es
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Ir al canal en Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Mostrar más
2 019
Suscriptores
-124 horas
-37 días
-930 días
Archivo de publicaciones
Өфөлә «Үҙ ғаиләм» форумы уҙҙы Белгестәрҙән бушлай консультация, ата-әсәләр өсөн оҫталыҡ дәрестәре, ижади майҙансыҡтар һәм башҡалар. Өфөлә «Үҙ ғаиләм» форумы уҙҙы. Күп балалы ата-әсәләр дәүләт эшмәкәрҙәре, төрлө ведомство етәкселәре үҙ-ара фекер алышып, хәл итәһе мәсьәләләрҙе асыҡланы.

Төбәктә инфраструктураны яңыртыу буйынса рекордлы күләмдә эш башҡарылды Былтыр республикала коммуналь инфраструктураны яңыртыу төбәк программаһын тормошҡа ашырыуҙың беренсе этабы тамамланды. Уға ярашлы 21 объектта реконструкция һәм капиталь ремонт уҙғарылғайны, 115 саҡрым инженер селтәрҙәр яңыртылды. Дөйөм финанс сығымдар 1 миллиард ярым һум тәшкил итте.

Башҡортостан «Башҡорт сода компанияһы» өҫтөнән контролен һаҡлаясаҡ Башҡортостан «Башҡорт сода компанияһы» өҫтөнән контролен һаҡлаясаҡ, директорҙар советында күпселекте төбәк вәкилдәре тәшкил итәсәк. Был турала эксперттар Владимир Путиндың «Башҡорт сода компанияһын» стратегик предприятиелар исемлегенән сығарыу тураһындағы Указы хаҡында фекер йөрөтөп белдерә.

Радий Хәбиров урта һөнәри белем биреү ойошмалары студенттары менән осрашты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров урта һөнәри белем биреү ойошмалары студенттары менән осрашты. Төбәк етәксеһе әүҙем ҡарашлы йәштәр менән аралашып республикала эшкә урынлашыу, һөнәри үҫеш мөмкинлектәре тураһында һөйләне.

Радий Хәбиров урта һөнәри белем биреү ойошмалары студенттары менән осрашты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров урта һөнәри белем биреү ойошмалары студенттары менән осрашты. Төбәк етәксеһе әүҙем ҡарашлы йәштәр менән аралашып республикала эшкә урынлашыу, һөнәри үҫеш мөмкинлектәре тураһында һөйләне.

Шүлгәнташтағы күлде пилотһыҙ йөҙөү аппараты тикшерә Бөрйән районында экспедиция ойошторолдо. Тәүге көндә махсус аппарат һыу а
Шүлгәнташтағы күлде пилотһыҙ йөҙөү аппараты тикшерә Бөрйән районында экспедиция ойошторолдо. Тәүге көндә махсус аппарат һыу аҫтынан 36 метр үтте. Дрон 200 метрлыҡ электр сымына тоташтырылған. Ул һыу аҫтында оҙаҡ ваҡытҡа ҡала ала. Аппаратты Өфө инженеры Ярослав Литвинов эшләгән. Музей-ҡурсаулыҡтан хәбәр итеүҙәренсә, күлгә экспедиция ваҡыты сикләнмәгән. Маҡсаты - Шүлгәнташты өйрәнеү, берҙәм карта төҙөү.

Башҡортостанда юлдар йыл әйләнәһе ремонтлана Быйыл 7 меңдән ашыу соҡор ямалған, тип хәбәр итәләр Республика хөкүмәтенән. Иң ҙ
Башҡортостанда юлдар йыл әйләнәһе ремонтлана Быйыл 7 меңдән ашыу соҡор ямалған, тип хәбәр итәләр Республика хөкүмәтенән. Иң ҙур эштәр Тәтешле, Өфө һәм Туймазы райондарында башҡарылған. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, һалҡын көндәрҙә юл ҡатламы емерелеүе, соҡорҙар барлыҡҡа килеүе ихтимал. Шуға ремонт йыл әйләнәһе алып барыла. Төп маҡсат - юлдарҙа хәүефһеҙлек тәьмин итеү. Көндәр йылытҡас республикала 23 асфальт-бетон заводы эшләй башлай.

