uz
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

Kanalga Telegram’da o‘tish
617
Obunachilar
Ma'lumot yo'q24 soatlar
-27 kunlar
-330 kunlar
Postlar arxiv
📌 "Толпар" күргәҙмәһен барып ҡарағыҙ 😉 Күсмә халыҡтарҙың Евразия музейының "Турахан" визит-үҙәгендә рәссам Гөлшат Закированың бына шундай күңелдәрҙе елкендергес ижад емештәре ҡуйылған. Әйткәндәй, был эштәрҙе ҡарарға һәм... һатып алырға ла мөмкин 🔥

Күҙ йәштәренә быуылып: - Әсәй, мин ҙур үҫкәс һалдат булам да, беҙҙең Родинаны защищу, - ти Ҡаһарман....🫡😍🥹 Ул гел шулай тип хыллана былай, йә ковбой булам ти, йә полиция, йә һалдат...✊🏻 - Әсәй, бер генә кеше үлһә лә ҙур потеря ивет, ә 30 миллион кеше уже совсем...- тип йәшенә төйөлә Ихтияр. Мин дә, һуғыш ваҡытында һәр өйгә килгән Ҡара хаттар, ирһеҙ ҡалған ҡатындар, атайһыҙ ҡалған балалар, бөтә малайҙарын һуғышҡа оҙатып көтөп ала алмаған әсәйҙәрҙе уйлап илай яҙып ултырам. - Әсәй, әле лә һуғыш бара ивет? Ә беҙ хәҙер кем менән һуғышабыҙ? - тип һорай Ихтияр. - Бөгөн беҙ элекке дуҫыбыҙ - Украина менән һуғышабыҙ. Украина аша Америка һуғыша беҙҙең менән. - Ә дрондарҙы беҙгә Украинанан осоралармы? - Эйе...дрондар осороп торһалар ҙа, һуғыш Рәсәйҙә бармай, беҙҙең һалдаттар границаны ныҡ һаҡлайҙар, беҙҙең оборона һаҡлай беҙҙе... Тынып торалар. Шунан Ихтияр: - Әсәй, ә кешеләр нимәгә һуғышалар ул? - тип һорай... Мин был һорауына яуапты бик оҙаҡ итеп, ентекләп аңлаттым...🫨 Һәм, һуғыш, Еңеү көнө тураһында асығын әйтеп һөйләшкәс, балаларым был көндөң мөһимлеген, беҙҙең тарихыбыҙҙың бөйөклөгөн аңлағас, бигерәк тә аңларға тырышып, ҡыҙыҡһынып һорау биргәстәре күңелгә рәхәт булып ҡалды. Ихтиярға 8 йәш, Ҡаһарманға 6... Ошо көндән алып улар бер ни тиклем үҙгәрҙеләр һәм үҫтеләр, әхлаҡи яҡтан үҫтеләр...💪🏻 Аңлы, үҙ илен, халҡын, тәбиғәтен, был донъяны бөтә ағы-ҡараһы менән яратҡан балаларым үҫеп килеүе беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ. Киләсәгебеҙ ышаныслы, тип уйлайым...🇷🇺❤️ Төнөн генә ҡайтып яттыҡ ул көндө. Ә бөгөн иртәнге сәй артында, парад көтөп ултырғанда телевизор ситендәге "9 мая" яҙыуын күреп ҡалды ла: - Хәҙер минең өсөн 9 һаны - иң изге һан, ә май айы - иң изге ай, - тип әйтеп ҡуйҙы Ихтияр улым. - Ищеү беҙҙең Рәсәй иң изгеһе... - тип дауам итте Ҡаһарманы...😇❤️💙🤍 Малайҙарыма ҡарап ғорурлыҡтан да, тарихыбыҙҙағы шул вәхшилектән тетрәнеп тә илағы килә шул...🥹 Еңеү көнө бит...Бөйөк Еңеү көнө! 🫡🇷🇺🎉 Был көн минең өсөн айырыуса бер изге һәм мөһим көн ине...Хәҙер малайҙарымдыҡы ла...✊🏻✊🏻✊🏻 Таңсулпан РӘСҮЛ сәхифәһенән.

