uk
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Відкрити в Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Показати більше
2 023
Підписники
Немає даних24 години
-47 днів
-730 день
Архів дописів
Шәйхзада Бабич исемендәге йәштәр премияһына ғаризалар ҡабул итеү оҙайтылды Документтарҙы 20 авгусҡа тиклем тапшырырға мөмкин,
Шәйхзада Бабич исемендәге йәштәр премияһына ғаризалар ҡабул итеү оҙайтылды Документтарҙы 20 авгусҡа тиклем тапшырырға мөмкин, тип хәбәр итәләр Йәштәр сәйәсәте министрлығынан. Шәйхзада Бабич исемендәге премия мәҙәни ҡаҙаныштар өсөн бирелә. Награда һәләтле һәм әүҙем йәштәрҙең ижади мөмкинлектәрен үҫтерергә булышлыҡ итә. Республика Башлығы ҡарары менән премия суммаһы 150 мең һумдан 500 мең һумға тиклем еткерелде.

Башҡорт балеты Ҙур театр сәхнәһендә күрһәтелә 26 ноябрҙә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры коллективы Мәскәүгә юллана. Бы
Башҡорт балеты Ҙур театр сәхнәһендә күрһәтелә 26 ноябрҙә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры коллективы Мәскәүгә юллана. Бында Бөтә Рәсәй музыкаль театрҙар фестивале уҙғарыла. Мәскәү тамашасыһына "Ете ҡыҙ" балеты тәҡдим ителә. Уның премьераһы былтыр булды. Сюжеты башҡорт легендаһына нигеҙләнгән.

Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһында яңы миҙгел календары иғлан ителде Даими беренселек 20 сентябрҙә башлана. Тәүге уйын уҙған миҙге
Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһында яңы миҙгел календары иғлан ителде Даими беренселек 20 сентябрҙә башлана. Тәүге уйын уҙған миҙгел чемпионы Өфөнән "Ағиҙел" һәм финалист Санкт-Петербургтан "Динамо-Нева" араһында була. Һәр команда 36 уйын уҙғара. Плей-офф 10 мартта старт ала.

Республикала баҡса юлдары төҙөкләндерелә Бәләбәй, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко райондарында, Сибай һәм Өфө ҡалаларында 8 юл ремонтл
Республикала баҡса юлдары төҙөкләндерелә Бәләбәй, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко райондарында, Сибай һәм Өфө ҡалаларында 8 юл ремонтланған. Тағы 16 урында эш бара. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә ошо турала белдергән. “Тәртипкә килтерелгән юлдар 23 баҡсасылыҡ ширҡәтенә алып бара. Уларҙың оҙонлоғо 8 ярым километр. Биләмәлә 5 меңдән ашыу участка урынлашҡан. Бында 400 самаһы кеше даими йәшәй”, - тигән Радий Хәбиров. Быйыл баҡса юлдарын тәртипкә килтереү өсөн 150 миллион һум бүленгән. “Транспорт һәм юл хужалығы министрлығына эш барышын иғтибарҙа тоторға кәрәк. Юлдарҙы төҙөкләндереү ваҡытында тамамланырға тейеш”, - тигән республика етәксеһе.

Предприятиеларҙа сәләмәтлекте нығытыу буйынса программалар ҡулланыла Республика хөкүмәте ултырышында ошо мәсьәлә ҡаралды. Төп
Предприятиеларҙа сәләмәтлекте нығытыу буйынса программалар ҡулланыла Республика хөкүмәте ултырышында ошо мәсьәлә ҡаралды. Төп маҡсат - хеҙмәткәрҙәрҙең физик әүҙемлеген яҡшыртыу, стресты кәметеү, дөрөҫ туҡланыу, тәмәкенән баш тартыу, хәмер эсеүҙе сикләү. Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, хроник сирҙәрҙең 70 проценттан күберәге йәшәү рәүешенә бәйле. Бөгөн 145 ойошмала сәләмәтлекте яҡшыртыу буйынса программа ҡабул ителгән. Быйыл тағы 100 предприятиеның ошондай тәжрибәне ҡуллана башлауы көтөлә.

