612
订阅者
-524 小时
-77 天
-830 天
帖子存档
+1
📌 РЕСПУБЛИКА КӨНӨ: Өфөләге саралар
11 октябрҙә Башҡортостанда Республика көнө - республиканың Юғары Советы дәүләт суверенитеты тураһында иғлан иткән көн билдәләнә. Был ваҡиғаға быйыл теүәл 35 йыл.✅ Байрам көнө Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалыуҙан башлана. Совет майҙанында "шайморатовсылар" рәтенә алыу сараһы үтә. ✅ Өфө тарих музейында сәғәт 11-ҙә "Өфө - Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы" лекцияһы була, республика тарихы буйынса викторина һәм "Башҡортостандың ер аҫты байлыҡтары" лекцияһы ойошторола. 📍 Байрам саралары сәғәт көндөҙгө 12-лә башлана: 🔹"Республикам - минең ҡыуанысым" - Дим паркы; 🔹"Сәскә ат, Республикам!" - Беренсе май паркы; 🔹"Сәскә ат, туған Башҡортостан!" - С.Т. Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял баҡсаһы; 🔹"Республиканы яратам!" - Тулҡын паркы; 🔹"Мин был ерҙе Ватан тием" - Ҡашҡаҙан паркы; 🔹"Башҡортостан - бишегем" - С. Орджоникидзе исемендәге майҙан; 🔹"Край моңдары" - И. Якутов исемендәге парк. ⛔Байрам сараларына бәйле баш ҡалала юлдар сикләнә. Һүрәттә ҡарағыҙ.
📌Хәтерегеҙҙәме, иртәгә!
7 октябрҙә дәррәү генә Матбуғатҡа яҙылыусы көнөнә барабыҙ!🔥Унда нимә көтә: 1. Ташлама менән гәзит-журналдарға яҙылыу. 2. Квитанцияларҙы лотереяла уйнатыу. 3. Шәп әртистәр сығышы: Ринат Рамаҙанов, Илнур Лоҡманов, Рәил Өмөтбаев һәм башҡалар! 4. Сағыу фотозона, йәрминкә! 📍Башлана: сәғәт 11:00 Матбуғат йорто алдында.
+8
📌 "Күҙ нуры"н барып күрҙегеҙме?Юҡ икән, мотлаҡ барығыҙ! Өфөләге "Урал" этноүҙәгендә Әлфинә Ғәбиҙуллина, Гөлсөм Хөсәйенова, Гөлсәсәк Өмөтбаева, Таңһылыу Ҡарағолованың ҡул эштәренән торған күргәҙмә эшләй. ✅ Ҡасанға тиклем: 17-се октябрь 📍 Ҡайҙа: "Урал" этноүҙәге - Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 56
📌 Ай ҡыҙыбыҙ "Домашний"ҙағы сериалда!
Барыбыҙға "Ай ҡыҙы" башҡорт сериалында төп ролде башҡарыусы булараҡ билдәле актриса Эльмира Саматова "Домашний" телеканалында күрһәтелгән сериалда уйнай. Ул төп ролдәрҙең береһен - үгәй әсә образын һынландыра.
🔹«Любовь по принуждению» тип исемләнгән сериал киң тамашасыға сентябрь аҙағында күрһәтелде.Был турала БСТ каналының "Яңылыҡтар" сюжетында.
📌 Балалар өсөн шиғырҙар ижад иткән әҙибә, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Рәсимә Ураҡсинаның тыуыуына 75 йыл тулыу айҡанлы йәш таланттарҙың республика конкурсы ойошторола.
Конкурс Рәсимә Ураҡсина әҫәрҙәре буйынса үтә. Ул балаларҙы шиғриәткә һәм рәсем сәнғәтенә йәлеп итеү, телһөйәрлек тәрбиәләү, һәләттәрен асыу маҡсатын алған.
⏺️Конкурс ике юҫыҡта була:
✅ Шиғыр һөйләүселәр араһында: 10-13 йәшлек һәм 14-17 йәшлек уҡыусылар башҡорт һәм рус телдәрендә Рәсимә Ураҡсина шиғырҙарын яттан һөйләргә тейеш;
✅ Һүрәттәр конкурсында ҡатнашыу өсөн 7-9 йәшлек, 10-13 йәшлек, 14-17 йәшлек уҡыусылар Рәсимә Ураҡсина әҫәрҙәре буйынса А3 форматындағы ҡағыҙға төшөргән һүрәттәрен ебәрә ала.
