uz
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Kanalga Telegram’da o‘tish

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Ko'proq ko'rsatish
2 014
Obunachilar
-224 soatlar
-57 kunlar
-1330 kunlar
Postlar arxiv
Радий Хәбиров эш сәфәре менән Балаҡатай һәм Мәсетле райондарында булды Мәсетле районы Яңы Мөслим ауылында мәҙәниәт йорто төҙөлә. Был хаҡта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ауыл халҡы менән 2021 йылда уҡ һөйләшеп килешкәйне. Тап ошо йылдың йәйендә ауылдаштар Кәкүк сәйенә сыҡҡанда юл-транспорт ваҡиғаһына тарый. Фажиғәнән һуң төбәк етәксеһе Яңы Мөслим ауылында йәшәүселәргә яңы мәҙәни усаҡ төҙөләсәк тип вәғәҙә бирҙе. Бөгөн Радий Хәбиров төҙөлөш майҙансығында эштәрҙең нисек барыуы менән танышты.

Өфөлә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар өсөн ун һигеҙенсе республика мәҙәни-спорт фестивале үтә Уны Башҡортостандың Мәғариф һәм фән, шулай уҡ спорт министрлыҡтары ойоштора. Фестивалдең маҡсаты-һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм ярҙам итеү, уларҙың үҙ-үҙҙәренә ышанысын һәм социализацияһын үҫтереү.

БДМУ клиникаһында төбәктә тәүге тапҡыр үпкә шешен криоаблациялау үткәрелде «Үпкә метастаздарын трансторакаль криоаблациялау» оҫталыҡ дәресе «Өҫтөнлөк - 2030» федераль программаһын тормошҡа ашырыу буйынса саралар комплексы сиктәрендә уҙғарылды. Операциялар Санкт-Петербургтан Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығының Николай Петров исемендәге милли медицина онкология тикшеренеү үҙәгенең диагностика һәм дауалауҙың рентгенхирургия ысулдары бүлеге мөдире Павел Балахнин етәкселегендә уҙғарылды.

Шаран районынан махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар ылау оҙатылды Алғы һыҙыҡтағыларға ярҙам туплауҙа урындағы халыҡ, эшҡыуарҙар, төрлө предприятие-ойошма вәкилдәре әүҙем ҡатнашҡан. Күмәк көс менән хәрбиҙәргә йылы кейем, маскировка селтәрҙәре, окоп шәмдәре, аҙыҡ-түлек тупланмалары, мейес, дизель йылытҡыстар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар әҙерләнгән.

Өфөлә травматолог-ортопедтарҙың 9-сы Халыҡ-ара Пирогов форумы үтә Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге күләмле сара Рәсәй фәндәр академияһының 300 йыллығына арналған. Пленар ултырышта һәм секцияларҙа травматология, ортопедия, ревматология буйынса ҡаҙаныштар барлана, тәжрибәләр өйрәнелә. Беренсел медицина-санитар ярҙамы, диагностика ысулдарына бәйле сығыштар ҡаралған. Терәк-хәрәкәт аппараты ауырыуҙарын асыҡлау һәм дөрөҫ дауалау курсы билдәләү буйынса конференция ла үтә.

Өфө урамдарында 10 баллы автомобиль тығындары теркәлде Бөгөн иртән Өфө урамдарында 10 баллы автомобиль тығындары теркәлде. Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, уҙған төндә баш ҡалала айлыҡ яуым-төшөм нормаһының 23 проценты яуған. Ҡар 7 сантиметр ҡалынлыҡта һалған. Ҡаланың торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре күпләп ҡар яуыу осрағына техниканы алдан әҙерләгән. Бынан тыш Өфөлә 200 эшҡыуар үҙ биләмәләрендә урамдарҙы таҙартасаҡ.

Радий Хәбиров чиновниктарға МХО осоронда яңы йыл корпоративтарын уҙғарыуҙан баш тартырға саҡырҙы Радий Хәбиров чиновниктарға махсус хәрби операция осоронда яңы йыл корпоративтарын уҙғарыуҙан баш тартырға саҡырҙы. Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә ул кәйеф-сафа ҡороуҙы яҡшы ваҡытҡа тиклем ҡалдырырға тәҡдим итте. Шул уҡ мәлдә төбәк етәксеһе балалар һәм ғаиләләр өсөн ысын байрам булдырырға кәрәк тип билдәләне. Киләһе кәңәшмәгә республика башлығы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм мәҙәниәт министрлыҡтарына яңы йыл ваҡиғалары һәм саралары буйынса материалдар әҙерләргә ҡушты.

