uz
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

Kanalga Telegram’da o‘tish
612
Obunachilar
Ma'lumot yo'q24 soatlar
-47 kunlar
-730 kunlar
Postlar arxiv
📌"Йәшәһен башҡорт теле!" - тиҙәр Мәсетле районында. Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы "Башаҡҡай" балалар баҡсаһында б
+4
📌"Йәшәһен башҡорт теле!" - тиҙәр Мәсетле районында.
Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы "Башаҡҡай" балалар баҡсаһында башҡорт төркөмө асылған һәм унда йөрөүсе балалар "Ҡарға бутҡаһы" йолаһын ысын мәғәнәһендә терелтеп ебәргән.
🔥 "Йәшәһен башҡорт теле!" республика проекты сиктәрендә әҙерлек төркөмөнә йөрөгән балалар тәрбиәселәр менән бергә боронғо башҡорт йолаһын үтәгән. Балалар тәүҙә өй беренсә йөрөп ярма, һөт, май, йомортҡа һәм бутҡа бешереү өсөн кәрәк башҡа аҙыҡ-түлекте йыйған. Шуның менән тәбиғәт ҡосағына сығып, аш бешерә белгән оҫта өләсәйҙән бутҡа бешертеп алған. Бутҡаның тәүге ҡалағы - ҡарғаларға, ҡоштарға бирелгән. Ҡалғанын балалар үҙҙәре һәм саҡырылған ҡунаҡтар тәм иткән. 💯 "Башаҡҡай" балалар баҡсаһы мөдире Наталья Чистякова башҡорт төркөмөнә экскурсия ла үткәргән. Ҡунаҡтар башҡорт телен өйрәнеү мөхитен баһалай алған: сағыу күргәҙмә материалдар, милли уйынсыҡтар, китаптар һәм биҙәлеш кескәйҙәргә милли мәҙәниәтте, халыҡ йолаларын һәм туған телде белеп үҫергә булышлыҡ итә. 🔥 Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Асаҙуллин балалар баҡсаһына тирмә бүләк иткән. Башҡа ҡунаҡтар ҙа буш ҡул менән килмәгән - һәр кем кескәйҙәрҙе ҡыуандырған. 📍 "Йәшәһен башҡорт теле!" проектының күсмә күбогы "Баҙлауыҡ" ("Светлячок") балалар баҡсаһына тапшырылған. Тимәк, мәктәпкәсә йәштәге балалар араһында башҡорт телен популярлаштырыуға арналған саралар дауам итә. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro

Эх, бына шундай гөлләмә бүләк итһәләр ине 😉🤭
Һеҙҙең яҡта ҡаҡы үҫәме, ашайһығыҙмы?
Русса "свербига" тип атала, кемдәр белмәй. Видео: Гөлназ.

📌 БӨТӘ ПРИЗЛЫ УРЫНДАР БАШҠОРТ УҠСЫЛАРЫНДА! "Калужники" спорт паркында үткән Рәсәй Кубогы һәм Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйынд
+5
📌 БӨТӘ ПРИЗЛЫ УРЫНДАР БАШҠОРТ УҠСЫЛАРЫНДА! "Калужники" спорт паркында үткән Рәсәй Кубогы һәм Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарына һайлап алыуҙың 2-се этабында Башҡортостан йыйылма командаһы иҫ киткес мәргәнлек күрһәткән. Беҙҙең уҡсылар 70/60 һәм 40 метрлыҡ дистанцияларҙа еңгән. 🏆 Һөҙөмтәләр: 🔥 70 метр алыҫҡа атыуҙа ир-егеттәр араһында бөтә урындар - беҙҙә: 🥇 1 урын — Илфат Мырҙағәлин, Баймаҡ районы 🥈2 урын — Ғәфүр Рахманғолов, Баймаҡ районы 🥉 3 урын — Фәрит Юлдашбаев, Өфө районы 🔥 60 метр алыҫҡа атыуҙа беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарға етеүсе юҡ: 🥇 1 урын — Дилара Ярышева, Күмертау ҡалаһы 🥈2 урын - Людмила Курнеева, Ҡалмыҡстан 🥉 3 урын — Миләүшә Хәлилова, Әбйәлил районы 🔥 40 метр алыҫҡа атыуҙа: Ир-егеттәр араһында 1-се урында —Өфөнән Рәсил Килдебаев, 2-се урында Баймаҡ районынан Илфат Мырҙағәлин. Ә бына ҡатын-ҡыҙҙар араһында 2-се урынды Белорет районынан Айгөл Ғәлиуллина, 3-сө урынды Учалы районынан Динә Вәлиева яулаған. Хәҙер Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындары финалына һайлап алыныу ғына ҡалған. Уңыштар! 🔥

