БСТ | Яңылыҡтар
رفتن به کانال در Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
نمایش بیشتر2 014
مشترکین
-224 ساعت
-57 روز
-1330 روز
آرشیو پست ها
2 014
Радий Хәбиров эш сәфәре менән Балаҡатай һәм Мәсетле райондарында булды
Мәсетле районы Яңы Мөслим ауылында мәҙәниәт йорто төҙөлә. Был хаҡта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ауыл халҡы менән 2021 йылда уҡ һөйләшеп килешкәйне. Тап ошо йылдың йәйендә ауылдаштар Кәкүк сәйенә сыҡҡанда юл-транспорт ваҡиғаһына тарый. Фажиғәнән һуң төбәк етәксеһе Яңы Мөслим ауылында йәшәүселәргә яңы мәҙәни усаҡ төҙөләсәк тип вәғәҙә бирҙе. Бөгөн Радий Хәбиров төҙөлөш майҙансығында эштәрҙең нисек барыуы менән танышты.
2 014
Өфөлә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар өсөн ун һигеҙенсе республика мәҙәни-спорт фестивале үтә
Уны Башҡортостандың Мәғариф һәм фән, шулай уҡ спорт министрлыҡтары ойоштора. Фестивалдең маҡсаты-һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм ярҙам итеү, уларҙың үҙ-үҙҙәренә ышанысын һәм социализацияһын үҫтереү.
2 014
БДМУ клиникаһында төбәктә тәүге тапҡыр үпкә шешен криоаблациялау үткәрелде
«Үпкә метастаздарын трансторакаль криоаблациялау» оҫталыҡ дәресе «Өҫтөнлөк - 2030» федераль программаһын тормошҡа ашырыу буйынса саралар комплексы сиктәрендә уҙғарылды. Операциялар Санкт-Петербургтан Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығының Николай Петров исемендәге милли медицина онкология тикшеренеү үҙәгенең диагностика һәм дауалауҙың рентгенхирургия ысулдары бүлеге мөдире Павел Балахнин етәкселегендә уҙғарылды.
2 014
Шаран районынан махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар ылау оҙатылды
Алғы һыҙыҡтағыларға ярҙам туплауҙа урындағы халыҡ, эшҡыуарҙар, төрлө предприятие-ойошма вәкилдәре әүҙем ҡатнашҡан. Күмәк көс менән хәрбиҙәргә йылы кейем, маскировка селтәрҙәре, окоп шәмдәре, аҙыҡ-түлек тупланмалары, мейес, дизель йылытҡыстар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар әҙерләнгән.
2 014
Өфөлә травматолог-ортопедтарҙың 9-сы Халыҡ-ара Пирогов форумы үтә
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге күләмле сара Рәсәй фәндәр академияһының 300 йыллығына арналған. Пленар ултырышта һәм секцияларҙа травматология, ортопедия, ревматология буйынса ҡаҙаныштар барлана, тәжрибәләр өйрәнелә. Беренсел медицина-санитар ярҙамы, диагностика ысулдарына бәйле сығыштар ҡаралған. Терәк-хәрәкәт аппараты ауырыуҙарын асыҡлау һәм дөрөҫ дауалау курсы билдәләү буйынса конференция ла үтә.
2 014
Өфө урамдарында 10 баллы автомобиль тығындары теркәлде
Бөгөн иртән Өфө урамдарында 10 баллы автомобиль тығындары теркәлде. Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, уҙған төндә баш ҡалала айлыҡ яуым-төшөм нормаһының 23 проценты яуған. Ҡар 7 сантиметр ҡалынлыҡта һалған. Ҡаланың торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре күпләп ҡар яуыу осрағына техниканы алдан әҙерләгән. Бынан тыш Өфөлә 200 эшҡыуар үҙ биләмәләрендә урамдарҙы таҙартасаҡ.
