ch
Feedback

不要被骗子欺骗!Telemetrio 会找到并标记这些频道 👉 如果想查看标记,请订阅

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

前往频道在 Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

显示更多
1 968
订阅者
-124 小时
-27 天
-1630 天
帖子存档
Туймазы районында профсоюздар отчет-һайлау конференцияһы үтте Туймазы районында дәүләт учреждениелары һәм йәмәғәт хеҙмәтләндереүе хеҙмәткәрҙәренең Дөйөм Рәсәй профессиональ союзының территориаль ойошмаһы отчет-һайлау конференцияһы уҙғарҙы.

Иглин районында милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу барышы тикшерелде Иглин районында милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу барышы тикшерелде. Унда эш сәфәре менән Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Алексей Касьянов булды. Мөһим йүнәлештәрҙең береһе - «Һаулыҡ һаҡлау» федераль милли проектын ғәмәлгә ашырыу тора.

Коммуналь инфраструктураны яңыртыу программаһының тәүге этабы тамамланды Былтыр республикала коммуналь инфраструктураны яңыртыу төбәк программаһын тормошҡа ашырыуҙың беренсе этабы тамамланды. Уға ярашлы 21 объектта реконструкция һәм капиталь ремонт уҙғарылғайны, 115 саҡрым инженер селтәрҙәр яңыртылды. Дөйөм финанс сығымдар 1 миллиард ярым һум тәшкил итте. Был турала Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы менән төбәктең торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетының берҙәм коллегия ултырышында билдәләнде.

Башҡортостанда яҙғы ташҡынға әҙерлек эштәре әүҙем бара Быйыл 27 муниципаль берәмек биләмәһендә 67 хәүефле участка контролдә тотола. Йылғаларҙа боҙ тығыны барлыҡҡа килмәһен өсөн төбәктәрҙә ташҡынға ҡаршы саралар үткәрелә, айырым йылғаларҙа боҙ шартлатыла. Бынан тыш, йыл һайын республикала ташҡын хәле насарайған осраҡта халыҡты иҫкәртеүҙе ойоштороу буйынса штаб күнекмәләре уҙа.

Салауат Юлаев музейы ремонтлана Башҡортостан милли музейы Малаяҙ ауылындағы музейҙа капиталь ремонт уҙғарыуға контракт төҙөнө
Салауат Юлаев музейы ремонтлана Башҡортостан милли музейы Малаяҙ ауылындағы музейҙа капиталь ремонт уҙғарыуға контракт төҙөнө. Уға ярашлы, бында һыу, канализация, йылытыу системаһы, ҡыйыҡ, бинаның тышҡы яғы төҙөкләндерелә. Шулай уҡ эргәләге биләмә тәртипкә килтерелә. Салауат Юлаев музейына 1965 йылда нигеҙ һалынған. Бында башҡорт халҡының милли геройының тормошона ҡағылышлы экспонаттар күрһәтелгән.

Рәсәйҙә социаль пенсия артасаҡ 1 апрелдән пенсия 14,75 процентҡа индексациялана, тип белдерә Дәүләт Думаһының Бюджет һәм һалы
Рәсәйҙә социаль пенсия артасаҡ 1 апрелдән пенсия 14,75 процентҡа индексациялана, тип белдерә Дәүләт Думаһының Бюджет һәм һалымдар буйынса комитеты ағзаһы Никита Чаплин. Үҙгәрештәр 3 миллион ярым самаһы ил халҡына, шул иҫәптән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, Ленинград блокадасылары, радиация һәм техноген һәләкәттәр ҡорбандарына ҡағыла.

Өфөлә Раушания Бәҙретдинованың шәхси күргәҙмәһе асылды Һынлы сәнғәттә «Емеш» образы. Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Раушания Бәҙретдинованың Башҡортостан милли музейында шәхси күргәҙмәһе асылды. Экспозицияла Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның милли мотивтар менән рухландырылған әҫәрҙәренә һәм яҙмышына, әлеге ваҡытта алғы һыҙыҡта Ватан һағына баҫҡан яугирҙарға арналған яңы картиналары тәҡдим ителде.

Дәһшәтле йылдар шаһиты: Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишҡол Мәхмүтовтың хәтирәләре Дәһшәтле йылдар шаһиты. Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишҡол Мәхмүтов 99 йәшендә булыуға ҡарамаҫтан, фронт һыҙығында булған ваҡиғаларҙы бөгөнгөләй хәтерләй. Үҫмер генә сағында ҡулына ҡорал алып, Ватан һағына баҫҡан, унан һуң әсирелектең барлыҡ михнәттәрен күргән сал сәсле яугир тураһында сюжет.

Башҡорт дәүләт медицина университеты ғалимдары депрессияға ҡаршы яңы төр препарат уйлап тапҡан Яңы дарыу әле вуз -ара кампус лабораторияларында һынау үтә. Дарыуханаларҙа һатылған препараттарҙан башҡорт антидепрессанты нимәһе менән айырыла?

Өфөлә «Үҙ ғаиләм» форумы уҙҙы Белгестәрҙән бушлай консультация, ата-әсәләр өсөн оҫталыҡ дәрестәре, ижади майҙансыҡтар һәм башҡалар. Өфөлә «Үҙ ғаиләм» форумы уҙҙы. Күп балалы ата-әсәләр дәүләт эшмәкәрҙәре, төрлө ведомство етәкселәре үҙ-ара фекер алышып, хәл итәһе мәсьәләләрҙе асыҡланы.

