ru
Feedback

Не попадитесь на канал ботавода! Telemetrio находит и помечает такие каналы 👉 Хотите видеть метку — оформите подписку

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Открыть в Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Больше
1 970
Подписчики
Нет данных24 часа
-77 дней
-1930 дней
Архив постов
Санкт-Петербург ҡалаһында «Ҡорос егеттәр» тип исемләнгән 3-сө асыҡ хоккей турниры үтте Унда Рәсәйҙең һигеҙ төбәгенән килгән командалар ҡатнашты. Шулай уҡ спорт сараһы сиктәрендә следж-хоккей буйынса иптәштәрсә матч та үтте. Турнирҙың төп уйынсылары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары. Башҡортостан исеменән яугир№--интернационалистар һәм хәрби бәрелештәр ветерандарынан тупланған «Шурави» командаһы сығыш яһаны. Коллективтың 3 уйынсыһы әлеге ваҡытта алғы һыҙыҡта хеҙмәт итә.

Бүздәк ауылында «Минең Атайсалым» исемле осрашыу үтте Бүздәк ауылының 2-се мәктәбендә «Минең Атайсалым» исемле осрашыу үтте. Сараға ошо районда тыуып-үҫкән, әлеге ваҡытта төрлө вазифаларҙа эшләүсе яҡташтар, урындағы эшҡыуарҙар йыйылды.

Һөйгән йәреңдең эргәһендә булыуға бер нәмә лә ҡамасауламай Һөйгән йәреңдең эргәһендә булыуға бер нәмә лә ҡамасауламай. Махсус хәрби операция башланыу менән ирҙәре янына барыуҙы аңлы рәүештә һайлаған ҡатын-ҡыҙҙар күбәйҙе. Улар шәфҡәт туташы ла, табип та түгел, ә фронт тормошоноң бар михнәтен яҡындары менән бергә уртаҡлашырға ҡарар иткән гүзәл заттар.

Өршәк йылғаһы аша күпер ремонтҡа ябылды Төҙөкләндереү эштәренең август урталарына тиклем дауам итере көтөлә. 1980 йылда сафҡа ингән күпер һуңғы тапҡыр 11 йыл элек ремонтланған булған. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

1 июлдән Өфө – Силәбе араһында «Ҡарлуғас» поезы йөрөй башлай Силәбе ҡалаһына тиклем «Ҡарлуғас» электропоездында. Быйыл 1 июлдән Өфө тимер юлынан яңы маршрут асыла. Был турала Куйбышев тимер юлы етәксеһе Вячеслав Дмитриев Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән осрашыуында билдәләне. Эшлекле һөйләшеү барышында инфраструктураны үҫтереүгә йүнәлтелгән яңы инвестиция проекты, пассажирҙар һәм йөк ташыу буйынса пландар һәм бурыстар ҡаралды.

Радий Хәбиров Ярослав Нилов менән эшлекле осрашыу үткәрҙе Радий Хәбиров Дәүләт Думаһының хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты рәйесе Ярослав Нилов менән эшлекле осрашыу үткәрҙе. Унда төбәктең социаль өлкәһен үҫтереү, махсус хәрби операцияһында ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү тураһында һүҙ барҙы.

Башҡортостан башлығы социаль хеҙмәткәрҙәрҙе һөнәри байрамы менән тәбрикләне Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль хеҙмәткәрҙәрҙе һөнәри байрамы менән тәбрикләне. Ярҙамсыл, миһырбанлы һөнәр эйәләренә төбәк етәксеһе дәүләт наградалары тапшырҙы. Етем балалар, оло йәштәге һәм мөмкинлектәре сикләнгән граждандар, ауыр тормош хәленә тарыған кешеләргә ярҙам итеүсе социаль хеҙмәткәрҙәрҙең эшмәкәрлеге баһалап бөткөһөҙ, тип белдерҙе Радий Хәбиров.

