uk
Feedback

Не попадись на ботовода! Telemetrio знаходить і позначає такі канали мітками 👉 Хочеш бачити мітку, оформляй підписку

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Відкрити в Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Показати більше
1 953
Підписники
Немає даних24 години
-47 днів
-1230 днів
Архів дописів
Рәсәйҙә минималь хеҙмәт хаҡы артасаҡ 1 ғинуарҙан айлыҡ минималь эш хаҡы 20,7 процентҡа индексациялана. Дәүләт Думаһы ошо көнд
Рәсәйҙә минималь хеҙмәт хаҡы артасаҡ 1 ғинуарҙан айлыҡ минималь эш хаҡы 20,7 процентҡа индексациялана. Дәүләт Думаһы ошо көндәрҙә бюджет һәм һалым комитеты индергән төҙәтмәләрҙе ҡарарға йыйына. Урал коэффициентын иҫәпкә алғанда Башҡортостанда был сумма 31 мең 156 һум була. Әле минималь хеҙмәт хаҡы 22 мең 440 һум кимәлендә билдәләнгән.
14 жовт 2025, 03:25

Шәкәр сөгөлдөрөнән мул уңыш алына Бөгөнгә баҫыуҙарҙың 73 процентында эш теүәлләнгән. 1 миллион ярым тонна уңыш йыйылған. Һәр
Шәкәр сөгөлдөрөнән мул уңыш алына Бөгөнгә баҫыуҙарҙың 73 процентында эш теүәлләнгән. 1 миллион ярым тонна уңыш йыйылған. Һәр гектарҙан 482 центнер алына. "Уңышты ваҡытында йыйып аласаҡбыҙ. Ике шәкәр заводына тулы ҡеүәткә эшләргә тура килә. Бөгөнгә 377 мең тонна эшкәртелгән. Киләһе йылдың февраленә сөгөлдөрҙө эшкәртеп бөтөргә тейештәр", - тип яҙа социаль селтәрҙә премьер-министр Андрей Назаров.
14 жовт 2025, 02:57

Өфөлә республика көнөнә арналған ҙур ат спорты байрамы үтте Таһир Күсимов исемендәге «Аҡбуҙат» ипподромында республика көнөнә арналған ҙур ат спорты байрамы үтте. Ярыштарҙа 120 жокей һәм һыбайлы ҡатнашты. Тоҡомло аттарҙа һыбайлылар Башҡортостан Башлығы Призы өсөн көрәште. Бынан тыш башҡорт тоҡомло аттарҙа сабыштар уҙғарылды. Йәш спортсылар пониҙа сығыш яһаны. Ярыштарҙың дөйөм приз фонды яҡынса 5 миллион һум тәшкил итте.
13 жовт 2025, 15:35

Өфөлә Фәйзи Ғәскәров исемендәге Халыҡ-ара конкурс еңеүселәре билдәләнде Мәҙәни сара күренекле балетмейстр нигеҙ һалған традицияларҙы һаҡлауға һәм популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Республика район-ҡалалары, Рәсәй төбәктәренән 35 хореография коллективы ҡатнашлығында үткән конкурста 800-ҙән ашыу бейеүсе сығыш яһаған. Улар өс тур һынау аша үткән. Баһалама ағзалары ҡатнашысыларға оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторҙо.
13 жовт 2025, 15:20

Ниязбай Сәлимовтың «Бәхетстан» тип исемләнгән китабының исем туйы үтте Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә Ниязбай Сәлимовтың «Бәхетстан» тип исемләнгән китабының исем туйы үтте. Билдәле журналист, яҙыусының яңы китабын Башҡортостанға арналған энциклопедик баҫмаға тиңләргә була. Унда Башҡортостан тарихы, шәхестәре, хозур тәбиғәте сағылыш тапҡан.
13 жовт 2025, 15:11

