БСТ | Яңылыҡтар
Открыть в Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Больше2 026
Подписчики
Нет данных24 часа
-27 дней
-430 день
Архив постов
2 025
Ауырғазы районы Татар Нуғаҙағы ауылында йыһазландырылған спорт һәм ял паркы асылды
Төҙөкләндереү «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә уҙғарылған. Һуңғы биш йылда федераль проект буйынса Ауырғазы районына 13,3 миллион һум дәүләт ярҙамы йүнәлтелгән. Был аҡсаға Семенкин ауылында бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙарға һәйкәл ҡуйылған, Миҫеле ауылы менән Балыҡлыкүл ауыл биләмәһендә урамдарҙы яҡтыртыу ҡоролмалары һәм контейнер майҙансыҡтары барлыҡҡа килгән.
2 025
Әбйәлил районында 10 йәшлек ҡыҙ Екатеринбургта реабилитациянан һуң өйөнә ҡайтты
Ауыр сир һәм янғын арҡаһында Нурзилә Исламғолова бер йылдан ашыу йөрөй алмай. Хәҙер ҡыҙ аяғына баҫҡан. Реабилитация үҙәге белгестәре уның менән координацияны ҡайтарырыу өсөн көн һайын шөғөлләнә, мускулдарҙы нығытырға һәм уларҙың эшен яҡшыртырға ярҙам итә.
2 025
Рәсәйҙең иң шәп участка терапевы Өфөнөң 13-сө ҡала клиник дауаханаһында эшләй
Ул-медицина учреждениеһының терапия бүлеге мөдире Флүзә Әхмәтйәнова. «Йылдың иң яҡшы табибы» Бөтә Рәсәй конкурсында «Иң яҡшы участка терапевы» номинацияһында еңеү яулаусы. Флүзә Рәсих ҡыҙы участка терапевы булып 30 йылдан ашыу эшләй, үҙ һөнәренең оҫтаһы. Ил кимәлендә иң яҡшы тип баһаланған тәжрибәле табиптың шатлығын беҙҙең ижади төркөм дә уртаҡлашты.
2 025
Өфөнөң Затон биҫтәһендә 1225 урынлыҡ яңы мәктәп төҙөлә
Белем биреүгә заманса шарттар. Өфөнөң Ленин районы биләмәһендә дүрт мәғариф учреждениеһы төҙөлә. Уларҙың иң күләмлеһе Затон биҫтәһендә 1225 уҡыусыға иҫәпләнгән гуманитар-лингвистик йүнәлештәге белем биреү комплексы. Миловка, Летчиктар, Ғәзи Заһитов һәм Дмитрий Купцов урамдарында йәшәүселәр белем аласаҡ мәктәптәге төҙөлөш эштәре барышы менән беҙҙең ижади төркөм танышты.
2 025
Башҡортостанда «Һөт кухняһы» ярҙамын 19 меңдән ашыу кеше алған
Башҡортостанда туғыҙ ай эсендә 19 меңдән ашыу кеше «Һөт кухняһы» продукцияһын льготалы алыу хоҡуғынан файҙаланған. Шул уҡ ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ғаиләләр араһында ярҙам алыусылар былтырғы менән сағыштырғанда 20,9 процентҡа артҡан. Һөт ризыҡтары ассортиментын арттырыу буйынса социаль селтәрҙәр аша төбәк башлығына мөрәжәғәт итеү һөҙөмтәһендә быйыл продукция 12 төр менән тулыланды. Әйткәндәй, 11 ноябрҙә Башҡортостан башлығы менән тура бәйләнешкә сыға. Теләге булған һәр кем үҙен борсоған һорауҙарын бирә ала.
2 025
Радий Хәбиров «Әр-Рәхим» мәсетен яҡтыртыуҙың өс концепцияһы менән танышты.
Бөгөн Радий Хәбиров «Әр-Рәхим» мәсетен яҡтыртыуҙың өс концепцияһы менән танышты. Бөтәһе ете вариант тәҡдим ителгән, шуларҙың өсәүһен баш ҡаланың архитектура советы һайлаған. Улар араһында төп мосолман һәм дәүләт байрамдары көндәрендә ҡулланыласаҡ махсус яҡтыртыу бар. Әле мәсет бинаһында техник һәм дизайнер һынауҙары үткәрелә, төрлө яҡтылыҡ сценарийҙары һәм ҡорамалдары тикшерелә.
