uk
Feedback

Не попадись на ботовода! Telemetrio знаходить і позначає такі канали мітками 👉 Хочеш бачити мітку, оформляй підписку

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Відкрити в Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Показати більше
1 953
Підписники
Немає даних24 години
-47 днів
-1230 днів
Архів дописів
Октябрь дауамында барған Бөтә донъя күкрәк яман шешенә ҡаршы көрәш айлығы тамамланды Быға бәйле Республика клиник онкология диспансерында ай дауамында шәмбе, ял көнөндә ҡатын-ҡыҙҙар һөт биҙҙәрен тикшертте: күрһәтмәләр буйынса УЗИ, скрининг маммографияһы үтте. Һөт биҙҙәрен үҙҙаллы тикшереү алымдарын өйрәнде. «Алһыу таҫма» тип исемләнгән акцияһының төп маҡсаты-халыҡҡа күкрәк яман шеше сире проблемаһын, иҫкәртеү ысулдарын аңлатыу, ауырыуҙың иртә билдәләре тураһында мәғлүмәт биреү.
27 жовт 2025, 05:25

Мәскәүҙә йәшәп ижад иткән яҡташыбыҙ Хәйҙәр Вәлиев йәнә ҙур сәхнәлә! «Дуҫлыҡ» вокал ансамбле «Мультимедиа арт» оркестры менән бергә классик музыка һәм кино сәнғәтен берләштерҙе. Моссовет исемендәге округ йәмәғәт үҙәге сәхнәһендә «Классика һәм кино» тип аталған концерт ойошторолдо.
25 жовт 2025, 14:51

«Балет бөтәһе өсөн»: Өфө балалары һәм ололар классик бейеү серҙәрен үҙләштерә Олоһона ла, кесеһенә балет дәресе. Бер ай дауамында теләге булған һәр кем үҙен бейеү сәнғәтенең иң матур төрө балетта һынап ҡарай, бейеү станогы артына баҫа ала.«Балет бөтәһе өсөн» «Ғаилә ҡиммәттәре һәм мәҙәниәт инфраструктураһы» федераль проекты сиктәрендә Рәсәй мәҙәниәт фонды грантына тормошҡа ашырыла. Уның буйынса бушлай классик бейеү нигеҙҙәрен өйрәнергә, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашырға мөмкин. Программала шулай уҡ сәхнә йондоҙҙары менән осрашыуҙар һәм сағыу постановкалар ҡаралған.
25 жовт 2025, 14:41

Өфөлә «Әбйәлилем-данлы илем» тип исемләнгән яҡташтар осрашыуы үтте Өфөнөң «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Әбйәлилем-данлы илем» тип исемләнгән яҡташтар осрашыуы үтте. Сара сиктәрендә райондан сыҡҡан билдәле кешеләр ҡатнашлығында пленар ултырыш ойошторолдо. Муниципалитеттың ҡаҙаныштары, киләсәккә пландар билдәләнде.
25 жовт 2025, 14:35

Өфө фән һәм технологиялар университеты музейы мамонт һәм мөгөҙморон һөйәктәре менән тулыланды Өфө фән һәм технологиялар университетының Зоология музейы коллекцияһы мамонт һәм мөгөҙморондың һөйәк ҡалдыҡтары менән тулыланды. Экспонаттарҙы Кушнаренко районынан һыу аҫты һунарсыһы Вячеслав Мосунов тапшырған. Ағиҙел йылғаһында табылған палеонтология өлгөләрен тикшергән ғалимдар, уларға яҡынса 15 мең йыл булыуын асыҡлаған.
25 жовт 2025, 14:21

Башҡортостанда икенсе юғары белем алыусыларға «Юриспруденция» буйынса дипломдар тапшырылды Республика Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында «Юриспруденция» йүнәлешендә икенсе һөнәр алыу буйынса дипломдар тапшырылды. Улар барлығы 30 кеше-дәүләт учреждениелары, ведомстволар, эре компаниялар, район хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәре, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары юриспруденция һөнәре буйынса ҡулына рәсми документ алды.
25 жовт 2025, 14:11

