617
Підписники
-224 години
-27 днів
-430 день
Архів дописів
⭐ "Беҙ махсус хәрби операцияла булғанлыҡтан, Бөйөк Еңеү нисек бирелгәнен яҡшы аңлайбыҙ. Атай-олатайҙар алдында баш эйәбеҙ",- ти "Ватан" позывнойлы яугирыбыҙ. Байрам менән ҡотлап, ҡурайҙа ла уйнаған 👏
+5
⭐Бөгөн Башҡортостандың төрлө ауыл-ҡалаларында Бөйөк Еңеүгә арналған саралар үтә.
Бөрйән районы Байназар ауылында ла күркәм парад ойошторолған. Мәктәп уҡыусылары һәм бөтә ауыл халҡы тантаналы сарала ҡатнашҡан.
⭐ "Үлемһеҙ полк" - 2026 онлайн.
Был видеола Ватан азалтылығы, балалар киләсәге һәм тыныслыҡ өсөн алышҡан ҡаһармандарҙың фотоһүрәттәре.
⭐ "Еңеү вальсы" бейенеләр.
9 Май алдынан иң матур сараларҙың береһе - "Еңеү вальсы"лыр, моғайын. Был йыл да үткәрелгән акцияла Башҡортостандың төрлө ҡалаларында уҡыған мәктәп уҡыусылары, колледж һәм вуз студенттары ҡатнаша.
📍 Быйыл Өфөнөң Совет майҙанында 600-ҙән ашыу пар вальс башҡарған.
💯 "Еңеү көнө алдынан республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә һәм бөтә Рәсәй буйлап үтә был шәп акция - 1945 йылдың майындағы вальс һәм Бөйөк Ватан һуғышында илебеҙҙе һаҡлаған геройҙар хәтеренә арнала",- тине Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров. Ул шулай уҡ Ватан һағында торған һәр фронтовикты һәм тыл эшсәне хәтеребеҙҙә, шуны йәш быуынға тапшырыу мөһим, тип билдәләне.
🎖9 Май - ябай байрам, тантана көнө генә түгел, ул -хәтер һәм хөрмәт көнө. Бөгөн һәр ғаиләнең, ауылдың, райондың, республиканың, тотош илдең хәтерендә һаҡланған тарихты, яҙмыштарҙы барлайбыҙ.
🔥"Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаған!"Һәйкәл тора. Имеш, һөйләйҙәр, Был — билдәһеҙ һалдат һәйкәле. Билдәһеҙме ошо баҡыр кеше? Билдәһеҙме, хәтер, әйт әле?! Атакаға күтәрелдек бергә, Йыға һуҡты әжәл бер мәлде. Ваҡытлыса йәйә терелдем мин, Ул — мәңгелек һынға әйләнде. Ҡаршыһында түтәл-түтәл гөлдәр Изге ялҡын булып яналар, Баш өҫтөндә таңдан ҡоштар һайрай, Эргәһендә һайрай балалар. Ә артында уның сал бер ҡатын (Ил инәһе — улдыр, моғайын.) Нисәмә йыл инде өнһөҙ илай, һалҡын ташҡа терәп маңлайын. Еңеү! Ҡояш балҡый бер битеңдә, Бер битеңдә — моңһоу ай һаман, Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә, Бер күҙеңдән әсе йәш тама... Мостай КӘРИМ
+2
⭐ Еңеү өсөн рәхмәт ⭐
Был көндәрҙә республикабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары йәшәгән йорттар алдында Еңеү парадтар үтә. Был - илебеҙ азатлығы, донъяла тыныслыҡ, киләсәк быуындарыбыҙҙың яҡты яҙмышы өсөн көрәшкән, һуғыш мәхшәрен күргән яҡташтарыбыҙға оло хөрмәт белдереү.
