БСТ | Яңылыҡтар
Kanalga Telegram’da o‘tish
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Ko'proq ko'rsatish2 022
Obunachilar
Ma'lumot yo'q24 soatlar
-37 kunlar
-830 kunlar
Postlar arxiv
2 022
Республика райондарында ауыл эшсәндәренең төп байрамы-һабантуйҙар гөрләй
Башҡортостандың тиҫтәләгән муниципалитетында һабан байрамы рухи күтәреңкелектә, ойошҡанлыҡ менән үтте. Күңелле йыр-моң, ялан батырҙары тәбрикләнгән, батырҙар бил һынашҡан майҙандарҙан репортаж.
2 022
Иглиндә йәшәүсе Шафиҡовтар ғаиләһе көнкүреш ҡалдыҡтарынан ҡотолоу ысулын тәҡдим итә
Улар был кәсептән килем дә ала. Шафиҡовтар бизнес йүнәлешен һайлағанда ҡаты-ҡалдыҡтарға икенсе ғүмер биреү һәм эшкәртеү мөмкинлеген аңлай. Европа эшҡыуарҙары тәжрибәһе күрһәтеүенсә, был өлкәләге бизнес иң табышлыларҙың береһе.
2 022
Өфөлә «Китап-байрам» Халыҡ-ара китап йәрминкәһенең икенсе көнө тамамланды
Өфөлә «Китап-байрам» Халыҡ-ара китап йәрминкәһенең икенсе көнө тамамланды. Бөгөн дә форум фәһемле һәм иҫтәлекле осрашыуҙарға, эшлекле сараларға бай булды. Совет майҙанында ҡоролған сатырҙарҙа әҙәби уҡыуҙар үтте.
2 022
Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ районында Золотоношка ауылында хәтер мемориалын асыу тантанаһында ҡатнашты
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ районында Золотоношка ауылында хәтер мемориалын асыу тантанаһында ҡатнашты. Бөйөк Ватан һуғышында һәм локаль хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булған яугирҙарға бағышланған мемориаль комплекс «Атайсал « проекты сиктәрендә сафҡа индерелде. Меценат Юрий Кийко тырышлығы менән Золотоношка ауылында иҫке сиркәү төҙөкләндерелгән, урамдар тәртипкә килтерелгән.
2 022
«Китап байрамы»нда Ҡәҙим Аралбайҙың яңы китабы күрһәтелде
III «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың «Седые ковыли» китабының исем туйы уҙҙы. Яңы китап һәм тәржемә үҙенсәлектәре хаҡында автор менән БСТ каналының күсмә студияһында һөйләштек.
https://vkvideo.ru/video-85076499_456257747
2 022
Башҡортостанда "Урал батыр" эпосы көнө булдырылды
Ул йыл һайын 8 июндә билдәләнә. Республика Башлығының ошо турала Указы бар. Республика Хөкүмәтенә саралар планын әҙерләргә, финанслау сығанаҡтарын билдәләргә ҡушылған. Район һәм ҡалаларҙа башҡорт эпосын танытыуға йүнәлтелгән саралар уҙғарыла.
2 022
Өфөлә төбәк телестудиялары кәңәшмәһе үтте
Унда Башҡортостан Башлығы грантына тормошҡа ашырылған «Дуҫ йәшәйек» проектына йомғаҡ яһалды. Проект сиктәрендә «Сәләм» телеканалы һәм райондарҙа эшләүсе телестудиялар ауыл ерендә йәшәүсе күп балалы ғаиләләр тураһында тапшырыуҙар циклын әҙерләгән.
2 022
Өфөлә «Рулгә ултырма, малай!» социаль кампанияһына старт бирелде
Өфөлә «Рулгә ултырма, малай!» социаль кампанияһына старт бирелде. Проект водитель-балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеүгә йүнәлтелгән. Бәлиғ булмағандарҙың рулгә ултырыу осраҡтары артыуы күҙәтелә. Йыл башынан ғына уларҙың ғәйебе буйынса ете юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Әммә үҫмерҙәр мототранспорт һәм автомобиль менән идара итеүен дауам итә.
2 022
Башҡортостан танкистары дошман терәк пунктына һөжүм яһаны
«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының Сергей Зорин исемендәге танк батальоны Украина хәрби көстәренең терәк нығытмаһына ҡыйратҡыс һөжүм яһаны. Атака ваҡытында дүрт тиҫтәгә яҡын неонацист тар-мар ителде. Ҡурҡыу белмәҫ башҡорт танкистары тураһында репортаж.
2 022
Асҡарҙа Салауат баҡыр ятҡылығы буйынса тәүге күҙәтеү советы ултырышы үтте
Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ҡарамағындағы күҙәтеү советының беренсе ултырышы үтте. Ул Федераль лицензия талаптарына ярашлы Салауат баҡыр ятҡылығы биләмәһендә планлаштырған геологоразведка эштәрен контролгә алды. «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең инвестиция проектын тормошҡа ашырыу буйынса күҙәтеү советы ҡараған ошо һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында репортаж.