⏺️Ғаризалар 2025 йылдың 21 октябренә тиклем ҡабул ителә.
💌Электрон почта: mbu.a.khakimov@mail.ru йәки Дәүләкән ҡалаһы, Яр буйы урамы, 31 йорт, «Әхиәр Хәкимов музейы» адресы буйынса.
📍 23 октябрҙә Дәүләкән ҡалаһында һөҙөмтә иғлан ителә.☎️Барлыҡ һорауҙар буйынса: 89050077785; 8(34768)3-10-25 Ғәлимов Марсель Айрат улы
САЛАУАТТЫҢ ӘЙТКӘНЕ
Атымды торҙом туғарып,
Сабыр ғына көтөгөҙ.
Оҙаҡламай мин ҡайтырмын,
Һау булығыҙ үҙегеҙ.
Яраларымды уңалтҡас,
Ярһыу толпар атымда,
Сабып килеп туҡтармын да,
Өндәшермен халҡыма:
Мин үлмәнем әле, дуҫтар,
Бына ҡайттым яңынан.
Илем тыныслығын һаҡлап,
Баҫтым Иҙел ярына.
Шул тиклем ашҡынып ҡайттым,
Һағындым һеҙҙе, халҡым!
Хистәрем урғылып бара,
Йөрәгем тулы ялҡын.
Ил-көнөбөҙ, телебеҙ тип,
Ҡалҡан булып торайыҡ.
Киләсәгебеҙ аҡ булһын,
Тик яҡшыға юрайыҡ.
Ә хәҙергә, башҡорттарым,
Иламай оҙатығыҙ.
Доғалар уҡып, көтөгөҙ,
Мин барҙы онотмағыҙ.
Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ.
5.10.2025й.
Мултаново.
📍 Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау маҡсатында әлеге көндә һүтеп алыу эштәре бара: 58 йыл элек ҡуйған саҡта кеүек өлөштәргә бүлеп алына. Ул Өфөләге цехта төҙөкләндерелә. Һәйкәл үҙенең законлы урынына 2027 йылдың көҙөндә кире ҡуйыла.
Тик ыңғайға көйләнеш алып, яңы эш аҙнаһын башлайыҡ! 😻
Фото: Зәлиә Сиражетдинова-Моталлапова.
Иң шәп концерттан ятып ҡалмағыҙ! 🔥Билет хаҡы 500 — 1500 һум Касса: (347) 250-77-42 bashgf.ru
СУСАҠТАУ
Эй, Сусаҡтау, ғорур тау,
Әлшәй ерен данлар тау.
Мендем Сусаҡтау башына,
Ултырҙым таштарына.
Гүйә, бөтә Әлшәй ерен
Һыйҙырҙым устарыма.
Сусаҡтауҙы бейек тиҙәр,
Бейек тә ул, бик текә.
Менеүҙәре ҡыйын булһа,
Төшөүе ауыр үтә.
Сусаҡтауҙың киң итәген
Димкәйем һыуы йыуа.
Сусаҡтауға менгәндәрҙең
Теләге ҡабул була.
Эй, Сусаҡтау, ғорур тау,
Әлшәй ерен данлар тау.
Атайсалға һөйөү өҫтәп,
Көс, дәрт, илһам биргән тау!
Салауат ҒӘЛИ (КӨҪӘПҠОЛОВ).
Раевка ауылы.
📍 Сусаҡтау Башҡортостандың Әлшәй районында урынлашҡан.
Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылынан төньяҡҡа табан 5 к алыҫлыҡта, Дим йылғаһының уң яҡ ярында.
✅ Урындағы халыҡ уны Таҙ тау тип тә йөрөтә.
⏺️Ә бына Ҡыҙ күкрәге тип блогерҙар таратҡан атама дөрөҫ түгел.
Видео: Иҙел Нурыев.
❓Ирәмәл тауының атамаһы нимәне аңлатыуы ихтимал һәм Белорет районында металлургияһы нисек үҫешкән?
Был хаҡта БСТ каналының "Башҡорттар" тапшырыуында сыҡҡан репортажды ҡарағыҙ.