Фехтование — йәшәү рәүеше: Альберт Камаловтың илһам бирерлек тарихы Яңы үрҙәр яулау өсөн тәү сиратта үҙ-үҙеңде еңергә кәрәк. Альберт Камалов-фехтование буйынса Рәсәй паралимпия йыйылма командаһы ағзаһы. Ул 18 йыл элек юл-транспорт ваҡиғаһына эләгеп, аяғынан яҙа. Биш йыл тирәһе реабилитация үтеп, яңынан йәшәргә өйрәнә, спорт менән шөғөлләнә башлай. Әле фехтование буйынса халыҡ-ара спорт мастеры, күп тапҡыр чемпион, паралимпия уйындары ҡатнашыусыһы. Альбер Камалов менән беҙҙең ижади төркөм осрашты.
25 жовт 2025, 14:04

Өфөлә мирауай судьяларҙың эш йомғаҡтары һәм киләсәк бурыстары тикшерелде Өфөлә мирауай судьяларҙың һәм республиканың суд участкалары аппараты хеҙмәткәрҙәренең семинар-кәңәшмәһе үтте. Ултырышта мирауай судьялар эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды, киләсәккә бурыстар тикшерелде.
25 жовт 2025, 13:51

Шишмә районынан 10 йәшлек ҡыҙ махсус хәрби операция ҡатнашыусыларына йыйған аҡсаһын тапшырған Айзана Йәнбарисова тыуған көнөнә төшкән аҡсаға госпиталдә дауаланған яугирҙарға татлы күстәнәс алған. Шәхси посылкаһын уҡыусы ҡыҙ өләсәһе менән бергә, республиканың Йәмәғәт палатаһына тапшырҙы. Ул илһөйәрлек ғаиләлә тәрбиәләнә тип иҫәпләй.
25 жовт 2025, 13:41

Башҡортостанға махсус хәрби операция биләмәһенән сираттағы ирекмәндәр төркөмө әйләнеп ҡайтты Ҡатын-ҡыҙҙар хәрби госпиталдә яралы яугирҙарҙы тәрбиәләгән. Ете кешенән тупланған төркөм оҙайлы сәфәргә «Беренсе тирмә» республика проекты буйынса барған. Ауыр тән йәрәхәттәре алған егеттәргә күңел һәм йөрәк йылыһын бүләк иткән ирекмәндәр тураһында беҙҙең киләһе репортаж.
25 жовт 2025, 13:35

Башҡортостан автоинспекцияһының иҫкәртеү рейды барышында 42 иҫерек водитель туҡтатылған Уҙған төндә Башҡортостан автоинспекцияһының иҫкәртеү рейды барышында 42 иҫерек водитель туҡтатылған. Уларҙың өсәүһе рулгә эскән килеш ҡабат ултырыусылар, ун кеше быға тиклем үк водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән булған.
25 жовт 2025, 13:21

Башҡортостанда иртәгә 7 градусҡа тиклем һыуыта 26 октябрҙә, республиканың айырым райондарында боҙлауыҡ булыуы, томан төшөүе көтөлә. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, төндә һауа температураһы 2-7 градусҡа тиклем түбәнәйә, көндөҙ 7-12 градусҡаса күтәрелә. Иртәле-кисле юлдарҙың айырым участкаларында күреү мөмкинлеге 500 метрғаса сикләнә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы водителдәргә юлда һаҡ булырға, тиҙлек режимын һаҡларғә кәңәш итә.
25 жовт 2025, 13:12

Йәш йырсы ZAGAның йөрәге бушмы? Нисек хейтерҙарҙан ҡотолорға? Ә хиттарҙы ҡасан яҙып өлгөрә? «Дуҫтар»ҙың яңы сығарылышында ҡун
Йәш йырсы ZAGAның йөрәге бушмы? Нисек хейтерҙарҙан ҡотолорға? Ә хиттарҙы ҡасан яҙып өлгөрә? «Дуҫтар»ҙың яңы сығарылышында ҡунаҡта Заһир Ғәлиәкбәров! https://vkvideo.ru/video-233002662_456239025
25 жовт 2025, 05:15

