БСТ | Яңылыҡтар
Kanalga Telegram’da o‘tish
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Ko'proq ko'rsatish1 970
Obunachilar
Ma'lumot yo'q24 soatlar
-77 kun
-1930 kun
Postlar arxiv
1 970
Өфөнөң Совет майҙанында «Китап-байрам» Халыҡ-ара китап йәрминкәһе асылды
Өфөнөң Совет майҙанында «Китап-байрам» Халыҡ-ара китап йәрминкәһе асылды, ул өс көн дауам итә. Быйыл унда Рәсәй төбәктәренән йөҙҙән ашыу нәшриәт ҡатнаша, Белоруссия һәм Ҡырғыҙстан республикаларынан, шулай уҡ тәүге тапҡыр Ирандан да яңы баҫмалар тәҡдим ителә.
1 970
Башҡортостан Рәсәйҙең «Белем» йәмғиәте менән мәғрифәтселек эшмәкәрлеге өлкәһендә килешеү төҙөнө
Документ республика һәм ил халҡының интеллектуаль, мәғариф һәм мәҙәни потенциалын күтәреү маҡсатында берҙәм эштең төп йүнәлештәрен билдәләй. Башҡортостан башлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, килешеүҙе тормошҡа ашырыу лекторҙар берләшмәләрен үҫтереүгә, һәләтле йәш белгестәрҙе мәғрифәтселек эшенә йәлеп итеүгә булышлыҡ итәсәк.
1 970
Өфөлә «Урал батыр» эпосы төп нөсхәһендә донъя күрҙе
1941 йылда халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғолов баҫтырған китап яңыртылып «Нур» оҫтаханаһында сығарылды. Уникаль баҫма «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһендә әҙәбиәт һөйөүселәргә һәм ҡунаҡтарға тәҡдим ителә. Китап донъяһы серҙәре хаҡында нәшриәт етәксеһе Вилнур Хәсәнов менән һөйләштек.
https://vkvideo.ru/video-85076499_456257736
1 970
Джош Ливо “Алтын сәкән” исеменә лайыҡ булды
Был награда континенталь хоккей лигаһының иң мәргән уйынсыларына тапшырыла. Канада легионеры уҙған миҙгелдә “Салауат Юлаев” составында 62 уйын уҙғарған, 49 шайба индергән, 31 һөҙөмтәле пас биргән.
1 970
Өфөләге Ленин исемендәге паркта һирәк ағастарҙың ботаҡтары киҫелмәй
Бында манчжур сәтләүеге һәм көмөш тирәк үҫә, тип хәбәр итәләр Республика йәмәғәт платаһынан. Был паркта реконструкция башланды. Әле ағастарҙың ботаҡтары киҫелә. Парк төҙөкләндерелгәндән һуң киләһе йылда асылырға тейеш.
1 970
Салауат ҡалаһында трамвайҙа юл хаҡы билдәләнде
Тарифтар буйынса дәүләт комитетында ҡул ҡуйылған документҡа ярашлы, хәҙер "Алға", берҙәм транспорт карталары буйынса 35 һум түләргә кәрәк. Банк картаһы һәм ҡулаҡса менән билет 38 һум тора. Багаж өсөн дә шундай уҡ хаҡ ҡуйылған.
1 970
Ҡотҡарыусылар тирәк мамығы янып китеү хәүефе тураһында иҫкәртә
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ул сарҙаҡ, һарай, машина һәм башҡа урындарҙа йыйылып китеүе ихтимал. Мамыҡтың яныу температураһы 800 градус. Уға ут ҡапһа зыян ҙур булыуы мөмкин. Шуға үтә иғтибарлы булырға кәңәш ителә.
1 970
Өфөлә футбол һәм мини-футбол буйынса асыҡ ҡала Хәйриә турниры уҙҙы
Балалар һәм үҫмерҙәр - мәрхәмәтлек өсөн. Өфөлә футбол һәм мини-футбол буйынса асыҡ ҡала Хәйриә турниры уҙҙы. Саранан йыйылған аҡса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы техника менән тәьмин итеүгә йүнәлтеләсәк.
