uz
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

Kanalga Telegram’da o‘tish
613
Obunachilar
Ma'lumot yo'q24 soatlar
Ma'lumot yo'q7 kunlar
-930 kunlar
Postlar arxiv
❓Нимәне хәтерләтә? Бер ҡараһаң, башҡорттарҙың ҡусҡар биҙәгенә оҡшаш, бер ҡараһаң, ниндәйҙер көслө йән эйәһе кеүек... ✅ Ә ысын
Нимәне хәтерләтә?
Бер ҡараһаң, башҡорттарҙың ҡусҡар биҙәгенә оҡшаш, бер ҡараһаң, ниндәйҙер көслө йән эйәһе кеүек...
Ә ысынында, был - вешенка бәшмәге. Атамаһы ла шулай "Орнаменталь вешенка". 📍 Яңы арт-объект Өфөләге Октябрь проспектында, "Артерия" үҙәге эргәһендә урынлашҡан Ҡала халҡы аллеяһында ҡуйылған. Бында тағы ла "Брутовик", "Ҡан тамырлы һары бәшмәк" (лисичка), "Симфоник һарыҡ бәшмәге" (сыроежка), һәм "Өсбосмаҡтар" тигән арт-объекттар бар.
Сиратта - "Нефть йөнтәҫ бәшмәге" (волнушка).
Барып күрегеҙ, исемдәре генә ней тора🔥

📌 "Мөғжизәләр яланы"нда - учалылар! Үткән йомала, Ҡурай көнөндә һәм Башҡортостан Республикаһы көнөнән алда Учалы районы Урал
+2
📌 "Мөғжизәләр яланы"нда - учалылар!
Үткән йомала, Ҡурай көнөндә һәм Башҡортостан Республикаһы көнөнән алда Учалы районы Уральск ҡасабаһынан Мөжәүировтар Якубовичтың үҙендә ҡунаҡта булды.
🔥Тапшырыуҙа Динара һәм Дим Мөжәүировтар балалары Дилара һәм Динислам менән ҡатнашты. 💯Уларҙың ижад яратҡан матур башҡорт ғаиләһе булыуын яҡташтары яҡшы белә. Дим Рәфҡәт улы - ҡурайсы, Динара Рәис ҡыҙы - "Ирәмәл" ижад үҙәген етәкләй, оҫта балаҫ һуғыусы. Ҡыҙҙары Дилара - бейеүсе, 7-се класта белем ала, улдары Динислам 4-се класта уҡый һәм етмеш төрлө һөнәргә эйә булырлыҡ егет - бейеү, барабан һуғыу, шахмат, көрәш менән мауыға.
“Мөғжизәләр яланы” үҙемде хәтерләй башлағандан алып ғаиләмдең иң яратҡан телетапшырыуы булды, йома һайын экран алдына йыйылыр инек. Айырыуса мәрхүм атайым йотлоғоп ҡараны, уйынсыларҙан да алда яуапты тапҡан осраҡтары йыш булды. Үкенес, ғүмере саҡ ҡына оҙонораҡ булһа, яҡындарының да “Мөғжизәләр яланында” сығыш яһауын күҙәтеү уға ныҡ ҡыуаныслы булыр ине.... Үҙемдең ғаиләлә лә был традиция дауам итте. Шулай, берҙе ата-әсәм беҙгә ҡунаҡҡа килгәндәрендә, ошо тапашырыу башланғас, үҙем дә абайламаҫтан балаларҙан ниңәлер һорай ҡуйҙым – ә һеҙҙең үҙегеҙҙең дә ҡатнашҡы килмәйме? Улар, әлбиттә, ҡуш ҡуллап риза",
- ти "Яйыҡ" Учалы район гәзитенә биргән интервьюһында Динара ханым. 💯Тәүҙә улар тапшырыуға саҡырылыуҙарына ышанмай, аҙаҡ тырышыр әҙерләнә башлай. Бейеү оҫтаһы Гөлиә Кәримова Дилараға “Ләү, ләү, ләүсәтин”де өйрәтә, юғары талаптарға тура килгән фонограмманы Илгиз Йомағужин яҙҙыртып бирә. Һуңынан сәхнәлә ҡыҙсыҡ бик тә килештереп тыпырҙатһа, Дим Рәфҡәт улы ҡурай тарта, Динислам барабан һуға, ә Динара Рәис ҡыҙы ғаилә ансамбленә ҡумыҙҙа уйнап ҡушыла.
Леонид Аркадьевичҡа күстәнәстәрҙе бөтә район менән әҙерләйҙәр, һәр кем ихлас ярҙам итә.🔥
Бына шулай, өлгөлө ғаиләләрҙең береһе Башҡортостан данын арттырып ҡайтты.💙🤍💚 📍 Улар тураһында "Яйыҡ" гәзитендә тулыраҡ мәғлүмәт алырға мөмкин. 📍 Кемдәр 10 октябрҙә күрһәтелгән тапшырыуҙы ҡарамаған, бында.

