БСТ | Яңылыҡтар
Ir al canal en Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Mostrar más1 979
Suscriptores
-124 horas
-57 días
-1530 días
Archivo de publicaciones
1 979
Радий Хәбиров Тажикстанда бер нисә эшлекле осрашыу үткәрҙе
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Тажикстанда бер нисә эшлекле осрашыу үткәрҙе, шулай уҡ сәнәғәт һәм социаль объекттар менән танышты. Тәүҙә Радий Хәбиров Тажикстандың сәнәғәт һәм яңы технологиялар министры Шерали Кәбир менән осрашты.
1 979
Рәсәй-Тажикстан индустриаль паркы — Башҡортостан өсөн яңы иҡтисади мөмкинлек
Башҡортостандың Рәсәй Президентының дәүләт сәфәрендә ҡатнашыуы тышҡы иҡтисади аренала биләгән урынын нығытыуын һәм статусын арттырыуын иҫбатлай. Федераль үҙәк республиканы етди һәм ышаныслы төбәк булараҡ ҡабул итә. Был күренеш башҡа күләмле халыҡ-ара проекттарҙа ҡатнашыуға ла юл аса. Сәфәр дөйөм һүҙҙәрҙән аныҡ эштәргә күсеүгә мөмкинлеге бирҙе.
1 979
Радий Хәбиров Рәсәй-Тажикстан индустриаль паркын төҙөү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы
Был мөһим ваҡиға ил Президентының Тажикстанға сәфәре сиктәрендә үтте. Владимир Путин менән Эмомали Рахмон ҡатнашлығындағы сарала Радий Хәбиров Тажикстандың инвестиция һәм дәүләт мөлкәте менән идара итеү дәүләт комитеты рәйесе Султон Рахимзода менән килешеү нөхсәләре менән алышынды.
1 979
12-19 октябрҙә Өфө «Ҡолонсаҡ» беренсе халыҡ-ара театр спектаклдәре фестивален ҡабул итә
Унда Рәсәй һәм Бойондороҡһоҙ дәүләттәр илдәре профессиональ коллективтары ҡатнаша. Спектаклдәр Мостай Кәрим исемендәге Республика милли йәштәр, Өфө «Нур» татар дәүләт, һәм Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәләрендә күрһәтеләсәк.
1 979
Мөкәрим Төхвәтшин исемендәге китапхана 90 йыллығын ғилми-ғәмәли форум менән билдәләне
Өфөнөң «Торатау» конгрес холында Мөкәрим Төхвәтшин исемендәге Республика һуҡырҙар китапханаһының 90 йыллығына арналған ғилми-ғәмәли конференция үтте. Профессиональ форум кешенең сикһеҙ мөмкинлектәрен сағылдырған ысын байрамға әүерелде.
1 979
Археология һәм этнография музейында Алексей Нечвалода эштәре күрһәтелә
Быуаттар аша ҡараш... Раил Кузеев исемендәге этнологик тикшеренеүҙәр институтының археология һәм этнография музейында баш һөйәге буйынса кеше йөҙөнөң антропологик реконструкцияһы сәнғәтенә арналған күргәҙмә асылды.
1 979
Өфөлә Ҡайтарылған исемдәр музейын булдырыу буйынса эш дауам итә
Республика үҫешенә ҙур өлөш индергән, әммә нахаҡҡа юҡ ителгән исемдәрҙе тергеҙеү маҡсаты ҡуйылған. Әлегә иллегә яҡын исем раҫланған, тағы ла 13 кандидат буйынса документтар ҡарала.
1 979
Иглин районында геройҙарға ярҙам итеүгә арналған форум үтте
Активистар, ирекмәндәр, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре «СВО Иглино» форумында ҡатнашты. Сараның төп бурысы-яугирҙарға һәм уларҙың яҡындарына ярҙам итеүҙе берләштереү. Форум тематик майҙансыҡтарға бүленде: район биләмәһендә коммерция булмаған ойошмаларҙы үҫтереү, эшҡыуарлыҡты һәм ирекмәндәр хәрәкәттәренә ярҙам итеү.
1 979
Башҡортостанда 12 күпер «Тормош өсөн инфраструктура» проекты буйынса төҙөкләндерелә
«Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты буйынса республикала төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге 12 күпер норматив хәлгә килтерелә. Уларҙың күбеһе туристик объекттарға алып барған юлда, терәк юл селтәренә ингән трассаларҙа урынлашҡан. Был турала бөгөн Башҡортостандың юл Транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова хәбәр итте.
