uk
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Відкрити в Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Показати більше
2 023
Підписники
-124 години
-47 днів
-730 день
Архів дописів
"Юлдаш" радиоһы юбилейы киң билдәләнә Радий Хәбиров ошо турала бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, "Башҡортостан телерадиокомпан
"Юлдаш" радиоһы юбилейы киң билдәләнә Радий Хәбиров ошо турала бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, "Башҡортостан телерадиокомпанияһы" акционерҙар йәмғиәте "Юлдаш" радиоканалының 25 йыллығына арналған сараларҙы ойоштороу комитеты булдырыла. "Юлдаш" радиоһы 2000-се йылдың 25 сентябренән эшләй.

Ҡырмыҫҡалы районында йәшәүсе умартасы махсус хәрби операцияға башҡорт балы ебәрә Алғы һыҙыҡҡа ул 200 килограмдан ашыу татлы ризыҡ оҙатҡан. Николай Васильев-хәрби бәрелештәр тураһында ишетеп кенә белмәй, шуға күрә яугирҙарға ярҙам итеүҙе изге бурыс тип һанай. Умартасы менән беҙҙең ижади төркөм осрашты.

Радий Хәбиров Республика йортонда Ырымбур хәрби казак йәмғиәте атаманы Игорь Цыганов менән осрашты Эшлекле һөйләшеү барышында Башҡортостанда казак хәрәкәтен үҫтереү һәм үҫеп килгән быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү мәсьәләләре ҡаралды. Игорь Цыганов билдәләүенсә, республикала 333 казак иҫәпләнә, улар Ырымбур хәрби казак йәмғиәте составына ҡарай. Араларында махсус хәрби операция яугирҙары, гуманитар миссияларҙа ҡатнашыусылар ҙа бар.

Радий Хәбиров төбәктең террорға ҡаршы комиссияһы һәм оператив штабтың берлектәге ултырышын уҙғарҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров төбәктең террорға ҡаршы комиссияһы һәм оператив штабтың берлектәге ултырышын уҙғарҙы. Унда профилле министрлыҡ һәм ведомстволар, оператив хеҙмәттәр һәм көс структуралары етәкселәре ҡатнашты. Эшлекле осрашыу барышында Белем көнөн байрам иткәндә, шулай уҡ урындағы үҙидара органдарына һайлау ваҡытында йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләре ҡаралды.

Өфөлә «Геройҙар дәүере» Бөтә Рәсәй илһөйәрлек йыры конкурсының Гала-концерты үтте Өфөнөң Совет майҙанында «Геройҙар дәүере» Бөтә Рәсәй илһөйәрлек йыры конкурсының Гала-концерты үтте. Башҡортостан башлығы башланғысы, Республика Хөкүмәте ярҙамы менән уҙғарылған сара Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы ҡеүәтләүгә арналды. Сараның почетлы ҡунаҡтары легендар комдив Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәленә сәскә һалыуҙа ла ҡатнашты.

Башҡортостанда яугирҙар өсөн социаль-мәҙәни реабилитация системаһы булдырыласаҡ Башҡортостан мәҙәниәт учреждениеларында махсус хәрби операциянан ҡайтҡан яугирҙар өсөн социаль-мәҙәни реабилитация системаһы булдырыласаҡ. Был турала республика башлығы Радий Хәбиров мәҙәниәт һәм сәнғәт Советы ултырышында хәбәр итте. Йылына бер тапҡыр ойошторолған Совет йыйылышында «Музалар тауышы. Башҡортостан» китабы исем туйы үтте. Радий Хәбиров республика мәҙәниәте, ижадына тоғро хеҙмәт иткән һөнәрмәндәргә дәүләт наградалары тапшырҙы.

Республика Башлығы Радий Хәбиров Воскресенск кафедра соборы төҙөлөшөн ҡараны Был объект Спорт һарайы янында урынлашҡан. Ҡорам
Республика Башлығы Радий Хәбиров Воскресенск кафедра соборы төҙөлөшөн ҡараны Был объект Спорт һарайы янында урынлашҡан. Ҡорам төҙөлөшө 2003 йылда башлана. 2007 йылда эштәр туҡтатыла, бинаны консервациялау тейешенсә башҡарылмай. Уҙған йылдың декабрендә төҙөлөштө дауам итеү тураһында ҡарар ҡабул ителә. - Республикала ике ҙур дини объект - "Әр Рәхим" мәсете һәм Воскресенск соборын төҙөп бөтөү буйынса ғәҙел һәм мөһим эш алып барабыҙ, - тип билдәләне Радий Хәбиров.

