БСТ | Яңылыҡтар
Відкрити в Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Показати більше2 022
Підписники
Немає даних24 години
-37 днів
-830 день
Архів дописів
2 022
Башҡортостан почта бүлексәләре һаны буйынса илдә алдынғы һанала
“Уларҙы һаҡлау беҙҙең бурыс”, - тип белдерҙе Радий Хәбиров. Республикала 1 мең 280 почта бүлексәһе бар. Уларҙың күбеһе ауыл ерендә урынлашҡан. Башҡортостан Башлығы “Рәсәй почтаһы”ның республика идаралығы етәксеһе Ленард Шафиҡов менән осрашыуында почта хеҙмәтенең мөһим булыуын билдәләне. Һөйләшеү барышында почта инфраструктураһын үҫтереү юлдары ҡаралды.
2 022
«Китап байрамы»нда Ҡәҙим Аралбайҙың яңы китабы күрһәтелде
III «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың «Седые ковыли» китабының исем туйы уҙҙы. Яңы китап һәм тәржемә үҙенсәлектәре хаҡында автор менән БСТ каналының күсмә студияһында һөйләштек.
https://vk.com/video-85076499_456257747?access_key=6c50bbb22b4603ab0e
2 022
«Китап байрамы»нда Ҡәҙим Аралбайҙың яңы китабы күрһәтелде
III «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың «Седые ковыли» китабының исем туйы уҙҙы. Яңы китап һәм тәржемә үҙенсәлектәре хаҡында автор менән БСТ каналының күсмә студияһында һөйләштек.
https://vk.com/video-85076499_456257747?access_key=6c50bbb22b4603ab0e
2 022
Айнур Шәйбәков Саха республикаһында суперматчта еңеү яуланы
Халыҡ-ара донъя чемпионы Айнур Шәйбәков Саха Яҡут республикаһында рус шашкаһы буйынса уҙғарылған суперматчта 7:1 иҫәбе менән еңеү яуланы. «Титандар алышы» тип аталған турнирҙа яҡташыбыҙға ҡаршы Халыҡ-ара гроссмейстер Николай Стручков уйнаны.
2 022
Баймаҡ районындағы Граф күленә суртан балыҡтары ебәрелде
Баймаҡ районындағы Граф күленә суртан балыҡтары ебәрелде. Улар Һарытау өлкәһендә тәбиғи шарттарҙа үрсетелгән. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
2 022
Шишмә районындағы «Патриот» паркында өсөнсөгә ирекмәндәр лагеры асылды
Шишмә районындағы «Патриот» паркында өсөнсөгә ирекмәндәр лагеры асылды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, уларға тырыш хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе. Коронавирус пандемияһы булһынмы, махсус хәрби операциямы - республика ирекмәндәре мәрхәмәтлек эшен лайыҡлы үтәй.
2 022
Радий Хәбиров социаль хеҙмәткәрҙәрҙе һөнәри байрамы менән тәбрикләне
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль хеҙмәткәрҙәрҙе һөнәри байрамы менән тәбрикләне. Ярҙамсыл, миһырбанлы һөнәр эйәләренә төбәк етәксеһе дәүләт наградалары тапшырҙы. Колонналар залында үткән тантанала барлығы 32 хеҙмәткәр тәбрикләнде. Етем балалар, оло йәштәге һәм мөмкинлектәре сикләнгән граждандар, ауыр тормош хәленә тарыған кешеләргә ярҙам итеүсе социаль хеҙмәткәрҙәрҙең эшмәкәрлеге баһалап бөткөһөҙ, тип белдерҙе Радий Хәбиров.
2 022
Республикала 688 мең кеше объекттарҙы төҙөкләндереү өсөн тауыш биргән
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан ошо турала белдерәләр. 2026 йылда тәртипкә килтереләсәк йәмәғәт биләмәләре һәм дизайн-проекттар өсөн 12 июнгә тиклем фекер ҡалдырырға була. Тауыш биреүҙә Мәсетле, Бөрйән, Күгәрсен халҡы әүҙем. Шулай уҡ Сибай һәм Өфөнөң Ленин районында йәшәүселәр ихласлыҡ күрһәтә. Объекттар һайлауҙа Ҡариҙел, Бөрө һәм Өфө районы кешеләре һүлпәнерәк ҡатнаша.
2 022
Башҡортостан Башлығы Ҡорбан байрамын лайыҡлы уҙғарырға ҡушты
6 июндә мосолмандарҙың төп дини байрамдарының береһе билдәләнә. “Хакимиәт башлыҡтары ҡорбан салыу өсөн уңайлы шарттар булдырырға бурыслы. Диниә назараты байрам сараларын ойоштороуҙа ярҙам күрһәтә. Халыҡтың именлеген тәьмин итеү мөһим. Ветеринария хеҙмәте менән берлектә мал салыу өсөн махсус урындар ойошторорға кәрәк. Унда бөтә санитар талаптар үтәлергә тейеш. Ҡорбан ғәйете – ҙур байрам. Әммә ул беҙҙең өсөн оло хеҙмәт тә”, - тип белдерҙе Радий Хәбиров. Ветеринария буйынса дәүләт комитеты рәйесе Азат Йыһаншин белдереүенсә, республикала 60 махсус майҙансыҡ әҙерләнгән. Уларҙың икәүһе Өфөлә урынлашҡан. “Теркәлгән малдар ғына махсус майҙансыҡҡа индерелә”, - тине ведомство етәксеһе.