Тәтешлелә мәғрифәтсе Ғарифулла Кейеков иҫтәлегенә «Хәҙрәт шишмәһе» мәсете асылды Тәтешле районында билдәле башҡорт мәғрифәтсеһе Ғарифулла Кейековтың иҫтәлегенә «Хәҙрәт шишмәһе» тип исемләнгән мәсет асылды. 1890 йылдарҙа ул ауылдаштары менән бергә мәҙрәсә һәм уның эргәһендәге шишмә сығанағын төҙөкләндергән булған. Халыҡ хәтерендә һаҡланған изге ғәмәл бөгөн йәнә тормошҡа ашырылды. Иҫке Күрҙем ауылында йәшәүселәр иман йортон асыуға йыйылды.
24 жовт 2025, 15:26

Өфөлә «Санитар оборонаға әҙер» проекты сиктәрендә уҡыуҙар уҙа Һәр кем беренсе ярҙам күрһәтә белергә тейеш. Ошондай девиз аҫтында республикала «Санитар оборонаға әҙер» проекты тормошҡа ашырыла. Ул төрлө йәрәхәттәр алған осраҡтарҙа беренсе ярҙам күрһәтә белеүҙе күҙ уңында тота. Уҡыуҙар Өфө медицина колледжы нигеҙендә лә үтә. Бында студенттарҙан тыш, төрлө ойошма хеҙмәткәрҙәре, ҡотҡарыусылар һөнәри оҫталыҡтарын күтәрә. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
24 жовт 2025, 15:16

Өфөләге «Үҙенсәлекле балалар» хәйриә фонды ваҡытынан алда тыуған сабыйҙар өсөн комплекттар әҙерләй Был изге эштә көмөш ирекмәндәр ҡатнаша. Бәйләү өсөн натураль еп күптән түгел грант аҡсаһына һатып алынған. Бәйләнгән ойоҡбаштар, баш кейеме- етлекмәй тыуған балалар өсөн. Бәйләү өсөн еп тәбиғи, сифатлы булырға тейеш.
24 жовт 2025, 15:06

Өфөлә Лилиә Ғүмәрова халыҡ мөрәжәғәттәрен ҡараны «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесе Дмитрий Медведевтың төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә Федерация советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова халыҡты ҡабул итте. Сара барышында Өфөлә республика балалары өсөн бушлай туристик экскурсиялар ойоштороу,традицион рухи ҡиммәттәргә таянып йәш быуынды тәрбиәләү, спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар тыуҙырыу, мәғариф учреждениеларын һаҡлау проекттары кеүек мәсьәләләр ентекле өйрәнелде.
24 жовт 2025, 14:56

Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы талантлы ижадсыларға тапшырыласаҡ Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге абруйлы премияға дәғүә итеүселәр араһында коллегаларыбыҙ-БСТ каналы хеҙмәткәрҙәре лә бар. Улар-«Мегасело» телепроектының ижади командаһы-режиссер Динара Әбдрәшитова, оператор Алмаз Нуретдинов, проекттың алып барыусыһы Анастасия Илсебаева һәм башҡорт мәҙәниәтен һәм сәнғәтен популяршлаштырыуға йүнәлтелгән махсус репортаждары өсөн «Яңылыҡтар» редакцияһы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.
24 жовт 2025, 14:46

Студенттар отрядтарын Башҡортостандан 10 меңдән ашыу егет һәм ҡыҙ тулыландырған Улар колледж, юғары уҡыу йорттары һәм мәктәп уҡыусылары. Бөгөн Радий Хәбиров һәм хәрәкәт вәкилдәре ҡатнашлығында йыл йомғаҡтары барланды. Сарала республика башлығы йәйгеһен аҡса эшләргә һәм тәжрибә тупларға теләгән йәштәр, эш биреүселәр өсөн берләшмәнең мөһимлеген билдәләне.
24 жовт 2025, 14:36

Башҡортостандың Күп функциялы үҙәге икенсе йыл рәттән Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы Был турала республика башлығы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. Башҡортостан «Иң яҡшы күп функциялы үҙәк» конкурсының өс номинацияһында беренсе урындарға лайыҡ булған. Радий Хәбиров коллективты ҡотлап, «был уңыш-күп функциялы үҙәкте камиллаштырыу буйынса алып барылған ҙур эштең законлы һөҙөмтәһе»,- тип яҙған.
24 жовт 2025, 14:21