Еңеү көнөнә һандар өҫтәлгән һайын, беҙ үҫкән һайын ул көн ҡәҙерлерәк, һағыштары тәрәнерәк була бара. Илебеҙҙәге, Бөтә донъяла
Еңеү көнөнә һандар өҫтәлгән һайын, беҙ үҫкән һайын ул көн ҡәҙерлерәк, һағыштары тәрәнерәк була бара. Илебеҙҙәге, Бөтә донъялағы бөгөнгө ваҡиғалар ҙа 81 йыл элек Еңеүебеҙгә бер ҙур мөһимлек өҫтәй... Ә йөрәктәр был көндө Ватаныбыҙ өсөн йәндәрен аямаған 30 миллионға яҡын Ватандашыбыҙҙы, Олатай-өләсәйҙәребеҙҙе йәлләп һыҡтаһа, икенсе яҡтан, Бөйөк илебеҙ өсөн ярһып ғорурлана... Һәр хәлдә минеке! Был көн минең өсөн айырыуса бер изге һәм мөһим көн...ине... Йыл һайын ғаиләбеҙ менән йә Үлемһеҙ полктан үтәбеҙ, йә байрам майҙандарын, парадты ҡарайбыҙ, атайыбыҙ Уҡытыусылар ансамбле менән концерттарҙа ҡатнаша... Ә быйыл беҙ иртәнге рәттә телевизорҙан Мәскәүҙәге парадты ҡарап сыҡтыҡ... Парад алдынан Рәсәйҙең һәм Еңеүсе державаның байраҡтарын майҙанға индергәндә үк күҙ йәштәремде тыя алманым, улай ғына ла түгел, йылға булып аҡты улар...😌😁 Хәйер, кисәнән бирле илайым инде мин...😁 Сөнки, ниһайәт, кисә балаларым менән ул мөһим һөйләшеү тормошҡа ашты...✌ - Иртәгә Еңеү байрамы, иртәгә тағы Өфөгә байрам ҡарарға киләбеҙ. 81 йыл элек беҙ Еңдек, шуға байрам, - тием балаларға. Йылы, матур май кисендә Салауат баҡсаһында ултыра инек өсәүләп. - 81 йыл элек һуғыш булдымы ни? - тип һағайып ҡалды Ихтияр. - Эйе. Беҙҙең Илебеҙҙе баҫып алырға теләгәндәр ҙә, һуғыш иғлан иткәндәр... - Ә кемдәр? - Немецтар. Шулай тигән милләт бар, Башҡорттар, Урыҫтар, китайҙар, француздар кеүек, немец тигән милләт бар... Минең яйлап аңлатып бөткәнемде лә көтмәй һорау яуҙыралар: - Ә улар ҡайҙа йәшәй? - Германияла йәшәйҙәр... - Ә улар нимәгә Рәсәйгә һуғышырға килгән? - Улар бөтә донъяны баҫып алырға теләгән. Немецтар үҙҙәрен арийцтар тип йөрөтәләр. Улар бөтә башҡа милләттәргә ҡарағанда ла үҙҙәрен иң юғары кеше итеп уйлағандар, бөтә милләттәр түбәнге сорт, үҙҙәрен юғары сорт тип һанағандар. Шуға, иң ҙур Рәсәйҙе баҫып алып, беҙҙең өлкән олатай-өләсәйҙәрҙе ҡол итеп алырға, үлтерергә, ерҙәребеҙҙе, бөтә байлыҡтарыбыҙҙы баҫып алырға теләгәндәр... - Ә беҙҙең байлығыбыҙ бармы? - Бар. Рәсәйҙең, Башҡортостандың ер аҫты тулы нефть, алтын, көмөш, аҫыл таштар... - Ә нимә була ул ҡол? - Ҡол - ул раб була русса. Ҡолдоң бер ниндәй ҙә кеше праваһы булмаған, ирекле йәшәй алмаған, уның хужалары ауыр эш эшләткән, аҡса түләмәгән, хатта ҡайһы берҙә ашарға ла бирмәгән... Шул саҡ Ихтияр, бөтөнләй аңлы, ололарса һорауҙар бирә башланы. - Ә беҙҙең дуҫтарыбыҙ булғанмы һуғыш башланғанда? - Булған, улар СССР тигән бер ил булдырып шунда тупланған. - Ә ҡайһы илдәр беҙҙең менән дуҫ булған? - Беҙҙең эргәләге илдәр: Белоруссия, Украина, Ҡаҙағстан, Төркмәнстан, Әзербайжан, Үзбәкстан, Молдовия һәм башҡа илдәр бергә йыйылып СССР тигән держава төҙөгәндәр. Ә төп дуҫтарыбыҙ Америка менән Ҡытай булған. - Ә Германияның дуҫтары кем булған? - Италия, Япония, Румыния, Венгрия, Словакия, шундай илдәр... Германия башта Европаның яртыһын баҫып алған: Австрияны, Польшаны, Данияны, Норвегияны, Бельгияны, Нидерланданы, Францияны, Югославияны, Грецияны... Германия Польшаны 36 көн эсендә баҫып алған, Грецияны 24 көн эсендә, Югославияны 10 көн эсендә, Бельгияны 18 көн эсендә, Нидерланданы 5 көн эсендә, Люксембургты 24 сәғәт эсендә, Данияны 6 сәғәт эсендә баҫып алған... Ә Рәсәй менән 4 йыл һуғышҡан! 4 сәғәт тә түгел, 4 көн дә түгел, 4 ай ҙа түгел, ә дүрт йыл һуғышҡан. Беҙҙең өлкән олатайҙар-өләсәйҙәр ныҡ итеп һуғышҡан, беҙҙең Илебеҙҙе Германия баҫып алмаһын өсөн, дүрт йыл буйы һуғышҡандар. Ныҡ итеп яраланғандар, ашарға булмаған, асыҡҡандар, арығандар, ауырығандар, тик барыбер бирешмәгәндәр. Беҙҙең 30 миллионға яҡын кеше үлеп ҡалған... - тип яйлап аңлатам. Ә уларымдың күҙҙәрендә йәш... 30 миллионға яҡын кешенең ныҡ күп икәнен аңлайҙар күрәһең... - Ул кешеләр, беҙҙең олатайҙар-өләсәйҙәр йәш кенә көйө, хәҙер беҙ һеҙҙең менән ошо матур ғына, тыныс ҡына Илдә йәшәһен өсөн тырышҡандар, илебеҙҙе, Башҡортостаныбыҙҙы дошмандарға бирмәҫ өсөн үҙҙәрен йәлләмәгәндәр, батыр булғандар, ҡаһарманлыҡ күрһәтеп немецтарға ҡаршы торғандар һәм үлгәндәр, - тип дауам итәм...