Бындай матур һәм әһәмиәтле саралар үтеүе тураһында Әбйәлил, Хәйбулла райондарынан һәм Өфө ҡалаһынан хәбәр иткәндәр.⭐ Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылында йәшәүсе Ишҡол Мәхмүтовҡа 99 йәш. Ул һуғыштан һуң колхозда 41 йыл эшләп, илде аяҡҡа баҫтырыуға ла бар көсөн һалған шәхес. ⭐ Ә бына Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында донъя көтөүсе Фәтхулла Юламановтың яҙмышы үтә лә аяныс - Сталинградта һуғыша, артабан Дон йылғаһын аша сыҡҡанда ҡаты яраланып, ялан госпиталенә эләгә һәм немецтар ҡамауында ҡала. Румыния ғәскәрҙәре ҡулына төшкәс, уны Италияға ебәрәләр. Тотҡондан уны Италия партизандары ҡотҡара. Чехословакия һәм Венгрияла хеҙмәт итә, Литвала хәрби трибунал ҡарары менән Фәтхулла Әғлиулла улын Себергә оҙаталар. Тик 1954 йылда ғына тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта ала. Бөгөн 103 йәшенә етеп бара. ⭐ Өфө ҡалаһында йәшәүсе Родион Лобанов фронтҡа 1943 йылдың декабрендә китә, егеткә 18 генә йәш була. 1944 йылдың ғинуарында Ленинград эргәһендә мөһим объектты һаҡлап, поста торғанында фашистар ҡаты ут аса. Әммә яугирға посын ташлап китергә приказ килмәй һәм Родион Григорьевич яраланған көйө урынында тора бирә - ботинкаһы боҙ булып ергә ҡуша туңа, бармаҡтарын ҡырҡтырырға тура килә. 📍 Иртәгә, 9 Майҙа Родион Лобанов Мәскәүҙә Ҡыҙыл Майҙанда үтәсәк Еңеү парадында ҡатнаша.
Беҙ ҙә барлыҡ ветерандарға, тыл эшсәндәренә, һуғыш йылы балаларына оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ. Йәш быуынға матур өлгө күрһәтеп, фәһем биреп ғүмер итегеҙ! 💟
#Башҡорт_халыҡ_йыры
🔥 "АБДРАХМАН" башҡорт халыҡ йыры (оҙон көй) киң билдәле.
Уның тәүге варианттарын ғалим С.Г. Рыбаков Ырымбур губернаһы Орск өлкәһе башҡорттарынан (Күсей ауылы эргәһендәге Рәмиевтар приискыһында, Күлтабан эргәһендәге йәйләүҙә, Юлыҡ ауылында) яҙып алған."Музыка и песни уральских мусульман с почерком их быта" тигән китабында тексын нәшер итә.
🔥 Был башҡорт халыҡ йыры 6-сы башҡорт кантоны начальнигы Абдрахман Биктимеровҡа (1780-1826) арналған.📝 Тулы тексы: Унар ғына һумлыҡ, ай, ун аҡыҡ, Егет, һалдыр эйәр ҡашыңа. Атам дуҫы тиеп ышанма, егет, Атаң дуҫы етер башыңа. Унар ғына һумлыҡ ун аҡыҡлы Эйәрең булыр, егет, ат булһа. Яҡын күргән дуҫтан яманы юҡ, Ауыр саҡта һиңә ят булһа. Унар ғына һумлыҡ, ай, ун аҡыҡ Кәрәге юҡ эйәр ҡашыңа. Атам дуҫы тиеп ышандың, егет, Шул дуҫ етте һинең башыңа. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro
📌 Кисә Өфөләге Совет майҙанында "Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан" миҙалының тәүге лауреаттарын тәбрикләнеләр.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров 45 кешегә ошо мәртәбәле республика наградаһын тапшырҙы. Улар араһында медицина хеҙмәткәрҙәре, төҙөүселәр, ирекмәндәр, меценаттар, водителдәр, предприятие директорҙары, ветерандар һәм хәрбиҙәр бар.
