БСТ | Яңылыҡтар
Відкрити в Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Показати більше2 019
Підписники
-124 години
-37 днів
-1030 день
Архів дописів
2 019
Өфөлә «Үҙ ғаиләм» форумы уҙҙы
Белгестәрҙән бушлай консультация, ата-әсәләр өсөн оҫталыҡ дәрестәре, ижади майҙансыҡтар һәм башҡалар. Өфөлә «Үҙ ғаиләм» форумы уҙҙы. Күп балалы ата-әсәләр дәүләт эшмәкәрҙәре, төрлө ведомство етәкселәре үҙ-ара фекер алышып, хәл итәһе мәсьәләләрҙе асыҡланы.
2 019
Төбәктә инфраструктураны яңыртыу буйынса рекордлы күләмдә эш башҡарылды
Былтыр республикала коммуналь инфраструктураны яңыртыу төбәк программаһын тормошҡа ашырыуҙың беренсе этабы тамамланды. Уға ярашлы 21 объектта реконструкция һәм капиталь ремонт уҙғарылғайны, 115 саҡрым инженер селтәрҙәр яңыртылды. Дөйөм финанс сығымдар 1 миллиард ярым һум тәшкил итте.
2 019
Башҡортостан «Башҡорт сода компанияһы» өҫтөнән контролен һаҡлаясаҡ
Башҡортостан «Башҡорт сода компанияһы» өҫтөнән контролен һаҡлаясаҡ, директорҙар советында күпселекте төбәк вәкилдәре тәшкил итәсәк. Был турала эксперттар Владимир Путиндың «Башҡорт сода компанияһын» стратегик предприятиелар исемлегенән сығарыу тураһындағы Указы хаҡында фекер йөрөтөп белдерә.
2 019
Радий Хәбиров урта һөнәри белем биреү ойошмалары студенттары менән осрашты
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров урта һөнәри белем биреү ойошмалары студенттары менән осрашты. Төбәк етәксеһе әүҙем ҡарашлы йәштәр менән аралашып республикала эшкә урынлашыу, һөнәри үҫеш мөмкинлектәре тураһында һөйләне.
2 019
Радий Хәбиров урта һөнәри белем биреү ойошмалары студенттары менән осрашты
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров урта һөнәри белем биреү ойошмалары студенттары менән осрашты. Төбәк етәксеһе әүҙем ҡарашлы йәштәр менән аралашып республикала эшкә урынлашыу, һөнәри үҫеш мөмкинлектәре тураһында һөйләне.
2 019
Шүлгәнташтағы күлде пилотһыҙ йөҙөү аппараты тикшерә
Бөрйән районында экспедиция ойошторолдо. Тәүге көндә махсус аппарат һыу аҫтынан 36 метр үтте. Дрон 200 метрлыҡ электр сымына тоташтырылған. Ул һыу аҫтында оҙаҡ ваҡытҡа ҡала ала. Аппаратты Өфө инженеры Ярослав Литвинов эшләгән. Музей-ҡурсаулыҡтан хәбәр итеүҙәренсә, күлгә экспедиция ваҡыты сикләнмәгән. Маҡсаты - Шүлгәнташты өйрәнеү, берҙәм карта төҙөү.
2 019
Башҡортостанда юлдар йыл әйләнәһе ремонтлана
Быйыл 7 меңдән ашыу соҡор ямалған, тип хәбәр итәләр Республика хөкүмәтенән. Иң ҙур эштәр Тәтешле, Өфө һәм Туймазы райондарында башҡарылған. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, һалҡын көндәрҙә юл ҡатламы емерелеүе, соҡорҙар барлыҡҡа килеүе ихтимал. Шуға ремонт йыл әйләнәһе алып барыла. Төп маҡсат - юлдарҙа хәүефһеҙлек тәьмин итеү. Көндәр йылытҡас республикала 23 асфальт-бетон заводы эшләй башлай.
2 019
Баймаҡта «Һомай» тип исемләнгән конкурс үтте
Яҙҙың тәүге байрамы алдынан «Айыуҡай» балалар баҡсаһында «Һомай» тип исемләнгән конкурс үтте. Бәйгелә Һомайҙың үҙе кеүек һылыу, уңған 9 ҡыҙ ҡатнашты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
2 019
1 марттан граждандар Дәүләт хеҙмәттәре порталында кредит алыуҙы тыйыу хеҙмәте менән файҙалана ала
Сикләүҙе Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ғына эшләргә мөмкин. Был ипотека, автокредит һәм белем алыу өсөн дәүләт ярҙамы менән бирелгән кредитҡа ҡағылмай. Операцияны Күп функциялы үҙәктәрҙең айырым секторҙарында белгестәр ярҙамында башҡарырға була, берҙәм тәҙрә аша был хеҙмәт күрһәтелмәй. Кредитҡа тыйыуҙы теләгән ваҡытта кире алырға мөмкин. Был осраҡта мәғлүмәт кредит тарихында мөрәжәғәт итеүҙең икенсе көнөндә сағылыш таба.
2 019
Республика инвестиция Милли рейтингында илдең иң яҡшы өс төбәге иҫәбендә
Был турала Өфөлә Башҡортостан финанс министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында хәбәр ителде. Унда 2024 йылға йомғаҡ яһалды һәм алдағы ике йылға өҫтөнлөклө йүнәлештәр билдәләнде. 2024 йыл йомғаҡтары буйынса инвестициялар күләме 700 миллиард һумдан ашып киткән. Етештереү 5,4 процентҡа артҡан.