Баймаҡта «Һомай» тип исемләнгән конкурс үтте Яҙҙың тәүге байрамы алдынан «Айыуҡай» балалар баҡсаһында «Һомай» тип исемләнгән конкурс үтте. Бәйгелә Һомайҙың үҙе кеүек һылыу, уңған 9 ҡыҙ ҡатнашты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

1 марттан граждандар Дәүләт хеҙмәттәре порталында кредит алыуҙы тыйыу хеҙмәте менән файҙалана ала Сикләүҙе Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ғына эшләргә мөмкин. Был ипотека, автокредит һәм белем алыу өсөн дәүләт ярҙамы менән бирелгән кредитҡа ҡағылмай. Операцияны Күп функциялы үҙәктәрҙең айырым секторҙарында белгестәр ярҙамында башҡарырға була, берҙәм тәҙрә аша был хеҙмәт күрһәтелмәй. Кредитҡа тыйыуҙы теләгән ваҡытта кире алырға мөмкин. Был осраҡта мәғлүмәт кредит тарихында мөрәжәғәт итеүҙең икенсе көнөндә сағылыш таба.

Республика инвестиция Милли рейтингында илдең иң яҡшы өс төбәге иҫәбендә Был турала Өфөлә Башҡортостан финанс министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында хәбәр ителде. Унда 2024 йылға йомғаҡ яһалды һәм алдағы ике йылға өҫтөнлөклө йүнәлештәр билдәләнде. 2024 йыл йомғаҡтары буйынса инвестициялар күләме 700 миллиард һумдан ашып киткән. Етештереү 5,4 процентҡа артҡан.

Республикала 179 килограмм тауар һатыуҙан алынған Башҡортостанда 68 партия тәм-том һәм икмәк продукцияһы ҡулланыуға яраҡһыҙ т
Республикала 179 килограмм тауар һатыуҙан алынған Башҡортостанда 68 партия тәм-том һәм икмәк продукцияһы ҡулланыуға яраҡһыҙ тип табылған. 2024 йылда 179 килограмм тауар һатыуҙан алынған, тип хәбәр итәләр Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенән. Был продукцияның ҡулланыу ваҡыты үтеүе, тейешле тамғаһы булмауы асыҡланған.

Башҡортостан спортсылары Мәскәүҙә үткән турнирҙа еңеү яуланы Мас-рестлинг буйынса уҙғарылған ярыш Олимпия чемпионы Роман Дмит
Башҡортостан спортсылары Мәскәүҙә үткән турнирҙа еңеү яуланы Мас-рестлинг буйынса уҙғарылған ярыш Олимпия чемпионы Роман Дмитриевтың иҫтәлегенә арналды. Республиканан Мәғди Ибраһимов 90, Евгений Пиконин 105 килограмға тиклем ауырлыҡ үлсәмендә алтын миҙал яуланы. Турнир унынсы тапҡыр уҙғарылды. Унда илдең 20-гә яҡын төбәгенән 80 спортсы ҡатнашты. Роман Дмитриев мас-рестлингты танытыуға ҙур өлөш индергән кешеләрҙең береһе. Тап ул Мәскәүҙә ошо спорт төрө буйынса тәүге чемпионаттарҙы ойоштороусы булып тора.

Республикала грипп һәм тын юлдары ауырыуҙары арта Һуңғы 10 көндә 30 мең кешегә ошондай диагноз ҡуйылған. Сирлеләрҙең 65 проце
Республикала грипп һәм тын юлдары ауырыуҙары арта Һуңғы 10 көндә 30 мең кешегә ошондай диагноз ҡуйылған. Сирлеләрҙең 65 процентында киҙеү асыҡлана. Йышыраҡ балалар ауырый. Инфекцияны иҫкәртеү өсөн йәмәғәт урындарында битлек кейеү, бүлмәләрҙе даими елләтеү кәңәш ителә.