2 014
Радий Хәбиров чиновниктарға МХО осоронда яңы йыл корпоративтарын уҙғарыуҙан баш тартырға саҡырҙы
Радий Хәбиров чиновниктарға махсус хәрби операция осоронда яңы йыл корпоративтарын уҙғарыуҙан баш тартырға саҡырҙы. Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә ул кәйеф-сафа ҡороуҙы яҡшы ваҡытҡа тиклем ҡалдырырға тәҡдим итте. Шул уҡ мәлдә төбәк етәксеһе балалар һәм ғаиләләр өсөн ысын байрам булдырырға кәрәк тип билдәләне. Киләһе кәңәшмәгә республика башлығы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм мәҙәниәт министрлыҡтарына яңы йыл ваҡиғалары һәм саралары буйынса материалдар әҙерләргә ҡушты.
2 014
Башҡортостандың ауыл-ҡалалары яҡты була
Республика программаһына ярашлы, быйыл 200 миллион һум бүленде. Был аҡсаға 5 меңдән ашыу яҡтыртҡыс ҡуйыу ҡаралған. 58 муниципаль берәмектә эш теүәлләнгән, тағы бишәүһендә дауам итә. Урамдарҙы яҡтыртыу программаһы Радий Хәбиров башланғысы менән 2019 йылда башланды. Уҙған йылда 300 миллион һумға 8 меңдән ашыу лампа-фонарь ҡуйылды.
2 014
Башҡортостанда 465 мең тонна көнбағыш йыйып алынған
Һәр гектар уртаса 17 центнер уңыш бирә. Был уҙған йылдағынан 15 процентҡа күберәк, тип хәбәр итәләр Ауыл хужалығы министрлығынан. Башҡортостанда майлы культураларҙан көнбағыш, етен, рапс, соя һәм гәрсис үҫтерелә. Йыл һайын 300 мең тоннанан ашыу үҫемлек майы етештерелә. Был эске ихтыяждан 7 тапҡырға күберәк.
2 014
"Башҡортостан улдары Беларусь өсөн алыштарҙа"
Минск ҡалаһында шундай проект менән таныштырҙылар, тип хәбәр итәләр Республика хөкүмәтенән. Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры вазифаһын башҡарыусы Маргарита Болычева белдереүенсә, Беларусь ерен фашист баҫҡынсыларынан азат итеүҙең 80 йыллығы билдәләнә. Азатлыҡ өсөн башҡорт яугирҙары ла көрәшә. Китап Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Белоруссияла нацизмға ҡаршы көрәшкән, партизан хәрәкәтендә ҡатнашҡан Башҡортостан яугирҙарына бағышлана.
2 014
Башҡортостанда йәмәғәт транспорты тотҡарланыуы ихтимал
Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бындай хәл көслө ҡар яуыуға бәйле. Юл хеҙмәттәре көсәйтелгән тәртиптә эшләй. Водителдәргә иғтибарлы булырға кәңәш ителә. Бөгөн Өфөлә ҙур тығындар теркәлде.
2 014
Башҡортостанда риэлторҙар эшмәкәрлеге көйләнә
Республика парламентында эшсе төркөм булдырыла. Ул был өлкәләге ҡануниәтте камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләй. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Констинтин Толкачев белдереүенсә, әле риэлторҙар ярым легаль хәлдә эш алып бара, улар килешеүҙәрҙең юридик дөрөҫлөгө өсөн яуап тотмай. Бындай белгестәр исемлеге төҙөлмәгән. Улар аттестация үтмәй, квалификацияһын раҫламай. Риэлтор эшмәкәрлеге өсөн лицензия бирелмәй. Һәр кеше үҙен риэлтор тип атап, аҡса эшләй ала, был ғәмәлдәге ҡануниәткә ҡаршы килмәй, тине Константин Толкачев. Эшсе төркөмдә депутаттар, профилле белгестәр, күсемһеҙ милек менән эшләү буйынса эксперттар була.
2 014
Туймазы районында балалар йорто тәрбиәләнеүселәре хәрби разведка нигеҙҙәрен үҙләштерҙе
Аҡыл үҫеше йәһәтенән тиҫтерҙәренән артта ҡалыусы Серафимовка балалар йорто тәрбиәләнеүселәре «Тирекс» хәрби-тактик клубы, Өфөнөң спецназ һәм разведка туғанлығы вәкилдәре менән осрашты. Сараға махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҙа саҡырылғайны. Балаларға маскировка костюмдары, хәрби ҡорамалдар күрһәтелде. Сара Хәрби разведчиктар көнө уңайынан ойошторолдо.