Башҡортостандың ауыл-ҡалалары яҡты була Республика программаһына ярашлы, быйыл 200 миллион һум бүленде. Был аҡсаға 5 меңдән а
Башҡортостандың ауыл-ҡалалары яҡты була Республика программаһына ярашлы, быйыл 200 миллион һум бүленде. Был аҡсаға 5 меңдән ашыу яҡтыртҡыс ҡуйыу ҡаралған. 58 муниципаль берәмектә эш теүәлләнгән, тағы бишәүһендә дауам итә. Урамдарҙы яҡтыртыу программаһы Радий Хәбиров башланғысы менән 2019 йылда башланды. Уҙған йылда 300 миллион һумға 8 меңдән ашыу лампа-фонарь ҡуйылды.

Башҡортостанда 465 мең тонна көнбағыш йыйып алынған Һәр гектар уртаса 17 центнер уңыш бирә. Был уҙған йылдағынан 15 процентҡа
Башҡортостанда 465 мең тонна көнбағыш йыйып алынған Һәр гектар уртаса 17 центнер уңыш бирә. Был уҙған йылдағынан 15 процентҡа күберәк, тип хәбәр итәләр Ауыл хужалығы министрлығынан. Башҡортостанда майлы культураларҙан көнбағыш, етен, рапс, соя һәм гәрсис үҫтерелә. Йыл һайын 300 мең тоннанан ашыу үҫемлек майы етештерелә. Был эске ихтыяждан 7 тапҡырға күберәк.

"Башҡортостан улдары Беларусь өсөн алыштарҙа" Минск ҡалаһында шундай проект менән таныштырҙылар, тип хәбәр итәләр Республика
"Башҡортостан улдары Беларусь өсөн алыштарҙа" Минск ҡалаһында шундай проект менән таныштырҙылар, тип хәбәр итәләр Республика хөкүмәтенән. Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры вазифаһын башҡарыусы Маргарита Болычева белдереүенсә, Беларусь ерен фашист баҫҡынсыларынан азат итеүҙең 80 йыллығы билдәләнә. Азатлыҡ өсөн башҡорт яугирҙары ла көрәшә. Китап Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Белоруссияла нацизмға ҡаршы көрәшкән, партизан хәрәкәтендә ҡатнашҡан Башҡортостан яугирҙарына бағышлана.

Башҡортостанда йәмәғәт транспорты тотҡарланыуы ихтимал Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бындай хәл
Башҡортостанда йәмәғәт транспорты тотҡарланыуы ихтимал Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бындай хәл көслө ҡар яуыуға бәйле. Юл хеҙмәттәре көсәйтелгән тәртиптә эшләй. Водителдәргә иғтибарлы булырға кәңәш ителә. Бөгөн Өфөлә ҙур тығындар теркәлде.

Башҡортостанда риэлторҙар эшмәкәрлеге көйләнә Республика парламентында эшсе төркөм булдырыла. Ул был өлкәләге ҡануниәтте ками
Башҡортостанда риэлторҙар эшмәкәрлеге көйләнә Республика парламентында эшсе төркөм булдырыла. Ул был өлкәләге ҡануниәтте камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләй. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Констинтин Толкачев белдереүенсә, әле риэлторҙар ярым легаль хәлдә эш алып бара, улар килешеүҙәрҙең юридик дөрөҫлөгө өсөн яуап тотмай. Бындай белгестәр исемлеге төҙөлмәгән. Улар аттестация үтмәй, квалификацияһын раҫламай. Риэлтор эшмәкәрлеге өсөн лицензия бирелмәй. Һәр кеше үҙен риэлтор тип атап, аҡса эшләй ала, был ғәмәлдәге ҡануниәткә ҡаршы килмәй, тине Константин Толкачев. Эшсе төркөмдә депутаттар, профилле белгестәр, күсемһеҙ милек менән эшләү буйынса эксперттар була.