💯 "Махсус хәрби операция беҙҙе берләштерҙе, көслөрәк итте. Республиканың төрлө төбәктәренән меңәрләгән кеше, мәктәп уҡыусыларынан алып хаҡлы ялдағыларға тиклем, маскировкалау селтәрҙәре үрә, окоп шәмдәре яһай, яугирҙарға экипировка тегә, күстәнәстәр йыя. Хәтерегеҙгә төшөрәм, күмәкләп беҙ алғы һыҙыҡҡа 177 гуманитар конвой - 21 мең тоннанан ашыу йөк ебәрҙек! Һәм беҙ туҡтамаясаҡбыҙ, МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың яҡындарына ярҙамды дауам итәсәкбеҙ. Йылдар үтер, әммә беҙ ауыр мәлдә үҙенең иң яҡшы сифаттарын күрһәткән һәм Еңеү өсөн барыһын да эшләгәндәргә бөгөндәгеләй хөрмәт менән баш эйәсәкбеҙ. Барығыҙға ла рәхмәт һәм ныҡлы һаулыҡ",- тип яҙған сәхифәһендә Радий Хәбиров.
Эй, дәртле лә инде стәрлеләр! 🔥
Бына нисек ошо спектаклде барып ҡарамайһың?📍 Бөгөн, 8 май сәғәт киске 7-лә Стәрлетамаҡ ҡалаһының И. Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театрында осрашабыҙ! ❓ Диләфрүз кемде һайлар?
(аҙағы)
Осрашыуҙа Бөтә Рәсәй тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын һаҡлау йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Салауат Ҡолбахтин дөйөм эш барышы менән таныштырҙы. Һәйкәл суйындан ҡойолған. Ә бит Сосланбек Тавасиев үҙе һәйкәлде бронзанан күрергә хыялланған. Беҙ был хаҡта яҙғаныбыҙ ҙа булды. Һәр саҡ 40 тонналыҡ бронза һын Ағиҙел ярында тора, тип әйтә инек. Бронзанан булһа, бөгөн былай уҡ юҡҡа сыҡмаған да булыр ине.
Әле белгестәр һәйкәлде генә түгел, ҡурғанды, постаментты һәм тирә-яҡ майҙанды ла өйрәнә. Геодезик, геологик, экологик һәм гидрометеорологик тикшеренеүҙәр үткәрелгән. Белгестәр нигеҙҙең тотороҡлолоғона йоғонто яһаған яңы хәүеф факторҙарын асыҡлаған һәм хәҙер бөтә комплексты һаҡлап ҡалыу өсөн инженер ҡарарҙарын көтә.
Бөгөн реставраторҙарҙы, инженерҙарҙы, тарихсыларҙы тыңлағанда, һүҙ металл, ярыҡтар йәки технологиялар тураһында ғына бармауы ап-асыҡ аңлашыла. Һүҙ – хәтер тураһында. Проценттар, һандар менән үлсәп булмаған ҡиммәт тураһында. Сөнки Салауат һәйкәле ул суйын һәм каркас ҡына түгел. Ул металға һеңгән халыҡ рухы. Уның намыҫы. Уның эске азатлығы. Уның тарихи хәтере. Шуға күрә бөгөнгө осрашыу миндә белгестәргә ҡарата тәрән ихтирам уятты, уларҙың да халыҡ хәтере булған объектҡа ихлас мөнәсәбәте тойолдо. Һәр эштең үҙ оҫтаһы була. Мин уларҙың белем һәм тәжрибәһенә ышанып тапшырам ғәзиз һәйкәлебеҙ яҙмышын. Был бит – Салауат! Шундай һынылышлы йылдарҙа һәйкәлгә булған мөнәсәбәт – ул Башҡортостанға, Рәсәйгә булған мөнәсәбәт! Рәхмәт!
Алда әйткәнемсә, һәйкәл ул ҡала мөхитенең бер өлөшө генә түгел, ә тарихи хәтеребеҙҙең дә сағылышы. Шуға күрә төп нөсхәне һаҡлап ҡалыу һәм киләсәк быуындарға һәйкәлде лайыҡлы хәлдә күрһәтеүҙе берләштергән ҡарар табыу мөһим. Иң отошло юлдарҙың береһе – яңы бронза күсермәһен эшләп, элекке урынына ҡуйыу, ә төп нөсхәне ҡәҙерле тарихи ҡомартҡы булараҡ музейҙа йәки махсус экспозицияла һаҡлау. Тәүге һәйкәл бөгөнгө заман халҡы өсөн бигерәк тә ҡәҙерле. Ул тарихи яҡтан әһәмиәтле. Яңыһын “яратып” өлгөргөнсе берәй 20 йыл үтер әле. Кем белә, белгестәр уны шундай итеп тергеҙер, беҙ хатта әүәлге һәйкәл итеп ҡабул итербеҙ. Бындай ҡараш тарихҡа ихтирамды, мәҙәни мираҫты һаҡлауҙы һәм ҡала мөхитенең күркәмлеген берләштерер! Тағы ла әллә нисәмә йөҙ йылдан һуң да Өфө өҫтөндә Салауат үҙ ереңә тоғролоҡтоң, рухи көстөң һәм Башҡортостандың символы булып ҡалҡып торор!