📌 "Салауат: өн аралаш ете төш" проекты сиктәрендә Салауат ҡалаһының үҙәк майҙаны һәм уға терәлеп торған Беренсе май урамында
+8
📌 "Салауат: өн аралаш ете төш" проекты сиктәрендә Салауат ҡалаһының үҙәк майҙаны һәм уға терәлеп торған Беренсе май урамында ремонт гөрләй. Был турала Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Ул Салауат ҡалаһына эш сәфәрендә төҙөкләндереү барышы менән танышты.
"Эштәрҙе ноябргә тамамлайбыҙ. Был урын ҡала халҡын тартып торор нөктәгә әүерелер, осрашыуҙар, ял һәм ижад итеү урыны булыр тип ышанам",
- тип яҙған сәхифәһендә Радий Фәрит улы. ✅ Шулай уҡ Салауат балалар художество мәктәбендә лә эш ҡайнай. Уны "Ғаилә" милли проекты сиктәрендә капиталь ремонтлайҙар.

17 октябрь, баш ҡалабыҙ күгендә йәнә "Етегән" тоҡана! «Һин китмә», «Мөхәббәт», «Ак ҡайын» - был йырҙарға ҡушылып йырларға һеҙ
17 октябрь, баш ҡалабыҙ күгендә йәнә "Етегән" тоҡана! «Һин китмә», «Мөхәббәт», «Ак ҡайын» - был йырҙарға ҡушылып йырларға һеҙ әҙерме? 💔 Концерт-дискотекала төркөмдөң ижадташ дуҫтары: «Любизар», «Өс таған», Нәркәс Сиражетдинова, Заһир Байыҡ һәм башҡалар сығыш яһаясаҡ! ✨ Башлана 22:00 сәғәттә. Билеттар:️ ufakoncert.ru/event/10722/ Тулыраҡ мәғлүмәт: +7-937-477-20-94 ☎️

Үҙенсәлекле ҡотлау - Алмаз һәм Айҙар Юнысовтар Башҡортостан Республикаһы көнө менән ҡотлап, республика Гимнына ремикс башҡарғандар. Дан һиңә, Башҡортостан! 💙🤍💚

Һоҡланыуҙан һоҡ теймәһен аҡҡоштай ҡыҙҙарыбыҙға! 🦢
"Һомай" ансамбле башҡарыуында Регина Агилова ҡуйған "Аҡҡош" бейеүе😍 Видео: Регина Агилова.