Туймазы районында балалар йорто тәрбиәләнеүселәре хәрби разведка нигеҙҙәрен үҙләштерҙе Аҡыл үҫеше йәһәтенән тиҫтерҙәренән артта ҡалыусы Серафимовка балалар йорто тәрбиәләнеүселәре «Тирекс» хәрби-тактик клубы, Өфөнөң спецназ һәм разведка туғанлығы вәкилдәре менән осрашты. Сараға махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҙа саҡырылғайны. Балаларға маскировка костюмдары, хәрби ҡорамалдар күрһәтелде. Сара Хәрби разведчиктар көнө уңайынан ойошторолдо.

Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә дауаланыу өсөн сертификаттар тапшырыла Быға тиклем бындай мөмкинлек менән балалар һәм үҫмерҙәр файҙалана ала ине, хәҙер 18 йәштән өлкән инвалидтар ҙа бушлай реабилитация үтергә хоҡуҡлы. Сертификат 52 мең һумға тиң. Был суммаға реестрҙағы медицина ойошмаларында дауаланыу курсын алырға була.

Өфөнөң Киров районы Запорожье өлкәһенә 22-се гуманитар ылау ебәрҙе Гуманитар ярҙамды ҡала хакимиәте, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡорт дәүләт медицина университеты, эшҡыуарҙар һәм битараф булмаған кешеләр туплаған. Конгресс -холл алдындағы майҙанда изге эшкә ҡушылыусыларға Рәхмәт хаттары тапшырылды. Запорожье өлкәһенә ылау дүрт йөк автомобиле составында оҙатылды.

Радий Хәбиров Иглин районында махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашты Иглин ауылына эш сәфәре барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән дә осрашты. Төбәк етәксеһе оло ҡайғыларын уртаҡлашып, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов ордендарын тапшырҙы. Хәрби хеҙмәт үтәгәнгәндә ҡаһарманлыҡ күрһәткән хәрбиҙәргә награда үлгәндән һуң тәғәйенләнгән. «Улар беҙҙең ысын геройҙарыбыҙ, тотош республика ғорурлана, исемдәрен мәңгелләштереү буйынса ҙур эш башҡарыласаҡ. Ата-әсәләре, ғаиләләре һәм балаларына һәр ваҡыт иғтибар буласаҡ», -тине Радий Хәбиров.

Радий Хәбиров Иглин ауылында яңы мәктәп асыу тантанаһында ҡатнашты. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Иглин ауылында яңы мәктәп асыу тантанаһында ҡатнашты. Белем усағы меңдән ашыу баланы ҡабул итте. Өфөгә яҡын урынлашҡан муниципалитетта мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, социаль өлкәләрҙе үҫтереүгә айырым иғтибар бүленә.

Төбәктә урман янғындарын иҫкәртеү масатында кәм тигәндә ун видеокүҙәтеү комплексы урынлаштырыласаҡ Киләһе йыл республикала урман янғындарын иҫкәртеү масатында кәм тигәндә ун видеокүҙәтеү комплексы урынлаштырыласаҡ. Ҡоролма үҙаллы күҙәтеү алып барып төтөн сығанағын асыҡлаған осраҡта операторға сигнал ебәрә. Быйыл тап ошо комплекстар ярҙамында байтаҡ янғын таралмаҫ элек һүндерелгән. Башҡортостанда янғын хәүефе миҙгеле һөҙөмтәләре оператив кәңәшмәлә өйрәнелде.

Бөрө ҡалаһында икенсе тапҡыр мәғариф фестивале үтте Сара уҡыусыларҙы һәм уҡытыусыларҙы, студенттарҙы һәм бизнес вәкилдәрен бер майҙанға йыйҙы. Балаларҙы тәрбиәләү һәм үҫтереү өлкәһендә эшләүселәрҙе берләштереүсе форум пленар ултырыштан башланды. Унда республиканың Мәғариф һәм фән, иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлыҡтары, хакимиәт вәкилдәре, төрлө өлкә белгестәре сығыш яһаны.

Өфөлә Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы базаһында Рәсәйҙә беренсе инсульт мониторингы үҙәге асылды Дежур бригада составындағы нейрохирургтар, рентгенологтар, неврологтар, ҡан тамырҙары хирургтары төбәктең төрлө мөйөштәренән коллегаларына консультациялар бирә һәм уларға инсульт менән сирләгән пациенттарҙы дауалауҙа ярҙам итә. Был эш тәүлек әйләнәһенә дауам итә.