2 025
#МУЗЫКАВМЕСТЕ проекты беренсе сығарылышын тәҡдим итте.
«Бөйөк ил йырҙары. Волга буйынан һөйөү менән». #МУЗЫКАВМЕСТЕ проекты беренсе сығарылышын тәҡдим итте. Был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров яҙҙы. Округтың иң матур урындары буйлап музыкаль сәйәхәт легендар «Течет река Волга» йыры менән башлана.
2 025
“Өфө” халыҡ-ара аэропорты ҡышҡы ваҡытҡа күсте
Улкиләһе йылдың 28 мартына тиклем ғәмәлдә була. Был осорҙа 47 йүнәлеш буйынсарейстар билдәләнгән, осоштарҙы 28 авиакомпания башҡара. Ҡышҡы осорҙағы чартерпрограммаһына донъяның тиҫтәләгән иле инә. Улар иҫәбенә Төркиә, Вьетнам,Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Шри-Ланка, Ҡытай, Таиланд кеүек традиционкурорттар ҙа индерелгән. Мәскәү, Санкт-Петербург, Новосибирск, Нижневартовск, Ҡазан, Екатеринбургҡалаларынарейстар арта.
2 025
Миәкә районында тыуған Айгөл Әхмәтшина Норвегия тамашасыһы күңелен «Һандуғас» йыры менән әсир итте
Осло сәхнәһендә башҡорт халыҡ йыры яңғыраны. Миәкә районында тыуған Айгөл Әхмәтшина Норвегия тамашасыһы күңелен «Һандуғас» йыры менән әсир итте. 6 йәшенән академик вокал менән шөғөлләнә башлаған башҡорт ҡыҙы бөгөн донъя операһы йондоҙо. Ул Лондондың «Ковент-Гарден» клубында стажировка үтә, Мадридтың «Король операһы»нда сығыш яһай һәм Нью-Йорктың «Метрополитен операһы»нда Карменды башҡара.
2 025
Комсомолдың тыуған көнө алдынан Өфөлә студент отрядтары ветерандары слеты үтте
Унда ваҡытында Советтар Союзында берҙән-бер «Зоркий» фотографтар отрядының фотоһүрәттәр күргәҙмәһе ойошторолдо. Әлеге ваҡытта ил һәм республика кимәлендә танылған фоторәссамдарҙың һәр ҡайһыһында был осорҙоң студент отрядтары тормошон сағылдырған бай архив һаҡлана. Күргәҙмә ветерандарға студент йәшлеген иҫкә төшөрҙө.
2 025
Утҡа ҡаршы тороусыларҙың штаттан тыш «хеҙмәткәре» барлыҡҡа килгән
Берәҙәк бесәй Өфөнөң 8-се янғын һүндереү часына сентябрҙә эйәләшкән.
Рыжий ҡушаматлы бесәй бында үҙен өйҙәге кеүек тоя. Бер кемгә лә ҡамасауламай, әйтерһең, ҡотҡарыусыларҙың эше етди икәнен яҡшы аңлай. Йонсоған йорт хайуаны янғын һүндереү часына үҙе килә.
2 025
Юлыҡ ауылы халҡы яугирҙар өсөн 100 банка быҡтырылған ит әҙерләне
Баймаҡ районының Юлыҡ ауылы уңғандары махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт иткән яугирҙарға күстәнәс әҙерләне. Файҙалы эш башҡарып берҙәмлектә-көс икәнлеген тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы.
2 025
11 ноябрҙә киске сәғәт етелә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш үтә
Республика етәксеһе халыҡ һорауҙарына «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы», «Рәсәй-24», «Башҡортостан 24», «Вся Уфа», «Сәләм», UTV телеканалдары, шулай уҡ «Юлдаш» радиоһы тура эфирында һәм социаль селтәрҙәрҙә яуап бирәсәк. Тура бәйләнешкә һорауҙарҙы бер нисә юл менән ебәрә алаһығыҙ.
