es
Feedback

¡No caigas en manos de tramposos! Telemetrio encuentra y marca estos canales 👉 Si quieres ver la etiqueta, suscríbete

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Ir al canal en Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Mostrar más
1 964
Suscriptores
Sin datos24 horas
-47 días
-1830 días
Archivo de publicaciones
Радий Хәбиров IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены менән бүләкләнде Был туралағы указға Владимир Путин ҡул ҡуйған. Награданы Кремлдә Рәсәй Президенты хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко тапшырҙы. Эксперттар билдәләүенсә, награда республика башлығының ил мәнфәғәттәрен яҡлауға индергән өлөшөн сағылдыра. Башҡортостан ирекле подразделениелар ойоштороу һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға гуманитар ярҙам күрһәтеү буйынса башҡа субъекттарға өлгө булып тора.

«Спутник» ҡушаматлы яугир ялын ғаиләһе эргәһендә уҙғарыуҙы хуп күрә Ике аҙна дауамында йорт йылыһы. Махсус хәрби операция биләмәһенән ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан «Спутник» ҡушаматлы яугир ялын тыуған ере - Хәйбулла районында ғаиләһе эргәһендә уҙғарыуҙы хуп күрә. «Спутник» ҡушаматлы яугир махсус хәрби операция биләмәһенә 2024 йылдың мартында үҙ теләге менән юллана. Уның ике ҡыҙы менән ҡатыны ла Ватанды һаҡлау изге бурыс икәнлеген яҡшы аңлай. Геройыбыҙ артыҡ һүҙсән түгел. Яҡындарына махсус хәрби операция тураһында һөйләмәҫкә тырыша. Илебеҙҙең дошманды еңәсәгенә ышанысы көслө.

Башҡортостанда «Рекрут» программаһы 31 декабргә тиклем оҙайтылды ДОСААФ тәҡдиме менән башланған программа ярҙамында граждандарға Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә ярҙам иткән ирекмәндәргә 50 мең һум аҡса түләнә. Унда ҡатнашыу өсөн 18 йәше тулған ирекмән контракт буйынса хеҙмәт итергә теләгән хәрби менән ДОСААФ бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә, документ тултырырға, һуңынан хәрби комиссариатҡа килергә тейеш.

Коммуналь һәм торлаҡ хужалығы идаралыҡтары етәкселәре өсөн «йоҡоһоҙ осор» башланды Өфө мэры Ратмир Мәүлиев коммуналь һәм торлаҡ хужалығы идаралыҡтары етәкселәре өсөн «йоҡоһоҙ осор» башланыуын белдерҙе. Ул ҡыш миҙгелендә урамдарҙа, ихаталарҙа һәм йәмәғәт транспортында уңайһыҙлыҡтар килеп тыумаһын өсөн бар көстө һалып эшләргә ҡушты.

Өфө районында күмер тейәгән 20-нән ашыу вагон диверсия һөҙөмтәһендә рельстан сыҡҡан Хоҡуҡ һаҡлау органдары ғәҙәттән тыш хәлдең шартлау менән бәйле булыуын асыҡлаған. Тәфтишселәр фекеренсә, ҡоролма вагондарҙың береһендә йәшерелгән булған. Экспертиза мәғлүмәттәре буйынса, вагондарҙы сафтан сығарыу өсөн бризант шартлатҡыс матдә ҡулланылған. Ғәйепләнеүсе ҡулға алынған, уның Ставрополь крайынан 31 йәшлек ир булыуы билдәле. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, тимер юлдағы ваҡиға 3 ноябрь төнөндә Бурцев ауылы эргәһендә теркәлә. Бәхеткә күрә, зыян күреүселәр булманы. Был хәл поездар хәрәкәтенә йоғонто яһамай.

Рәсәйҙә Владимир Жириновскийҙы иҫкә алалар 2026 йылда уның тыуыуына 80 йыл тула. Ил президентының юбилей сараларын уҙғарыу ту
Рәсәйҙә Владимир Жириновскийҙы иҫкә алалар 2026 йылда уның тыуыуына 80 йыл тула. Ил президентының юбилей сараларын уҙғарыу тураһында указы бар. Ойоштороу комитеты булдырылған. Уны Дума спикеры Вячеслав Володин етәкләй. Сәйәсмән Владимир Жириновский 2022 йылдың апрелендә вафат булды.

