ru
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Открыть в Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Больше
2 025
Подписчики
Нет данных24 часа
-27 дней
-430 день
Архив постов
Башҡортостанда йәшәүселәргә пенсия һәм пособиелар ваҡытынан алда киләсәк Халыҡтар берҙәмлеге һәм ял көндәре уңайынан Башҡортостанда йәшәүселәргә пенсия һәм пособиелар ваҡытынан алда киләсәк. Бындай ҡарар банктар аша ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләүҙе һайлаусыларға ҡағыла. Социаль фондан хәбәр итеүҙәренсә, пенсияларын ғәҙәттә 3 ноябрҙә алыусыларға ул ноябрҙең тәүге көнөндә күсерелә. 5 ноябрҙән банк аша түләүҙәр стандарт график буйынса башҡарыла. Аҡса автомат рәүештә таратыла.

Башҡортостан башлығы менән тура бәйләнешкә мөрәжәғәттәр рәсми рәүештә ҡабул ителә башланы Бөгөн Башҡортостан башлығы менән тура бәйләнешкә мөрәжәғәттәр рәсми рәүештә ҡабул ителә башланы. Ул 11 ноябрҙә киске сәғәт етелә үтә. Радий Хәбиров халыҡ һорауҙарына «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы», «Рәсәй-24», «Башҡортостан 24», «Вся Уфа», «Сәләм», UTV телеканалдары, шулай уҡ «Юлдаш» радиоһы тура эфирында һәм социаль селтәрҙәрҙә яуап бирәсәк. Тура бәйләнеш былтырғы һымаҡ берләштерелгән форматта була, йәғни һорауҙарҙы студиялағы журналистар ҙа, йәмәғәтселек тә бирә ала.

Радий Хәбиров Именлек Советының Волга буйы федераль округындағы күсмә кәңәшмәһендә ҡатнашты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Именлек Советының Волга буйы федераль округындағы күсмә кәңәшмәһендә ҡатнашты. Уны Рәсәй Именлек Советы секретары Сергей Шойгу Түбәнге Новгородта үткәрҙе. Осрашыуҙа Волга буйы федераль округы субъекттары етәкселәре, министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре йыйылды.

Башҡортостандың йәш актерҙары халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр инклюзив фестиваленә әҙерләнә Төньяҡ Осетияла үтәсәк конкурста балалар Эрик-Эммануэль Шмидттың «Оскар һәм Алһыу Ханым» «Оскар и Розовая Дама» хикәйәһе буйынса спектакль күрһәтәсәк. Сәфәр алдынан спектаклде улар тыуған сәхнәһендә ҡуйҙы. Әҫәр 12 көн генә йәшәргә ҡалғанын белгән малай тураһында. Тылсым тыуҙырыусы ханым был ваҡытты оҙонайтыуға өлгәшә. Мауыҡтырғыс сәхнә әҫәре дуҫлыҡ менән имандың мөғжизәләр тыуҙырыуы тураһында.

Өфөлә ғәрәп теле буйынса курс башланды Өс көнлөк уҡыуҙар Рәсәй ислам университеты майҙансығында үтә. Унда студенттарға үҙҙәре тел өйрәтеүсе юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары һәм ғалимдар ҡатнаша. Тыңлаусылар ғәрәп телен өйрәнеүҙең алдынғы методикалары менән танышасаҡ. Төп иғтибар практик аралашыуға һәм уҡытыу барышында осраған төп проблемаларға йүнәлтелә.

Башҡортостанда сәнәғәт үҫешә: 60 млрд һум инвестициялар һәм 4 мең яңы эш урыны Яҡынса 60 млрд һумлыҡ инвестициялар һәм 4 меңдән ашыу яңы эш урыны. 2017 йылдан алып Башҡортостандың сәнәғәтте үҫтереү фонды эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә төбәктә 202 проект тормошҡа ашырылған. Әйтәйек, Өфө районындағы предприятиеларҙың береһе ярҙам сараларын ҡулланғандан һуң телекоммуникациялар, автоматлаштырыу һәм электрификация өсөн тәғәйенләнгән металл корпус һәм шкафтар производствоһын дүрт тапҡырға арттырасаҡ.