2 025
Үҫеп килеүсе быуындың сәләмәтлеге һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә
Шуға ла республикала мәктәп медицинаһы планға ярашлы үҫешә. Бөгөн белем усаҡтарында 600-гә яҡын лицензиялы медицина пункты иҫәпләнә, уларҙа 233 табип-педиатр һәм 570 урта медицина белеме булған хеҙмәткәр эшләй. Иң мөһим йүнәлеш-стоматология тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан башлығы.
2 025
Өфөлә түләүле парковкаларға хаҡ артыуы ихтимал
Был турала бөгөн баш ҡала хакимиәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә белдерелде. Ҡала хакимиәтенең транспорт һәм бәйләнеш идаралығы етәксеһе Олег Хмарин билдәләүенсә, урамдарҙың ҡайһы бер участкаларында парковкалау урындары етмәй һәм ҙур һорау менән файҙаланыла. Бындай урындарҙа хаҡтарҙы күтәреү мәсьәләһе өйрәнелә. Әлегә түләүле парковка системаһына 100 меңдән ашыу кеше теркәлгән.
2 025
Рәсәйҙә йыл әйләнәһенә хәрби хеҙмәткә саҡырыу башлана
Дәүләт Думаһы законға төҙәтмәләр ҡабул итте. Уға ярашлы, киләһе йыл башынан запаста булмаған граждандарҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыу 1 ғинуарҙан 31 декабргә тиклем дауам итә. Хәрби хеҙмәт үтеү урындарына йылына ике тапҡыр – 1 апрелдән 15 июлгә һәм 1 октябрҙән 31 декабргә тиклем оҙаталар. Шул уҡ ваҡытта хеҙмәт итеү урындарына башҡа ваҡытта ебәрергә тейешле граждандар исемлеге ҡарала. Ҡанун проекттары авторҙары фекеренсә, яңы сроктар хәрби комиссариаттарға йөкләмәне бер тигеҙ бүлергә мөмкинлек бирәсәк. Бынан тыш, яңы закон буйынса повестка буйынса йыйылыу пунктына 30 көндән һуңға ҡалмайынса килеп етергә кәрәк була. Закон рәсми баҫылып сыҡҡандан һуң көсөнә инә.
2 025
Башҡортостан ветерандары ил беренселегендә сығыш яһай
Башҡортостандан “Булат” махсус хәрби операция ветерандары командаһы следж-хоккей буйынса Рәсәй чемпионатында ҡатнаша. Турнир Һамарҙа “Беҙҙең заман геройҙары” кубогы барышында үтә. Илдең иң көслө 8 командаһы финалға сығыу һәм чемпион булыу өсөн көрәшә. “Булат” - “Кировец” хоккей клубы нигеҙендә төҙөлдө. Ул тулыһынса махсус хәрби операция ветерандарынан тора.
2 025
Өфөлә дүртенсе тапҡыр Тыуған яҡты өйрәнеүселәр республика форумы уҙҙы
Мәртәбәле сара Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналды. Район-ҡалаларҙан йыйылған белгестәр алдында Милли китапхана, архив хеҙмәткәрҙәре сығыш яһап, фондтарҙа һаҡланған тарихи документтар менән таныштырҙы. Тарихи хәтерҙе һаҡлауҙа тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең роле юғары булыуы билдәләнде.
2 025
Республикала 12 ялған составлы аҡ май һатыу осрағы асыҡланған
Башҡортостан һынау лабораторияһы йыл башынан алып 200-гә яҡын һөт продукцияһы өлгөләрен тикшергән. Улар араһында социаль учреждениеларҙа бешереү өсөн ҡулланылған һәм һатыуға сығарылған майҙарҙың бер өлөшө нормаға тап килмәүе билдәләнә.
2 025
Башҡортостан Ватан яугирҙары ғаиләләре комитетының «Герой һәм көслө ҡатындар дәүере» проекты старт алды
Башҡортостан Ватан яугирҙары ғаиләләре комитетының «Герой һәм көслө ҡатындар дәүере» проекты старт алды. Проект тормош иптәштәре махсус хәрби операцияла булған ҡатын-ҡыҙҙарға психологик ярҙамды күҙ уңында тота. Ҡатнашыусылар бер йыл дауамында онлайн һәм офлайн форматта уҡыуҙар үтәсәк.
Уже доступно! Исследование Telegram 2025 — ключевые инсайты года 
