uk
Feedback

Не попадись на ботовода! Telemetrio знаходить і позначає такі канали мітками 👉 Хочеш бачити мітку, оформляй підписку

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Відкрити в Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Показати більше
1 970
Підписники
Немає даних24 години
-77 днів
-1930 днів
Архів дописів
Иглин ауылында машинаға тапалған алты йәшлек ҡыҙҙың ғаиләһенә ярҙам талап ителә Иглин ауылында машинаға тапалған алты йәшлек ҡыҙҙың ғаиләһенә ярҙам талап ителә. Бала әле әсәһе менән Өфө ҡалаһының 17-се балалар клиник дауаханаһында. Ҡыҙының бәләгә тарығанын ишеткән атаһы юлда аварияға осраған. Ул да ауыр хәлдә биш йәшлек ҡыҙҙары менән реанимацияға эләккән.

«Гранит» ҡушаматлы офицер Миңлеғәле Шайморатов ордены менән бүләкләнде Курск йүнәлешендә дәүләт сиген һаҡлаусы ғәскәрҙәр төркөмө командующийы Миңлеғәле Шайморатов ордены менән бүләкләнде. «Гранит» ҡушаматлы кадр офицеры бер йыл дауамында «Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкы ҡараған 67-се мотоуҡсылар дивизияһына етәкселек итә.

Быйыл Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау башлана Быйыл Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау башлана, эш яҡынса ике йылға иҫәпләнгән. 30 июндән алып майҙанға инеү сикләнә. Был турала бөгөн Республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән оператив кәңәшмәлә билдәләнде. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, баш ҡаланың төп иҫтәлекле урындарының береһе экспертиза һөҙөмтәләре буйынса авария хәлендә тип танылғайны. Ултырышта күтәрелгән ошо һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр тураһында репортаж.

Бөрйән районында һабантуй үтте Республика төбәктәрендә һабантуйҙар старт алды. Тәүге һабан байрамдары Башҡортостандың 10 муниципаль берәмегендә үтте. Бөрйән районында хеҙмәт байрамы Күҙембәт яланында ойошторолдо. Сара милли уйындарға ла, спорт ярыштарына ла, йыр-моңға ла бай булды.

14 июндә “Салауат йыйыны” фольклор байрамы үтә Ул Салауат районында ойошторола. Байрам башҡорт халҡының милли батыры, яугир һ
14 июндә “Салауат йыйыны” фольклор байрамы үтә Ул Салауат районында ойошторола. Байрам башҡорт халҡының милли батыры, яугир һәм сәсән Салауат Юлаевтың тыуыуына 271 йыл тулыуға бағышлана. Республика халыҡ ижады үҙәгенән белдереүҙәренсә, йыйын барышында иң яҡшы сувенир продукцияһына конкурс уҙғарыу ҡарала. Шулай уҡ “Салауат бәйгеһе” республика турниры үткәрелә. Салауат Юлаев призына көрәш буйынса ярыш ойошторола. Тирмәләр һәм ихаталар конкурсы була.

Шаран-Яңы Балтас-Андреевка юлында ремонт башланды Әле Саҡмағош һәм Шаран райондарында бер нисә учаска төҙөкләндерелә, тип хәб
Шаран-Яңы Балтас-Андреевка юлында ремонт башланды Әле Саҡмағош һәм Шаран райондарында бер нисә учаска төҙөкләндерелә, тип хәбәр итәләр Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан. Эштәр "Тормош өсөн инфраструктура" милли проектына ярашлы алып барыла. Быйыл бында 12 километрҙан ашыу юлды тәртипкә килтереү ҡаралған.

Башҡортостанда был эш аҙнаһы ҡыҫҡараҡ була Алдағы йома Ҡорбан байрамы билдәләнә. Ул ял тип иғлан ителгән. Әле республикала ба
Башҡортостанда был эш аҙнаһы ҡыҫҡараҡ була Алдағы йома Ҡорбан байрамы билдәләнә. Ул ял тип иғлан ителгән. Әле республикала байрамға әҙерлек бара, ҡорбан салыу урындары билдәләнә. Башҡортостанда киләһе аҙнала ла оҙайлы ял көтөлә. Рәсәй көнө уңайынан 12 июндән 15-енә тиклем ял ҡаралған.

Ҡотҡарыусылар халыҡҡа һыу инмәй торорға кәңәш итә Республикала рәсми рәүештә һыу инеү миҙгеле башланды. Ғәҙәттән тыш хәлдәр б
Ҡотҡарыусылар халыҡҡа һыу инмәй торорға кәңәш итә Республикала рәсми рәүештә һыу инеү миҙгеле башланды. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Кирилл Первов белдереүенсә, йылға һәм күлдәрҙә һыу әле йылынып бөтмәгән. Был кеше ғүмеренә,сәләмәтлегенә хәүефле булыуы мөмкин. Быйыл Башҡортостанда 192 рәсми пляж асылырға тейеш. Уларҙа ҡотҡарыусылар дежур итә. Алдағы көндәрҙә республикала һауа температураһының түбәнәйеүе көтөлә.

Башҡорт штурмовигы алғы һыҙыҡта ҙур батырлыҡ күрһәткән. Башҡорт штурмовигы алғы һыҙыҡта ҙур батырлыҡ күрһәткән. «Зодиак» ҡушаматлы яугир рота командиры яраланғас, төркөм менән идара итеүҙе үҙ өҫтөнә ала, хәрби бурысты үтәп, шәхси составтың юғалыуына юл ҡуймай.

