БСТ | Яңылыҡтар
Открыть в Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Больше2 023
Подписчики
Нет данных24 часа
-47 дней
-730 день
Архив постов
2 023
Шәйхзада Бабич исемендәге йәштәр премияһына ғаризалар ҡабул итеү оҙайтылды
Документтарҙы 20 авгусҡа тиклем тапшырырға мөмкин, тип хәбәр итәләр Йәштәр сәйәсәте министрлығынан. Шәйхзада Бабич исемендәге премия мәҙәни ҡаҙаныштар өсөн бирелә. Награда һәләтле һәм әүҙем йәштәрҙең ижади мөмкинлектәрен үҫтерергә булышлыҡ итә. Республика Башлығы ҡарары менән премия суммаһы 150 мең һумдан 500 мең һумға тиклем еткерелде.
2 023
Башҡорт балеты Ҙур театр сәхнәһендә күрһәтелә
26 ноябрҙә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры коллективы Мәскәүгә юллана. Бында Бөтә Рәсәй музыкаль театрҙар фестивале уҙғарыла. Мәскәү тамашасыһына "Ете ҡыҙ" балеты тәҡдим ителә. Уның премьераһы былтыр булды. Сюжеты башҡорт легендаһына нигеҙләнгән.
2 023
Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһында яңы миҙгел календары иғлан ителде
Даими беренселек 20 сентябрҙә башлана. Тәүге уйын уҙған миҙгел чемпионы Өфөнән "Ағиҙел" һәм финалист Санкт-Петербургтан "Динамо-Нева" араһында була. Һәр команда 36 уйын уҙғара. Плей-офф 10 мартта старт ала.
2 023
Республикала баҡса юлдары төҙөкләндерелә
Бәләбәй, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко райондарында, Сибай һәм Өфө ҡалаларында 8 юл ремонтланған. Тағы 16 урында эш бара. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә ошо турала белдергән. “Тәртипкә килтерелгән юлдар 23 баҡсасылыҡ ширҡәтенә алып бара. Уларҙың оҙонлоғо 8 ярым километр. Биләмәлә 5 меңдән ашыу участка урынлашҡан. Бында 400 самаһы кеше даими йәшәй”, - тигән Радий Хәбиров. Быйыл баҡса юлдарын тәртипкә килтереү өсөн 150 миллион һум бүленгән. “Транспорт һәм юл хужалығы министрлығына эш барышын иғтибарҙа тоторға кәрәк. Юлдарҙы төҙөкләндереү ваҡытында тамамланырға тейеш”, - тигән республика етәксеһе.
2 023
Предприятиеларҙа сәләмәтлекте нығытыу буйынса программалар ҡулланыла
Республика хөкүмәте ултырышында ошо мәсьәлә ҡаралды. Төп маҡсат - хеҙмәткәрҙәрҙең физик әүҙемлеген яҡшыртыу, стресты кәметеү, дөрөҫ туҡланыу, тәмәкенән баш тартыу, хәмер эсеүҙе сикләү. Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, хроник сирҙәрҙең 70 проценттан күберәге йәшәү рәүешенә бәйле. Бөгөн 145 ойошмала сәләмәтлекте яҡшыртыу буйынса программа ҡабул ителгән. Быйыл тағы 100 предприятиеның ошондай тәжрибәне ҡуллана башлауы көтөлә.
2 023
Башҡортостанда урман янғындары видеокамера ярҙамында иҫкәртелә
10 районда 25 видеокүҙәтеү комплексы урынлаштырылған. Улар бер системаға берләштерелгән. 4 йыл эсендә ошондай ҡоролмалар ярҙамында 78 ут сығыу осрағы асыҡланды, тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙә. Видеокамера урманда төтөн таралыуын 25 километр алыҫлыҡтан теркәй ала. Алынған мәғлүмәт диспетчерҙарға тапшрыыла. Утты таралып өлгөргәнсе һүндереү мөмкинлеге була. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл Башҡортостанда 13 урман янғыны теркәлгән.
