңәрәк өҫтәл үтте. Йыйылышта Республика Хөкүмәте ҡарамағындағы телдәр буйынса комиссия эше ҡаралды.

Өфө районының Урыҫ-Юрмаш ауылында янғында зыян күргән ғаиләгә ярҙам кәрәк 4 октябрь төнгө сәғәт 11-ҙән һуң Вера Хрычева менән Виталий Григорьевтың ғаиләһенең өйөндә янғын сыға. Ут Совет урамындағы бер ҡатлы ике фатирлы ағас йортто ялмап ала. Уны ғаилә башлығы үҙаллы һүндереп ҡарай, әммә үҙе төрлө тән йәрәхәттәре ала. Бәхеткә, бер кем дә зыян күрмәй, әммә Матвей, Мирон һәм Макар исемле өс ул үҫтергән ғаилә торлаҡһыҙ ҡалған.

Республика район-ҡалаларында санитар оборонаға әҙерлек буйынса махсус уҡыуҙар үтә Саралар Башҡорт дәүләт медицина университетының тактик медицина уҡыу үҙәге етәксеһе, «Башҡортостан геройҙары» программаһы ҡатнашыусыһы Алина Маннапова ҡатнашлығында ойошторолған.

Баймаҡтың «көмөш» ирекмәндәре 95-се маскировка селтәрен үрҙе Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға райондан даими ярҙам оҙатыла, бөтә кәрәк-яраҡтар тиҙ арала йыйып алына. Баймаҡ ирекмәндәре райондың 95 йыллығына 95-се маскировка селтәрен үрҙе. Күптән түгел яңыртылған бинала хәҙер эш өсөн бар уңайлыҡтар булдырылған, кәрәкле тауарҙар ҙа ваҡытында алына.

Республикала «Үҙебеҙҙең яңы мөмкинлектәр» төбәк программаһы тормошҡа ашырыла Проект махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм үҙ эшен асыу һәм алып барыу, шулай уҡ эшҡыуарлыҡ өлкәһендә белем алыу менән ҡыҙыҡһынған ғаилә ағзаларына ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Программаны «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы менән берлектә төбәктең бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү фонды, милли мониторинг һәм аналитика үҙәге әҙерләгән.

Радий Хәбировтың Тажикстанға эш сәфәренең икенсе көнө тамамланды Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың Тажикстанға эш сәфәренең икенсе көнө тамамланды. Төбәк етәкскһе бер нисә эшлекле осрашыу үткәрҙе, шулай уҡ сәнәғәт һәм социаль объекттар менән танышты. Тәүҙә Радий Хәбиров Тажикстандың сәнәғәт һәм яңы технологиялар министры Шерали Кәбир менән осрашты. Яҡтар ике яҡлы хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереү юлдарын барланы. Әңгәмә барышында Башҡортостана етәксеһе Тажикстандың беҙҙең республика менән хеҙмәттәшлекте нығытыуға ынтылышын юғары баһаланы.

Өфөлә «Alter еgo» театр студияһы яңы тамашаға әҙерләнә Өфөлә, Бәҙәр Йосопова исемендәге Актерҙар йорто бинаһында «Alter еgo» театр студияһы эшләй. Тиҙҙән тамашалар актерҙар йортоноң камера сәхнәһендә күрһәтеләсәк. Актер һөнәрен үҙ итеүсе йәштәр репетицияларҙың береһен дә ҡалдырмай. Ҡыҙыҡлы образдар аша улар хис-тойғоларын еткерә, остаздарынан сәхнә пластикаһына өйрәнә.

Мәскәүҙә Республика көнөнә арналған байрам концерты үтте Кесе ватанға һөйөү менән. Мәскәүҙә Республика көнөнә арналған байрам концерты үтте. Сараға йыйылыусыларҙы Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Ринат Фәйзуллин сәләмләне. Ул залда төрлө быуын кешеләре булыуын, уларҙы кесе ватанға һөйөү берләштереүен билдәләне.