Башҡортостан Башлығына мөрәжәғәттән һуң Һәйтәк ауылында уттар янды Балтас районы Һәйтәк ауылы урамдарында төнгө сәғәттәрҙә лә яҡты. Зәүҡиә менән Рәлиф Әҡсәновтар ейәненең республика Башлығы Радий Хәбировҡа тура бәйләнеш ваҡытында мөрәжәғәтенән һуң ауылда уңайлы мөхит булдырыла. Электр бағаналары яҡтыртыла. Тораҡ пункт тормошондағы ыңғай үҙгәреш хаҡында киләһе яҙмала.

Республикала ҡотҡарыусыларға эмоциональ яныу менән көрәшергә ярҙам итәләр Республикала көн һайын тиерлек ғәҙәттән тыш хәлдәр теркәлә, ҡотҡарыусылар ярҙамға беренсе булып килә. Әммә эш көндәренән һуң уларға ла ярҙам кәрәк, тәү сиратта психологик яҡтан. Эмоциональ яныу менән көрәшеү өсөн хеҙмәткәрҙәргә психологик бушаныу бүлмәһе эшләй.

Иглин районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ирекмәндәр менән осрашты Бейбаҡты ауылының «Иман» мәсетенә өс яугир килде, улар ярҙам күрһәтеүселәргә рәхмәт белдерҙе. Ике йылдан ашыу ирекмәндәр маскировка селтәрҙәре үрә, костюмдар тегә, окоп шәмдәре етештерә. Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар өйҙә сәксәк бешереп, йөн ойоҡбаштар бәйләп оҙата.

Александр Доставалов исемендәге башҡорт батальоны хеҙмәт иткән полк гвардия исемен алды Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге башҡорт батальоны хеҙмәт иткән 57-се мотоуҡсылар полкына «гвардия» тигән маҡтаулы исем бирелде. Был туралағы указға Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы. 57-се мотоуҡсылар полкы яу яланында күрһәткән батырлығы, ҡаһарманлығы һәм сыҙамлығы өсөн юғары хөрмәткә лайыҡ булды һәм был тулыһынса беҙҙең яугирҙарға ла ҡағыла, ти яҙған социаль селтәрҙәрҙә

Башҡортостанда Владимир Жириновскийҙы иҫкә алалар 2026 йылда уның тыуыуына 80 йыл тула. Республика башлығы Радий Хәбиров ҡара
Башҡортостанда Владимир Жириновскийҙы иҫкә алалар 2026 йылда уның тыуыуына 80 йыл тула. Республика башлығы Радий Хәбиров ҡарары менән юбилей сараларын әҙерләү һәм уҙғарыу тураһында ойоштороу комитеты булдырыла. Уны Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы рәйесе Константин Толкачев етәкләй, составка Парламент, Республика башлығы идаралығы, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Мәҙәниәт министры вәкилдәре индерелгән. Сәйәсмән Владимир Жириновский 2022 йылдың апрелендә вафат булды.

Өфөлә ҡышҡы тәгәрмәстәр уртаса 23 мең һум тора. “Авито” аналитиктары ошо турала хәбәр итә. Күп водителдәр тәгәрмәстәргә 20 ме
Өфөлә ҡышҡы тәгәрмәстәр уртаса 23 мең һум тора. “Авито” аналитиктары ошо турала хәбәр итә. Күп водителдәр тәгәрмәстәргә 20 мең һумға тиклем аҡса бүлә алыуы хаҡында белдерә. Өфө водителдәре ҡышҡы резинаны офлайн-магазиндарҙа һатып ала.

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры «Руслан Һәм Людмила» спектакленең премьераһына саҡыра! Сәхнә әҫәре Берҙәм Рәсәй партияһының «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты буйынса ҡуйыла. Кескәй тамашасыларҙы ниндәй тамаша көтә?

Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы 25 йыллығын билдәләй Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуға 25 йыл. Ошо уңайҙан Барҙа районында байрам саралары уҙҙы. Юбилей тантанаһында Башҡортостан делегацияһы ҡатнашты. Милләттәштәр ҡорон беҙҙең ижади төркөм дә күҙәтте.

Башҡортостанда 93 экскурсовод аттестация үткән Ошо рәүешле, белгестәр үҙҙәренең һөнәри әҙерлеген һәм юғары кимәлдәге экскурсиялар үткәреү һәләтен раҫлаған. Аттестация Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы базаһында тест үтеүҙе һәм телдән квалификация имтиханын тапшырыуҙы күҙ уңында тота. Алынған документ республикала экскурсия эшмәкәрлеген алып барыу хоҡуғын бирә. Кире осраҡта ҙур күләмдәге штраф янай.

Социаль эшҡыуар Марина Ғәйнетдинова сумка бәйләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә Улар балалар һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ойошторола. Әммә төрлө ғаилә мәшәҡәттәре оҫта ҡуллы ханымдың эшен туҡтатып торорға мөжбүр итә. Шөғөлдө яңынан тергеҙеүгә дәүләт ярҙамлаша. Атап әйткәндә, льготалы заем бирелә.

«Башҡортостан Геройҙары» кадрҙар программаһының икенсе белем биреү модуле старт алды Бөгөн Ғафури районында республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән «Башҡортостан Геройҙары» кадрҙар программаһының икенсе белем биреү модуле старт алды. «Красноусол» шифаханаһы базаһында уҙғарылған икенсе модулдә ҡатнашыусылар менән беҙҙең ижади төркөм дә осрашты. Был хаҡта ентекләберәк киләһе яҙмала.

Салауат Юлаев батальоны яугирҙары ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә махсус хәрби операцияға юлланды Уларҙы оҙатыу сараһы «Өфө-Арена» спорт комплексы алдындағы майҙанда үтте. Хәрбиҙәр тыуған яғында ике аҙна тирәһе ял иткән. Тантанала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов Салауат Юлаев батальоны-республика ғорурлығы булыуын билдәләне, яугирҙарға иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне.

Башҡортостанда пилотһыҙ осоусы аппараттар хәүефе тураһында иҫкәртеү системаһы эш башланы Пилотһыҙ осоусы аппараттар хәүефенә бәйле мәжбүри сара. Республикала йәшәүселәр бындай осраҡтар теркәлгәндә, «112-ашығыс ярҙам» һәм «Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы» мобиль ҡушымталары аша смс һәм пуш-хәбәрҙәр аша иҫкәртелә башланы. Әлегә был программалар менән ун биш меңгә яҡын кеше ҡуллана. Оператив кәңәшмә барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров системаны яҡшыртыу буйынса юл картаһын булдырыу бурысын ҡуйҙы. Күберәк кеше белергә тейеш. Шулай уҡ ултырыш барышында урман хужалығы, һаулыҡ һаҡлау һәм мәҙәниәт өлкәһенә ҡағылышлы мәсьәләләр ҙә күтәрелде.

Башҡортостанда пилотһыҙ осоусы аппараттар хәүефе тураһында иҫкәртеү системаһы эш башланы Пилотһыҙ осоусы аппараттар хәүефенә бәйле мәжбүри сара. Республикала йәшәүселәр бындай осраҡтар теркәлгәндә, «112-ашығыс ярҙам» һәм «Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы» мобиль ҡушымталары аша смс һәм пуш-хәбәрҙәр аша иҫкәртелә башланы. Әлегә был программалар менән ун биш меңгә яҡын кеше ҡуллана. Оператив кәңәшмә барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров системаны яҡшыртыу буйынса юл картаһын булдырыу бурысын ҡуйҙы. Күберәк кеше белергә тейеш. Шулай уҡ ултырыш барышында урман хужалығы, һаулыҡ һаҡлау һәм мәҙәниәт өлкәһенә ҡағылышлы мәсьәләләр ҙә күтәрелде.