Өфөлә «Күренекле шәхестәрҙең имиджы» курстары башлана «Имидж» төшөнсәһе нисек формалаша? Имидж уңышҡа өлгәшеүгә нисек ярҙам итә ала? Был һорауға яуапты телерадиосәнғәт мәктәп -студияһы ойошторған «Күренекле шәхестәрҙең имиджы» курстарында табырға мөмкин. Яуапты һеҙгә танылған имиджмейкерҙар, бизнес-тренер, карьера үҫтереү буйынса эксперт, имидж-консультант, ораторлаҡ оҫталары, стилист, визажист, этикет белгестәре бирәсәк.
13 жовт 2025, 15:02

Өфөлә альпака паркы асылды Яңы паркта шулай уҡ лама һәм ланаларҙы, башҡа хайуандарҙы күрергә мөмкин.
13 жовт 2025, 14:51

Өфөлә ҡотҡарыусыларға арналған мурал барлыҡҡа килде 22 янғын һүндереү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәре Альберт Юлдашев Өфөләге янғын һүндереү часы стенаһында ҡотҡарыусыларға арналған мурал төшөргән. Янғын һүндереүселәрҙең хеҙмәтенә хөрмәт йөҙөнән ул быға тиклем дә мурал эшләгән. 8-се янғын һүндереү бүлеге стенаһын уның ижад емеше биҙәй.
13 жовт 2025, 14:41

Мәләүез районы Һарыш ауылында Геройҙар аллеяһы асылды Мемориал Советтар Союзы Геройы Миңлетдин Әминев, Социалистик хеҙмәт геройы Сәлих Зәйнәғәбдинов һәм Рәсәй Геройы Андрей Мигунов иҫтәлегенә арналған. Төбәк халҡы яҡташтары хаҡында хәтерҙе ҡәҙерләп һаҡлай: урта мәктәп биләмәһендә Миңлетдин Ғилметдин улының бюсы ҡуйылған, ул 1943 йылдың 21 сентябрендә Днепрҙы аша сыҡҡанда батырлыҡ күрһәтә.
13 жовт 2025, 14:36

Иглин районы Республика көнөн тантаналы саралар шәлкеме менән ҡаршы алды Иртәнге сәғәттәрҙән үк район үҙәгендәге майҙанда тәүге көҙгө йәрминкәләр асылды. Халыҡка йәшелсә, күпләп ит һәм бал тәҡдим ителде. Район хакимиәте залында «Изгелек ҡылабыҙ» ирекмәндәр үҙәге ағзаларына «Махсус хәрби операцияға булышлыҡ итеү өсөн» миҙалдары тапшырылды.
13 жовт 2025, 14:21

Республика көнө алдынан Мәсетле районы ла 95 йыллыҡ юбилейын билдәләне Йылдам үҫешкән заманса төбәктең байрам тантанаһы хаҡында киләһе сюжетта.
13 жовт 2025, 14:11

Хәйбулла районы үҙәгендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәйкәл асылды Унда хәрби хәрәкәттәр ветерандары, яу яланында һәләк булған геройҙарҙың туғандары һәм йәш быуын вәкилдәре саҡырылды. Скульптура композицияһы яугирҙарҙың ҡаһарманлығы тураһында һөйләй. Ошо уҡ урында аллея төҙөлгән һәм хәрби техника ҡуйылған. Был һәйкәл-беҙҙең уртаҡ хәтер һәм киләсәк быуындарға васыят, тине үҙ сығышында район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.
13 жовт 2025, 14:04

Өфөлә Республика көнөнә арналған ауыл хужалығы йәрминкәләре үтте Өфөнөң төп сауҙа майҙансыҡтарында Республика көнөнә арналған традицион ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторолдо. Байрам көндәрендә төбәк халҡы урында етештерелгән аҙыҡ-түлек, фермер хужалыҡтары тәҡдим иткән тауарҙарҙы ташлама менән һатып ала алды.
13 жовт 2025, 13:51