⭐ Күренекле башҡорт яҙыусыһы, журналист, шағир Мөхөтдин Тажиҙың "Сәскә" тип аталған шиғырын М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актеры Линар Бәитов яттан һөйләй.

Хәйерле көн ☀️ Видео: Таңсулпан Сәғитова.

⭐ Билдәле гимнаст, телевизион тапшырыуҙарҙың алып барыусыһы Ләйсән Үтәшева үҙенең ата-бабалары тураһында хәтирәләре менән бүл
+2
Билдәле гимнаст, телевизион тапшырыуҙарҙың алып барыусыһы Ләйсән Үтәшева үҙенең ата-бабалары тураһында хәтирәләре менән бүлешкән һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткергән. 🔥 Ләйсән Үтәшеваның атаһы яғынан ҡарт олатаһы Абдулла Үтәшев һуғышта һәләк булған. Ҡарт олатаһының бабайы (дядя) Николай ҙа вафат була - фронтҡа юлланған эшелон бомбаға тотолоп, ғүмере иртә өҙөлә. 🔥 Әсәһе яңынан ҡарт олатаһы Кирәев Әҙелгәрәй Мөхәмәткирәй улы рота командиры була.
💯 "1943 йылда атакаға барғанда снаряд ярсығы тейеп, ҡаты яралана. Мөғжизә менән кире әйләнеп ҡайта, ул саҡта 6 ғына йәшлек олатайымды ҡосаҡлай һәм йән бирә..."
- тип яҙған Ләйсән Үтәшева. 🔥 Ул шулай уҡ тормош иптәше Павел Воляның да ҡарт олатаһы Павел Балакирев артобстрел мәлендә һәләк булыуы, әсәһе яғынан олатаһы Курск дуғаһында булыуы һәм һуғыш тураһында һөйләргә яратмауы, ә өләсәһе госпиталдә эшләүе хаҡында яҙған.
💯 "Ә минең нәнәйем һәм олатайым - һуғыш йылы балалары. Бәләкәй генә саҡтарынан фронтҡа ярҙам иткәндәр: баҫыуҙа эшләгәндәр, йыя алған бөтә нәмәне фронт өсөн йыйғандар. Ошондай тарихтарҙы тыңлаһаң, күҙҙәргә йәш эркелә һәм тормошто, тыныслыҡты һәм үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе бөтөнләй икенсе төрлө баһалай башлайһың... Быны үткән барыһына ла тәрән баш эйәм. Һуғышҡан, көткән, тылда ауырлыҡтарҙы еңгән, бала сағын һуғыш алып киткән барыһына ла. Рәхмәт. Мәңгелек хәтер",
- тип яҙған билдәле яҡташыбыҙ. Ләйсән Үтәшеваның тамырҙары - Башҡортостандың Әлшәй районында. Фото: Ләйсән Үтәшеванан.