Был донъяла бөтәһе лә шартлы: Шартлы - дандар, шартлы - алтындар. Ярай әле, Ерҙең бер ҡөҙрәте - Икмәк тигән төҫһөҙ алтын бар.
Был донъяла бөтәһе лә шартлы: Шартлы - дандар, шартлы - алтындар. Ярай әле, Ерҙең бер ҡөҙрәте - Икмәк тигән төҫһөҙ алтын бар. Алтын, данхыз йәшәп булалыр ул, Йәшәп ҡара бер көн икмәкһеҙ!.. Тапап йөрөгән ҡара тупраҡта Үҫкән шул икмәкһеҙ - имгәк һин! Хәким ҒИЛӘЖЕВ. 📍 Бөтә донъя икмәк көнө билдәләнә бөгөн.
Беҙҙе икмәкле иткән, тимәк, йәшәү көсө биргән барлыҡ кешеләрҙе тәбрикләйбеҙ.
Бәләкәй бойҙай бөртөгөнән алып, өҫтәлгә килеп ултырғанға тиклем тырышлыҡ һалған һәр кемгә ныҡлы һаулыҡ, именлек теләйбеҙ. 💛

📌Башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың һәйкәлен реставрациялай башланылар. Һәм беҙ шуға бәйле халыҡ араһында бихисап уйҙырма хәбәр таратырға, күңелгә шом һалырға теләгән кешеләрҙең мәғлүмәти һөжүменә дусар булдыҡ. Был кемгә кәрәк? Яуаптар - Салауат Юлаев һәйкәлен һаҡлау булйынса Күҙәтеү советы һәм БР Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Тимур Вәлитовтың сираттағы сығышында. https://t.me/valitovTV/99

📌 Өфөлә халыҡ йолалары һәм заман технологияларын берләштергән "ЭтноКод: Донъялар киҫелеше" проекты үткәйне.
Сара "Атайсал" мәҙәни үҙәгендә үтте һәм зал тулы тамашасы йыйҙы.
✅ Уны 2025 йылда халыҡ ижады өлкәһендәге проекттарҙы бойомға ашырыуға йүнәлтелгән Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы грантына ойошторҙолар. Видео: "Атайсал" мәҙәни үҙәге.

📌 Иртәгә, 16 октябрҙә, "Башҡортостан" Дәүләт концерт залында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Башҡортостан шағирҙары, яҙыусыл
📌 Иртәгә, 16 октябрҙә, "Башҡортостан" Дәүләт концерт залында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Башҡортостан шағирҙары, яҙыусылары, ғалимдары һәм уйлап табыусылары хәтеренә арналған кисә ойошторола.
"Мин фронтҡа китәм, иптәштәр..." тип атала был сара, Мостай Кәримдең шиғри һүҙҙәренән алынған.
Концертта Еңеүгә өлөш индергән күренекле мәҙәниәт һәм фән хеҙмәткәренең тормош юлы, ҡаһарманлыҡтары тураһында һөйләйәсәктәр. Бик рухлы, тәрбиәүи сара буласаҡ. 📍Ленин урамы, 50 💳Пушкин картаһы ярай

📌"Ҡаһым түрә" башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй. ✅ Уны тәүгеләрҙән булып Сергей Рыбаков Орск өйәҙе Темәс ауылында, хәҙерге Баймаҡ районында, яҙып ала. Ғалим алдында йырҙы ҡурайсы Бирғәли һәм йырсы Абдрахман Үҙәнбаев башҡара.
💯"Ҡаһым түрә" йыры Ҡаһым Мырҙашевҡа (1778-1813), 1812 йылғы Ватан һуғышын башҡорт полкы командирына бағышланған.
Ҡаһым Мырҙашевҡа Нуғай даруғаһы, Юрматы олоҫо, Айыусы ауылынан булған тиҙәр. Был хәҙерге Стәрлетамаҡ районында. 📍 Йырҙың ике төрлө легендаһы бар: 🔹 Ҡаһым үлгәндән һуң полкташтары уға арнап йыр сығарған; 🔹 Ҡаһым, көнсөлдәр тарафынан ағыуланып, үлер алдынан йыр сығарып, әсәһенә йырлаған. 🔥Йыр һүҙҙәре: Ҡаһым түрә менгән һәр юрғаның, вай, кем, Маңлайыңда булыр урайы. Ҡаһым түрә яуап биргән саҡта, вай, кем, Уң ҡулыңда булыр ҡурайы. Ҡаһым түрә менгән һор юрғаның, вай, кем, Бәкәлдәре уның аҡ ине. Ҡаһым түрә фарман биргән саҡта, вай, кем, Әйтер һүҙкәйҙәре хаҡ ине. 📍 Видеола: "Ҡаһым түрә" башҡорт халыҡ көйөн БР Ҡурайсылар дәүләт ансамбле башҡара, бейей - Айҙар Исхаҡов.