Төбәктә инфраструктураны яңыртыу буйынса рекордлы күләмдә эш башҡарылды Былтыр республикала коммуналь инфраструктураны яңыртыу төбәк программаһын тормошҡа ашырыуҙың беренсе этабы тамамланды. Уға ярашлы 21 объектта реконструкция һәм капиталь ремонт уҙғарылғайны, 115 саҡрым инженер селтәрҙәр яңыртылды. Дөйөм финанс сығымдар 1 миллиард ярым һум тәшкил итте.

Башҡортостан «Башҡорт сода компанияһы» өҫтөнән контролен һаҡлаясаҡ Башҡортостан «Башҡорт сода компанияһы» өҫтөнән контролен һаҡлаясаҡ, директорҙар советында күпселекте төбәк вәкилдәре тәшкил итәсәк. Был турала эксперттар Владимир Путиндың «Башҡорт сода компанияһын» стратегик предприятиелар исемлегенән сығарыу тураһындағы Указы хаҡында фекер йөрөтөп белдерә.

Радий Хәбиров урта һөнәри белем биреү ойошмалары студенттары менән осрашты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров урта һөнәри белем биреү ойошмалары студенттары менән осрашты. Төбәк етәксеһе әүҙем ҡарашлы йәштәр менән аралашып республикала эшкә урынлашыу, һөнәри үҫеш мөмкинлектәре тураһында һөйләне.

Радий Хәбиров урта һөнәри белем биреү ойошмалары студенттары менән осрашты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров урта һөнәри белем биреү ойошмалары студенттары менән осрашты. Төбәк етәксеһе әүҙем ҡарашлы йәштәр менән аралашып республикала эшкә урынлашыу, һөнәри үҫеш мөмкинлектәре тураһында һөйләне.

Шүлгәнташтағы күлде пилотһыҙ йөҙөү аппараты тикшерә Бөрйән районында экспедиция ойошторолдо. Тәүге көндә махсус аппарат һыу а
Шүлгәнташтағы күлде пилотһыҙ йөҙөү аппараты тикшерә Бөрйән районында экспедиция ойошторолдо. Тәүге көндә махсус аппарат һыу аҫтынан 36 метр үтте. Дрон 200 метрлыҡ электр сымына тоташтырылған. Ул һыу аҫтында оҙаҡ ваҡытҡа ҡала ала. Аппаратты Өфө инженеры Ярослав Литвинов эшләгән. Музей-ҡурсаулыҡтан хәбәр итеүҙәренсә, күлгә экспедиция ваҡыты сикләнмәгән. Маҡсаты - Шүлгәнташты өйрәнеү, берҙәм карта төҙөү.

Башҡортостанда юлдар йыл әйләнәһе ремонтлана Быйыл 7 меңдән ашыу соҡор ямалған, тип хәбәр итәләр Республика хөкүмәтенән. Иң ҙ
Башҡортостанда юлдар йыл әйләнәһе ремонтлана Быйыл 7 меңдән ашыу соҡор ямалған, тип хәбәр итәләр Республика хөкүмәтенән. Иң ҙур эштәр Тәтешле, Өфө һәм Туймазы райондарында башҡарылған. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, һалҡын көндәрҙә юл ҡатламы емерелеүе, соҡорҙар барлыҡҡа килеүе ихтимал. Шуға ремонт йыл әйләнәһе алып барыла. Төп маҡсат - юлдарҙа хәүефһеҙлек тәьмин итеү. Көндәр йылытҡас республикала 23 асфальт-бетон заводы эшләй башлай.

Баймаҡта «Һомай» тип исемләнгән конкурс үтте Яҙҙың тәүге байрамы алдынан «Айыуҡай» балалар баҡсаһында «Һомай» тип исемләнгән конкурс үтте. Бәйгелә Һомайҙың үҙе кеүек һылыу, уңған 9 ҡыҙ ҡатнашты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

1 марттан граждандар Дәүләт хеҙмәттәре порталында кредит алыуҙы тыйыу хеҙмәте менән файҙалана ала Сикләүҙе Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ғына эшләргә мөмкин. Был ипотека, автокредит һәм белем алыу өсөн дәүләт ярҙамы менән бирелгән кредитҡа ҡағылмай. Операцияны Күп функциялы үҙәктәрҙең айырым секторҙарында белгестәр ярҙамында башҡарырға була, берҙәм тәҙрә аша был хеҙмәт күрһәтелмәй. Кредитҡа тыйыуҙы теләгән ваҡытта кире алырға мөмкин. Был осраҡта мәғлүмәт кредит тарихында мөрәжәғәт итеүҙең икенсе көнөндә сағылыш таба.

Республика инвестиция Милли рейтингында илдең иң яҡшы өс төбәге иҫәбендә Был турала Өфөлә Башҡортостан финанс министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында хәбәр ителде. Унда 2024 йылға йомғаҡ яһалды һәм алдағы ике йылға өҫтөнлөклө йүнәлештәр билдәләнде. 2024 йыл йомғаҡтары буйынса инвестициялар күләме 700 миллиард һумдан ашып киткән. Етештереү 5,4 процентҡа артҡан.

Республикала 179 килограмм тауар һатыуҙан алынған Башҡортостанда 68 партия тәм-том һәм икмәк продукцияһы ҡулланыуға яраҡһыҙ т
Республикала 179 килограмм тауар һатыуҙан алынған Башҡортостанда 68 партия тәм-том һәм икмәк продукцияһы ҡулланыуға яраҡһыҙ тип табылған. 2024 йылда 179 килограмм тауар һатыуҙан алынған, тип хәбәр итәләр Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенән. Был продукцияның ҡулланыу ваҡыты үтеүе, тейешле тамғаһы булмауы асыҡланған.