2 023
Өфөнөң Көрәш һарайында йөҙөү буйынса уҡыу-күнекмә сборҙары үтә
Унда Мәскәү өлкәһе спортсылары ҡатнаша. Күнекмәләрҙе күп йыллыҡ стажы булған тәжрибәле остаз-Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Игорь Тверяков уҙғара. Ярыштарға әҙерлек өсөн Көрәш һарайы осраҡлы һайланмпаған-бында күнекмәләр уҙғарыу өсөн бөтә шарттар ҙа бар, йөҙөүселәр спорт комплексы биләмәһендә йәшәй.
2 023
Баш ҡалала Брайль шрифтына бағышланған байрам үтте
Брайль шрифтына бағышланған осрашыу. Мәкәрим Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн махсус республика китапханаһы үҙенең 90 йыллығына арналған саралар шәлкемен дауам итә. Бөгөн Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана майҙансығында махсуслашҡан учреждение күләмле сара ойошторҙо.
2 023
Өфөлә ботаника фәндәре буйынса Рәсәйҙең алдынғы ғалимдары йыйылды
Өфөлә Рәсәй ғалимдары һирәк осрай торған үҫемлектәрҙе һаҡлау һәм ботаника баҡсаларын үҫтереү буйынса фекер алыша. Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Көньяҡ Урал ботаника баҡса-институтында ойошторолған сара Урал һәм Волга буйы федераль округы белгестәрен бергә йыйҙы.
2 023
Павловка һыуһаҡлағысына ҡыҙыл китапҡа ингән 30 мең уҡбалыҡ ебәрелде
Улар Һарытау өлкәһендәге бикре тоҡомло ыуылдырыҡтарҙы үрсетеү менән шөғөлләнгән махсус предприятела үҫтерелгән.
Уҡбалыҡтар Рәсәй балыҡсылығының Волга-Кама территориаль идаралығы хеҙмәткәрҙәре күҙәтеүе аҫтында һыуға ебәрелде. Тәбиғи шарттарҙа уларға йәшәүе ауыр, шуға күрә яһалма шарттарҙа үрсетеп, артабан йылғаға сығарыу-һирәк һәм ҡиммәтле балыҡтарҙың һанын тергеҙеүҙең һөҙөмтәле ысулы һанала.
2 023
Республика кардиология үҙәгенең хирургия корпусында ҡатмарлы операциялар уңышлы үтә
Өфөлә дүрт ай элек асылған Республика кардиология үҙәгенең хирургия корпусында ҡатмарлы операциялар уңышлы үтә. Аҡ халатлылар республиканан ситкә сыҡмай үҙебеҙҙә 20 пациенттың йөрәген ҡотҡарған. Заманса учреждениела йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен асыҡлау, дауалау, операция үткәреү, реабилитация үтеү өсөн шарттар тыуҙырылған. Республика кардиология үҙәгендә йыл һайын 17 меңдән ашыу кешегә операция эшләнә, меңәрләгән пациент дауалау программаһын үтә.
2 023
Башҡортостанда тағы ла бер кеше чача эсеп реанимацияға эләккән
Метанолдан яһалған хәмер менән ағыуланған ир 21-се дауаханаға оҙатылған. Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итеүенсә, пациенттың хәле ауыр тип баһалана. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем Адлер баҙарында һатып алынған чача эсеп Өфөлә йәш ҡатындың ғүмере өҙөлдө. Тикшереүгә ярашлы, хәмерҙең составында метил спирты табылған.
2 023
Башҡортостанда пилотһыҙ аппарат операторҙары сафы тулылана
Башҡортостанда ҡораллы көстәр сафтарында һәм пилотһыҙ осоу аппараты операторҙары булып хеҙмәт итергә теләүселәр менән контракт төҙөлә.
Махсус подразделение сафтарын «Черемушки» шифаханаһы базаһында урынлашҡан «Защитник» үҙәгендә тулыландырырға мөмкин. Үҙәктә 24 сәғәт эсендә документтарҙы тапшырып, пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеү күнекмәләрен үҙләштергәндән һуң, хеҙмәт урынына барып етергә мөмкин. Көн һайын бында Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән тиҫтәләгән кеше, шулай уҡ сит ил вәкилдәре килә.