1 970
Салауат Башҡорт дәүләт драма театры 92-се ижад миҙгеленә йомғаҡ яһаны
Салауат Башҡорт дәүләт драма театры 92-се ижад миҙгеленә йомғаҡ яһаны. Ошо уңайҙан тамашасылар иғтибарына драматург Сәрүәр Суринаның «Зәйтүнә» спектакле премьераһы тәҡдим ителде. Ысын хәл-ваҡиғаларға нигеҙләнгән әҫәр Миәкә районынан Зәйтүнә Әлибаеваның батырлығы тураһында. Ул Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фашист илбаҫарҙары менән тиңһеҙ алышта һәләк була. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
1 970
Республикала барған Эшҡыуарлыҡ аҙнаһында «Дизайн форумы» үтте
Сараға төҙөлөш, күсемһеҙ милек, ремонт өлкәһендә эшләүселәр, дизайнерҙар йыйылды. Ҡатнашыусылар алдында федераль, республика белгестәре сығыш яһаны. Осрашыу барышында шәхси бренд булдырыу, тармаҡтың һуңғы яңылыҡтары, шулай уҡ дизайн объекттарын хоҡуҡи яҡлауға ҡағылышлы төп мәсьәләләр ҡаралды. Темаларҙың береһе - яһалма интеллектҡа бағышланды.
1 970
Өфөлә пляж миҙгеле асыла
Һыу инеү миҙгеле яҡынлаша. Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 1 июндән күл эргәләрендәге барлыҡ пляждар ҙа асыла. Ә бына йылғаларҙа махсус йыһазландырылған 7 ял урынының бишәүһе генә халыҡты ҡабул итәсәк, шул уҡ ваҡытта һыу һаманғаса ярҙарына ҡайтмағанлыҡтан, уларҙа һыу инеү ваҡытлыса тыйыла. Нижегородкалағы «Аҡ яр» әлегә бөтөнләй асылмай, йылғаларға килгәндә, «Ҡояшлы» пляжында ғына йөҙөү рөхсәт ителгән. Әлегә сикләүҙәр булыуға ҡарамаҫтан, йылға-күл буйҙарында халыҡ күп. Ҡотҡарыусылар тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ итә.
1 970
Башҡортостан бюджеты артасаҡ: Дәүләт Йыйылышы 2025 йылға яңы сығымдар һәм социаль үҙгәрештәрҙе раҫланы
Башҡортостан бюджетының 2025 йылдағы сығым өлөшө арта, яҡынса 6 миллиард һумға. Был туралағы ҡануни документ бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 23-сө пленар ултырышында ҡаралды. Парламент депутаттары шулай уҡ хәрби хәбәрсе статусын булдырыу, түләүле парковкалар, етемдәр һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандарҙы социаль яҡлау буйынса закон проекттарын ҡараны. Ултырышта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
1 970
Радий Хәбиров «Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре һәм Ватанды һаҡлау» дәресе уҡытыусылары менән осрашты
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре һәм Ватанды һаҡлау» дәресе уҡытыусылары менән осрашты. «Патриот» паркында үткән сарала республиканың бөтә район-ҡалаларынан йыйылған 250 педагог ҡатнашты. Төбәк башлығы Радий Хәбиров илһөйәрлек рухындағы тәрбиә әһәмиәте, уҡытыусылар алдында торған маҡсаттарға ҡарашы менән уртаҡлашты.
1 970
Радий Хәбиров «Рәсәй почтаһы» йәмғиәтенең республика идаралығы етәксеһе Ленард Шафиҡов менән осрашты
Радий Хәбиров «Рәсәй почтаһы» йәмғиәтенең республика идаралығы етәксеһе Ленард Шафиҡов менән осрашты. Унда почта инфраструктураһын үҫтереү мөмкинлектәре ҡаралды. Башҡортостан башлығы почта хеҙмәтенең ауылдар үҫешендә мөһим урын алыуын билдәләп, рәхмәтен белдерҙе. Ленард Шафиҡов әйтеүенсә, Рәсәй почтаһының республикалағы филиалы бүлексәләр күплеге буйынса иң ҙуры һәм социаль йүнәлешле структура.