Өфөлә яңы ҡар иретеү пункты йөк машиналарын ҡабул итә башланы Был турала ҡала хакимиәтенән хәбәр итәләр. Әле баш ҡалала ике у
Өфөлә яңы ҡар иретеү пункты йөк машиналарын ҡабул итә башланы Был турала ҡала хакимиәтенән хәбәр итәләр. Әле баш ҡалала ике урында ҡар иретеү мөмкинлеге бар. Комплекстар Калинин һәм Совет райондарында урынлашҡан. Уларҙа тәүлегенә 2 мең 700 кубик метр ҡар иретергә була. Киләсәктә ҡаланың һәр районында ошондай комплекстар асыу планлаштырыла.

Башҡортостан урмандарына өҫтәмә видеокүҙәтеү комплекстары ҡуйыла Урал аръяғы райондарына 10 камера урынлаштырыу ҡарала. Бөгөн
Башҡортостан урмандарына өҫтәмә видеокүҙәтеү комплекстары ҡуйыла Урал аръяғы райондарына 10 камера урынлаштырыу ҡарала. Бөгөн урман биләмәләрендә янғын хәүефһеҙлеге 4 баҫҡыслы система буйынса тикшерелә. Республика урмандары йыһандан күҙәтелә, “Урман һаҡсыһы” видеокүҙәтеү камералары эшләй. Белгестәр авиация ярҙамында һәм йәйәү йөрөп патруль ойоштора.

Башҡортостанда йәшәүселәр яугирҙарға күстәнәс әҙерләгән Асҡын районында ауыл ҡатын-ҡыҙҙары хәрбиҙәр өсөн өй туҡмасы киҫкән. “
Башҡортостанда йәшәүселәр яугирҙарға күстәнәс әҙерләгән Асҡын районында ауыл ҡатын-ҡыҙҙары хәрбиҙәр өсөн өй туҡмасы киҫкән. “Ҡамыр баҫҡанда ла, туҡмас киҫкәндә лә изге теләктәр теләнек”, - ти ауыл старостаһы Гөлназ Суфиянова.

Башҡортостанда йәшәүселәр яугирҙарға күстәнәс әҙерләгән . Асҡын районында ауыл ҡатын-ҡыҙҙары хәрбиҙәр өсөн өй туҡмасы киҫкән. “Ҡамыр баҫҡанда ла, туҡмас киҫкәндә лә изге теләктәр теләнек”, - ти ауыл старостаһы Гөлназ Суфиянова.

Башҡортостанда йәшәүселәр яугирҙарға күстәнәс әҙерләгән Асҡын районында ауыл ҡатын-ҡыҙҙары хәрбиҙәр өсөн өй туҡмасы киҫкән. “
Башҡортостанда йәшәүселәр яугирҙарға күстәнәс әҙерләгән Асҡын районында ауыл ҡатын-ҡыҙҙары хәрбиҙәр өсөн өй туҡмасы киҫкән. “Ҡамыр баҫҡанда ла, туҡмас киҫкәндә лә изге теләктәр теләнек”, - ти ауыл старостаһы Гөлназ Суфиянова.

Григорий Панин Континенталь хоккей лигаһында «Салауат Юлаев» клубының яңы рекордын ҡуйҙы Һаҡсы Григорий Панин Континенталь хоккей лигаһында «Салауат Юлаев» клубының яңы рекордын ҡуйҙы. «Себер» менән һуңғы уйында яҡташыбыҙ икенсе шайбаны индерҙе. Был гол менән ул юлаевсылар тарихында уңышҡа өлгәшкән иң өлкән хоккейсы булды.

Ауырғазы районы Талбазы ауылында Рәшит Назаровтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған саралар уҙҙы Талбазы башҡорт гимназияһына ике йыл элек шағирҙың исеме бирелгәйне, бөгөн белем усағы алдында бюст асылды. Изге эште гимназия коллективы, уҡыусылар «Мәктәп башланғысын бюджетлау» программаһында ҡатнашып тормошҡа ашырған.

