uk
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Відкрити в Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Показати більше
2 023
Підписники
-124 години
-47 днів
-730 день
Архів дописів
Өфөлә һөт фестивалендә сәй эсеү буйынса рекорд ҡуйырға ниәтләйҙәр 30 августа "Һөт иле" байрамында Бөтә Рәсәй сәй фестивале уҙ
Өфөлә һөт фестивалендә сәй эсеү буйынса рекорд ҡуйырға ниәтләйҙәр 30 августа "Һөт иле" байрамында Бөтә Рәсәй сәй фестивале уҙғарыла. Быйыл унда илдең 10 төбәгәнән 50-нән ашыу етештереүсе ҡатнашырға теләк белдергән. - Бергәләшеп сәй эсеүҙә 2 меңдән ашыу кеше ҡатнашыуы көтөлә, - тип хәбәр итәләр Ауыл хужалығы министрлығынан. "Һөт иле" фестивале "Ҡашҡаҙан" паркында була.

Бәләбәй-Йәрмәкәй-Приютов трассаһы тәртипкә килтерелә Бәләбәй районында 1 километрҙан ашыу юл ремонтлана. Урта Ҡарамалы ауылы
Бәләбәй-Йәрмәкәй-Приютов трассаһы тәртипкә килтерелә Бәләбәй районында 1 километрҙан ашыу юл ремонтлана. Урта Ҡарамалы ауылы янында эштәр "Тормош өсөн инфраструктура" милли проектына ярашлы алып барыла. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был трасса ҙур ауылдарҙы һәм ҡаланы тоташтыра. Бәләбәй, Приютов һәм Йәрмәкәйҙә 80 мең кеше йәшәй. Ремонтты сентябрҙә тамамлау планлаштырыла.

Башҡортостанда тренерҙар миллион һумлыҡ грант ала Был турала хөкүмәт ултырышында Вице-премьер-Спорт министры Руслан Хәбибов б
Башҡортостанда тренерҙар миллион һумлыҡ грант ала Был турала хөкүмәт ултырышында Вице-премьер-Спорт министры Руслан Хәбибов белдерҙе. Быйыл 32 кеше "Ауыл тренеры" һәм "Ҡала тренеры" проекттарында ҡатнаша. Уларҙың һәр береһенә миллион һум бирелә. Башҡортостандан спорттың 141 төрө менән шөғөлләнәләр, быйыл республика спортсылары төрлө ярыштарҙа меңдән ашыу миҙал яулаған.

Мәләүез йылғаһының яр буйы илдә иң төҙөк биләмә исеменә дәғүә итә Ул 2019 йылда тәртипкә килтерелә башланы. “Ҡайын тракты” йә
Мәләүез йылғаһының яр буйы илдә иң төҙөк биләмә исеменә дәғүә итә Ул 2019 йылда тәртипкә килтерелә башланы. “Ҡайын тракты” йәмәғәт зонаһы 2022 йылда файҙаланыуға тапшырылды. Былтыр Рәсәй Төҙөлөш министры Ирек Фәйзуллин “Мәләүездең сәскәле яры” тигән киңлекте асыу сараһында ҡатнашты. Республика Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан белдереүҙәренсә, ремонт барышында ағас материалдар ҡулланылған. АрхиWood премияһы ағастан эшләнгән иң яҡшы архитектура өлгөләре өсөн тапшырыла. Быйыл конкурсҡа 300-ҙән ашыу заявка бирелгән. Мәләүез йылғаһының яр буйы “Мөхит дизайны” номинацияһында ҡатнаша. Тауыш биреү Интернетта премияның рәсми сайтында ойошторолған. Еңеүселәр 11 сентябрҙә Мәскәүҙә иғлан ителә.

Үҙәк Банк кредит биреү буйынса талаптарҙы үҙгәртә Яңы норма киләһе айҙан көсөнә инә. 1 сентябрҙән 50 мең һумдан 200 мең һумға
Үҙәк Банк кредит биреү буйынса талаптарҙы үҙгәртә Яңы норма киләһе айҙан көсөнә инә. 1 сентябрҙән 50 мең һумдан 200 мең һумға тиклем кредит аҡсаһы килешеү төҙөгәндән һуң 4 сәғәт үткәс кенә бирелә. 200 мең һумдан ҙур сумма ике тәүлектән һуң күсерелә. Ошо ваҡыт эсендә кеше кредиттан баш тарта ала. Бындай сара мутлашыусыларҙан һаҡланыу өсөн ҡарала, тип хәбәр итәләр финанс учреждениенан.