Республика Башлығы Радий Хәбиров террорға ҡаршы комиссия ултырышын уҙғарҙы Унда министрлыҡ-ведомстволар вәкилдәре ҡатнашты. Б
Республика Башлығы Радий Хәбиров террорға ҡаршы комиссия ултырышын уҙғарҙы Унда министрлыҡ-ведомстволар вәкилдәре ҡатнашты. Белем көнөндә, шулай уҡ урындағы үҙидара органдарына һайлау барышында хәүефһеҙлек тәьмин итеү мәсьәләһе ҡаралды. - Барлыҡ мәғариф учреждениелары тикшерелде. Террорға ҡаршы эш яҡшыра. Әммә был өлкәне айырым контролдә тоторға кәрәк, - тине Радий Хәбиров. 1 сентябрҙә Башҡортостанда 500 меңдән ашыу уҡыусы мәктәпкә бара. 14-ендә берҙәм тауыш биреү көнөндә 256 һайлау учаскаһында тауыш биреү ойошторола.

Зәбир Теүәлев Баймаҡ районында ижади йорт-музей булдырҙы Республикала билдәле пейзаждар төшөрөүсе рәссам, тыуған яҡты өйрәнеүсе Зәбир Теүәлев Баймаҡ районы Бәхтегәрәй ауылында булдырылған йорт-музейҙа шәхсән экскурсиялар ойоштора.Тулыраҡ киләһе яҙмала.

«Армия мәҙәниәте көндәре» сиктәрендә Өфөнөң Совет майҙанында «Геройҙар ваҡыты» конкурсы үтә «Армия мәҙәниәте көндәре» сиктәрендә Өфөнөң Совет майҙанында «Геройҙар ваҡыты» Бөтә Рәсәй илһөйәрлек йыры конкурсы үтә. Быйыл илдең 31 төбәгенән 232 ҡатнашыусы заявка ҡалдырғайны. Финалға 19 бәйгесе сыҡҡан. Бүләкләү фонды 1 миллион һум тәшкил итә.

Асҡын районы үҙәгенең иң ҙур мәктәпкәсә учреждениеһында быйыл йәй ремонт үткән Яңы уҡыу йылына балалар баҡсалары ла әҙерләнә. Асҡын районы үҙәгенең иң ҙур мәктәпкәсә учреждениеһында быйыл йәй ремонт үткән. 2015 йылда сафҡа ингән 2-се балалар баҡсаһының ҡыйығы яңыртыла, аҙыҡ блогы өсөн канализация селтәре һуҙыла.

Яңы уҡыу йылы алдынан Балаҡатай районында педагогтарҙың август кәңәшмәһе уҙғарылды Муниципалитеттың мәғариф системаһына 43 учреждение ҡарай. Коррекция мәктәп-интернаты һәм Дыуан күп профилле колледжы филиалы ла-улар иҫәбендә. Белем усаҡтарында Шайморатов кластары уңышлы эшләй, балалар баҡсаларында ла кескәйҙәргә патриотик тәрбиә биреү эше яйға һалынған. Август кәңәшмәһендә ҡатнашыусылар илһөйәрлек күргәҙмәһе менән таныша алды, майҙанда төрлө оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.

Башҡортостанда вейптар һатылыу тулыһынса тыйылыуы ихтимал Шыйыҡсаны йылытып, һулау өсөн аэрозолгә әйләнгән препарат никотин бәйлелеге тыуҙыра. Йөрәк тибеше йышая, ҡан баҫымы күтәрелә һәм мейе үҫешенә кире йоғонто яһала. Быйыл Рәсәйҙә вейптар һатыуҙы тулыһынса тыйыуҙы тәҡдим иткән закон проекты индерелде. Ҡануни башланғыс шыйыҡсаны үҫмерҙәргә һатыуҙы кәметеүҙе күҙаллай.