15 ноябрҙә «Башҡорт-үзбәк оҙон ғүмерлелеге» исемле киңәйтелгән проект башлана Был көндө Башҡортостандан «көмөш» туристарҙың тәүге төркөмө Үзбәкстанға юллана. Проектта ҡатнашыусылар - 55 йәштән өлкәндәр. Бындай турҙың оҙайлығы 4 көн. Ул Өфөнән Сәмәрҡәндкә һәм кирегә осоуҙы, йәшәүҙе, иртәнге аш, экскурсия программаһын, страховкалауҙы үҙ эсенә ала. Сәфәр барышында турҙа ҡатнашыусылар Сәмәрҡәндтең төп иҫтәлекле урындарын күрәсәк, үзбәк аш-һыуынан ауыҙ итәсәк һәм буш ваҡытта ҡала буйлап үҙаллы йөрөй аласаҡ.

Өфөлә тәүге ҡар яуыу эҙемтәләрен бөтөрәләр Иртәнге сәғәттәрҙә Өфө урамдарында 10 баллы автомобиль тығындары теркәлде, Башҡортостан Гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, уҙған төндә баш ҡалала айлыҡ яуым-төшөм норманың 23 процентын яуған. Ҡаланың торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре техниканы алдан әҙерләгән. Тәүге ҡар эҙемтәләрен бөтөрөү хаҡында киләһе яҙмала.

Радий Хәбиров Балаҡатай районынан МХО-ла һәләк булғандарҙың ғаиләләре менән осрашты Радий Хәбиров Балаҡатай районынан махсус хәрби операцияла һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләре менән осрашты. Төбәк етәксеһе ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе һәм ата-әсәләргә ысын Ватан һаҡсылары тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт әйтте. Яугирҙар хәрби бурыстарын үтәгәндә күрһәткән батырлыҡтары һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн һәләк булғандан һуң Шайморатов ордены менән бүләкләнде. Республика башлығы нагардаларҙы яҡындарына тапшырҙы.

Радий Хәбиров эш сәфәре менән Балаҡатай һәм Мәсетле райондарында булды Мәсетле районы Яңы Мөслим ауылында мәҙәниәт йорто төҙөлә. Был хаҡта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ауыл халҡы менән 2021 йылда уҡ һөйләшеп килешкәйне. Тап ошо йылдың йәйендә ауылдаштар Кәкүк сәйенә сыҡҡанда юл-транспорт ваҡиғаһына тарый. Фажиғәнән һуң төбәк етәксеһе Яңы Мөслим ауылында йәшәүселәргә яңы мәҙәни усаҡ төҙөләсәк тип вәғәҙә бирҙе. Бөгөн Радий Хәбиров төҙөлөш майҙансығында эштәрҙең нисек барыуы менән танышты.

Өфөлә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар өсөн ун һигеҙенсе республика мәҙәни-спорт фестивале үтә Уны Башҡортостандың Мәғариф һәм фән, шулай уҡ спорт министрлыҡтары ойоштора. Фестивалдең маҡсаты-һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм ярҙам итеү, уларҙың үҙ-үҙҙәренә ышанысын һәм социализацияһын үҫтереү.

БДМУ клиникаһында төбәктә тәүге тапҡыр үпкә шешен криоаблациялау үткәрелде «Үпкә метастаздарын трансторакаль криоаблациялау» оҫталыҡ дәресе «Өҫтөнлөк - 2030» федераль программаһын тормошҡа ашырыу буйынса саралар комплексы сиктәрендә уҙғарылды. Операциялар Санкт-Петербургтан Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығының Николай Петров исемендәге милли медицина онкология тикшеренеү үҙәгенең диагностика һәм дауалауҙың рентгенхирургия ысулдары бүлеге мөдире Павел Балахнин етәкселегендә уҙғарылды.

Шаран районынан махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар ылау оҙатылды Алғы һыҙыҡтағыларға ярҙам туплауҙа урындағы халыҡ, эшҡыуарҙар, төрлө предприятие-ойошма вәкилдәре әүҙем ҡатнашҡан. Күмәк көс менән хәрбиҙәргә йылы кейем, маскировка селтәрҙәре, окоп шәмдәре, аҙыҡ-түлек тупланмалары, мейес, дизель йылытҡыстар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар әҙерләнгән.