📌Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында Махсус хәрби операция геройҙарына һәйкәл асылған. Уның эргәһендә шулай уҡ МХО-ла ҡатнашыусыл
+3
📌Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында Махсус хәрби операция геройҙарына һәйкәл асылған. Уның эргәһендә шулай уҡ МХО-ла ҡатнашыусыларға арналған аллея булдырылған, һуғыш техникаһы ҡуйылған. 🔹Һәйкәлдең постаментында "Хәйбулла еренең аҫыл улдарына - Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға" тип яҙылған.
Был йәш быуынға патриотик тәрбиә биреү һәм яугирҙарыбыҙ хәтерен мәңгеләштереү өсөн мөһим.

Ҡурай моңо күңелдәрҙе күтәрһен!
Видео: Нурсолтан Зарипов.

🪗

Тәбиғәт - иң яҡшы рәссам🩷 📸Елена Перминова фотоһы.
Тәбиғәт - иң яҡшы рәссам🩷 📸Елена Перминова фотоһы.

📌"Дарман" халыҡ бейеүҙәре ансамбле башҡарыуында "Ғәзиз ерем" бейеүе🔥 Уны Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Роберт Хәмиҙуллин ҡуйған. 💯Әйткәндәй, 21 октябрҙә Милли бейеү көнө билдәләнәсәк. Был турала Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров 10 октябрҙә указ ҡабул итте. Байрам башҡорт хореографы Фәйзи Ғәскәровтың тыуған көнөнә тура килә.

Ҡәҙерлегеҙгә ебәрегеҙ 🥰 Видео: Тимур Ямалов "Йүгерә болот".

📌 IT донъяһын бушлай ас! Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Вуз-ара студенттар кампусында Башҡортостан һәм Сбербанктың берҙә
📌 IT донъяһын бушлай ас! Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Вуз-ара студенттар кампусында Башҡортостан һәм Сбербанктың берҙәм "Мәктәп 21" проекты бойомға ашырыла башланы.
18 йәш тулған һәм заманса цифрлы технологияларҙы өйрәнеү теләге бар икән, ҡатнаша алаһығыҙ.
Нимәгә өйрәтәләр? Йүнәлештәр төрлө: бэкенд, фронтенд, мобиль разработка, GameDev, киберхәүефһеҙлек, Data Science, системалы һәм бизнес-анализ, DevOps, юғары көсөргәнешле сервистарҙы өҙлөкһөҙ эшен тәьмин итеү, ПО һынау (QA). ❓Күпме уҡыталар? Төп белем 9 айҙан 2 йылға тиклем бирелә - барыһы ла һайлаған йүнәлештән тора. ❓Нисек уҡырға инергә? 🔹 21-school.ru сайтында Өфө ҡалаһын һайлап, ғариза яҙығыҙ 🔹Алгоритмик фекерләү, логика, хәтерҙе һынаған онлайн уйынды үтегеҙ 🔹Документтарығыҙҙы тапшырығыҙ 🔹"Бассейн" һайлап алыу интенсивын Өфөлә үтегеҙ.
✅ Ике аҙналыҡ һайлап алыу һынауҙары ("бассейндар") 17 ноябрҙә һәм 8 декабрҙә башлана. Шуға ғаризаны ошо арала уҡ бирергә кәрәк.
📍 Мәктәп адресы: Өфө, Зәки Вәлиди урамы, 32/2б йорт. ☎ Һорауҙар буйынса: +7 (347) 216-21-21 телефон һандарына йәки электрон почта аша ufa@21-school.ru мөрәжәғәт итергә мөмкин.