Лариса АБДУЛЛИНА.
+5
📌 САЛАУАТ ҺӘЙКӘЛЕ ТУРАҺЫНДА
Ҡайһы бер һәйкәлдәр ҡала мөхитенең бер өлөшө генә булып ҡалмай, ә халыҡ рухы сағылышына әүерелә. Башҡортостан өсөн Салауат Юлаев һәйкәле тап шундай изге символға әйләнгән.
Күптән йыйынып, бөгөн, ниһайәт, беҙ һәйкәлгә реставрация барған ангарға барҙыҡ. Һәм, моғайын, унда ингән һәр кем бер үк тойғо кисергәндер: әйтеп аңлатып бөткөһөҙ һыҙланыу. Сөнки беҙҙең алда ябай металл ғына түгел ине. Ябай скульптура ла түгел ине ул. Әйтерһең дә, халыҡ хәтере, тарихыбыҙҙың һәм рухыбыҙҙың бер өлөшө менән осраштыҡ. Был һәйкәлде шул тиклем тәрән яратыуыбыҙға тағы ла бер инандым. Эйе, дин әһелдәре изге тойғолар – йөрәктә, күңел сафлығы кешенең асылында булырға тейеш, тип иҫәпләй һәм ябай һәйкәлгә булған мөнәсәбәтемде, бәлки, тәнҡитләрҙәр ҙә. Металдан торған һынға түгел, Салауаттың асылына һоҡланығыҙ, тиерҙәр ине улар. Ана шул асылына һоҡланғанға күрә лә тыуған инде был һәйкәл! Хәйер, бөгөн уныһы мөһим дә түгел кеүек.
Башҡорт халҡы өсөн Салауат – ул XVIII быуат батыры, шағир йәки яугир ғына түгел. Ул әсәләр улдарын оҙатҡанда телгә алынған исем. Ул һүҙеңдә торорға, ерҙе яратырға, намыҫлы һәм азат булырға өйрәткән образ. Юҡҡа ғына бала сағынан С. Злобиндың “Салауат Юлаев” романын уҡып үҫкән Захар Прилепин күптән түгел Салауатты Башҡортостандың ғына түгел, бөтә Рәсәй геройы, ысын мәғәнәһендә Евразия күләмендәге шәхес, тип атаманы. Рәхмәт ошо һүҙенә. Инде күңелем булды. Ҡабат-ҡабат әйләндереп ҡараным ошо урынын. Шуға күрә республика халҡының һәйкәл яҙмышы өсөн борсолоуы һәм һәйкәлгә реставрация объекты итеп кенә ҡарамауы аңлашыла ла. Һәйкәлдә күптән инде халыҡ һөйөүе йәшәй. 1967 йылда һәйкәл Ағиҙел ярында тәүге тапҡыр ҡалҡып сыҡҡан көндән алып тупланған ул һөйөү.
Нисәмә быуын ошо һәйкәл янында үҫкән… Осрашыуҙар, оҙатыуҙар, мөхәббәт кистәре хәтирәләрендә, иҫтәлекле фотоларҙа һаҡлана был урын. Башҡортостанға, Өфөгә килгән һәр ҡунаҡты шунда алып барабыҙ. Бында йәш парҙар танышҡан. Кешеләр балаларын алып килгән. Ошонан улдарын армияға оҙатҡандар. Шуға күрә лә һәйкәл күптән инде сәнғәт әҫәре генә түгел, ә халыҡтың эске донъяһының бер өлөшөнә әүерелгән.