📌 Туған телдә аралашыу һәм туған моң - Силәбе башҡорттары ветеранды ҡотлаған. "Был май көндәрендә беҙ икеләтә шатлыҡлы ваҡиғ
+2
📌 Туған телдә аралашыу һәм туған моң - Силәбе башҡорттары ветеранды ҡотлаған.
"Был май көндәрендә беҙ икеләтә шатлыҡлы ваҡиғаны билдәләнек: Бөйөк Еңеү байрамы һәм Копейск ҡалаһының почетлы гражданы, ҡәҙерле ветерандыбыҙ Ғәзиз Бағаповтың тыуған көнө. Ғәзиз Мәхмүтйән улы әлеге ваҡытта Иҫке Ҡамышлы ҡасабаһындағы шифаханала дауалана. Ветеранды нисек һөйөндөрөргә? Әлбиттә, йылы аралашыу һәм туған телдәге моңло йырҙар менән!"
- тип яҙған әүҙем милләттәштәр. 🔥 Тантаналы сарала «Алтын ҡурай» үҙәге етәксеһе Рушания Нишанова, Копейск башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәмилә Асабаева һәм «Урал башҡорттары фашизмға ҡаршы» волонтерҙар ячейкаһы етәксеһе Марс Йәнбаев ветеранға һәм дауаланыусыларға фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткергән. Ә бына «Ынйылар» вокаль ансамбле "Катюша" йырын башҡорт телендә башҡарған, «Етегән» бейеү ансамбле матур башҡорт бейеүҙәрен күрһәткән. Өлкән йәштәге тамашасылар был сығыштарҙы ихлас ҡараған, хатта шатлыҡ йәштәрен дә йәшермәгән.
💯 "Беҙ музыкаль сәләмдәр генә түгел, ә милли ризыҡтарыбыҙҙы ла алып килдек. Ғәзиз Мәхмүтйән улының ихлас рәхмәте, һәр ҡатнашыусыны ҡосаҡлап алғыштарын яуҙырыуы йөрәктәрҙә мәңге ҡалыр",
- ти ветеранға байрам ойоштороусылар. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro

📌Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә "Айыҡ ауыл" VII республика конкурсы еңеүселәрен ҡотланы.
+8
📌Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә "Айыҡ ауыл" VII республика конкурсы еңеүселәрен ҡотланы.
Быйыл конкурста республиканың 52 районынан 845 ауыл ҡатнашҡан.
Шулар араһынан 52-һе финалға үткән һәм тик 12-һе генә еңеүсе исеменә лайыҡ булды. Уларҙы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров шәхсән ҡотланы һәм Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко видеомөрәжәғәт юлланы. Министр "Айыҡ ауыл" конкурсын ил халҡын һаҡлау һәм һанын арттырыу, сәләмәт тормош алып барыу йәһәтенән иң уңышлы проекттарҙың береһе, тип билдәләне.
💯 "Ғәжәйеп конкурс! Һәм ул ысынлап та өмөттәрҙе аҡланы. Халыҡта кешесә йәшәргә ынтылыш тыуа, команда булып туплана һәм яҡшыға ышанысы арта. Проект бик күптәрҙе - олоһон да, кесеһен дә йәлеп итә. Район башлыҡтары бының өсөн нисек борсолоуын беләм. Шуның өсөн дауам итәсәкбеҙ",
- тине Радий Хәбиров. 🏆 Еңеүселәр: ⭕ "Эре тораҡ пункттар" номинацияһында: I урын – Дүртөйлө районы, Иҫке Байыш ауылы; II урын – Өфө районы Николаевка ауылы; III урын – Баймаҡ районы, Мерәҫ ауылы. ⭕ "Ҙур тораҡ пункттар" номинацияһында: I урын – Ейәнсура районы, Өмбәт ауылы; II урын – Краснокама районы, Яңы Бөртөк ауылы; III урын – Кушнаренко районы, Ҡалтай ауылы ⭕ «Урта тораҡ пункттар» номинацияһында: I урын – Ауырғазы районы, Татар Нуғаҙағы ауылы; II урын – Ҡалтасы районы, Кәкүш ауылы; III урын – Буздәк районы, Ҡаран ауылы. ⭕ «Бәләкәй тораҡ пункттар» номинацияһында: I урын – Асҡын районы, Гөмбә ауылы; II урын – Борай районы, Яңы Йәлдәк ауылы; III урын – Тәтешле районы, Бәләкәй Бәлзүгә ауылы. Ҡотлайбыҙ! 👏 👏 👏