Бөйөк Еңеүҙең 81 йыллығы уңайынан Өфөлә бөгөн иртәндән тантаналы саралар үтте. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров һәм башҡа дәүләт, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ҡала халҡы Еңеү яулаған яҡташтарыбыҙҙы хөрмәтләп хәтергә алды, иҫтәлекле урындарға сәскәләр һалды.
💯 "9 Май - һәр беребеҙ өсөн мөһим көн. Бөгөн беҙ ветерандар алдында баш эйәбеҙ, фронтовиктарҙың ҡаһарманлығын данлайбыҙ, тыл эшсәндәренә рәхмәт әйтәбеҙ. Беҙҙе ташлап киткән геройҙарға хөрмәт белдерәбеҙ. Илебеҙгә оҙаҡ көтөп алынған Еңеүҙе килтергән барыһын да иҫкә алабыҙ. Һәр береһе менән ғорурланабыҙ. Бөгөнгө көндә был изге байрам айырым мәғәнәгә эйә. Беҙҙең ир-егеттәр - МХО-ла ҡатнашыусылар, олаталары һәм ҡарт олаталары кеүек үк, йәнә һуғыш яланында Ватанды һаҡлай. Улар махсус хәрби операция маҡсаттарын уңышлы үтәй, ә бөтә республика, тиҫтә йылдар элек кеүек үк, яҡташтарына ярҙам итә. Еңеү мотлаҡ беҙҙә буласаҡ, беҙ бының өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Ҡаһарман ата-бабаларыбыҙ аяҙ күк йөҙө өсөн юғары хаҡ түләгән һәм беҙ уны киләһе быуындарға һаҡлап ҡалырға тейешбеҙ. Бөйөк Еңеү көнө менән!",
- тип ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров. Бөйөк Еңеүҙең 81 йыллығы менән! 🎆 Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro

Башҡортостандың беренсе баш ҡалаһында булғанығыҙ бармы?Юҡ икән, бына ошо видеонан ҡарап уның турала белә алаһығыҙ. Видео: Эльза Миҙхәтовна.

⭐ "Беҙ махсус хәрби операцияла булғанлыҡтан, Бөйөк Еңеү нисек бирелгәнен яҡшы аңлайбыҙ. Атай-олатайҙар алдында баш эйәбеҙ",
- ти "Ватан" позывнойлы яугирыбыҙ. Байрам менән ҡотлап, ҡурайҙа ла уйнаған 👏

"Батырҙар йыры" Хәйҙәр Хәмиҙуллин башҡарыуында🔥

⭐Бөгөн Башҡортостандың төрлө ауыл-ҡалаларында Бөйөк Еңеүгә арналған саралар үтә. Бөрйән районы Байназар ауылында ла күркәм па
+5
Бөгөн Башҡортостандың төрлө ауыл-ҡалаларында Бөйөк Еңеүгә арналған саралар үтә. Бөрйән районы Байназар ауылында ла күркәм парад ойошторолған. Мәктәп уҡыусылары һәм бөтә ауыл халҡы тантаналы сарала ҡатнашҡан.

"Үлемһеҙ полк" - 2026 онлайн. Был видеола Ватан азалтылығы, балалар киләсәге һәм тыныслыҡ өсөн алышҡан ҡаһармандарҙың фотоһүрәттәре.

⭐ "Еңеү вальсы" бейенеләр. 9 Май алдынан иң матур сараларҙың береһе - "Еңеү вальсы"лыр, моғайын. Был йыл да үткәрелгән акцияла Башҡортостандың төрлө ҡалаларында уҡыған мәктәп уҡыусылары, колледж һәм вуз студенттары ҡатнаша. 📍 Быйыл Өфөнөң Совет майҙанында 600-ҙән ашыу пар вальс башҡарған.
💯 "Еңеү көнө алдынан республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә һәм бөтә Рәсәй буйлап үтә был шәп акция - 1945 йылдың майындағы вальс һәм Бөйөк Ватан һуғышында илебеҙҙе һаҡлаған геройҙар хәтеренә арнала",
- тине Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров. Ул шулай уҡ Ватан һағында торған һәр фронтовикты һәм тыл эшсәне хәтеребеҙҙә, шуны йәш быуынға тапшырыу мөһим, тип билдәләне.

