БСТ | Яңылыҡтар
رفتن به کانال در Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
نمایش بیشتر2 023
مشترکین
-124 ساعت
-47 روز
-730 روز
آرشیو پست ها
2 023
Өфөлә һөт фестивалендә сәй эсеү буйынса рекорд ҡуйырға ниәтләйҙәр
30 августа "Һөт иле" байрамында Бөтә Рәсәй сәй фестивале уҙғарыла. Быйыл унда илдең 10 төбәгәнән 50-нән ашыу етештереүсе ҡатнашырға теләк белдергән. - Бергәләшеп сәй эсеүҙә 2 меңдән ашыу кеше ҡатнашыуы көтөлә, - тип хәбәр итәләр Ауыл хужалығы министрлығынан. "Һөт иле" фестивале "Ҡашҡаҙан" паркында була.
2 023
Бәләбәй-Йәрмәкәй-Приютов трассаһы тәртипкә килтерелә
Бәләбәй районында 1 километрҙан ашыу юл ремонтлана. Урта Ҡарамалы ауылы янында эштәр "Тормош өсөн инфраструктура" милли проектына ярашлы алып барыла. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был трасса ҙур ауылдарҙы һәм ҡаланы тоташтыра. Бәләбәй, Приютов һәм Йәрмәкәйҙә 80 мең кеше йәшәй. Ремонтты сентябрҙә тамамлау планлаштырыла.
2 023
Башҡортостанда тренерҙар миллион һумлыҡ грант ала
Был турала хөкүмәт ултырышында Вице-премьер-Спорт министры Руслан Хәбибов белдерҙе. Быйыл 32 кеше "Ауыл тренеры" һәм "Ҡала тренеры" проекттарында ҡатнаша. Уларҙың һәр береһенә миллион һум бирелә. Башҡортостандан спорттың 141 төрө менән шөғөлләнәләр, быйыл республика спортсылары төрлө ярыштарҙа меңдән ашыу миҙал яулаған.
2 023
Мәләүез йылғаһының яр буйы илдә иң төҙөк биләмә исеменә дәғүә итә
Ул 2019 йылда тәртипкә килтерелә башланы. “Ҡайын тракты” йәмәғәт зонаһы 2022 йылда файҙаланыуға тапшырылды. Былтыр Рәсәй Төҙөлөш министры Ирек Фәйзуллин “Мәләүездең сәскәле яры” тигән киңлекте асыу сараһында ҡатнашты. Республика Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан белдереүҙәренсә, ремонт барышында ағас материалдар ҡулланылған. АрхиWood премияһы ағастан эшләнгән иң яҡшы архитектура өлгөләре өсөн тапшырыла. Быйыл конкурсҡа 300-ҙән ашыу заявка бирелгән. Мәләүез йылғаһының яр буйы “Мөхит дизайны” номинацияһында ҡатнаша. Тауыш биреү Интернетта премияның рәсми сайтында ойошторолған. Еңеүселәр 11 сентябрҙә Мәскәүҙә иғлан ителә.
2 023
Үҙәк Банк кредит биреү буйынса талаптарҙы үҙгәртә
Яңы норма киләһе айҙан көсөнә инә. 1 сентябрҙән 50 мең һумдан 200 мең һумға тиклем кредит аҡсаһы килешеү төҙөгәндән һуң 4 сәғәт үткәс кенә бирелә. 200 мең һумдан ҙур сумма ике тәүлектән һуң күсерелә. Ошо ваҡыт эсендә кеше кредиттан баш тарта ала. Бындай сара мутлашыусыларҙан һаҡланыу өсөн ҡарала, тип хәбәр итәләр финанс учреждениенан.
2 023
Дүртөйлө районы Тәкәрлек ауылында йәшәүселәр берҙәм көс менән биләмәне төҙөкләндереүҙә ҡатнаша
Ҡойо, балалар уйын майҙансығы һәм ял зоналары. Дүртөйлө районы Тәкәрлек ауылында йәшәүселәр берҙәм көс менән биләмәне төҙөкләндереүҙә ҡатнаша. Ҡул оҫталарының береһе Рәлиф Гәрәев тураһында киләһе яҙмала.