Шаран районында көнбағыштан мул уңыш йыйыла Көнбағыш мул уңыш менән ҡыуандыра. Шаран районы аграрийҙары әйтеүенсә, майлы культура уңышы гектарына 20 центнер тура килә. Крәҫтиән-фермер хужалыҡтарының береһендә 2 мең гектар майҙандан ярауай культуралар, рапс йыйып алынған. Етен менән көнбағыш баҫыуында әле эш дауам итә.
13 жовт 2025, 13:41

«Йәшел Башҡортостан» акцияһы буйынса 7 йылда меңдән ашыу тематик аллея барлыҡҡа килгән 2019 йылдан республикабыҙ ҡала-райондарында 183 мең төп ҙур ағас, 1 миллион 700 мең үҫенте һәм ҡыуаҡ ултыртылған. Был турала социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров яҙҙы. «Йәшел Башҡортостан» акцияһы йылына ике тапҡыр үткәрелә. Быйыл көҙ генә акцияға 37 меңгә яҡын кеше ҡушылды.
13 жовт 2025, 13:28

«Мега» сауҙа һәм күңел асыу үҙәгендә «Да дому. Белорус етене» магазины асылды Уның эшмәкәрлегенә старт биреү сараһында Башҡортостан бышлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. «Да дому» магазины бары тик белорус етештереүселәренең продукцияһын-түшәктәр, өй кейеме, һауыт-һаба һәм йортта уңайлы атмосфера булдырыу өсөн тауарҙарҙы үҙ эсенә ала.
13 жовт 2025, 13:17

Белорет районында ҡар яуыуы һәм боҙлауыҡ арҡаһында 13 километрлыҡ тығындар барлыҡҡа килде Бөгөн Белорет районында ҡар яуыуы һәм боҙлауыҡ арҡаһында 13 километрлыҡ тығындар барлыҡҡа килде. Махсус хеҙмәттәр юлдағыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында иртәнге сәғәт 7-нән Өфө-Инйәр-Белорет трассаһы буйлап хәрәкәтте туҡтатты. Күҙәтеү барышында Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары туңған водителгә ярҙам күрһәткән.
13 жовт 2025, 13:00

2019 йылдан алып Башҡортостанда һәр өсөнсө фельдшер-акушерлыҡ пункты яңыртылған Төбәктә һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең беренсел звеноһын нығытыуға, ауыл медицинаһын үҫтереүгә иғтибар юғары. Республика фаптар иҫәбе буйынса ла ил кимәлендә алдынғы урынды биләй. Был аҙнала сафҡа индерелгән модулле медицина пункттарында БЮТ ижади төркөмө лә булды.
11 жовт 2025, 14:26

Радий Хәбиров Өфөләге Ильич скверы һәм мозаикалы фонтан реконструкцияһы менән танышты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфөләге Ильич скверы һәм мозаикалы фонтан реконструкцияһы менән танышты. 1975 йылда төҙөлгән фонтан совет модернизмы стилендә ҡоролған. Ул 2000 йылда ябылып, сирек быуат эшләмәй. Реконструкция барышында уның тарихи йөҙө тулыһынса тергеҙелә, яҡтыртыу-музыкаль шоу ойоштороу мөмкинлеге булдырыла. Урындағы халыҡ Калинин районына булған иғтибар өсөн рәхмәт белдерҙе.
11 жовт 2025, 14:11

Өфөлә Ҡурай көнө уңайынан ҙур концерт үтте Ҡурай көнөндә Башҡортостан Ҡурайсылар союзы ағзалары 13 кешегә артты. Республика башлығы Радий Хәбиров указына ярашлы быйылдан рәсми билдәләнгән дата уңайынан республикала бик күп мәҙәни саралар ойошторолдо. Өфөлә милли уйын ҡоралына бәйле үткән семинар, беренсе күргәҙмә шуларҙың береһе. Әһәмиәтле көндә Башҡортостан дәүләт ҡурайсылар ансамбле ҙур концерт программаһы менән сығыш яһаны.
11 жовт 2025, 13:56