Уҡытыусы көнө менән! 🌸
Был гөлләмәләр һеҙгә, ҡәҙерле уҡытыусыларыбыҙ.💟
Һәр баланы сәскә кеүек тәрбиәләп, күңеленә юл табып, кешелек ҡиммәттәрен һәм белем биреп, оло тормошҡа әҙерләүселәр һеҙ. Ниндәй теләктәр әйтһәк тә, йөрәктәге рәхмәт һүҙҙәрен белдереп бөтөрлөк түгел. Эшегеҙҙә уңыштар һәм рәхмәтле уҡыусылар, сәләмәтлек, ғаилә бәхете теләйбеҙ! 🥰
+3
Хәйерле кис, Башҡортостаным 🍁🍁🍁Сәләм ебәреүсе төркөмдәшебеҙ - Мәүлиха Үҙәнбаева.
📌 Салауат Юлаев һәйкәле: һуңғы яңылыҡтар
Реконструкция эштәре дауам итә. Кисә белгестәр ҡылыс, ҡамсы, эйәр-өпсөндө һүтеп алды.
📍 Бөгөн кран ярҙамында айырыуса һаҡлыҡ менән һәйкәлдең өҫкө өлөшө - батырҙың кәүҙәһен аҫҡа төшөрҙөләр.
Рәсәйҙең атҡаҙанған архитекторы, Рәсәй художестволар академияһы академигы Александр Мирианашвили әйтеүенсә, һынға зыян килтермәҫ өсөн алдан йөйҙәре буйлап беркетеп сығалар. Яҡын көндәрҙә шул уҡ рәүештә ат һыны ике өлөшкә бүлеп алынасаҡ.
Һәйкәлде нисек ҡорғандар, шулай һүтәләр - тик кире тәртиптә.📍 Бөтә эштәр төҙөлгән техник документацияға ярашлы алып барыла, тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов. Шулай уҡ бөтә эштәр Рәсәй художестволар академияһы етәкселегендә һәм Күҙәтеү советы контролендә атҡарыла. 📍 Яңыртылған һәйкәл үҙенең законлы урынына 2027 йылдың көҙөндә - 60 йыллыҡ юбилейында кире ҡуйыласаҡ. Видео: "Салават Юлаев. Реставрация" төркөмө.
📌 Ишембай аша Бөрйәнгә юл һалырға ниәтләйҙәр
Был турала бөгөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.
"Төп маҡсатым - Ишембай районы аша Бөрйән һәм Белорет яғына юл һалыу перспективаһын ҡарау. Беҙ Өфө - Инйәр - Белорет юлына транспорт альтернативаһын булдырырға ҡарар иттек. Әлеге ваҡытта Ҡолғона ауылына тиклем юл һалабыҙ. Артабан, әлегә әҙер булмаған юл буйлап Ҡағы ауылына тиклем барып етәсәкбеҙ. Төҙөлөш буйынса эш бер нисә йыллыҡ. Һәм, минеңсә, был юл беҙгә бик кәрәк. Икенсенән. Ишембай урамдарын тәртипкә килтереүҙе дауам итәбеҙ. Әле сквер эшләйбеҙ, "Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" стелаһын ҡуйырға әҙерләнәбеҙ. Был эштәр нисек барыуын күрергә теләйем. Бындай сәфәрҙәр минең өсөн яңы туристик урындарҙы асыу ҙа, аҙаҡ унда төҙөкләндереү һәм ниндәйҙер саралар менән киләсәкбеҙ. Был сәфәрҙең шәхси яғы ла бар - атай-әсәйемдең ҡәберҙәренә барыу. Барығыҙға ла яҡшы көндәр һәм ялдар!"- тип яҙған сәхифәһендә Радий Фәрит улы. ❓Ә һеҙ ялдарҙа ниҙәр эшләйһегеҙ?
Бабич шиғырын көйгә һалған 🔥🔥🔥
Билдәле йырсы һәм мультиинструменталист Заһир Зәйнетдинов башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың шиғыр юлдарын көйгә һалған.
Видео: Zainetdin.
📌 "Урал" этноүҙәгендә "Күҙ нуры" күргәҙмәһе асылған.
Күргәҙмә башҡорт биҙәү-ҡулланма сәнғәте традицияларына арналған.
17-се октябргә тиклем эшләй.
📍 Адресы: "Урал" этноүҙәге - Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 56 (Киров урамы яҡлап инергә).
🕒Эш ваҡыты: дүшәмбе - йома сәғәт иртәнге 10-дан киске 6-ға тиклем.
Күргәҙмә сиктәрендә оҫталар менән файҙалы осрашыуҙар ҙа ойошторола.Видео: Республика халыҡтар ижады үҙәге.
现已上线!2025 年 Telegram 研究 — 年度关键洞察 