Республикала балалар араһында “Тере хәтер” тигән рәсем конкурсы башланды Ул Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнала. Ижади ярышты Б
Республикала балалар араһында “Тере хәтер” тигән рәсем конкурсы башланды Ул Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнала. Ижади ярышты Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, Халыҡ ижады үҙәге, Хәрби дан музейы һәм кино төшөрөүселәр берлеге уҙғара. Конкурста 6 йәштән 17 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар һәм малайҙар ҡатнаша ала. Һүрәттәрҙә Совет халҡының фронт һәм тыл батырлығы данланырға тейеш. Эштәр 31 мартҡа тиклем ҡабул ителә. Еңеүселәрҙе бүләкләү сараһы апрелдә һәм майҙа үтә. Ҡурсаҡ театры галереяһында һүрәттәр күргәҙмәһе ойошторола.

Өфө дәүләт автоинспекцияһы яңы операция иғлан итте Уның барышында йәйәүлеләр иғтибар үҙәгенә алына. Юл полицияһы кешеләргә юл
Өфө дәүләт автоинспекцияһы яңы операция иғлан итте Уның барышында йәйәүлеләр иғтибар үҙәгенә алына. Юл полицияһы кешеләргә юл бирмәгән водителдәрҙе асыҡлай. Шулай уҡ ҡағиҙәләрҙе боҙған йәйәүлеләр туҡтатыла. “Юл аша сыҡҡанда телефон аша һөйләшмәгеҙ. Ҡолаҡсын таҡмағыҙ. Капюшонды һалып тороғоҙ. Һеҙҙең именлек – һеҙҙең ҡулда”, - тип белдерә дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре. Рейд иртәгә тамамлана.

Өфөлә ҡурайсылар, оҫталар һәм милли музыка уйын ҡоралдарында башҡарыусыларҙың семинары үтте Баш ҡаланың «Торатау» Конгресс-холлында бөгөн ҡурайсылар, оҫталар һәм милли музыка уйын ҡоралдарында башҡарыусыларҙың беренсе семинары үтте. Йола буйынса «Урал» башҡорт халыҡ көйөнән башланған сарала ил һәм донъя кимәлендә танылыу алған милләттәштәребеҙ ҡатнашты.

Өфөнөң Октябрь районы «Ата-әсәләр менән бергә Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыу» акцияһына ҡушылды Өфөнөң Октябрь районы «Ата-әсәләр менән бергә Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыу» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Ул баш ҡалала туғыҙынсы тапҡыр ойошторола. Акцияны үткәреү майҙансығы итеп Өфөнөң 38-се мәктәбе һайланған.

Башҡортостан юлдаш телеканалы телеканалдар рейтингында республикала иң яратып ҡаралған канал Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт агентлығы ойошторған киңәйтелгән коллегия ултырышында бөгөн шулай тип билдәләнде. Медиаөлкәләге йыллыҡ һөҙөмтәләр барланды, бурыстар билдәләнде. Йыл дауамында күтәрелгән темалар һәм уларҙы халыҡҡа еткереүҙә лайыҡлы хеҙмәт күрһәтеүселәрҙең эше баһаланды.

Иглин районында махсус хәрби операцияла һәләк булған яугир исеме мәңгеләштерелде Руслан Кәлимуллинға арналған мемориаль таҡта ул уҡыған Данис Тикеев исемендәге 4-се мәктәп бинаһына ҡуйылды. Хәтер таҡтаһын асыу тантанаһына батырҙың туғандары, уҡытыусылары, хәрби бәрелеш ветерандары йыйылды.

Өфөлә IT йүнәләшендә бушлай уҡырға мөмкин буласаҡ «Сбер» компанияһы башланғысында эшләгән «Мәктәп 21» мәғариф платформаһына Башҡортостан да ҡушылды. Бөгөн Өфөнөң вуз-ара кампусында үткән конференцияла мәктәп етәкселеге һәм республика Хөкүмәте Премьер-министры журналист һәм студенттар алдынды сығыш яһап, уҡыу тәртибе тураһындағы һорауҙарға яуап бирҙе.