Республика райондарында ауыл эшсәндәренең төп байрамы-һабантуйҙар гөрләй Башҡортостандың тиҫтәләгән муниципалитетында һабан байрамы рухи күтәреңкелектә, ойошҡанлыҡ менән үтте. Күңелле йыр-моң, ялан батырҙары тәбрикләнгән, батырҙар бил һынашҡан майҙандарҙан репортаж.

Иглиндә йәшәүсе Шафиҡовтар ғаиләһе көнкүреш ҡалдыҡтарынан ҡотолоу ысулын тәҡдим итә Улар был кәсептән килем дә ала. Шафиҡовтар бизнес йүнәлешен һайлағанда ҡаты-ҡалдыҡтарға икенсе ғүмер биреү һәм эшкәртеү мөмкинлеген аңлай. Европа эшҡыуарҙары тәжрибәһе күрһәтеүенсә, был өлкәләге бизнес иң табышлыларҙың береһе.

Өфөлә «Китап-байрам» Халыҡ-ара китап йәрминкәһенең икенсе көнө тамамланды Өфөлә «Китап-байрам» Халыҡ-ара китап йәрминкәһенең икенсе көнө тамамланды. Бөгөн дә форум фәһемле һәм иҫтәлекле осрашыуҙарға, эшлекле сараларға бай булды. Совет майҙанында ҡоролған сатырҙарҙа әҙәби уҡыуҙар үтте.

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ районында Золотоношка ауылында хәтер мемориалын асыу тантанаһында ҡатнашты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ районында Золотоношка ауылында хәтер мемориалын асыу тантанаһында ҡатнашты. Бөйөк Ватан һуғышында һәм локаль хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булған яугирҙарға бағышланған мемориаль комплекс «Атайсал « проекты сиктәрендә сафҡа индерелде. Меценат Юрий Кийко тырышлығы менән Золотоношка ауылында иҫке сиркәү төҙөкләндерелгән, урамдар тәртипкә килтерелгән.

«Китап байрамы»нда Ҡәҙим Аралбайҙың яңы китабы күрһәтелде III «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың «Седые ковыли» китабының исем туйы уҙҙы. Яңы китап һәм тәржемә үҙенсәлектәре хаҡында автор менән БСТ каналының күсмә студияһында һөйләштек. https://vkvideo.ru/video-85076499_456257747

Башҡортостанда "Урал батыр" эпосы көнө булдырылды Ул йыл һайын 8 июндә билдәләнә. Республика Башлығының ошо турала Указы бар.
Башҡортостанда "Урал батыр" эпосы көнө булдырылды Ул йыл һайын 8 июндә билдәләнә. Республика Башлығының ошо турала Указы бар. Республика Хөкүмәтенә саралар планын әҙерләргә, финанслау сығанаҡтарын билдәләргә ҡушылған. Район һәм ҡалаларҙа башҡорт эпосын танытыуға йүнәлтелгән саралар уҙғарыла.

Өфөлә төбәк телестудиялары кәңәшмәһе үтте Унда Башҡортостан Башлығы грантына тормошҡа ашырылған «Дуҫ йәшәйек» проектына йомғаҡ яһалды. Проект сиктәрендә «Сәләм» телеканалы һәм райондарҙа эшләүсе телестудиялар ауыл ерендә йәшәүсе күп балалы ғаиләләр тураһында тапшырыуҙар циклын әҙерләгән.

Өфөлә «Рулгә ултырма, малай!» социаль кампанияһына старт бирелде Өфөлә «Рулгә ултырма, малай!» социаль кампанияһына старт бирелде. Проект водитель-балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеүгә йүнәлтелгән. Бәлиғ булмағандарҙың рулгә ултырыу осраҡтары артыуы күҙәтелә. Йыл башынан ғына уларҙың ғәйебе буйынса ете юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Әммә үҫмерҙәр мототранспорт һәм автомобиль менән идара итеүен дауам итә.

Башҡортостан танкистары дошман терәк пунктына һөжүм яһаны «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының Сергей Зорин исемендәге танк батальоны Украина хәрби көстәренең терәк нығытмаһына ҡыйратҡыс һөжүм яһаны. Атака ваҡытында дүрт тиҫтәгә яҡын неонацист тар-мар ителде. Ҡурҡыу белмәҫ башҡорт танкистары тураһында репортаж.

Асҡарҙа Салауат баҡыр ятҡылығы буйынса тәүге күҙәтеү советы ултырышы үтте Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ҡарамағындағы күҙәтеү советының беренсе ултырышы үтте. Ул Федераль лицензия талаптарына ярашлы Салауат баҡыр ятҡылығы биләмәһендә планлаштырған геологоразведка эштәрен контролгә алды. «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең инвестиция проектын тормошҡа ашырыу буйынса күҙәтеү советы ҡараған ошо һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында репортаж.

Өфөлә бер төркөм әҙиптәр юғары дәүләт наградалары менән бүләкләнде Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары сафы тағы бер әҙипкә артты. «Китап-байрам» Халыҡ-ара китап йәрминкәһе уңайынан бөгөн асылған «Өфө йүкәләре» скверында бер төркөм әҙиптәр юғары дәүләт наградалары менән бүләкләнде. Улар араһында Гөлнур Яҡупова ла бар, Ҡатындар трилогияһы авторы хәҙер халыҡ яҙыусыһы.