2 022
Өфөлә бер төркөм әҙиптәр юғары дәүләт наградалары менән бүләкләнде
Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары сафы тағы бер әҙипкә артты. «Китап-байрам» Халыҡ-ара китап йәрминкәһе уңайынан бөгөн асылған «Өфө йүкәләре» скверында бер төркөм әҙиптәр юғары дәүләт наградалары менән бүләкләнде. Улар араһында Гөлнур Яҡупова ла бар, Ҡатындар трилогияһы авторы хәҙер халыҡ яҙыусыһы.
2 022
Өфөнөң Совет майҙанында «Китап-байрам» Халыҡ-ара китап йәрминкәһе асылды
Өфөнөң Совет майҙанында «Китап-байрам» Халыҡ-ара китап йәрминкәһе асылды, ул өс көн дауам итә. Быйыл унда Рәсәй төбәктәренән йөҙҙән ашыу нәшриәт ҡатнаша, Белоруссия һәм Ҡырғыҙстан республикаларынан, шулай уҡ тәүге тапҡыр Ирандан да яңы баҫмалар тәҡдим ителә.
2 022
Башҡортостан Рәсәйҙең «Белем» йәмғиәте менән мәғрифәтселек эшмәкәрлеге өлкәһендә килешеү төҙөнө
Документ республика һәм ил халҡының интеллектуаль, мәғариф һәм мәҙәни потенциалын күтәреү маҡсатында берҙәм эштең төп йүнәлештәрен билдәләй. Башҡортостан башлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, килешеүҙе тормошҡа ашырыу лекторҙар берләшмәләрен үҫтереүгә, һәләтле йәш белгестәрҙе мәғрифәтселек эшенә йәлеп итеүгә булышлыҡ итәсәк.
2 022
Өфөлә «Урал батыр» эпосы төп нөсхәһендә донъя күрҙе
1941 йылда халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғолов баҫтырған китап яңыртылып «Нур» оҫтаханаһында сығарылды. Уникаль баҫма «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһендә әҙәбиәт һөйөүселәргә һәм ҡунаҡтарға тәҡдим ителә. Китап донъяһы серҙәре хаҡында нәшриәт етәксеһе Вилнур Хәсәнов менән һөйләштек.
https://vkvideo.ru/video-85076499_456257736
2 022
Джош Ливо “Алтын сәкән” исеменә лайыҡ булды
Был награда континенталь хоккей лигаһының иң мәргән уйынсыларына тапшырыла. Канада легионеры уҙған миҙгелдә “Салауат Юлаев” составында 62 уйын уҙғарған, 49 шайба индергән, 31 һөҙөмтәле пас биргән.
2 022
Өфөләге Ленин исемендәге паркта һирәк ағастарҙың ботаҡтары киҫелмәй
Бында манчжур сәтләүеге һәм көмөш тирәк үҫә, тип хәбәр итәләр Республика йәмәғәт платаһынан. Был паркта реконструкция башланды. Әле ағастарҙың ботаҡтары киҫелә. Парк төҙөкләндерелгәндән һуң киләһе йылда асылырға тейеш.
2 022
Салауат ҡалаһында трамвайҙа юл хаҡы билдәләнде
Тарифтар буйынса дәүләт комитетында ҡул ҡуйылған документҡа ярашлы, хәҙер "Алға", берҙәм транспорт карталары буйынса 35 һум түләргә кәрәк. Банк картаһы һәм ҡулаҡса менән билет 38 һум тора. Багаж өсөн дә шундай уҡ хаҡ ҡуйылған.
2 022
Ҡотҡарыусылар тирәк мамығы янып китеү хәүефе тураһында иҫкәртә
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ул сарҙаҡ, һарай, машина һәм башҡа урындарҙа йыйылып китеүе ихтимал. Мамыҡтың яныу температураһы 800 градус. Уға ут ҡапһа зыян ҙур булыуы мөмкин. Шуға үтә иғтибарлы булырға кәңәш ителә.
2 022
Өфөлә футбол һәм мини-футбол буйынса асыҡ ҡала Хәйриә турниры уҙҙы
Балалар һәм үҫмерҙәр - мәрхәмәтлек өсөн. Өфөлә футбол һәм мини-футбол буйынса асыҡ ҡала Хәйриә турниры уҙҙы. Саранан йыйылған аҡса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы техника менән тәьмин итеүгә йүнәлтеләсәк.
2 022
Салауат Башҡорт дәүләт драма театры 92-се ижад миҙгеленә йомғаҡ яһаны
Салауат Башҡорт дәүләт драма театры 92-се ижад миҙгеленә йомғаҡ яһаны. Ошо уңайҙан тамашасылар иғтибарына драматург Сәрүәр Суринаның «Зәйтүнә» спектакле премьераһы тәҡдим ителде. Ысын хәл-ваҡиғаларға нигеҙләнгән әҫәр Миәкә районынан Зәйтүнә Әлибаеваның батырлығы тураһында. Ул Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фашист илбаҫарҙары менән тиңһеҙ алышта һәләк була. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Endi mavjud! Telegram Tadqiqoti 2025 — yilning asosiy insaytlari 