Дүртөйлө районы Тәкәрлек ауылында йәшәүселәр берҙәм көс менән биләмәне төҙөкләндереүҙә ҡатнаша Ҡойо, балалар уйын майҙансығы һәм ял зоналары. Дүртөйлө районы Тәкәрлек ауылында йәшәүселәр берҙәм көс менән биләмәне төҙөкләндереүҙә ҡатнаша. Ҡул оҫталарының береһе Рәлиф Гәрәев тураһында киләһе яҙмала.

Башҡорт медицина университетында бюджет урындары күбәйҙе Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Башҡорт дәүләт медицина университетына абитуриенттарҙы беренсе курсҡа ҡабул итеү тураһындағы бойороғона ҡул ҡуйылды. Уҡыу йортонда йылдан-йыл бюджет урындары күбәйә. Быйыл был күрһәткес 147-гә артып, бюджетҡа уҡырға ингән студеннттар 1 150-гә еткән. Буласаҡ табиптар араһында Берҙәм дәүләт имтихандарында 100 балл йыйғандар ҙа байтаҡ.

Сибайҙа «Урал аръяғы» инвестиция һабантуйы башлана 4 сентябрҙән алып 6-һына тиклем Сибай «Урал арьяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы форумын ҡабул итә. Әлеге ваҡытта инвестиция һабантуйында ҡатнашырға теләүселәрҙән меңдән ашыу заявка килгән. Форумда Рәсәйҙең тиҫтәнән ашыу төбәге, Кувейт, Иран, Көньяҡ Африка, Ҡытай, Төркиә, Берләшкән ғәрәп әмирлектәре, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан делегациялары ҡатнашыуы көтөлә.

Республикала шәкәр сөгөлдөрө уңышы мул булыр тип көтөлә Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙып сыҡты. Әле төбәктә сөгөлдөр татлы тамыр ултыртылған 15 райондың етәүһендә ураҡ эштәре бара. Бөгөнгә 40 мең тонна сөгөлдөр ҡаҙып алынған. Гектар ҡеүәте уртаса 478 центнерға етә.

Иглин районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир менән осрашыу үтте Иглин районының «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» ирекмәндәр штабында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир менән осрашыу үтте. «Мансур» ҡушаматлы яугир 2006 йылдан алып хәрби тормошо алып бара. Сүриәләге ҡыҙыу нөктәләрҙә хәрби заданиелар үтәгән. Бөгөн хәрби һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Иглин ирекмәндәре штабта яугир өсөн экскурсия ойоштороп, бүләктәр тапшырҙы.

Башҡортостанда Белем көнөндә ата-әсәләргә өҫтәмә ял биреү ҡаралмаған 1 сентябрь-Белем көнөндә мәктәп уҡыусыларының ата-әсәләренә закон буйынса өҫтәмә ял алыу буйынса гарантиялар юҡ, шулай ҙа был мөмкинлектең коллектив килешеүгә индерелеүе мөмкин. Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн төбәк ойошмалары норматив-хоҡуҡи документтарҙы «демография менюһы» пункттары буйынса тулыландыра. Әле республикала биш меңдән ашыу коллектив килешеү төҙөлгән. Ҡағиҙәләр индерелмәгән компанияларҙа ата-әсәләргә Белем көнөнә ялды түләнгән, йә түләнмәгән отпуск иҫәбенә алырға мөмкин.

Ғафури районы диндарҙары Үзбәк ауылының «Ихлас» мәсетенә семинар-кәңәшмәгә йыйылды Районда эшләп килгән 25 мәсет араһында «Ихлас» мәсетенә йөрөүселәр берҙәмлеге менән айырылап тора. Дини байрамдар булһынмы, алғы һыҙыҡтағы махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙам итеүме-Үзбәк ауылы кешеләре хәйриә акцияларында әүҙем ҡатнаша.