Хәйерле көн ☀️ Пионерҙар көнө икән бөгөн - 19 май. 1922 йылда бөтә СССР балаларын берләштергән бик мөһим ойошмаға нигеҙ һалын
+2
Хәйерле көн ☀️ Пионерҙар көнө икән бөгөн - 19 май. 1922 йылда бөтә СССР балаларын берләштергән бик мөһим ойошмаға нигеҙ һалына.
Пионер булғандар күберәкме, әллә булмағандармы? Яҙығыҙ, хәтергә төшөрәйек😉
📍 Белорет районы, Ләмәҙ йылғаһы буйы. Фото: Светлана. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro

📌 «Вордли Башҡортса» мобиль уйынының тест версияһы әҙер!», - тип хәбәр итә Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы. Был би
📌 «Вордли Башҡортса» мобиль уйынының тест версияһы әҙер!»,
- тип хәбәр итә Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы. Был билдәле Wordle һүҙ уйындарының башҡортса версияһы. Проект «Хазина» автоном коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы тарафынан БР Башлығы гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Маҡсаты — башҡорт телен өйрәнеүҙе заманса, мауыҡтырғыс, һәр кем өсөн уңайлы итеү! ❓ «Вордли Башҡортса» нимә ул?Был һүҙҙәрҙе өйрәнә торған мауыҡтырғыс уйын.
5 хәрефтән торған башҡортса һүҙҙе табыу өсөн 6 мөмкинлек бирелә.
Ҡағиҙәләр бик ябай: 🟢 Йәшел төҫ — хәреф дөрөҫ табылған һәм үҙ урынында тора. 🟡 Һары төҫ — хәреф һүҙҙә бар, ләкин икенсе урында. ⚪ Һоро төҫ — ундай хәреф йәшерен һүҙҙә юҡ.
"Тәүге тест үтеүселәр араһында булығыҙ! Уйын әле тест режимында эшләй, шуға күрә һеҙҙең фекер беҙгә бик мөһим. Интерфейс уңайлымы? Һүҙҙәр аңлашыламы? Уйнауы ҡыҙыҡмы?"
- ти уйынды эшләүселәр. 📍 Һеҙ хәҙер үк һылтанма буйынса инеп, үҙегеҙҙе һынап ҡарай алаһығыҙ: Ru Store: www.rustore.ru/catalog/ap... Andriod: play.google.com/store/apps... IOS: apps.apple.com/us/app/вор...

❓ Башҡортостан данын танытыусы башҡорт бал ҡорто һәм умартасылыҡ тураһында күберәк белергә теләйһегеҙме? ✅ Ҡортсолоҡҡа арнаға
Башҡортостан данын танытыусы башҡорт бал ҡорто һәм умартасылыҡ тураһында күберәк белергә теләйһегеҙме? Ҡортсолоҡҡа арнаған сараға барығыҙ.
БР Милли музейында "Башҡортостан умартасылығы: фән һәм йолалар" тип аталған сара үтә.
Ул 20 май - Бөтә донъя бал ҡорттары көнөнә арналған. Бында һеҙгә башҡорт балының серҙәре һәм ҡортсолоҡҡа бәйле йолалар хаҡында һөйләйәсәктәр. Саҡырылған ҡунаҡ - Марат Ғиниәтуллин, ауыл хужалығы докторы, профессор. Уның тикшеренеүҙәре Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә билдәле. 📍 Ҡайҙа: БР Милли музейы (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14), 215-се бүлмә. 🕛 Ҡасан: 20 май, сәғәт 12:00 🎫 Инеү: музей билеттары буйынса.