🎖9 Май - ябай байрам, тантана көнө генә түгел, ул -хәтер һәм хөрмәт көнө. Бөгөн һәр ғаиләнең, ауылдың, райондың, республикан
🎖9 Май - ябай байрам, тантана көнө генә түгел, ул -хәтер һәм хөрмәт көнө. Бөгөн һәр ғаиләнең, ауылдың, райондың, республиканың, тотош илдең хәтерендә һаҡланған тарихты, яҙмыштарҙы барлайбыҙ.
🔥"Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаған!"
Һәйкәл тора. Имеш, һөйләйҙәр, Был — билдәһеҙ һалдат һәйкәле. Билдәһеҙме ошо баҡыр кеше? Билдәһеҙме, хәтер, әйт әле?! Атакаға күтәрелдек бергә, Йыға һуҡты әжәл бер мәлде. Ваҡытлыса йәйә терелдем мин, Ул — мәңгелек һынға әйләнде. Ҡаршыһында түтәл-түтәл гөлдәр Изге ялҡын булып яналар, Баш өҫтөндә таңдан ҡоштар һайрай, Эргәһендә һайрай балалар. Ә артында уның сал бер ҡатын (Ил инәһе — улдыр, моғайын.) Нисәмә йыл инде өнһөҙ илай, һалҡын ташҡа терәп маңлайын. Еңеү! Ҡояш балҡый бер битеңдә, Бер битеңдә — моңһоу ай һаман, Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә, Бер күҙеңдән әсе йәш тама... Мостай КӘРИМ

⭐ Еңеү өсөн рәхмәт ⭐ Был көндәрҙә республикабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары йәшәгән йорттар алдында Еңеү парадтар үтә. Б
+2
Еңеү өсөн рәхмәт ⭐ Был көндәрҙә республикабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары йәшәгән йорттар алдында Еңеү парадтар үтә. Был - илебеҙ азатлығы, донъяла тыныслыҡ, киләсәк быуындарыбыҙҙың яҡты яҙмышы өсөн көрәшкән, һуғыш мәхшәрен күргән яҡташтарыбыҙға оло хөрмәт белдереү.
Бындай матур һәм әһәмиәтле саралар үтеүе тураһында Әбйәлил, Хәйбулла райондарынан һәм Өфө ҡалаһынан хәбәр иткәндәр.
Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылында йәшәүсе Ишҡол Мәхмүтовҡа 99 йәш. Ул һуғыштан һуң колхозда 41 йыл эшләп, илде аяҡҡа баҫтырыуға ла бар көсөн һалған шәхес. ⭐ Ә бына Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында донъя көтөүсе Фәтхулла Юламановтың яҙмышы үтә лә аяныс - Сталинградта һуғыша, артабан Дон йылғаһын аша сыҡҡанда ҡаты яраланып, ялан госпиталенә эләгә һәм немецтар ҡамауында ҡала. Румыния ғәскәрҙәре ҡулына төшкәс, уны Италияға ебәрәләр. Тотҡондан уны Италия партизандары ҡотҡара. Чехословакия һәм Венгрияла хеҙмәт итә, Литвала хәрби трибунал ҡарары менән Фәтхулла Әғлиулла улын Себергә оҙаталар. Тик 1954 йылда ғына тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта ала. Бөгөн 103 йәшенә етеп бара. ⭐ Өфө ҡалаһында йәшәүсе Родион Лобанов фронтҡа 1943 йылдың декабрендә китә, егеткә 18 генә йәш була. 1944 йылдың ғинуарында Ленинград эргәһендә мөһим объектты һаҡлап, поста торғанында фашистар ҡаты ут аса. Әммә яугирға посын ташлап китергә приказ килмәй һәм Родион Григорьевич яраланған көйө урынында тора бирә - ботинкаһы боҙ булып ергә ҡуша туңа, бармаҡтарын ҡырҡтырырға тура килә. 📍 Иртәгә, 9 Майҙа Родион Лобанов Мәскәүҙә Ҡыҙыл Майҙанда үтәсәк Еңеү парадында ҡатнаша.
Беҙ ҙә барлыҡ ветерандарға, тыл эшсәндәренә, һуғыш йылы балаларына оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ. Йәш быуынға матур өлгө күрһәтеп, фәһем биреп ғүмер итегеҙ! 💟