“Атайлыҡ даны” республика конкурсында 170-кә яҡын кеше ҡатнаша Йәмәғәт наградаһына дәғүә итеүселәр араһында спортсылар, уҡыты
“Атайлыҡ даны” республика конкурсында 170-кә яҡын кеше ҡатнаша Йәмәғәт наградаһына дәғүә итеүселәр араһында спортсылар, уҡытыусылар, хәрбиҙәр, полиция хеҙмәткәрҙәре, пенсионерҙар бар. Уларҙың күбеһе ирекмәнлек эше менән шөғөлләнә, йәмәғәт ойошмалары ағзаһы булып тора. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан атайҙар ҙа ғариза тапшырған. Конкурста иң йәш ҡатнашыусыға – 26, иң өлкәненә – 84 йәш. Улар өлгөлө атай, татыу ғаилә башлығы. Ярыш еңеүселәрен бүләкләү тантанаһын октябрҙә – Атайҙар көнөндә үткәреү ҡарала, тип хәбәр итәләр Башҡортостан Йәмәғәт палатаһынан.

Башҡортостан Һиндостан һәм Ҡырғыҙстанда вәкиллек асырға ниәтләй Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры
Башҡортостан Һиндостан һәм Ҡырғыҙстанда вәкиллек асырға ниәтләй Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева ошо турала белдерҙе. Бөгөн Беларуссия, Үзбәкстан, Төркиә, Ҡытай, Ҡаҙағстан һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә вәкиллектәр эшләй. Былтыр вәкиллектәр булдырылған дәүләттәр менән тышҡы сауҙа әйләнеше артҡан.

Башҡортостан почта бүлексәләре һаны буйынса илдә алдынғы һанала “Уларҙы һаҡлау беҙҙең бурыс”, - тип белдерҙе Радий Хәбиров. Р
Башҡортостан почта бүлексәләре һаны буйынса илдә алдынғы һанала “Уларҙы һаҡлау беҙҙең бурыс”, - тип белдерҙе Радий Хәбиров. Республикала 1 мең 280 почта бүлексәһе бар. Уларҙың күбеһе ауыл ерендә урынлашҡан. Башҡортостан Башлығы “Рәсәй почтаһы”ның республика идаралығы етәксеһе Ленард Шафиҡов менән осрашыуында почта хеҙмәтенең мөһим булыуын билдәләне. Һөйләшеү барышында почта инфраструктураһын үҫтереү юлдары ҡаралды.

«Китап байрамы»нда Ҡәҙим Аралбайҙың яңы китабы күрһәтелде III «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың «Седые ковыли» китабының исем туйы уҙҙы. Яңы китап һәм тәржемә үҙенсәлектәре хаҡында автор менән БСТ каналының күсмә студияһында һөйләштек. https://vk.com/video-85076499_456257747?access_key=6c50bbb22b4603ab0e

«Китап байрамы»нда Ҡәҙим Аралбайҙың яңы китабы күрһәтелде III «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың «Седые ковыли» китабының исем туйы уҙҙы. Яңы китап һәм тәржемә үҙенсәлектәре хаҡында автор менән БСТ каналының күсмә студияһында һөйләштек. https://vk.com/video-85076499_456257747?access_key=6c50bbb22b4603ab0e

Айнур Шәйбәков Саха республикаһында суперматчта еңеү яуланы Халыҡ-ара донъя чемпионы Айнур Шәйбәков Саха Яҡут республикаһында рус шашкаһы буйынса уҙғарылған суперматчта 7:1 иҫәбе менән еңеү яуланы. «Титандар алышы» тип аталған турнирҙа яҡташыбыҙға ҡаршы Халыҡ-ара гроссмейстер Николай Стручков уйнаны.

Баймаҡ районындағы Граф күленә суртан балыҡтары ебәрелде Баймаҡ районындағы Граф күленә суртан балыҡтары ебәрелде. Улар Һарытау өлкәһендә тәбиғи шарттарҙа үрсетелгән. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Шишмә районындағы «Патриот» паркында өсөнсөгә ирекмәндәр лагеры асылды Шишмә районындағы «Патриот» паркында өсөнсөгә ирекмәндәр лагеры асылды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, уларға тырыш хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе. Коронавирус пандемияһы булһынмы, махсус хәрби операциямы - республика ирекмәндәре мәрхәмәтлек эшен лайыҡлы үтәй.