📌 "Рәсәй-Мәҙәниәт" телеканалы унлар ырыуы башҡорттары тураһында фильм төшөргән. Мәскәүҙең "Рәсәй-Мәҙәниәт" телеканалы "Кешеләр ере" ("Земля людей") документаль фильмдары циклы өсөн Башҡортостандың Ҡариҙел районында булған.
🔥 Бында улар "унлар" тип аталған башҡорт ырыуы вәкилдәренең көнкүрешен төшөргән.
🔹 Проект унлар ырыуы башҡорттарының икенсе йыйыны барышында ҡабул ителгән резолюция сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты - унлар башҡорттарының этномәҙәни байлығын мәңгеләштереү. Тәүге көндә Ҡариҙел, Иҫке Аҡбүләк һәм Яҡуп ауылы халҡы менән осрашҡандар. Шулай уҡ Ҡараяр, Кеҙесе, Абдулла һәм Хәлил ауылдпрында булғандар. Һуңғыһында "Ҡарға бутҡаһы" үткәргәндәр, тип хәбәр итә "Ҡариҙел" гәзите. 📍 Әйткәндәй, унлар ырыуы башҡорттары генетик тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә R1a-M198 гаплотөркөмөнә ҡарауы асыҡланған һәм был уларҙы "һун" тип йөрөтөлгән ҡеүәтле этник берләшмә ҡәүемдәренә "туған" итә. 💯 Унлар ырыуы башҡорттары Башҡортостандың Ҡариҙел районынан тыш, Белорет, Иглин, Салауат, Ҡыйғы, Мәсетле, Асҡын райондарында ла йәшәй.

Моңло тәнәфес ❤️ "Аҡ болоттар"ҙы думбырала З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты студенты Эвелина Әминова уйнай.

📌 Инсебикә ҡаяһының тарихын яҙғандар. Халыҡ-ара музейҙар көнө (был бөгөн - 18 май) алдынан Иҫке Собханғол ауылы эргәһендәге
+4
📌 Инсебикә ҡаяһының тарихын яҙғандар. Халыҡ-ара музейҙар көнө (был бөгөн - 18 май) алдынан Иҫке Собханғол ауылы эргәһендәге Инсебикә ҡаяһына уның тарихы яҙылған таҡтаташ ҡуйғандар. Был эште "Шүлгәнташ" музей комплексы директоры Фәүзил Маликов һәм музей хеҙмәткәрҙәре атҡарған.
💯 "Шулай уҡ уны асыуҙа Ҡыпсаҡ ауылынан тарихсы Рәил Маликов, ауылдаштарыбыҙ Сәлим Вәлиев, Фазыл Кинйәбаев, ошо таҡтаташты ҡуйҙырыуға үҙ өлөшөн индереүсе тарихсыбыҙ Гөлдәр Ҡолдобаева, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ҡатын-ҡыҙҙар советы, ағинәйҙәр әүҙем ҡатнашты",
- тип хәбәр иткән бөрйәндәр. Ер-һыуыбыҙҙың башҡортса атамаларын һәм уларҙың тарихын һаҡлау бик мөһим. Айырыуса туристар күп йөрөгән урындарҙа тейешле мәғлүмәт булдырыу - яҡшы башланғыс. 👍 Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro

📌 "Салауат ере"ндә - "Музейҙар төнө" үткән. "Музейҙар төнө" Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендәге саралар "Салауат ере" тарихи-мәҙәни комплекста - Салауат районының Тәкәй ауылында үткән. "Салауатҡа дан!" сәсәндәр әйтеше ойошторолған. Видеола шунан бер күренеш. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro

Хәйерле көн☀️ Йәмле майға тағы ике аҙна ҡыуанаһы, яҙ миҙгеленең йәмен татып, йәйгә аяҡ баҫаһы ҡалды. Ваҡыттың үтеүе. Көндәрег
+2
Хәйерле көн☀️ Йәмле майға тағы ике аҙна ҡыуанаһы, яҙ миҙгеленең йәмен татып, йәйгә аяҡ баҫаһы ҡалды. Ваҡыттың үтеүе. Көндәрегеҙ шатлыҡ-ҡыуаныстарға, яҡшы кешеләргә һәм бәхетле минуттарға бай булһын! 📍 Ағиҙел буйҙарында. Фото: Зиннур Боҫҡонов. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro

Ә һеҙ нисек әйтер инегеҙ? ✅ Яҙығыҙ! Йәштәр бик ҡыҙыҡлы видео төшөргән: бер үк һөйләмде башҡорт теленең төрлө һөйләштәрендә әйтеп ҡарайҙар. Үҙегеҙҙең һөйләш үҙенсәлеген яҙығыҙ 😉 Видео: Илнара. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro

Самауырлы ритайымға барығыҙ!🔥 Көндәр йылыңды, үҙебеҙҙең башҡорт йыр-моңона күңел асып, таныштарҙы осратып, аралашып һәм тәмле башҡорт самауыр сәйе эсеп ҡайта торған мәл етте.
Киләһе аҙнаның шаршамбыһында, 20 майҙа, Самауырлы ритайым була.
📍 Урыны - Өфө ҡалаһы, Ағиҙел йылғаһының яр буйында. Башлана сәғәт 20:00 Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro

📌 Көньяҡ Урал һуҡмағында 200 километрлыҡ "Урал аръяғы" тигән яңы участка барлыҡҡа килгән. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһ
+3
📌 Көньяҡ Урал һуҡмағында 200 километрлыҡ "Урал аръяғы" тигән яңы участка барлыҡҡа килгән. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров хәбәр иткән.
💯 "Хәтерегеҙгә төшөрәм, яңы маршрутта беренсе билдәне беҙ былтыр Сибайҙа үткән "Урал аръяғы" инвестицион һабантуйында "һуҡмаҡ"ҡа нигеҙ һалыусы, билдәле блогер Рәис Ғәбитов менән бергә эшләнек. Һуҡмаҡ был яҡтарҙың төп иҫтәлекле урындары буйлап үтә - Ғәҙелша шарлауығы, Талҡаҫ күле, Ирәндек һәм Ҡырҡтытау һырттары, Асҡар ауылы. Һәм Яҡтыкүл буйында тамамлана. Көньяҡ Урал һуҡмағының башҡа участкалары кеүек үк, яңы маршрутты ирекмәндәр һалды - Өфө, Силәбе, Магнитогорск, Яр Саллы кешеләре, Сибайҙан туристик берләшмәһе, Баймаҡ һәм Әбйәлил фермерҙары. Был эш өсөн уларға рәхмәтемде белдерәм. Республикабыҙҙың урындары ысынлап та үҙенсәлекле. Беҙҙә шундай проекттар булыуы бик яҡшы. Башҡортостанға рәхим итегеҙ!"
- тип яҙған сәхифәһендә Радий Хәбиров. Сәйәхәтте үҙебеҙҙең Башҡортостандан башлағыҙ, тәбиғәтебеҙҙең хозурлығын тойоғоҙ 🔥

📌 "Дала сазы" концерты үткән.
Кисә Күсмә халыҡтарҙың Евразия музейының "Турахан" визит-үҙәгендә "Дала сазы" тип аталған йәйге концерттар миҙгеле асылған.
Ҡурай, думбыра һәм һуҡма уйын ҡоралдарында оҫта уйнаған йәш музыканттар сығыш яһаған. Тамашасылар бик ихлас тыңлаған һәм бейеү көйҙәренә ҡушылып сәхнә тултырып тыпырлатып та алған, тип хәбәр итә музей хеҙмәткәрҙәре. Видео: Арыҫлан Оморҙаҡов. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro

🌿 Ял итеп буламы, әллә яҙғы мәшәҡәттәр күпме?
Тәбиғәткә ҡолаҡ һалығыҙ 😉
Хәйерле йәкшәмбе иртәһе менән 🥰 📍 Стәрлебаш. Видео: Илүзә.

🔥 Төркөмдәштәр һаны бында кәмей, ә беҙ күптән генә кем ҡайҙан, ҡайһы ырыуҙан икәнде һорашҡаныбыҙ юҡ икән. Кемдәр иң ныҡ тора, һаман беҙҙең ошондағы каналға тоғро?
Әйҙәгеҙ әле, ырыуығыҙҙы яҙығыҙ! ⬇️
Видео: Регина. Ошонда күсеп, беҙҙең менән бергә ҡала алаһығыҙ.

🔥 Башҡорт халыҡ туй йолаһының хәҙерге көндә үтәлмәгән бик үҙенсәлекле бер өлөшө - сеңләү. 💯 Был йоланы кейәүгә сыҡҡан ҡыҙ үтәгән. Ул ата йортонан оҙатылғанда ата-әсәһенә, туғандарына үпкәһен, зарын белдереп йырлаған хушлашыу йыры башҡарған.
Боронғо заманда сеңләүҙе ырыуға бағышлап мотлаҡ көйҙәргә тейеш булғандар, сөнки ҡыҙ икенсе ырыуға киткән.
Аҙағыраҡ ата-әсәгә төбәп йырлау ҙа ингән. Сеңләүҙәр бик күп төрлө. Улар араһында ҡыҙҙың тыуған ере, йорто, йәшлеге менән хушлашыуы, малға һатылыуы, үпкә белдереүе һүрәтләнгәне лә бар. 📍 Розалия Ҡыҙрасова төшөргән видеола М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Мөхәмәтша Буранғолов пьесаһы буйынса барған "Башҡорт туйы" спектакленән күренеш. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro