БСТ | Яңылыҡтар
الذهاب إلى القناة على Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
إظهار المزيد2 025
المشتركون
لا توجد بيانات24 ساعات
-27 أيام
-430 أيام
أرشيف المشاركات
2 025
Дүртөйлө ҡалаһында «Ҡоролтай 3.0» стратегик сессияһы һәм квиз-уйыны үтте
Сараны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Дүртөйлө районы хакимиәте, урындағы башҡорттар ҡоролтайы вәкилдәре менән берлектә ойошторҙо.
Сарала Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш райондары - Баҡалы, Бүздәк, Бөрө, Дүртөйлө, Мишкә, Туймазы, Саҡмағош, Шаран райондары, Октябрьский ҡалаһы вәкилдәре ҡатнашты. Квиз уйындарынан тыш эксперттар алдында туғыҙ команда биш йүнәлеш буйынса презентацияларын яҡланы.
2 025
Башҡортостанда «Көмөш старт» федераль мәғариф программа йомғаҡтары билдәләнде
Үҙ эшеңде үҫтереү буйынса иң яҡшы бизнес-проектҡа - 150 мең һум. Башҡортостанда «Көмөш старт» федераль мәғариф программа йомғаҡтары билдәләнде. Уның сиктәрендә 60 йәштән өлкәнерәк граждандар эшҡыуарлыҡ буйынса проекттарын яҡланы, уҡыуҙар үтте. Өфөнән инженер-автомеханик Фәрүәз Мөниров та еңеүселәр исемлегендә. Замандашыбыҙ менән беҙҙең ижади төкрөм осрашты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
2 025
Өфөлә «Атайҙар аллеяһы» барлыҡҡа килде
Йыл да октябрҙең өсөнсө аҙнаһында Атайҙар көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан бөгөн Өфөлә «Атайҙар аллеяһы» барлыҡҡа килде. Ике тиҫтәләп төп ағас Салауат Юлаев проспектында, СССР-ҙың 50 йыллығы урамы үткән участкала ултыртылды
2 025
Республикала быйыл никахҡа инеүселәр 3 процентҡа артҡан, айырылышыуҙар 28 процентҡа кәмегән
Башҡортостан ЗАГС бүлектәре статистикаһына ҡарағанда, өйләнешеүселәрҙең уртаса йәше 33-35. Загс бүлектәре киләһе йыл никахлашырға теләгәндәрҙән ғаризалар ҡабул итә башлаған.
2 025
Республикала «Башҡортостан үҙебеҙҙекеләр өсөн бәйләй һәм тегә» хәрәкәте әүҙем эш алып бара
Республика тегенселәре лә хәрби рельстарҙа. «Башҡортостан үҙебеҙҙекеләр өсөн бәйләй һәм тегә».ирекмәндәр хәрәкәтенә Салауат, Нефтекама һәм Өфө ҡалалары, Нуриман һәм Өфө райондары вәкилдәре ҡушылған. 3 йыл эсендә генә Өфөлә урынлашҡан 5 теген цехынан алғы һыҙыҡҡа 120 меңдән ашыу экипровка һәм амуниция кәрэк - яраҡтары әҙерләп оҙатылған.
2 025
Салауатта яуҙаштар бер йылдан һуң осрашты
«Вирус» уның ғүмерен ҡотҡарған. Салауат ҡалаһында «Мосолман» ҡушаматлы яугир үҙен ҡотҡарған фельдшер «Вирус» ҡушаматлы Азамат Муллашев менән осрашты. Эвакуация ваҡытында уларға дрондар һөжүм итә. Фельдшер үҙ кәүҙәһе менән яралы һалдатты ҡаплай. Унан һуң төрлө госпиталдәргә эләгеп, бәйләнеш өҙөлә. Теүәл бер йылдан һуң яуҙаштар йәнә осрашты.
2 025
Радий Хәбиров шартлау булған «Авангард» предприятиеһын барып күрҙе
Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы заводта ғәҙәттән тыш хәл кисә кис теркәлде. Көслө шартлау һөҙөмтәһендә бер нисә хеҙмәткәр емереклектәр аҫтында ҡалды. Ҡыҙғанысҡа өс кеше һәләк булған, тағы бишеһе дауаханала. Предприятиела әле лә ҡотҡарыусылар һәм башҡа яуаплы хеҙмәттәр эшләй.
2 025
Өфө клиникаларының береһендә өҙөлгән ҡолаҡты кире урынына тегеү буйынса уникаль операция яһалды
Өфө клиникаларының береһендә өҙөлгән ҡолаҡты кире урынына тегеү буйынса уникаль операция яһалды. Миәкә районында йәшәүсе пациент аттан ҡолап төшөп ҡолағы өҙөлгәндән һуң ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Алтын ҡуллы хирург ағзаны 16 сәғәттән һуң кире урынына теккән. Был - хирургияла уникаль осраҡ.
2 025
«Сәләмәтлек поездары» пациенттарҙы тулы тормошҡа ҡайтара
«Сәләмәтлек поездары» пациенттарҙы тулы тормошҡа ҡайтара. Быйыл ул етенсе тапҡыр уҙҙы һәм республиканың бөтә райондарын да солғап алды. Күсмә медицина бригадалары ике мең ярымдан ашыу ауылда булып, халыҡты ҡабул иткән.
2 025
Алдағы ял көндәрендә һауа торошонда әллә ни үҙгәрештәр көтөлмәй
Башгидрометеорология үҙәге мәғлүмәтенә ярашлы, алдағы ял көндәрендә һауа торошонда әллә ни үҙгәрештәр көтөлмәй. Иртәгә көн болотло буласаҡ. Бер аҙ ямғыр, айырым райондарҙа ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы ихтимал. Һауа температураһы төндә урыны менән нолдән 7 градусҡа тиклем түбәнәйә, көндөҙ 7-10 градус тирәһе йылы күрһәтә.
2 025
Өфөлә үлемесле аварияға осраған йөк машинаһы водителе 15 декабргә тиклем ҡулға алынды
Ул ике кешенең үлеменә килтергән юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙа ғәйепләнә. Октябрь районы судына ул 21-се ҡала клиник дауаханаһынан тура килтерелде. Тәфтиш комитеты мәғлүмәттәре буйынса, 27 йәшлек водитель Үзбәкстандан килгән булған. Ул рулгә рөхсәт документһыҙ ултырған, өҫтәүенә законһыҙ рәүештә эшләгән
2 025
Башҡортостан илдең социаль-демографик үҫеш «локомотивтары» категорияһына инде
Башҡортостан илдең социаль-демографик үҫеш «локомотивтары» категорияһына инде. Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы финанс университет белгестәре бер нисә төп күрһәткес буйынса 85 субъектты анализлап, илдең социаль картаһын тәҡдим итте. Ул торлаҡ менән тәьминәтте, мәшғүллек кимәлен, эш хаҡы һәм башҡа демографик параметрҙарҙы үҙ эсенә ала.
2 025
Быйыл Башҡортостанда етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеүгә 2 миллиард 800 миллион һум аҡса бүленгән
Быйыл Башҡортостанда етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеүгә 2 миллиард 800 миллион һум аҡса бүленгән. Фатирҙар йәки уларҙы һатып алыу өсөн сертификаттар менән йыл аҙағына тиклем 750 кеше тәьмин ителәсәк.
2 025
Башҡортостан авария хәлендәге йорттарҙан күсереү программаһы буйынса өҫтәмә федераль ярҙам ала
Авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса программаның яңы этабына Башҡортостан федераль бюджеттан ярты миллиард һумдан ашыу аҡса аласаҡ. Киләһе йыл аҙағына тиклем 10 муниципалитетта 396 кеше күсереләсәк.
2 025
Стәрлетамаҡтағы «Авангард» предприятиеһы цехтарының береһендә шартлау булған
Бөгөн Стәрлетамаҡтағы «Авангард» предприятиеһы цехтарының береһендә шартлау булған. Ваҡиғаның сәбәптәре асыҡлана. Цех бинаһы етди зыян күрә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итеүенсә, завод хеҙмәткәрҙәре эвакуацияланған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, зыян күреүселәр бар, уларға тейешле ярҙам күрһәтелә. Урында бөтә оператив хеҙмәттәр, хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре эшләй.
2 025
Хәйбулла районында Ғәйнетдин Моталовтың исеме мәңгеләштерелде
Хәйбулла районында күренекле башҡорт режиссеры, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәйнетдин Моталовтың исеме мәңгеләштерелде. Шәхестең барельефы буласаҡ дирижёр белем алған Бүребай мәктәбе бинаһына ҡуйылды.
2 025
Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» трагедияһы йәнә сәхнәлә
Башҡорт театрында йәнә ай тотолдо. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 106-сы ижад миҙгелен Мостай Кәримдең трагедияһы менән асты. Классик әҫәрҙе был юлы сәхнәгә режиссёр, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат Абушахманов сығарҙы.
2 025
Республикала водителдәр автомобилдәрен ҡышҡы миҙгелгә әҙерләй башланы
Алдағы көндәрҙә синоптиктар һауа температураһының түбәнәйеүен фаразлай. Ә республиканың ҡайһы бер райондарында бөгөн төндә үк термометр бағанаһы нулдән түбән төшәсәк. Автомобиль хужалары йәйге тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыһына алмаштыра башланы. Тәгәрмәс ҡорау үҙәктәрендә клиенттар ағымы артыуы күҙәтелә. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
2 025
Баймаҡ районы Мерәҫ ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың йорттарына махсус яҙыуҙар эленде
Батырҙар хөрмәтенә. Баймаҡ районы Мерәҫ ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың йорттарына махсус яҙыуҙар эленде. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
2 025
Өфөлә хәрби хеҙмәткә һайлап алыуҙы «берҙәм тәҙрә» ысулы буйынса үткәрәләр
Республикала хәрби хеҙмәткә контракт буйынса ҡабул итеү дауам итә. Өфөләге «Защитник» үҙәгендә банк хеҙмәткәрҙәре финанс буйынса аңлатыу эштәре алып бара, табиптар тикшереүҙәр үткәрә, ә инструкторҙар хәрби әҙерлек уҙғара. Хәрби хеҙмәткә һайлап алыныу процедураларын берҙәм тәҙрә ысулы буйынса бер көн эсендә тулыһынса үтергә була. Белгестәр социаль гарантиялар тураһында аңлатма бирә. Ошонда уҡ суд приставтарына мөрәжәғәт итеп, бурыстарҙы ҡаплатыу буйынса консультация алырға мөмкин. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә илленән ашыу ярҙам сараһы ҡаралған. Шул иҫәпкә контракт төҙөүселәргә түләүҙәр ҙә инә.
متاح الآن! بحث تيليغرام 2025 — أهم رؤى العام 