Өфөнөң Октябрь Проспектында 25-се йылылыҡ магистрале ремонтлана Эшселәр иҫке торбаларҙы һәм бетон плитәләрҙе алмаштыра. Хеҙмәтләндереү ваҡыты 25 йылға иҫәпләнгән. Төҙөкләндереү эштәрен киләһе айҙа тамамлау планлаштырылған. Инженер инфраструктураның яңырыуы баш ҡала үҙәге һәм көньяҡ өлөшөндә йәшәүселәрҙе йылы һыу һәм йылылыҡ менән тәьмин итеүт сифатын яҡшырта.

Автоһәүәҫкәрҙәр өсөн 1 сентябрҙән алып дәүләт пошлинаһы күләме артыуы ихтимал Закон проекты Дәүләт Думаһының тәүге уҡыуында хуплау тапҡайны. Һүҙ водитель таныҡлығын һәм автомобилдең регистрация номерҙарын биреү тураһында бара. Уға ярашлы, водитель таныҡлығы өсөн 2 мең урынына, 4 мең һум түләргә кәрәк буласаҡ. Дәүләт номерын алыу 3 мең һумға төшәсәк. Тарифтар мотоцикл һәм прицеп хужалары өсөн дә арта. Шулай уҡ сентябрҙән медицина күрһәтмәләре һәм транспорт саралары менән идара итеүгә сикләүҙәр үҙ көсөнә инәсәк.

Өфөлә белорус техникаһын етештереү-сервис үҙәге асылды Объектты асыу тантанаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән Белоруссияның Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Александр Рогожник ҡатнашты. Күләмле проект 2022 йылдың майында үткән «Инвестиция сәғәте» ултырышында хупланғайны. Республикалар араһында хеҙмәттәшлек буйынса юл картаһы ла төҙөлгән, 8 йүнәлеш буйынса 74 сараны үҙ эсенә ала. Мультибрендлы яңы үҙәк эшмәкәрлеге һәм Белоруссиянан килгән делегеция менән осрашыу һөҙөмтәләре тураһында репортаж.

Армия мәҙәниәте көндәре дауам итә Саралар Өфөлә генә түгел, республика райондарында һәм ҡалаларында ойошторола. Екатеринбург ҡалаһынан килгән Үҙәк хәрби округының йыр һәм бейеү ансамбле гастролдәр менән Күмертауҙа булды. Коллективта Башҡортостанда тыуып-үҫкән бер нисә артист эшләй. Беҙгә тыуған яҡта сығыш яһау айырыуса мәртәбәле, ти улар.

Өфөлә «Еңеү шиғырҙары» тип исемләнгән илһөйәрлек шиғриәте сәғәте үтте Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала «Еңеү шиғырҙары» тип исемләнгән илһөйәрлек шиғриәте сәғәте үтте. «Армия мәҙәниәте көндәре» программаһына ярашлы уҙғарылған сарала танылған яҙыусылар, китап авторҙары уҡыусылары менән осрашып, ижади эшмәкәрлегенә ҡағылған һорауҙарға яуап бирҙе.

Башҡортостандың хәрби журналистары «Звезда» телеканалы алып барыусыһы Ирина Лосик менән осрашты «Армия мәҙәниәте көндәре» сиктәрендә Башҡортостандың хәрби журналистары «Звезда» телеканалы алып барыусыһы Ирина Лосик менән осрашты. Махсус хәрби операция башланыу менән республиканың матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларында эшләгән 30-ҙан ашыу хеҙмәткәр Донбасс яҡтарына оҙайлы командировкаларға сыға башланы, объектив һәм дөрөҫ мәғлүмәт еткереүҙә БСТ телеканалы журналистары ла әүҙем ҡатнаша.

Өфөлә беренсел медицина ярҙамы буйынса Бөтә Рәсәй форум үтте Өфө «Беренсел медицина-санитар ярҙамы күрһәтеүҙә урта медицина белеме булған белгестәрҙең роле» тип исемләнгән Бөтә Рәсәй форумын ҡабул итте. Унда илдең егерме төбәгенән 600-ҙән ашыу ҡатнашыусы йыйылды, Ҡаҙағстандан да ҡунаҡтар булды.