Радий Хәбиров социаль хеҙмәткәрҙәрҙе һөнәри байрамы менән тәбрикләне Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль хеҙмәткәрҙәрҙе һөнәри байрамы менән тәбрикләне. Ярҙамсыл, миһырбанлы һөнәр эйәләренә төбәк етәксеһе дәүләт наградалары тапшырҙы. Колонналар залында үткән тантанала барлығы 32 хеҙмәткәр тәбрикләнде. Етем балалар, оло йәштәге һәм мөмкинлектәре сикләнгән граждандар, ауыр тормош хәленә тарыған кешеләргә ярҙам итеүсе социаль хеҙмәткәрҙәрҙең эшмәкәрлеге баһалап бөткөһөҙ, тип белдерҙе Радий Хәбиров.

Республикала 688 мең кеше объекттарҙы төҙөкләндереү өсөн тауыш биргән Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан ошо турала белд
Республикала 688 мең кеше объекттарҙы төҙөкләндереү өсөн тауыш биргән Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан ошо турала белдерәләр. 2026 йылда тәртипкә килтереләсәк йәмәғәт биләмәләре һәм дизайн-проекттар өсөн 12 июнгә тиклем фекер ҡалдырырға була. Тауыш биреүҙә Мәсетле, Бөрйән, Күгәрсен халҡы әүҙем. Шулай уҡ Сибай һәм Өфөнөң Ленин районында йәшәүселәр ихласлыҡ күрһәтә. Объекттар һайлауҙа Ҡариҙел, Бөрө һәм Өфө районы кешеләре һүлпәнерәк ҡатнаша.

Башҡортостан Башлығы Ҡорбан байрамын лайыҡлы уҙғарырға ҡушты 6 июндә мосолмандарҙың төп дини байрамдарының береһе билдәләнә.
Башҡортостан Башлығы Ҡорбан байрамын лайыҡлы уҙғарырға ҡушты 6 июндә мосолмандарҙың төп дини байрамдарының береһе билдәләнә. “Хакимиәт башлыҡтары ҡорбан салыу өсөн уңайлы шарттар булдырырға бурыслы. Диниә назараты байрам сараларын ойоштороуҙа ярҙам күрһәтә. Халыҡтың именлеген тәьмин итеү мөһим. Ветеринария хеҙмәте менән берлектә мал салыу өсөн махсус урындар ойошторорға кәрәк. Унда бөтә санитар талаптар үтәлергә тейеш. Ҡорбан ғәйете – ҙур байрам. Әммә ул беҙҙең өсөн оло хеҙмәт тә”, - тип белдерҙе Радий Хәбиров. Ветеринария буйынса дәүләт комитеты рәйесе Азат Йыһаншин белдереүенсә, республикала 60 махсус майҙансыҡ әҙерләнгән. Уларҙың икәүһе Өфөлә урынлашҡан. “Теркәлгән малдар ғына махсус майҙансыҡҡа индерелә”, - тине ведомство етәксеһе.

Баш ҡаланың ял парктарында Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған мәҙәни саралар ойошторолдо Баш ҡаланың ял парктарында Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған мәҙәни саралар ойошторолдо. Милли кейемдәрҙә дефиле, спорт уйындары, бағыусыларҙан бүләктәр, интерактив уйындар -конкурстар, тәмлекәстәр... Балаларға арналған күләмле саралар хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.

Баш ҡалала «Гацак уҡыуҙары» асылды Баш ҡалала билдәле фольклорсы Виктор Гацакты иҫкә алалар. Ошо уңайҙан Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында «Гацак уҡыуҙары» асылды. Халыҡ-ара кимәлдә билдәләнгән форум өс көн дауам итә.