Башҡортостанда урман янғындары видеокамера ярҙамында иҫкәртелә 10 районда 25 видеокүҙәтеү комплексы урынлаштырылған. Улар бер
Башҡортостанда урман янғындары видеокамера ярҙамында иҫкәртелә 10 районда 25 видеокүҙәтеү комплексы урынлаштырылған. Улар бер системаға берләштерелгән. 4 йыл эсендә ошондай ҡоролмалар ярҙамында 78 ут сығыу осрағы асыҡланды, тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙә. Видеокамера урманда төтөн таралыуын 25 километр алыҫлыҡтан теркәй ала. Алынған мәғлүмәт диспетчерҙарға тапшрыыла. Утты таралып өлгөргәнсе һүндереү мөмкинлеге була. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл Башҡортостанда 13 урман янғыны теркәлгән.

Өфөнөң Көрәш һарайында йөҙөү буйынса уҡыу-күнекмә сборҙары үтә Унда Мәскәү өлкәһе спортсылары ҡатнаша. Күнекмәләрҙе күп йыллыҡ стажы булған тәжрибәле остаз-Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Игорь Тверяков уҙғара. Ярыштарға әҙерлек өсөн Көрәш һарайы осраҡлы һайланмпаған-бында күнекмәләр уҙғарыу өсөн бөтә шарттар ҙа бар, йөҙөүселәр спорт комплексы биләмәһендә йәшәй.

Баш ҡалала Брайль шрифтына бағышланған байрам үтте Брайль шрифтына бағышланған осрашыу. Мәкәрим Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн махсус республика китапханаһы үҙенең 90 йыллығына арналған саралар шәлкемен дауам итә. Бөгөн Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана майҙансығында махсуслашҡан учреждение күләмле сара ойошторҙо.

Өфөлә ботаника фәндәре буйынса Рәсәйҙең алдынғы ғалимдары йыйылды Өфөлә Рәсәй ғалимдары һирәк осрай торған үҫемлектәрҙе һаҡлау һәм ботаника баҡсаларын үҫтереү буйынса фекер алыша. Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Көньяҡ Урал ботаника баҡса-институтында ойошторолған сара Урал һәм Волга буйы федераль округы белгестәрен бергә йыйҙы.

Павловка һыуһаҡлағысына ҡыҙыл китапҡа ингән 30 мең уҡбалыҡ ебәрелде Улар Һарытау өлкәһендәге бикре тоҡомло ыуылдырыҡтарҙы үрсетеү менән шөғөлләнгән махсус предприятела үҫтерелгән. Уҡбалыҡтар Рәсәй балыҡсылығының Волга-Кама территориаль идаралығы хеҙмәткәрҙәре күҙәтеүе аҫтында һыуға ебәрелде. Тәбиғи шарттарҙа уларға йәшәүе ауыр, шуға күрә яһалма шарттарҙа үрсетеп, артабан йылғаға сығарыу-һирәк һәм ҡиммәтле балыҡтарҙың һанын тергеҙеүҙең һөҙөмтәле ысулы һанала.

Республика кардиология үҙәгенең хирургия корпусында ҡатмарлы операциялар уңышлы үтә Өфөлә дүрт ай элек асылған Республика кардиология үҙәгенең хирургия корпусында ҡатмарлы операциялар уңышлы үтә. Аҡ халатлылар республиканан ситкә сыҡмай үҙебеҙҙә 20 пациенттың йөрәген ҡотҡарған. Заманса учреждениела йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен асыҡлау, дауалау, операция үткәреү, реабилитация үтеү өсөн шарттар тыуҙырылған. Республика кардиология үҙәгендә йыл һайын 17 меңдән ашыу кешегә операция эшләнә, меңәрләгән пациент дауалау программаһын үтә.

Башҡортостанда тағы ла бер кеше чача эсеп реанимацияға эләккән Метанолдан яһалған хәмер менән ағыуланған ир 21-се дауаханаға оҙатылған. Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итеүенсә, пациенттың хәле ауыр тип баһалана. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем Адлер баҙарында һатып алынған чача эсеп Өфөлә йәш ҡатындың ғүмере өҙөлдө. Тикшереүгә ярашлы, хәмерҙең составында метил спирты табылған.

Башҡортостанда пилотһыҙ аппарат операторҙары сафы тулылана Башҡортостанда ҡораллы көстәр сафтарында һәм пилотһыҙ осоу аппараты операторҙары булып хеҙмәт итергә теләүселәр менән контракт төҙөлә. Махсус подразделение сафтарын «Черемушки» шифаханаһы базаһында урынлашҡан «Защитник» үҙәгендә тулыландырырға мөмкин. Үҙәктә 24 сәғәт эсендә документтарҙы тапшырып, пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеү күнекмәләрен үҙләштергәндән һуң, хеҙмәт урынына барып етергә мөмкин. Көн һайын бында Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән тиҫтәләгән кеше, шулай уҡ сит ил вәкилдәре килә.