2 014
Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә дауаланыу өсөн сертификаттар тапшырыла
Быға тиклем бындай мөмкинлек менән балалар һәм үҫмерҙәр файҙалана ала ине, хәҙер 18 йәштән өлкән инвалидтар ҙа бушлай реабилитация үтергә хоҡуҡлы. Сертификат 52 мең һумға тиң. Был суммаға реестрҙағы медицина ойошмаларында дауаланыу курсын алырға була.
2 014
Өфөнөң Киров районы Запорожье өлкәһенә 22-се гуманитар ылау ебәрҙе
Гуманитар ярҙамды ҡала хакимиәте, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡорт дәүләт медицина университеты, эшҡыуарҙар һәм битараф булмаған кешеләр туплаған. Конгресс -холл алдындағы майҙанда изге эшкә ҡушылыусыларға Рәхмәт хаттары тапшырылды. Запорожье өлкәһенә ылау дүрт йөк автомобиле составында оҙатылды.
2 014
Радий Хәбиров Иглин районында махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашты
Иглин ауылына эш сәфәре барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән дә осрашты. Төбәк етәксеһе оло ҡайғыларын уртаҡлашып, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов ордендарын тапшырҙы. Хәрби хеҙмәт үтәгәнгәндә ҡаһарманлыҡ күрһәткән хәрбиҙәргә награда үлгәндән һуң тәғәйенләнгән. «Улар беҙҙең ысын геройҙарыбыҙ, тотош республика ғорурлана, исемдәрен мәңгелләштереү буйынса ҙур эш башҡарыласаҡ. Ата-әсәләре, ғаиләләре һәм балаларына һәр ваҡыт иғтибар буласаҡ», -тине Радий Хәбиров.
2 014
Радий Хәбиров Иглин ауылында яңы мәктәп асыу тантанаһында ҡатнашты.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Иглин ауылында яңы мәктәп асыу тантанаһында ҡатнашты. Белем усағы меңдән ашыу баланы ҡабул итте. Өфөгә яҡын урынлашҡан муниципалитетта мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, социаль өлкәләрҙе үҫтереүгә айырым иғтибар бүленә.
2 014
Төбәктә урман янғындарын иҫкәртеү масатында кәм тигәндә ун видеокүҙәтеү комплексы урынлаштырыласаҡ
Киләһе йыл республикала урман янғындарын иҫкәртеү масатында кәм тигәндә ун видеокүҙәтеү комплексы урынлаштырыласаҡ. Ҡоролма үҙаллы күҙәтеү алып барып төтөн сығанағын асыҡлаған осраҡта операторға сигнал ебәрә. Быйыл тап ошо комплекстар ярҙамында байтаҡ янғын таралмаҫ элек һүндерелгән. Башҡортостанда янғын хәүефе миҙгеле һөҙөмтәләре оператив кәңәшмәлә өйрәнелде.
2 014
Бөрө ҡалаһында икенсе тапҡыр мәғариф фестивале үтте
Сара уҡыусыларҙы һәм уҡытыусыларҙы, студенттарҙы һәм бизнес вәкилдәрен бер майҙанға йыйҙы. Балаларҙы тәрбиәләү һәм үҫтереү өлкәһендә эшләүселәрҙе берләштереүсе форум пленар ултырыштан башланды. Унда республиканың Мәғариф һәм фән, иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлыҡтары, хакимиәт вәкилдәре, төрлө өлкә белгестәре сығыш яһаны.
2 014
Өфөлә Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы базаһында Рәсәйҙә беренсе инсульт мониторингы үҙәге асылды
Дежур бригада составындағы нейрохирургтар, рентгенологтар, неврологтар, ҡан тамырҙары хирургтары төбәктең төрлө мөйөштәренән коллегаларына консультациялар бирә һәм уларға инсульт менән сирләгән пациенттарҙы дауалауҙа ярҙам итә. Был эш тәүлек әйләнәһенә дауам итә.