Бөгөн һәйкәл авторы Сосланбек Тавасиев хаҡындағы хәтер ҙә айырыуса тәрән яңғырай. Ул бит Өфөгә килеп төшөү менән иң беренсе ишеткән исем Салауат булған. Әсәләр улдарын: “Салауат кеүек бул”, – тип яуға оҙатҡан. Тап шул мәлдә, күрәһең, Тавасиев күңеленә буласаҡ һәйкәлгә орлоҡ һалынған.
Ләкин ваҡыт хатта бөйөк һәйкәлдәрҙе лә аямай. Ете ҡат буяу йыуып алынғас, реставраторҙар йылдар буйы тышҡы ҡатлам аҫтында йәшеренгән ысынбарлыҡты асты: тәрән ярыҡтар барлыҡҡа килгән, металл емерелгән, конструкция ныҡ ҡаҡшаған.
Реставрация төркөмө етәксеһенең урынбаҫары Петр Волков суйындың зарарланған урындарын күрһәтеп, әгәр һәйкәл шул уҡ материалдан, йәғни суйындан тергеҙелһә, скульптураның 60–70 процентын яңынан ҡойорға тура киләсәген әйтте. Бик йәл. Ярай әле торған урынында емерелеп төшмәгән. Йәки кеше өҫтөнә ишелмәгән. Шуға күрә һәйкәлде йүнәтергә кәрәк, тигән ҡарар бик дөрөҫ ул. Республика Башлығы Радий Хәбиров был хаҡта үҙенең сығышында әйтә килде.
Каркастың эске яғындағы хәле бигерәк ҡотосҡос. Айырыуса атының яурын өлөшөндәге ярыҡтары ҙур борсолоу тыуҙыра. Художество академияһының реставрация департаменты директоры Анна Пышта менән шунда уҡ бәйләнеш ойошторолдо. Уның аңлатыуынса, иҫке буяу ҡатламдары ҡаты панцирь булып өйөлгән һәм йылдар дауамында емереклектәрҙең ысын хәлен йәшергән. Бөгөн белгестәр һәйкәлде миллиметрлап өйрәнә. “Нөктәләр болотo” тип аталған цифрлы модель төҙөлгән, унда бөтә ярыҡтар, деформациялар һәм етешһеҙлектәр индерелгән. Әлеге көндә металдың химик составы, суйындың юҡҡа сығыу кимәле, эске каркастың көсөргәнештәре тикшерелә. 22 майға һөҙөмтәләр әҙер буласаҡ.
(башы)
(дауамы)
Осрашыуҙа Бөтә Рәсәй тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын һаҡлау йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Салауат Ҡолбахтин дөйөм эш барышы менән таныштырҙы. Һәйкәл суйындан ҡойолған. Ә бит Сосланбек Тавасиев үҙе һәйкәлде бронзанан күрергә хыялланған. Беҙ был хаҡта яҙғаныбыҙ ҙа булды. Һәр саҡ 40 тонналыҡ бронза һын Ағиҙел ярында тора, тип әйтә инек. Бронзанан булһа, бөгөн былай уҡ юҡҡа сыҡмаған да булыр ине.
Әле белгестәр һәйкәлде генә түгел, ҡурғанды, постаментты һәм тирә-яҡ майҙанды ла өйрәнә. Геодезик, геологик, экологик һәм гидрометеорологик тикшеренеүҙәр үткәрелгән. Белгестәр нигеҙҙең тотороҡлолоғона йоғонто яһаған яңы хәүеф факторҙарын асыҡлаған һәм хәҙер бөтә комплексты һаҡлап ҡалыу өсөн инженер ҡарарҙарын көтә.