#Башҡорт_халыҡ_йыры 🔥 "АБДРАХМАН" башҡорт халыҡ йыры (оҙон көй) киң билдәле.
Уның тәүге варианттарын ғалим С.Г. Рыбаков Ырымбур губернаһы Орск өлкәһе башҡорттарынан (Күсей ауылы эргәһендәге Рәмиевтар приискыһында, Күлтабан эргәһендәге йәйләүҙә, Юлыҡ ауылында) яҙып алған.
"Музыка и песни уральских мусульман с почерком их быта" тигән китабында тексын нәшер итә.
🔥 Был башҡорт халыҡ йыры 6-сы башҡорт кантоны начальнигы Абдрахман Биктимеровҡа (1780-1826) арналған.
📝 Тулы тексы: Унар ғына һумлыҡ, ай, ун аҡыҡ, Егет, һалдыр эйәр ҡашыңа. Атам дуҫы тиеп ышанма, егет, Атаң дуҫы етер башыңа. Унар ғына һумлыҡ ун аҡыҡлы Эйәрең булыр, егет, ат булһа. Яҡын күргән дуҫтан яманы юҡ, Ауыр саҡта һиңә ят булһа. Унар ғына һумлыҡ, ай, ун аҡыҡ Кәрәге юҡ эйәр ҡашыңа. Атам дуҫы тиеп ышандың, егет, Шул дуҫ етте һинең башыңа. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro

📌 Кисә Өфөләге Совет майҙанында "Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан" миҙалының тәүге лауреаттарын тәбрикләнеләр. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров 45 кешегә ошо мәртәбәле республика наградаһын тапшырҙы. Улар араһында медицина хеҙмәткәрҙәре, төҙөүселәр, ирекмәндәр, меценаттар, водителдәр, предприятие директорҙары, ветерандар һәм хәрбиҙәр бар.
💯 "Махсус хәрби операция беҙҙе берләштерҙе, көслөрәк итте. Республиканың төрлө төбәктәренән меңәрләгән кеше, мәктәп уҡыусыларынан алып хаҡлы ялдағыларға тиклем, маскировкалау селтәрҙәре үрә, окоп шәмдәре яһай, яугирҙарға экипировка тегә, күстәнәстәр йыя. Хәтерегеҙгә төшөрәм, күмәкләп беҙ алғы һыҙыҡҡа 177 гуманитар конвой - 21 мең тоннанан ашыу йөк ебәрҙек! Һәм беҙ туҡтамаясаҡбыҙ, МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың яҡындарына ярҙамды дауам итәсәкбеҙ. Йылдар үтер, әммә беҙ ауыр мәлдә үҙенең иң яҡшы сифаттарын күрһәткән һәм Еңеү өсөн барыһын да эшләгәндәргә бөгөндәгеләй хөрмәт менән баш эйәсәкбеҙ. Барығыҙға ла рәхмәт һәм ныҡлы һаулыҡ",
- тип яҙған сәхифәһендә Радий Хәбиров.

Эй, дәртле лә инде стәрлеләр! 🔥
Бына нисек ошо спектаклде барып ҡарамайһың?
📍 Бөгөн, 8 май сәғәт киске 7-лә Стәрлетамаҡ ҡалаһының И. Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театрында осрашабыҙ! ❓ Диләфрүз кемде һайлар?

