БСТ | Яңылыҡтар
Відкрити в Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Показати більше1 979
Підписники
-224 години
-47 днів
-1430 днів
Архів дописів
1 979
Быйыл Башҡортостанда етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеүгә 2 миллиард 800 миллион һум аҡса бүленгән
Быйыл Башҡортостанда етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеүгә 2 миллиард 800 миллион һум аҡса бүленгән. Фатирҙар йәки уларҙы һатып алыу өсөн сертификаттар менән йыл аҙағына тиклем 750 кеше тәьмин ителәсәк.
1 979
Башҡортостан авария хәлендәге йорттарҙан күсереү программаһы буйынса өҫтәмә федераль ярҙам ала
Авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса программаның яңы этабына Башҡортостан федераль бюджеттан ярты миллиард һумдан ашыу аҡса аласаҡ. Киләһе йыл аҙағына тиклем 10 муниципалитетта 396 кеше күсереләсәк.
1 979
Стәрлетамаҡтағы «Авангард» предприятиеһы цехтарының береһендә шартлау булған
Бөгөн Стәрлетамаҡтағы «Авангард» предприятиеһы цехтарының береһендә шартлау булған. Ваҡиғаның сәбәптәре асыҡлана. Цех бинаһы етди зыян күрә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итеүенсә, завод хеҙмәткәрҙәре эвакуацияланған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, зыян күреүселәр бар, уларға тейешле ярҙам күрһәтелә. Урында бөтә оператив хеҙмәттәр, хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре эшләй.
1 979
Хәйбулла районында Ғәйнетдин Моталовтың исеме мәңгеләштерелде
Хәйбулла районында күренекле башҡорт режиссеры, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәйнетдин Моталовтың исеме мәңгеләштерелде. Шәхестең барельефы буласаҡ дирижёр белем алған Бүребай мәктәбе бинаһына ҡуйылды.
1 979
Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» трагедияһы йәнә сәхнәлә
Башҡорт театрында йәнә ай тотолдо. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 106-сы ижад миҙгелен Мостай Кәримдең трагедияһы менән асты. Классик әҫәрҙе был юлы сәхнәгә режиссёр, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат Абушахманов сығарҙы.
1 979
Республикала водителдәр автомобилдәрен ҡышҡы миҙгелгә әҙерләй башланы
Алдағы көндәрҙә синоптиктар һауа температураһының түбәнәйеүен фаразлай. Ә республиканың ҡайһы бер райондарында бөгөн төндә үк термометр бағанаһы нулдән түбән төшәсәк. Автомобиль хужалары йәйге тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыһына алмаштыра башланы. Тәгәрмәс ҡорау үҙәктәрендә клиенттар ағымы артыуы күҙәтелә. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
1 979
Баймаҡ районы Мерәҫ ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың йорттарына махсус яҙыуҙар эленде
Батырҙар хөрмәтенә. Баймаҡ районы Мерәҫ ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың йорттарына махсус яҙыуҙар эленде. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
1 979
Өфөлә хәрби хеҙмәткә һайлап алыуҙы «берҙәм тәҙрә» ысулы буйынса үткәрәләр
Республикала хәрби хеҙмәткә контракт буйынса ҡабул итеү дауам итә. Өфөләге «Защитник» үҙәгендә банк хеҙмәткәрҙәре финанс буйынса аңлатыу эштәре алып бара, табиптар тикшереүҙәр үткәрә, ә инструкторҙар хәрби әҙерлек уҙғара. Хәрби хеҙмәткә һайлап алыныу процедураларын берҙәм тәҙрә ысулы буйынса бер көн эсендә тулыһынса үтергә була. Белгестәр социаль гарантиялар тураһында аңлатма бирә. Ошонда уҡ суд приставтарына мөрәжәғәт итеп, бурыстарҙы ҡаплатыу буйынса консультация алырға мөмкин. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә илленән ашыу ярҙам сараһы ҡаралған. Шул иҫәпкә контракт төҙөүселәргә түләүҙәр ҙә инә.
1 979
Өфөнөң оператив хеҙмәттәре һыуға батып барыусыларҙы ҡотҡарҙы
Күнекмә сценарийы буйынса юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә 2 машина зыян күрә: береһе яна, икенсеһе һыуға төшә. Тәҙрә аша сығып осҡан водителде ағым алып китә, ә пассажир салон эсендә ҡыҫылып ҡала. Шуға ла оператив хеҙмәттәргә тиҙ арала зыян күреүселәрҙе табыу, беренсе ярҙам күрһәтеү һәм янғынды һүндереү бурысы ҡуйылды.
1 979
Өфөлә йәшәгән ишле ғаилә Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы
Андрющенколар “Йыл ғаиләһе” тип иғлан ителде. Уларҙы Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова тәбрикләне. Тантаналы сара Мәскәүҙә “Рәсәй” милли үҙәгендә үтте. “Андрющенколар һәм уларҙың балалары ҙур, татыу, ижади һәм интернациональ ғаиләнең иң яҡшы өлгөһө”, - тине сенатор. Ғаилә башлығы Ярослав махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итә. Ул десант-штурм полкы яугиры.
1 979
Архангел-Красноусол юлы ремонтлана
"Тормош өсөн инфраструктура" милли проекты буйынса эштәр Ғафури районында алып барыла. Еҙем-Ҡаран ауылы янында 5 километр тәртипкә килтерелә. Архангел-Красноусол юлынан ике район халҡы күпләп йөрөй. Бынан тыш туристар килә. Еҙем йылғаһы буйынса ял итеүселәр күп, - тип хәбәр итәләр Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан.
1 979
Грипп менән ауырыусылар һаны артыуы декабрь-ғинуар айҙарында фаразлана
Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенең республика идаралығы етәксеһе Анна Казак шулай тип белдерҙе. Уҙған миҙгелдә иһә ауырыусылар март айында күп булған. Халыҡ киҙеүҙән прививка эшләтә ала. Иммунитет нығынһын өсөн 3-4 аҙна талап ителә, - тине Анна Казак. Башҡортостанда икенсе аҙна рәттән һалҡын тейҙереп ауырыу осраҡтарының кәмеүе теркәлә.
1 979
“Әй Йола” төркөмө башҡарыусылары телде һәм мәҙәниәтте һаҡлауға саҡыра
Телде яҡшы белмәй, өндәрҙе яңылыш әйтә. "Әй Йола" төркөмө солисы Адель Шәйхетдиноваға төрлө тәңҡит һүҙҙәрен ишетергә тура килә. Уларға яуап итеп йәш йырсы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә "...телде белеү - ул өҫтөнлөк. Ҙур уңыш!" тип яҙған. Күптәр башҡарыусыны күтәреп алды.
1 979
Шишмә районы Иҫке Ябалаҡлы ауылы халҡы фронт өсөн кәрәк-яраҡ әҙерләй
Клубта селтәрҙәр, мәсеттә май шәмдәре , ә гаражда мейестәр. Шишмә районының Иҫке Ябалаҡлы ауылы халҡы махсус хәрби операцияға ярҙам итеү буйынса тотош бер кооперация ойошторған. Фронт кәрәк-яраҡтары әҙерләүгә һәр кем үҙ өлөшөн индерә. Нимә генә етештерһәләр ҙә уларҙы бер маҡсат берләштерә-яугирҙарға ярҙам итеү һәм Еңеүҙе яҡынайтыу.
1 979
Башҡортостандың иң тәмле икмәге Ҡырмыҫҡалынан юл ала
Өй икмәге һымаҡ. Ҡырмыҫҡалы икмәге тураһында һәр кемдән быны ишетергә тура килә. Күптәр яратып ашаған тәмле икмәк Ҡырмыҫҡалы районы үҙәгендә һәм Прибельский ауылындағы цехтарҙа бешерелә.
1 979
Иң яҡшы юлсыларға дәүләт наградалары тапшырылды
Бүләкләү тантанаһы яҡынлашып килгән Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан үтте. Юлдарҙа уңайлы шарттар һәм хәүефһеҙлек тәьмин итеү тап уларҙың хеҙмәтенә бәйле. Һуңғы йылдарҙа республикала ҙур инфраструктура объекттары төҙөлә - Көнсығыш сығыу юлы, М-12 автомагистрале, Ағиҙел йылғаһы аша аркалы күпер. Уларҙың һәр береһе артында юл хужалығы эшсәндәрәенең тырыш хеҙмәте тора.
1 979
«Сәләмәт республика» акцияһы — төпкөлдәргә сифатлы медицина ярҙамы
Төпкөлдә йәшәүселәргә - сифатлы медицина ярҙамы. Башҡортостанда етенсе йыл «Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк» проекты тормошҡа ашырыла. Ошо ваҡыт эсендә күсмә медина бригадалары ике мең ярымдан ашыу ауылда булып, халыҡты ҡабул иткән. Урындарҙа ауырыуҙарҙы диагностикалауҙан тыш, кеше ғүмерҙәрен дә ҡотҡарырға тура килгән - быйыл ғына ике кеше ашығыс рәүештә дауаханаға оҙатылған, бер пациент билдәләре беленмәгән миокард инфарктынан ҡотҡарылған. Акцияның республика өсөн әһәмиәте тураһында киләһе репортаж.
1 979
Башҡортостан "Музей аҙналығы"на ҡушыла
Ул 18 октябрҙән 24-енә тиклемдауам итә. Был көндәрҙә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына музейға инеү бушлайбула. Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, осрашыуҙар, музей дәрестәре,лекциялар әҙерләнә, махсус хәрби операцияға бағышланған экспозицияларурынлаштырыла. Шулай уҡ патриотик фильмдар күрһәтеләсәк .
1 979
Башҡортостанда ҡулланыусылар хоҡуҡтары яҡланған
Беҙҙең республикала ил төбәктәре араһында төҙөлгән рейтингта беренсе урын алған. Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Азат Асҡаров белдереүенсә, ҡулланыусыларҙы хеҙмәтләндереү сифаты 65 күрһәткес буйынса баһаланған. 9 айҙа 600-гә яҡын ялыу ҡаралған. 6 миллион һумдан ашыу суммаға матди ярҙам ҡайтарып бирелгән. Рейтингта икенсе урында Татарстан, өсөнсөлә Белгород өлкәһе.
1 979
Башҡортостанда йәшәүселәр иҡтисад буйынса диктант яҙҙы
Быйылғы акция «Көслө иҡтисад-сәскә атҡан Рәсәй» девизы менән үтте. Майҙансыҡтарҙың береһе Өфө фән һәм технологиялар университетында ойошторолдо. Иҡтсади яҡтан үҙ белемен һынарға юғары һәм урта уҡыу йорттары студенттары менән бер рәттән бизнес-берләшмә һәм төбәктең төрлө ведомство вәкилдәре килде.