2 022
Баш ҡаланың ял парктарында Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған мәҙәни саралар ойошторолдо
Баш ҡаланың ял парктарында Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған мәҙәни саралар ойошторолдо. Милли кейемдәрҙә дефиле, спорт уйындары, бағыусыларҙан бүләктәр, интерактив уйындар -конкурстар, тәмлекәстәр... Балаларға арналған күләмле саралар хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.
2 022
Баш ҡалала «Гацак уҡыуҙары» асылды
Баш ҡалала билдәле фольклорсы Виктор Гацакты иҫкә алалар. Ошо уңайҙан Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында «Гацак уҡыуҙары» асылды. Халыҡ-ара кимәлдә билдәләнгән форум өс көн дауам итә.
2 022
Иглин ауылында машинаға тапалған алты йәшлек ҡыҙҙың ғаиләһенә ярҙам талап ителә
Иглин ауылында машинаға тапалған алты йәшлек ҡыҙҙың ғаиләһенә ярҙам талап ителә. Бала әле әсәһе менән Өфө ҡалаһының 17-се балалар клиник дауаханаһында. Ҡыҙының бәләгә тарығанын ишеткән атаһы юлда аварияға осраған. Ул да ауыр хәлдә биш йәшлек ҡыҙҙары менән реанимацияға эләккән.
2 022
«Гранит» ҡушаматлы офицер Миңлеғәле Шайморатов ордены менән бүләкләнде
Курск йүнәлешендә дәүләт сиген һаҡлаусы ғәскәрҙәр төркөмө командующийы Миңлеғәле Шайморатов ордены менән бүләкләнде.
«Гранит» ҡушаматлы кадр офицеры бер йыл дауамында «Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкы ҡараған 67-се мотоуҡсылар дивизияһына етәкселек итә.
2 022
Быйыл Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау башлана
Быйыл Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау башлана, эш яҡынса ике йылға иҫәпләнгән. 30 июндән алып майҙанға инеү сикләнә. Был турала бөгөн Республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән оператив кәңәшмәлә билдәләнде. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, баш ҡаланың төп иҫтәлекле урындарының береһе экспертиза һөҙөмтәләре буйынса авария хәлендә тип танылғайны. Ултырышта күтәрелгән ошо һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр тураһында репортаж.
2 022
Бөрйән районында һабантуй үтте
Республика төбәктәрендә һабантуйҙар старт алды. Тәүге һабан байрамдары Башҡортостандың 10 муниципаль берәмегендә үтте. Бөрйән районында хеҙмәт байрамы Күҙембәт яланында ойошторолдо. Сара милли уйындарға ла, спорт ярыштарына ла, йыр-моңға ла бай булды.
2 022
14 июндә “Салауат йыйыны” фольклор байрамы үтә
Ул Салауат районында ойошторола. Байрам башҡорт халҡының милли батыры, яугир һәм сәсән Салауат Юлаевтың тыуыуына 271 йыл тулыуға бағышлана. Республика халыҡ ижады үҙәгенән белдереүҙәренсә, йыйын барышында иң яҡшы сувенир продукцияһына конкурс уҙғарыу ҡарала. Шулай уҡ “Салауат бәйгеһе” республика турниры үткәрелә. Салауат Юлаев призына көрәш буйынса ярыш ойошторола. Тирмәләр һәм ихаталар конкурсы була.
2 022
Шаран-Яңы Балтас-Андреевка юлында ремонт башланды
Әле Саҡмағош һәм Шаран райондарында бер нисә учаска төҙөкләндерелә, тип хәбәр итәләр Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан. Эштәр "Тормош өсөн инфраструктура" милли проектына ярашлы алып барыла. Быйыл бында 12 километрҙан ашыу юлды тәртипкә килтереү ҡаралған.
2 022
Башҡортостанда был эш аҙнаһы ҡыҫҡараҡ була
Алдағы йома Ҡорбан байрамы билдәләнә. Ул ял тип иғлан ителгән. Әле республикала байрамға әҙерлек бара, ҡорбан салыу урындары билдәләнә. Башҡортостанда киләһе аҙнала ла оҙайлы ял көтөлә. Рәсәй көнө уңайынан 12 июндән 15-енә тиклем ял ҡаралған.
2 022
Ҡотҡарыусылар халыҡҡа һыу инмәй торорға кәңәш итә
Республикала рәсми рәүештә һыу инеү миҙгеле башланды. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Кирилл Первов белдереүенсә, йылға һәм күлдәрҙә һыу әле йылынып бөтмәгән. Был кеше ғүмеренә,сәләмәтлегенә хәүефле булыуы мөмкин. Быйыл Башҡортостанда 192 рәсми пляж асылырға тейеш. Уларҙа ҡотҡарыусылар дежур итә. Алдағы көндәрҙә республикала һауа температураһының түбәнәйеүе көтөлә.
2 022
Башҡорт штурмовигы алғы һыҙыҡта ҙур батырлыҡ күрһәткән.
Башҡорт штурмовигы алғы һыҙыҡта ҙур батырлыҡ күрһәткән. «Зодиак» ҡушаматлы яугир рота командиры яраланғас, төркөм менән идара итеүҙе үҙ өҫтөнә ала, хәрби бурысты үтәп, шәхси составтың юғалыуына юл ҡуймай.
Вже доступно! Дослідження Telegram за 2025 — головні інсайти року 