Бөгөн реставраторҙарҙы, инженерҙарҙы, тарихсыларҙы тыңлағанда, һүҙ металл, ярыҡтар йәки технологиялар тураһында ғына бармауы ап-асыҡ аңлашыла. Һүҙ – хәтер тураһында. Проценттар, һандар менән үлсәп булмаған ҡиммәт тураһында. Сөнки Салауат һәйкәле ул суйын һәм каркас ҡына түгел. Ул металға һеңгән халыҡ рухы. Уның намыҫы. Уның эске азатлығы. Уның тарихи хәтере. Шуға күрә бөгөнгө осрашыу миндә белгестәргә ҡарата тәрән ихтирам уятты, уларҙың да халыҡ хәтере булған объектҡа ихлас мөнәсәбәте тойолдо. Һәр эштең үҙ оҫтаһы була. Мин уларҙың белем һәм тәжрибәһенә ышанып тапшырам ғәзиз һәйкәлебеҙ яҙмышын. Был бит – Салауат! Шундай һынылышлы йылдарҙа һәйкәлгә булған мөнәсәбәт – ул Башҡортостанға, Рәсәйгә булған мөнәсәбәт! Рәхмәт!
Алда әйткәнемсә, һәйкәл ул ҡала мөхитенең бер өлөшө генә түгел, ә тарихи хәтеребеҙҙең дә сағылышы. Шуға күрә төп нөсхәне һаҡлап ҡалыу һәм киләсәк быуындарға һәйкәлде лайыҡлы хәлдә күрһәтеүҙе берләштергән ҡарар табыу мөһим. Иң отошло юлдарҙың береһе – яңы бронза күсермәһен эшләп, элекке урынына ҡуйыу, ә төп нөсхәне ҡәҙерле тарихи ҡомартҡы булараҡ музейҙа йәки махсус экспозицияла һаҡлау. Тәүге һәйкәл бөгөнгө заман халҡы өсөн бигерәк тә ҡәҙерле. Ул тарихи яҡтан әһәмиәтле. Яңыһын “яратып” өлгөргөнсе берәй 20 йыл үтер әле. Кем белә, белгестәр уны шундай итеп тергеҙер, беҙ хатта әүәлге һәйкәл итеп ҡабул итербеҙ. Бындай ҡараш тарихҡа ихтирамды, мәҙәни мираҫты һаҡлауҙы һәм ҡала мөхитенең күркәмлеген берләштерер! Тағы ла әллә нисәмә йөҙ йылдан һуң да Өфө өҫтөндә Салауат үҙ ереңә тоғролоҡтоң, рухи көстөң һәм Башҡортостандың символы булып ҡалҡып торор!
Лариса АБДУЛЛИНА.
"Бөйөктәр күрешкәндә",- тип атаған был видеоһын автор. Ә һеҙ тағы кемде "осраштырыр" инегеҙ? Видео: Альберт Кинйә.
📌 Стәрлетамаҡта - моңло фонтан 🌊
Стәрлетамаҡ ҡалаһының Киров исемендәге паркында төҙөкләндереү эштәре тамамланған һәм бына шундай матур моңло фонтан эшләп тора. Ҡала халҡы бик ҡәнәғәт, күптәр ғаиләләре менән ял итергә сыға.
❓ Әйткәндәй, ниндәй көй уйнай, танынығыҙмы?Видео: Елена Сенькина.
Мөхәббәтле булығыҙ ❤️
📍 Башҡортостан, Ҡырмыҫҡалы районы
Видео: Ғәзинур.
Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro
Белореттар йыйылыша 🔥
15 майҙа Белорет районының яҡташтар осрашыуы үтә. Сара Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында ойошторола.
"Беҙ бергә!" тип аталған йыйын сәғәт киске 5-тә башлана,район хакимиәте етәкселеге килә. Инеү бушлай.
+2
📌 Салауат районы Малаяҙ ауылының үҙәк майҙаны төҙөкләндереүҙән һуң бына шулай матур буласаҡ 😍
"Ер хәтере һәм ваҡыт биҙәге" тип аталған проект бөтә быуын кешеләренә уңайлы һәм күңелдәренә ятышлы урын эшләүгә йүнәлтелгән. Үҙәк майҙанда ҙур сәхнә, матур арка, саф һауала йөрөү һәм ял итеү урындары, беседка, сауҙа, йәрминкә оҫталыҡ дәрестәре өсөн майҙансыҡтарҙан торған күп функциялы киңлек буласаҡ.
Вже доступно! Дослідження Telegram за 2025 — головні інсайти року 