Өфөлә хәрби хәрәкәттәр ветерандарына танытмалар тапшырылды «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Өфө бүлексәһендә хәрби хәрәкәттәр ветерандарына танытмалар тапшырылды. Улар араһында «Башҡортостан геройҙары» программаһында ҡатнашыусылар ҙа бар. Сара батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өсөн дәүләт наградаларына лайыҡ булғандарҙы берләштерә.

Радий Хәбиров социаль селтәрҙә баҡсасылыҡ ширҡәттәренә юлдар төҙөү барышы менән таныштырҙы Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, был мәсьәлә баҡсасыларҙы оҙаҡ йылдар дауамында борсоп килде. Быйыл ремонтларға планлаштырылған 24 юлдың 8-е әҙер ҙә инде-улар Бәләбәй, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко райондарында, шулай уҡ Сибайҙа һәм Өфөлә урынлашҡан. Был юлдарҙың дөйөм оҙонлоғо 8 ярым километр,улар 5 меңләгән участка иҫәпләнгән 23 баҡсасылыҡ ширҡәтенә илтә.

Өфөнөң Чернышевский урамында подвалдағы һыу менән көрәш дауам итә Өфөнөң тарихи үҙәгендәге күп ҡатлы йортта йәшәүселәр бинаның подвалын һыу баҫыу эҙемтәләре менән көрәшә. Баш ҡаланың Чернышевский урамындағы 105-се йорт подвалына ҡойма ямғырҙан һуң һыу эсендә ҡала. Унан аҙна-ун көн элек кенә бында торбаларҙы яңыртыу буйынса ремонт эштәре башланған булған. Һөҙөмтәлә эшселәр асыҡ асыҡ ҡалдырған траншея буйлап аҫҡа һыу аҡҡан. Торлаҡ хужалары күп ҡатлы йорт нигеҙе йыуылып төшмәһен, тип хәүефләнә.

Ғафури районында Еҙем йылғаһы ярын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса акция үтте Таҙа Еҙем. Ғафури районында Еҙем йылғаһы ярын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса акция үтте. Өс көнгә иҫәпләнгән экологик сарала 15 кеше ҡатнашҡан. Уларҙың иң өлкәненә 77 йәш булһа, кесеһе ни бары 2 йәштә. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары «Күлтамаҡ» турбазаһынан алып Толпар ауылына тиклемге яр буйы һәм туристик туҡталҡаларҙа йыйылды.

Өфөлә белем биреү системаһын камиллаштырыу һөйләшелде Өфөлә вуз-ара студенттар кампусының Геном үҙәгендә муниципаль белем биреү системаларын үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үтте. Муниципаль район хакимиәттәре башлыҡтары, уларҙың урынбаҫарҙары һәм мәғариф бүлеге етәкселәре тармаҡ үҫешенең төп йүнәлештәрен тикшерҙе.

Ауырғазы районындағы янған автобустың сәбәптәре асыҡлана Ауырғазы районындағы Р-240 федераль әһәмиәттәге трассаның 78-се километрында «Газель Некст» пассажир автобусы янып китә. Утты Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һүндерә. Был мәлдә автобус эсендә водитель һәм 5 пассажир була. Зыян күреүселәр һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Пассажирҙарҙы ташыу өсөн резерв автобус йәлеп ителә. Әлеге ваҡытта юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре асыҡлана.

Сибайҙа Көнсығыш шоссе ремонтлана Ҡала хакимиәте башлығы Сергей Озерцов белдереүенсә, 2026 йылда капиталь ремонт ҡаралған. -
Сибайҙа Көнсығыш шоссе ремонтлана Ҡала хакимиәте башлығы Сергей Озерцов белдереүенсә, 2026 йылда капиталь ремонт ҡаралған. - Көнсығыш шоссеға ремонт кәрәк. Йөк машиналарына ҡаланың үҙәк урамдарынан үтергә тура килә. Был мәсьәлә "Транспорт сәғәте"ндә ҡаралды. Киләһе йылда проблемалы юл тулыһынса төҙөкләндерелә, - тине ул.

БСТ | Яңылыҡтар - Статистика та аналітика Telegram каналу @bashbst