2 023
Башҡорт медицина университетында бюджет урындары күбәйҙе
Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Башҡорт дәүләт медицина университетына абитуриенттарҙы беренсе курсҡа ҡабул итеү тураһындағы бойороғона ҡул ҡуйылды. Уҡыу йортонда йылдан-йыл бюджет урындары күбәйә. Быйыл был күрһәткес 147-гә артып, бюджетҡа уҡырға ингән студеннттар 1 150-гә еткән. Буласаҡ табиптар араһында Берҙәм дәүләт имтихандарында 100 балл йыйғандар ҙа байтаҡ.
2 023
Сибайҙа «Урал аръяғы» инвестиция һабантуйы башлана
4 сентябрҙән алып 6-һына тиклем Сибай «Урал арьяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы форумын ҡабул итә. Әлеге ваҡытта инвестиция һабантуйында ҡатнашырға теләүселәрҙән меңдән ашыу заявка килгән. Форумда Рәсәйҙең тиҫтәнән ашыу төбәге, Кувейт, Иран, Көньяҡ Африка, Ҡытай, Төркиә, Берләшкән ғәрәп әмирлектәре, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан делегациялары ҡатнашыуы көтөлә.
2 023
Республикала шәкәр сөгөлдөрө уңышы мул булыр тип көтөлә
Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙып сыҡты. Әле төбәктә сөгөлдөр татлы тамыр ултыртылған 15 райондың етәүһендә ураҡ эштәре бара. Бөгөнгә 40 мең тонна сөгөлдөр ҡаҙып алынған. Гектар ҡеүәте уртаса 478 центнерға етә.
2 023
Иглин районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир менән осрашыу үтте
Иглин районының «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» ирекмәндәр штабында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир менән осрашыу үтте. «Мансур» ҡушаматлы яугир 2006 йылдан алып хәрби тормошо алып бара. Сүриәләге ҡыҙыу нөктәләрҙә хәрби заданиелар үтәгән. Бөгөн хәрби һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Иглин ирекмәндәре штабта яугир өсөн экскурсия ойоштороп, бүләктәр тапшырҙы.
2 023
Башҡортостанда Белем көнөндә ата-әсәләргә өҫтәмә ял биреү ҡаралмаған
1 сентябрь-Белем көнөндә мәктәп уҡыусыларының ата-әсәләренә закон буйынса өҫтәмә ял алыу буйынса гарантиялар юҡ, шулай ҙа был мөмкинлектең коллектив килешеүгә индерелеүе мөмкин. Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн төбәк ойошмалары норматив-хоҡуҡи документтарҙы «демография менюһы» пункттары буйынса тулыландыра. Әле республикала биш меңдән ашыу коллектив килешеү төҙөлгән. Ҡағиҙәләр индерелмәгән компанияларҙа ата-әсәләргә Белем көнөнә ялды түләнгән, йә түләнмәгән отпуск иҫәбенә алырға мөмкин.
2 023
Ғафури районы диндарҙары Үзбәк ауылының «Ихлас» мәсетенә семинар-кәңәшмәгә йыйылды
Районда эшләп килгән 25 мәсет араһында «Ихлас» мәсетенә йөрөүселәр берҙәмлеге менән айырылап тора. Дини байрамдар булһынмы, алғы һыҙыҡтағы махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙам итеүме-Үзбәк ауылы кешеләре хәйриә акцияларында әүҙем ҡатнаша.