2 023
Өфөлә хәрби хәрәкәттәр ветерандарына танытмалар тапшырылды
«Ватанды һаҡлаусылар» фондының Өфө бүлексәһендә хәрби хәрәкәттәр ветерандарына танытмалар тапшырылды. Улар араһында «Башҡортостан геройҙары» программаһында ҡатнашыусылар ҙа бар. Сара батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өсөн дәүләт наградаларына лайыҡ булғандарҙы берләштерә.
2 023
Радий Хәбиров социаль селтәрҙә баҡсасылыҡ ширҡәттәренә юлдар төҙөү барышы менән таныштырҙы
Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, был мәсьәлә баҡсасыларҙы оҙаҡ йылдар дауамында борсоп килде. Быйыл ремонтларға планлаштырылған 24 юлдың 8-е әҙер ҙә инде-улар Бәләбәй, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко райондарында, шулай уҡ Сибайҙа һәм Өфөлә урынлашҡан. Был юлдарҙың дөйөм оҙонлоғо 8 ярым километр,улар 5 меңләгән участка иҫәпләнгән 23 баҡсасылыҡ ширҡәтенә илтә.
2 023
Өфөнөң Чернышевский урамында подвалдағы һыу менән көрәш дауам итә
Өфөнөң тарихи үҙәгендәге күп ҡатлы йортта йәшәүселәр бинаның подвалын һыу баҫыу эҙемтәләре менән көрәшә. Баш ҡаланың Чернышевский урамындағы 105-се йорт подвалына ҡойма ямғырҙан һуң һыу эсендә ҡала. Унан аҙна-ун көн элек кенә бында торбаларҙы яңыртыу буйынса ремонт эштәре башланған булған. Һөҙөмтәлә эшселәр асыҡ асыҡ ҡалдырған траншея буйлап аҫҡа һыу аҡҡан. Торлаҡ хужалары күп ҡатлы йорт нигеҙе йыуылып төшмәһен, тип хәүефләнә.
2 023
Ғафури районында Еҙем йылғаһы ярын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса акция үтте
Таҙа Еҙем. Ғафури районында Еҙем йылғаһы ярын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса акция үтте. Өс көнгә иҫәпләнгән экологик сарала 15 кеше ҡатнашҡан. Уларҙың иң өлкәненә 77 йәш булһа, кесеһе ни бары 2 йәштә. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары «Күлтамаҡ» турбазаһынан алып Толпар ауылына тиклемге яр буйы һәм туристик туҡталҡаларҙа йыйылды.
2 023
Өфөлә белем биреү системаһын камиллаштырыу һөйләшелде
Өфөлә вуз-ара студенттар кампусының Геном үҙәгендә муниципаль белем биреү системаларын үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үтте. Муниципаль район хакимиәттәре башлыҡтары, уларҙың урынбаҫарҙары һәм мәғариф бүлеге етәкселәре тармаҡ үҫешенең төп йүнәлештәрен тикшерҙе.
2 023
Ауырғазы районындағы янған автобустың сәбәптәре асыҡлана
Ауырғазы районындағы Р-240 федераль әһәмиәттәге трассаның 78-се километрында «Газель Некст» пассажир автобусы янып китә. Утты Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һүндерә. Был мәлдә автобус эсендә водитель һәм 5 пассажир була. Зыян күреүселәр һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Пассажирҙарҙы ташыу өсөн резерв автобус йәлеп ителә. Әлеге ваҡытта юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре асыҡлана.
2 023
Сибайҙа Көнсығыш шоссе ремонтлана
Ҡала хакимиәте башлығы Сергей Озерцов белдереүенсә, 2026 йылда капиталь ремонт ҡаралған. - Көнсығыш шоссеға ремонт кәрәк. Йөк машиналарына ҡаланың үҙәк урамдарынан үтергә тура килә. Был мәсьәлә "Транспорт сәғәте"ндә ҡаралды. Киләһе йылда проблемалы юл тулыһынса төҙөкләндерелә, - тине ул.
Уже доступно! Исследование Telegram 2025 — ключевые инсайты года 