2 019
Республикала 179 килограмм тауар һатыуҙан алынған
Башҡортостанда 68 партия тәм-том һәм икмәк продукцияһы ҡулланыуға яраҡһыҙ тип табылған. 2024 йылда 179 килограмм тауар һатыуҙан алынған, тип хәбәр итәләр Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенән. Был продукцияның ҡулланыу ваҡыты үтеүе, тейешле тамғаһы булмауы асыҡланған.
2 019
Башҡортостан спортсылары Мәскәүҙә үткән турнирҙа еңеү яуланы
Мас-рестлинг буйынса уҙғарылған ярыш Олимпия чемпионы Роман Дмитриевтың иҫтәлегенә арналды. Республиканан Мәғди Ибраһимов 90, Евгений Пиконин 105 килограмға тиклем ауырлыҡ үлсәмендә алтын миҙал яуланы. Турнир унынсы тапҡыр уҙғарылды. Унда илдең 20-гә яҡын төбәгенән 80 спортсы ҡатнашты. Роман Дмитриев мас-рестлингты танытыуға ҙур өлөш индергән кешеләрҙең береһе. Тап ул Мәскәүҙә ошо спорт төрө буйынса тәүге чемпионаттарҙы ойоштороусы булып тора.
2 019
Республикала грипп һәм тын юлдары ауырыуҙары арта
Һуңғы 10 көндә 30 мең кешегә ошондай диагноз ҡуйылған. Сирлеләрҙең 65 процентында киҙеү асыҡлана. Йышыраҡ балалар ауырый. Инфекцияны иҫкәртеү өсөн йәмәғәт урындарында битлек кейеү, бүлмәләрҙе даими елләтеү кәңәш ителә.
2 019
Республикала балалар араһында “Тере хәтер” тигән рәсем конкурсы башланды
Ул Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнала. Ижади ярышты Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, Халыҡ ижады үҙәге, Хәрби дан музейы һәм кино төшөрөүселәр берлеге уҙғара. Конкурста 6 йәштән 17 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар һәм малайҙар ҡатнаша ала. Һүрәттәрҙә Совет халҡының фронт һәм тыл батырлығы данланырға тейеш. Эштәр 31 мартҡа тиклем ҡабул ителә. Еңеүселәрҙе бүләкләү сараһы апрелдә һәм майҙа үтә. Ҡурсаҡ театры галереяһында һүрәттәр күргәҙмәһе ойошторола.
2 019
Өфө дәүләт автоинспекцияһы яңы операция иғлан итте
Уның барышында йәйәүлеләр иғтибар үҙәгенә алына. Юл полицияһы кешеләргә юл бирмәгән водителдәрҙе асыҡлай. Шулай уҡ ҡағиҙәләрҙе боҙған йәйәүлеләр туҡтатыла. “Юл аша сыҡҡанда телефон аша һөйләшмәгеҙ. Ҡолаҡсын таҡмағыҙ. Капюшонды һалып тороғоҙ. Һеҙҙең именлек – һеҙҙең ҡулда”, - тип белдерә дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре. Рейд иртәгә тамамлана.
2 019
Өфөлә ҡурайсылар, оҫталар һәм милли музыка уйын ҡоралдарында башҡарыусыларҙың семинары үтте
Баш ҡаланың «Торатау» Конгресс-холлында бөгөн ҡурайсылар, оҫталар һәм милли музыка уйын ҡоралдарында башҡарыусыларҙың беренсе семинары үтте. Йола буйынса «Урал» башҡорт халыҡ көйөнән башланған сарала ил һәм донъя кимәлендә танылыу алған милләттәштәребеҙ ҡатнашты.
2 019
Өфөнөң Октябрь районы «Ата-әсәләр менән бергә Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыу» акцияһына ҡушылды
Өфөнөң Октябрь районы «Ата-әсәләр менән бергә Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыу» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Ул баш ҡалала туғыҙынсы тапҡыр ойошторола. Акцияны үткәреү майҙансығы итеп Өфөнөң 38-се мәктәбе һайланған.
2 019
Башҡортостан юлдаш телеканалы телеканалдар рейтингында республикала иң яратып ҡаралған канал
Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт агентлығы ойошторған киңәйтелгән коллегия ултырышында бөгөн шулай тип билдәләнде. Медиаөлкәләге йыллыҡ һөҙөмтәләр барланды, бурыстар билдәләнде. Йыл дауамында күтәрелгән темалар һәм уларҙы халыҡҡа еткереүҙә лайыҡлы хеҙмәт күрһәтеүселәрҙең эше баһаланды.
2 019
Иглин районында махсус хәрби операцияла һәләк булған яугир исеме мәңгеләштерелде
Руслан Кәлимуллинға арналған мемориаль таҡта ул уҡыған Данис Тикеев исемендәге 4-се мәктәп бинаһына ҡуйылды. Хәтер таҡтаһын асыу тантанаһына батырҙың туғандары, уҡытыусылары, хәрби бәрелеш ветерандары йыйылды.
2 019
Өфөлә IT йүнәләшендә бушлай уҡырға мөмкин буласаҡ
«Сбер» компанияһы башланғысында эшләгән «Мәктәп 21» мәғариф платформаһына Башҡортостан да ҡушылды. Бөгөн Өфөнөң вуз-ара кампусында үткән конференцияла мәктәп етәкселеге һәм республика Хөкүмәте Премьер-министры журналист һәм студенттар алдынды сығыш яһап, уҡыу тәртибе тураһындағы һорауҙарға яуап бирҙе.
Вже доступно! Дослідження Telegram за 2025 — головні інсайти року 