"Ҡолой кантон" башҡорт халыҡ йыры🎶
Был оҙон көй 5-се Башҡорт кантоны начальнигы Мөхәмәтҡолой Көсөковҡа арналған. Ул 1763 йылда тыуған, 1800 йылдан алып 25 йыл дауамында кантон булған.
🔹Уның турала бик бай кеше булған, 5 меңдән ашыу йылҡы тотҡан, башҡа малы иҫәпһеҙ-һанһыҙ булған, тип һөйләйҙәр. Бөгөн Силәбе өлкәһе Арғаяш районындағы Ҡолой ауылына нигеҙ һалған. 🔹Мөхәмәтҡолой Көсөков 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм Парижға етеп, полковник дәрәжәһендә ҡайтҡан. Өс ҡатынынан биш ҡыҙы һәм туғыҙ улы булған, ти. 💯Ҡолой кантонға бағышланған йырҙың бер нисә төрө бар. 🔹Берәүҙәрендә уны яуыз, ҡанһыҙ кеше тип ҡылыҡһырлайҙар, икенсеһендә алдынғы ҡарашлы һәм яҡшы кеше тип күрһәтелә. Арғаяш районы халҡы уны яҡшы яҡтан хәтерләй. 🔹Йыр айырыуса Урал аръяғы башҡорттары араһында киң билдәле. 📍 Видеола: БР Ҡурайсылар дәүләт ансамбле башҡарыуында "Ҡолой кантон" башҡорт халыҡ йыры.

📌 "Атайсал" фильмының тәүге кадрҙарын күрһәттеләр. 🎬Фильмдың тизеры киң йәмәғәтселек иғтибарына тәҡдим ителде.
"Атайсал" фильмын 2024 йылда төшөрә башланылар - Баймаҡ районында Денис Өмөтбаевтың йәйләүендә.
Был фильм тыуған ер, өлкән һәм йәш быуын араһындағы мөнәсәбәттәр генә түгел, ә башҡорт аты тураһында ла. 📍 Фильмдың режиссеры һәм идея авторы - Рөстәм Шәйхетдинов; 🔹Сценарий авторы - Шәүрә Шәкүрова; 🔹Оператор - Вячеслав Ложковой; 🔹Ҡуйыусы рәссам — Әлиә Байрамғолова; 🔹Реквизит буйынса рәссам — Айгөл Байрамғолова; 🔹Композитор — Марат Татурас; 🔹Кастинг-директор — Елизавета Сакаева.
⚡"Беҙҙең фильмда 200-ҙән ашыу башҡорт аты ҡатнашты, беҙ "Башҡорт аты" башҡорт тоҡомло аттарҙың халыҡ-ара фестивале рухын күрһәттек, шул иҫәптән "Ауҙарыш"ты ла - унда беҙҙең геройҙар һәм республиканың 400-ҙән ашыу кешеһе милли кейемдәрҙә ҡатнашты. Ә 2025 йылдың 6 сентябрендә ысын фестиваль сиктәрендә актерҙарыбыҙ Аттар парадында ҡатнашты. Беҙ Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары Фонды ярҙамын алдыҡ (12,8 млн һум) һәм үҙебеҙҙең аҡсаны һалдыҡ (6,9 млн һум). Әммә бюджетты ҡаплау өсөн тағы ла 1 миллион һум тирәһе аҡса кәрәк. Шуға инвесторҙар һәм партнерҙар ҡатнаша ала",
- тип яҙған фильмды төшөрөүселәр. "Атайсал" фильмын матди яҡтан күтәрмәләп, 1000 һумдан күберәк аҡса күсергән кешенең исем-шәрифе титрҙарға яҙыласаҡ, ти. Был турала тулыраҡ мәғлүмәт бында. Тағы бер шәп башҡорт фильмы килеп сыҡмаҡсы🔥