2 023
Баймаҡ районында Ишмөхәмәт ҡурғанын ҡаҙыған археологтар ғәҙәти булмаған табышҡа юлыҡҡан
«Ирәндек» музей-ҡурсаулығы урынында ҡәбер соҡоронда кеше һөлдәһе табылған. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
2 023
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры һуҡыр балалар өсөн спектаклдәр күрһәтеү мөмкинлегенә эйә булды
Театрҙың баш режиссёры Ольга Шәрәфетдинова менән актриса Светлана Имаметдинова Мәскәүҙә, Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте тарафынан ойошторолған курстарҙы тамамлап, квалификацияны камиллаштырыу сертификаты алған. Тифлокомментаторҙар һуҡырҙар йәки күреү һәләте сикләнгән кешеләр ҡатнашҡан төрлө сараларҙа эшләйәсәк. Шул иҫәптән күргәҙмә проекттары, спектаклдәр һәм театр буйлап экскурсияларҙы оҙатасаҡ. Бының өсөн махсус текстар әҙерләнгән.
2 023
Республикала еңел сәнәғәттә тауар етештереү күләме һуңғы 6 йылда бер ярым тапҡырға артҡан
Бөгөн был тармаҡта өс йөҙҙән ашыу төрлө предприятие бар. Улар балалар өсөн өҫ һәм аяҡ кейемдәре, көнкүреш химияһы һәм уйынсыҡтар етештерә. Башҡортостанда еңел сәнәғәтте үҫтереүгә сит ил брендтарының баҙарҙан китеүе ниндәй йоғонто яһаны. Был турала киләһе яҙмала.
2 023
621-се дивизион яугирҙары Покровск йүнәлешендә һөҙөмтәле һуғыша
621-се гаубица-артиллерия дивизионында хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙ Донецк халыҡ республикаһының Покровск йүнәлешендә дошман нығытмаларын тар-мар итә. Мобилизацияланған яугирҙар теүәл атыу менән пилотһыҙ осоу апараттары асыҡлаған нацистар тупланған ерҙе юҡ итте.
2 023
Радий Хәбиров Өфөләге Воскресенский кафедраль соборы төҙөлөшө барышы менән танышты
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфөләге Воскресенский кафедраль соборы төҙөлөшө барышы менән танышты. Төбәк етәксеһе «Воскресенский собор» Хәйриә фондының икенсе ултырышында ҡатнашты. Сиркәүҙең төп залында эшселәр электр тәьминәте системаһын һәм янғын сигнализацияһын монтажлай, стеналар штукатурлана, көмбәҙ нығытла, стилабот менән миһрап өлөшөнә гидроизоляция уҙғарыла.
2 023
Башҡортостанда коррупцияға ҡаршы семинар-ултырыш башланды
Башҡортостанда Рәсәй Эшке эстәр министрлығының иҡтисади хәүефһеҙлек бүлеге етәкселәренең коррупцияға ҡаршы семинар-ултырышы үтә. Ике көн дауам итәсәк семинарҙа ҡатнашыусы белгестәрҙе республика етәксеһе Радий Хәбиров сәләмләне.
2 023
Башҡортостанда сит телдә алтаҡталарҙы тыйыуҙары мөмкин
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, беҙҙең ҡалаларҙа Рәсәйҙең тел суверенитеты һәм мәҙәни-тарихи мираҫы сағылырға тейеш. - Урам рекламаһында ят һүҙҙәрҙе саманан тыш ҡулланыу ҡала мөхитенең милли үҙенсәлеген юя. Заманса иҡтисади талаптар һәм мәҙәни мираҫы һаҡлап ҡалыуҙа баланс кәрәк, - тине спикер. Сит һүҙҙәрҙе сикләү буйынса закон проекты әҙерләнгән, ул парламентта көҙгө сессияла ҡарала.
2 023
“Башҡорт аты” фестивалендә балалар майҙансыҡтары булдырыла
Республика халыҡ ижады үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, байрамда ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн уйындар ҡаралған. Улар уҡ атыу ярышында көс һынаша, ағас һындарҙы буяуҙа ҡатнаша ала. Шулай уҡ бейеү флешмобы үтә. Бынан тыш, көйәнтә менән йүгереү, таяҡ тартыш, ҡаршылыҡтар аша уҙыш, көршәк ватыу була. Халыҡ-ара сара 6 сентябрҙә Баймаҡ районында үтә.
اکنون در دسترس! پژوهش تلگرام ۲۰۲۵ — مهمترین بینشهای سال 