Баймаҡ районында Ишмөхәмәт ҡурғанын ҡаҙыған археологтар ғәҙәти булмаған табышҡа юлыҡҡан «Ирәндек» музей-ҡурсаулығы урынында ҡәбер соҡоронда кеше һөлдәһе табылған. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры һуҡыр балалар өсөн спектаклдәр күрһәтеү мөмкинлегенә эйә булды Театрҙың баш режиссёры Ольга Шәрәфетдинова менән актриса Светлана Имаметдинова Мәскәүҙә, Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте тарафынан ойошторолған курстарҙы тамамлап, квалификацияны камиллаштырыу сертификаты алған. Тифлокомментаторҙар һуҡырҙар йәки күреү һәләте сикләнгән кешеләр ҡатнашҡан төрлө сараларҙа эшләйәсәк. Шул иҫәптән күргәҙмә проекттары, спектаклдәр һәм театр буйлап экскурсияларҙы оҙатасаҡ. Бының өсөн махсус текстар әҙерләнгән.

Республикала еңел сәнәғәттә тауар етештереү күләме һуңғы 6 йылда бер ярым тапҡырға артҡан Бөгөн был тармаҡта өс йөҙҙән ашыу төрлө предприятие бар. Улар балалар өсөн өҫ һәм аяҡ кейемдәре, көнкүреш химияһы һәм уйынсыҡтар етештерә. Башҡортостанда еңел сәнәғәтте үҫтереүгә сит ил брендтарының баҙарҙан китеүе ниндәй йоғонто яһаны. Был турала киләһе яҙмала.

621-се дивизион яугирҙары Покровск йүнәлешендә һөҙөмтәле һуғыша 621-се гаубица-артиллерия дивизионында хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙ Донецк халыҡ республикаһының Покровск йүнәлешендә дошман нығытмаларын тар-мар итә. Мобилизацияланған яугирҙар теүәл атыу менән пилотһыҙ осоу апараттары асыҡлаған нацистар тупланған ерҙе юҡ итте.

Радий Хәбиров Өфөләге Воскресенский кафедраль соборы төҙөлөшө барышы менән танышты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфөләге Воскресенский кафедраль соборы төҙөлөшө барышы менән танышты. Төбәк етәксеһе «Воскресенский собор» Хәйриә фондының икенсе ултырышында ҡатнашты. Сиркәүҙең төп залында эшселәр электр тәьминәте системаһын һәм янғын сигнализацияһын монтажлай, стеналар штукатурлана, көмбәҙ нығытла, стилабот менән миһрап өлөшөнә гидроизоляция уҙғарыла.

Башҡортостанда коррупцияға ҡаршы семинар-ултырыш башланды Башҡортостанда Рәсәй Эшке эстәр министрлығының иҡтисади хәүефһеҙлек бүлеге етәкселәренең коррупцияға ҡаршы семинар-ултырышы үтә. Ике көн дауам итәсәк семинарҙа ҡатнашыусы белгестәрҙе республика етәксеһе Радий Хәбиров сәләмләне.

Башҡортостанда сит телдә алтаҡталарҙы тыйыуҙары мөмкин Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, беҙҙ
Башҡортостанда сит телдә алтаҡталарҙы тыйыуҙары мөмкин Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, беҙҙең ҡалаларҙа Рәсәйҙең тел суверенитеты һәм мәҙәни-тарихи мираҫы сағылырға тейеш. - Урам рекламаһында ят һүҙҙәрҙе саманан тыш ҡулланыу ҡала мөхитенең милли үҙенсәлеген юя. Заманса иҡтисади талаптар һәм мәҙәни мираҫы һаҡлап ҡалыуҙа баланс кәрәк, - тине спикер. Сит һүҙҙәрҙе сикләү буйынса закон проекты әҙерләнгән, ул парламентта көҙгө сессияла ҡарала.

“Башҡорт аты” фестивалендә балалар майҙансыҡтары булдырыла Республика халыҡ ижады үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, байрамда ҡыҙҙар
“Башҡорт аты” фестивалендә балалар майҙансыҡтары булдырыла Республика халыҡ ижады үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, байрамда ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн уйындар ҡаралған. Улар уҡ атыу ярышында көс һынаша, ағас һындарҙы буяуҙа ҡатнаша ала. Шулай уҡ бейеү флешмобы үтә. Бынан тыш, көйәнтә менән йүгереү, таяҡ тартыш, ҡаршылыҡтар аша уҙыш, көршәк ватыу була. Халыҡ-ара сара 6 сентябрҙә Баймаҡ районында үтә.