(аҙағы) Осрашыуҙа Бөтә Рәсәй тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын һаҡлау йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Салауат Ҡолбахтин дөйөм эш барышы менән таныштырҙы. Һәйкәл суйындан ҡойолған. Ә бит Сосланбек Тавасиев үҙе һәйкәлде бронзанан күрергә хыялланған. Беҙ был хаҡта яҙғаныбыҙ ҙа булды. Һәр саҡ 40 тонналыҡ бронза һын Ағиҙел ярында тора, тип әйтә инек. Бронзанан булһа, бөгөн былай уҡ юҡҡа сыҡмаған да булыр ине. Әле белгестәр һәйкәлде генә түгел, ҡурғанды, постаментты һәм тирә-яҡ майҙанды ла өйрәнә. Геодезик, геологик, экологик һәм гидрометеорологик тикшеренеүҙәр үткәрелгән. Белгестәр нигеҙҙең тотороҡлолоғона йоғонто яһаған яңы хәүеф факторҙарын асыҡлаған һәм хәҙер бөтә комплексты һаҡлап ҡалыу өсөн инженер ҡарарҙарын көтә. Бөгөн реставраторҙарҙы, инженерҙарҙы, тарихсыларҙы тыңлағанда, һүҙ металл, ярыҡтар йәки технологиялар тураһында ғына бармауы ап-асыҡ аңлашыла. Һүҙ – хәтер тураһында. Проценттар, һандар менән үлсәп булмаған ҡиммәт тураһында. Сөнки Салауат һәйкәле ул суйын һәм каркас ҡына түгел. Ул металға һеңгән халыҡ рухы. Уның намыҫы. Уның эске азатлығы. Уның тарихи хәтере. Шуға күрә бөгөнгө осрашыу миндә белгестәргә ҡарата тәрән ихтирам уятты, уларҙың да халыҡ хәтере булған объектҡа ихлас мөнәсәбәте тойолдо. Һәр эштең үҙ оҫтаһы була. Мин уларҙың белем һәм тәжрибәһенә ышанып тапшырам ғәзиз һәйкәлебеҙ яҙмышын. Был бит – Салауат! Шундай һынылышлы йылдарҙа һәйкәлгә булған мөнәсәбәт – ул Башҡортостанға, Рәсәйгә булған мөнәсәбәт! Рәхмәт! Алда әйткәнемсә, һәйкәл ул ҡала мөхитенең бер өлөшө генә түгел, ә тарихи хәтеребеҙҙең дә сағылышы. Шуға күрә төп нөсхәне һаҡлап ҡалыу һәм киләсәк быуындарға һәйкәлде лайыҡлы хәлдә күрһәтеүҙе берләштергән ҡарар табыу мөһим. Иң отошло юлдарҙың береһе – яңы бронза күсермәһен эшләп, элекке урынына ҡуйыу, ә төп нөсхәне ҡәҙерле тарихи ҡомартҡы булараҡ музейҙа йәки махсус экспозицияла һаҡлау. Тәүге һәйкәл бөгөнгө заман халҡы өсөн бигерәк тә ҡәҙерле. Ул тарихи яҡтан әһәмиәтле. Яңыһын “яратып” өлгөргөнсе берәй 20 йыл үтер әле. Кем белә, белгестәр уны шундай итеп тергеҙер, беҙ хатта әүәлге һәйкәл итеп ҡабул итербеҙ. Бындай ҡараш тарихҡа ихтирамды, мәҙәни мираҫты һаҡлауҙы һәм ҡала мөхитенең күркәмлеген берләштерер! Тағы ла әллә нисәмә йөҙ йылдан һуң да Өфө өҫтөндә Салауат үҙ ереңә тоғролоҡтоң, рухи көстөң һәм Башҡортостандың символы булып ҡалҡып торор! Лариса АБДУЛЛИНА.