1 970
Рәсәйҙең әҙәби флагманы — Башҡортостан — III «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе ҡунаҡтарын ҡаршы ала!
Иртәгә, 30 майҙан 1 июнгә тиклем «Китап байрамы»нан ситтә ҡалмағыҙ!
Әҙәбиәткә арналған өс сағыу һәм онотолмаҫлыҡ көндәр башлана.
🎀Совет майҙанында осрашырбыҙ!
1 970
Баш ҡалала “Рәсәй һыуы” федераль акцияһы була
Ул Инорс биҫтәһендә Йылы күле һәм Өфө йылғаһы ярында ойошторола. Баш ҡала хакимиәтенән ошо турала белдерәләр. Өмә барышында биләмә сүп-сарҙан таҙартыла. 2024 йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан акцияла ҡатнашыусылар һаны буйынса алдынғы өс төбәк исемлегенә ингән. Тирә-яҡты тәртипкә килтереүгә йүнәлтелгән сараларҙа 110 меңдән ашыу ирекмән ҡатнашҡан. 5 километрҙан ашыу биләмәлә көнкүреш ҡалдыҡтары сығарылған. “Рәсәй һыуы” федераль проекты “Экологик именлек” милли проектының бер өлөшө иҫәпләнә. 11 йыл эсендә акция илдең 89 төбәгенән 11 миллион кешене берләштергән. Волонтерҙар 10 меңдән ашыу һыу ятҡылығын таҙартҡан.
1 970
Башҡортостанда 39 кеше "Агростартап" грантына лайыҡ булды
Уларға миллион ярым һумдан 7 миллионға тиклем аҡса бирелә. - Фермерҙарға эш алып барыу өсөн йүнәлештәр күп. Грант алыусыларҙың проекттарын уңышлы ғәмәлгә ашырыуын, ышаныслы үҫешеүен теләйбеҙ, тине Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. "Агростартап" программаһы фермерҙарға ярҙам өсөн булдырылған. Уҙған йылда уның буйынса 149 миллион һум бүленгән.
1 970
Бельгия сәйәхәтсеһе Клод Бруир Өфөлә "1000 велосипедсы көнө"нә ҡушыла
62 йәшлек ир үҙе эшләгән электр велосипедында юлға сыҡҡан. Ул Европа илдәре, Рәсәй, Ҡаҙағстан аша Ҡытайға бара. Рәсәйҙә маршрут Мәскәү, Ҡазан, Өфө һәм Омск ҡалаларынан үтә. - Өфөлә меңәрләгән кеше ҡатнашҡан сараны күреү бәхете буласаҡ, - ти Бельгия сәйәхәтсеһе. "1000 велосипедсы көнө" 1 июндә ойошторола.
1 970
Башҡортостанда ҡорбан салыу урындары әҙерләнә
6 июндә мосолмандар өсөн изге байрам билдәләнә. Был көндә ҡорбан салына. Ҡала һәм райондарҙа ошо йоланы башҡарыу өсөн махсус урындар әҙерләнә. Байрам иртәнге намаҙҙан башлана. Башҡортостанда һәм мосолмандар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә 6 июнь ял тип иғлан ителгән.
1 970
Өфө китаптар баш ҡалаһына әйләнә
Иртәгә баш ҡалала “Китап байрамы” халыҡ-ара йәрминкәһе башлана. Совет майҙаны китап һөйөүселәрҙең осрашыу урыны була. Сарала эре нәшриәттәр, китап кибеттәре, китапханалар ҡатнаша. Донъя, рус һәм милли әҙәбиәт, шулай уҡ матбуғат күргәҙмәһе эшләй. Йәрминкәлә танылған әҙиптәр, рәссамдар, артистар, сәнғәт белгестәре ҡатнаша. Форумдың беренсе көнө “Ҡаһарманлыҡ тураһында һүҙ” тигән девиз менән үтә. Ул бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 йыллығына һәм махсус хәрби операцияға арнала. Өфөлә Яҙыусылар йортон асыу тантанаһы була. Фестиваль барышында Армия мәҙәниәте көндәре уҙғарыла. Республика театрҙары һәм Рәсәй армияһы театры хәрби темаға бағышланған спектаклдәр тәҡдим итә.