1 979
Радий Хәбиров Тажикстанда ике баланы ҡотҡарған студенттың ғаиләһе менән осрашты
Тажикстанда Радий Хәбиров Ағиҙелдә бата башлаған ике баланың ғүмерен ҡотҡарған студенттың ата-әсәһе Парвина һәм Саидакбар Каландаровтар менән осрашты. Республика башлығы әйтеүенсә, Хаджимурод үҙ ғүмерен аямай кеше ҡотҡарған ысын герой. Башҡорт дәүләт аграр университетының беренсе курсында белем алған студент 2020 йылда йылғала бата башлаған ике баланың ғүмерен ҡотҡара, әммә үҙе һыуҙан сыға алмай.
1 979
Радий Хәбиров Тажикстандың мәҙәни объекттары менән танышты
Дүшәнбелә ул «Кохи Наурыз» һарайын һәм республиканың милли музейын барып күрҙе. «Кохи Наурыз» һарайы Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһындағы һигеҙ заман мөғжизәһенең береһе һанала. 2014 йылда асылған комплекс 40 мең квадрат метр майҙанды биләй һәм Тажикстандың иң популяр ял урыны. Милли архитектураны сағылдырған залдар мозаика, төҫлө быяла, ағас, таш, көҙгөләр менән биҙәлгән.
1 979
Радий Хәбиров Тажикстан хөкүмәте ҡарамағындағы дәүләт матди резервтары буйынса агентлыҡ директоры менән осрашты
Радий Хәбиров Тажикстан хөкүмәте ҡарамағындағы дәүләт матди резервтары буйынса агентлыҡ директоры Нурмахмад Ахмадзода менән осрашты. Яҡтар ике республика араһында иҡтисади хеҙмәттәшлекте нығытыу мәсьәләләре тураһында фекер алышты. Уртаҡ проекттарҙан Рәсәй-Тажикстан индустриаль технопаркына айырыуса иғтибар бүленде.
1 979
Башҡортотсанда дини символдар закон менән яҡлана
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа ошо турала закон проекты әҙерләнгән. Мәҙәни йәки дини мираҫ объекттары айырылғыһыҙ өлөшө булған һүрәттәрҙе һәм символдарҙы бөтөрөү, юйыу тыйыласаҡ. Ҡайһы бер осраҡтарҙа фотоһүрәттәрҙән дини символдарҙы юйыу күренештәре булды.
1 979
Башҡортостан шыршылары Рәсәй төбәкәтренә оҙатылды
Ауыл хужалығын күҙәтеү идаралығанан хәбәр итеүҙәренсә, Шаран районынан Липецк, Ростов, Тамбов өлкәләренә, Перь крайы һәм Ҡырым республикаһына 2 мең ярым яңы йыл ағасы экспортланған. Шыршылар фитосанитар талаптарға тикшерелгән, етешһеҙлектәр асыҡланмаған.
1 979
Башҡортостан фильмдары Адыгея халҡына күрһәтелде
Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Майкоп ҡалаһында ойошторолған кино фестивале барышында халыҡ-ара конкурс еңеүселәре билдәләнде. Ижади бәйгелә Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр берлеге илдәренән, Төркиәнән һәм Рәсәй төбәктәренән 300-ҙән ашыу картина ҡатнашты. Режиссер Руслан Юлтаев “Бетеү” фильмы өсөн диплом менән бүләкләнде. Рәссам Рима Шәрәфетдинованың “Һуңғы киносеанс” йәнһүрәте иң яҡшы анимацион фильм исеменә лайыҡ булды.
1 979
Көйөргәҙе районында Кинйә Арыҫланов иҫтәлегенә арналған уҡтан атыу буйынса турнир үтте
Өсөнсө йыл рәттән ойошторолған ярыш 50-гә яҡын ҡатнашыусыны берләштерҙе. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
1 979
Өфөлә өлкән йәштәгеләр өсөн «Көмөш старт» программаһы башланды
Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә бер ҡасан да һуң түгел. Быны «Көмөш старт» федераль программаһында ҡатнашыусылар иҫбатлай. Өфөлә «Эффектив һәм конкурентлы иҡтисад» милли проекты буйынса тормошҡа ашырылған проект нигеҙендә уҡыуҙар башланды.
1 979
Ауыл хужалығы һөнәрҙәре агродиктант яҙып популярлаштырыла
«Берҙәм Рәсәйҙең» йәмәғәт ярҙамы штабында почетлы ҡунаҡтар ауыл хужалығы техникаһы күргәҙмәһен ҡарап,беренсе Бөтә Рәсәй «Аграр диктанты»нда ҡатнашты. Башҡортостанда агродиктант 8 октябрҙән 12-нә 350-нән ашыу диктант яҙыу пунктында уҙғарыласаҡ.