📌 САЛАУАТ ҺӘЙКӘЛЕ ТУРАҺЫНДА Ҡайһы бер һәйкәлдәр ҡала мөхитенең бер өлөшө генә булып ҡалмай, ә халыҡ рухы сағылышына әүерелә.
+5
📌 САЛАУАТ ҺӘЙКӘЛЕ ТУРАҺЫНДА Ҡайһы бер һәйкәлдәр ҡала мөхитенең бер өлөшө генә булып ҡалмай, ә халыҡ рухы сағылышына әүерелә. Башҡортостан өсөн Салауат Юлаев һәйкәле тап шундай изге символға әйләнгән. Күптән йыйынып, бөгөн, ниһайәт, беҙ һәйкәлгә реставрация барған ангарға барҙыҡ. Һәм, моғайын, унда ингән һәр кем бер үк тойғо кисергәндер: әйтеп аңлатып бөткөһөҙ һыҙланыу. Сөнки беҙҙең алда ябай металл ғына түгел ине. Ябай скульптура ла түгел ине ул. Әйтерһең дә, халыҡ хәтере, тарихыбыҙҙың һәм рухыбыҙҙың бер өлөшө менән осраштыҡ. Был һәйкәлде шул тиклем тәрән яратыуыбыҙға тағы ла бер инандым. Эйе, дин әһелдәре изге тойғолар – йөрәктә, күңел сафлығы кешенең асылында булырға тейеш, тип иҫәпләй һәм ябай һәйкәлгә булған мөнәсәбәтемде, бәлки, тәнҡитләрҙәр ҙә. Металдан торған һынға түгел, Салауаттың асылына һоҡланығыҙ, тиерҙәр ине улар. Ана шул асылына һоҡланғанға күрә лә тыуған инде был һәйкәл! Хәйер, бөгөн уныһы мөһим дә түгел кеүек. Башҡорт халҡы өсөн Салауат – ул XVIII быуат батыры, шағир йәки яугир ғына түгел. Ул әсәләр улдарын оҙатҡанда телгә алынған исем. Ул һүҙеңдә торорға, ерҙе яратырға, намыҫлы һәм азат булырға өйрәткән образ. Юҡҡа ғына бала сағынан С. Злобиндың “Салауат Юлаев” романын уҡып үҫкән Захар Прилепин күптән түгел Салауатты Башҡортостандың ғына түгел, бөтә Рәсәй геройы, ысын мәғәнәһендә Евразия күләмендәге шәхес, тип атаманы. Рәхмәт ошо һүҙенә. Инде күңелем булды. Ҡабат-ҡабат әйләндереп ҡараным ошо урынын. Шуға күрә республика халҡының һәйкәл яҙмышы өсөн борсолоуы һәм һәйкәлгә реставрация объекты итеп кенә ҡарамауы аңлашыла ла. Һәйкәлдә күптән инде халыҡ һөйөүе йәшәй. 1967 йылда һәйкәл Ағиҙел ярында тәүге тапҡыр ҡалҡып сыҡҡан көндән алып тупланған ул һөйөү. Нисәмә быуын ошо һәйкәл янында үҫкән… Осрашыуҙар, оҙатыуҙар, мөхәббәт кистәре хәтирәләрендә, иҫтәлекле фотоларҙа һаҡлана был урын. Башҡортостанға, Өфөгә килгән һәр ҡунаҡты шунда алып барабыҙ. Бында йәш парҙар танышҡан. Кешеләр балаларын алып килгән. Ошонан улдарын армияға оҙатҡандар. Шуға күрә лә һәйкәл күптән инде сәнғәт әҫәре генә түгел, ә халыҡтың эске донъяһының бер өлөшөнә әүерелгән. Бөгөн һәйкәл авторы Сосланбек Тавасиев хаҡындағы хәтер ҙә айырыуса тәрән яңғырай. Ул бит Өфөгә килеп төшөү менән иң беренсе ишеткән исем Салауат булған. Әсәләр улдарын: “Салауат кеүек бул”, – тип яуға оҙатҡан. Тап шул мәлдә, күрәһең, Тавасиев күңеленә буласаҡ һәйкәлгә орлоҡ һалынған. Ләкин ваҡыт хатта бөйөк һәйкәлдәрҙе лә аямай. Ете ҡат буяу йыуып алынғас, реставраторҙар йылдар буйы тышҡы ҡатлам аҫтында йәшеренгән ысынбарлыҡты асты: тәрән ярыҡтар барлыҡҡа килгән, металл емерелгән, конструкция ныҡ ҡаҡшаған. Реставрация төркөмө етәксеһенең урынбаҫары Петр Волков суйындың зарарланған урындарын күрһәтеп, әгәр һәйкәл шул уҡ материалдан, йәғни суйындан тергеҙелһә, скульптураның 60–70 процентын яңынан ҡойорға тура киләсәген әйтте. Бик йәл. Ярай әле торған урынында емерелеп төшмәгән. Йәки кеше өҫтөнә ишелмәгән. Шуға күрә һәйкәлде йүнәтергә кәрәк, тигән ҡарар бик дөрөҫ ул. Республика Башлығы Радий Хәбиров был хаҡта үҙенең сығышында әйтә килде. Каркастың эске яғындағы хәле бигерәк ҡотосҡос. Айырыуса атының яурын өлөшөндәге ярыҡтары ҙур борсолоу тыуҙыра. Художество академияһының реставрация департаменты директоры Анна Пышта менән шунда уҡ бәйләнеш ойошторолдо. Уның аңлатыуынса, иҫке буяу ҡатламдары ҡаты панцирь булып өйөлгән һәм йылдар дауамында емереклектәрҙең ысын хәлен йәшергән. Бөгөн белгестәр һәйкәлде миллиметрлап өйрәнә. “Нөктәләр болотo” тип аталған цифрлы модель төҙөлгән, унда бөтә ярыҡтар, деформациялар һәм етешһеҙлектәр индерелгән. Әлеге көндә металдың химик составы, суйындың юҡҡа сығыу кимәле, эске каркастың көсөргәнештәре тикшерелә. 22 майға һөҙөмтәләр әҙер буласаҡ. (башы)